

Ул кафеһында балаларға пицца әҙерләү буйынса бушлай оҫталыҡ дәрестәре ойоштора. Йәштәр көнөндә балаларға бушлай шарҙар, пицца таратты. Әле гәзит “Изге яҙылыу” акцияһын ойошторғанды ишеткәс, үҙе шылтыратып ярҙам итергә теләген белдерҙе.
Рәмил үҙ аҡсаһына улдары махсус хәрби операцияла булған ике кешегә “Даирә” гәзите яҙҙырҙы.
- Мин район үҙәгендә кафе асып, район халҡына тәмле һәм сифатлы суши, роллы, пицца тәҡдим итәм. Клиенттар беҙҙең ризыҡтарҙы йорттарына ла килтертәләр һәм кафеға килеп ултырырға ла яраталар. Уларҙың теләктәрен ҡәнәғәтләндерер өсөн барыһын да эшләргә әҙербеҙ.
Ә акцияға килгәндә, башҡалар ҡушылғанда, мин ситтә ҡала алмайым. Улдары өсөн хәсрәтләнгән әсәйҙәргә гәзит аҙ булһа ла йыуаныс булһын, - ти йәш эшҡыуар.
Гөлсәсәк Аласова.