+28 °С
Болотло


Изге күңелле Ярослава Владимировна иғәнәселек ярамы күрһәтеүҙән бер ваҡытта ла баш тартмай. Әле лә республикала иғлан ителгән “Изге яҙылыу” акцияһына ихлас ҡушылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләрен район гәзитенә яҙҙыртыуҙа ярҙам күрһәтә.
- Ерҙә изгелек ҡылып йәшәүҙең мөмкинлектәре күп. Әле лә был акциянан ситтә ҡала алманым. Район гәзитен хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә бүләк итеп, уларҙы ярты йыл буйы гәзитле итеүемә шатмын, - ти ул.