+24 °С
Дождь


- Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең яҡындарына ярҙам йөҙөнән изге акцияны ҡабул итеп алдым. Илһөйәрлек һәм шәфҡәтлелек минең ҡанда.
Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илебеҙ өсөн көрәшкән атайым тураһында иҫтәлектәрҙе ҡәҙерләп һаҡлайым. Ул 1945 йылдың 9 майында Рейхстаг стенаһына фамилияһын яҙып, иҫтәлекле яҙыу ҙа ҡалдырған. Бала саҡтан патриотик рухта тәрбиәләнгәнмен. Шуға ла илдә, донъяла булған хәл-ваҡиғаларға битараф ҡала алмайым, - ти утыҙ йылға яҡын эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү осоронда ярҙам һораусыларға күп тапҡырҙар иғәнәселек иткән Зөһрә Әсфәндийәрова.
Фәниә Сәлимгәрәева.