Даирә
+24 °С
Ямғыр
Файҙалы эштәр йылы
15 Июнь 2023, 11:27

Тимерғәле Ураҙғолов: “Бергәләп берҙәмлеккә”

Беҙ Иҫке Муса ауылынан эшҡыуар, БР Эшҡыуарҙарҙың волонтер штабы башлығы Тимерғәли Ураҙғолов менән әңгәмәләштек. Ул үҙенең бала сағы, тәүге эшләп тапҡан аҡсалары, бизнесы һәм волонтер эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.

Тимерғәле Ураҙғолов: “Бергәләп берҙәмлеккә”Тимерғәле Ураҙғолов: “Бергәләп берҙәмлеккә”
Тимерғәле Ураҙғолов: “Бергәләп берҙәмлеккә”
  • - Тимерғәли Рәлис улы, Һеҙ Иҫке Муса ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫкәнһегеҙ. Үҙегеҙҙең бала сағығыҙ тураһында һөйләгеҙ әле.
    - Күп балалы ғаиләлә үҫтем, биш бала араһында иң өлкәне булдым, минән һуң - һеңлем һәм өс ҡустым. Хәҙер уларҙың барыһы ла минең кеүек эшҡыуарлыҡта. Беҙҙең ғаиләлә атайыбыҙ ғына эшләне, әсәйебеҙ беҙҙе ҡараны, хужалыҡ менән шөғөлләнде. Атай-әсәйебеҙ бала саҡтан беҙҙе эшкә һәм үҙаллылыҡҡа өйрәтте. Үҙемде белә башлағандан бирле, мин һәр саҡ аҡса эшләп таптым. 5-се класта уҡығанда тәүге телефонымды ла үҙемдең аҡсаға һатып алғайным. Ул саҡта класташтарым араһында бер кемдә лә телефон юҡ ине әле. Әлбиттә, кескәй туғандарымды ҡарашыу ҙа минең иңемдә булды. Ләкин, күбеһенсә ирҙәр эшен башҡарыу сәбәпле, уларҙы ҡарау һеңлемә күберәк төштө. Атайым күп эшләне, ул журналист һәм яҙыусы булараҡ һәр саҡ юлда булды. Шуға күрә бөтә хужалыҡ эше беҙҙең иңдә булды.
    - Бала-саҡтан атай-әсәйегеҙгә йорт эштәрендә ярҙамлаштып үҫтегеҙ инде?
    - Беҙ һәр саҡ мал-тыуар аҫраныҡ, шуға ла йәйҙәрен күпләп бесән әҙерләй торғайныҡ. Бәрәңге, сөгөлдөр, кишер, һарымһаҡты ла мул итеп үҫтерҙек. Иң иҫтә ҡалған мәл: ҡуртымға алған 10 гектар еребеҙ бар ине. Унда өс гектар ерҙә бесән өсөн үлән сәстек. Үҙебеҙ сабабыҙ, ташыйбыҙ. Шулай уҡ ике гектар тирәһе ерҙә бәрәңге сәсеп, уны ҡул менән эшкәрттек. Ярты гектар ерҙә һарымһаҡ, бер гектар ерҙә кишер үҫтерҙек. Участкабыҙ ауылдан 7-8 саҡрым ерҙә ине. Иртүк тороп унда барабыҙ, кис һуң ғына ҡайтабыҙ. Ваҡыты менән ҡыйын да булып китә ине – беҙ баҫыуҙа эшләйбеҙ, ә йәштәштәребеҙ һыу инәләр, ял итәләр. Әммә хәҙер бының дөрөҫ булғанын аңлайым. Был хеҙмәткә хөрмәт, сыҙамлыҡ, холоҡто тәрбиәләү булған. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайһың. Был тәжрибә маҡсат ҡуйып, уны үтәргә ярҙам итте. Мәҫәлән, беҙ 30 сутый ерҙе эшкәртергә тейешбеҙ, шунан бер аҙна ял итәсәкбеҙ, тип маҡсат ҡуя инек. Бөтә эште лә ваҡытында һәм теүәл үтәргә тырыштыҡ. Хәҙер иһә был ваҡытты дөрөҫ планлаштырырға һәм бүлергә ярҙам итә. Әлбиттә, ял итергә лә өлгөрҙөк. Ауылдан 8 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан участкабыҙға юл быуа аша үтә. Иртәнге 6-ла йәйәү барабыҙ, ә төшкө аш ваҡытында һыу инә инек. Был саҡта миңә 8-10 йәштәр тирәһе булған.
    - Һеҙ үҙегеҙҙең эшегеҙҙе нисек башланығыҙ?
    - Мәктәпте тамамлағандан һуң радиоэлектрон техниканы ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса Өфө авиация техникумына уҡырға индем. Был 2005 йыл ине. Атай-әсәйем миңә тотоноу өсөн 500 һум аҡса ебәргәне иҫтә. Уларҙы бик һаҡлап ҡына тотонам, аҙағында 100 һум ҡала. Ике айҙан һуң “Тимур һәм уның командаһы” исемле студенттар бригадаһын ойошторҙом. Беҙ кешеләргә сүп-сар йыйыуҙа, күсенеүҙә, түбәнән ҡар көрәүҙә ярҙамлаштыҡ. Йәйге ваҡытта траншеялар, канализация ҡаҙыныҡ. Уҡыуҙы тамамлағас, баҡсаларҙа һәм ауылдарҙа ҡоҙоҡ ҡаҙыу менән шөғөлләндек, йорттарға һыу индерҙек. Шул саҡта районда был хеҙмәтте мин генә күрһәтә инем. Шул тиклем заказдар күп, хатта ике-өс айға сират булды.
    - Бизнес – еңел булмаған юл. Үҙегеҙҙең тәжрибәгеҙ тураһында һөйләгеҙ әле.
    - Бизнеста бөтә нимә лә ябай түгел. Мәҫәлән, 2012 йылда янғында келәтем янды. 27 декабрҙә миңә шылтыратып, бөтә ҡорамалдарымдың яныуы тураһында әйттеләр. Ә был мөлкәт 15 миллионлап кредитта ине. Ул саҡта был ғәйәт ҙур сумма ине. Банкка түләүҙәрҙе туҡтатып торорға тип үтенеп мөрәжәғәт иттем, ләкин улар 10 көн эсендә кредитты тулыһынса ҡаплатырға ҡушты. Был залогҡа алған мөлкәт икәнен аңлаттылар. Икенсе банктан кредит алырға тура килде. Яңы йыл алдынан таксиҙа йөрөй башланым. Әммә дүрт көндән мин аҡсаны былай тиҙ эшләй алмаясағымды һәм был финанс мәсьәләләремде сисергә ярҙам итмәйәсәген аңланым. Шуға ла Яңы йылдан һуң тәүге магазинымды асырға баҙнат иттем. Ярты йылдан һуң инде минең 10 нөктәм бар ине. Бындай ауырлыҡтар менән осрашыу был ғына түгел. Шулай ҙа һәр саҡ ауыр хәлдән сығыу юлдарын эҙләп табырға тырыштым.
    - Эшҡыуарҙар өсөн белем мөһимме?
    - Минең ике юғары белемем бар – Бизнестың милли институты һәм Иҡтисад һәм хоҡуҡ халыҡ-ара институты, юриспруденция белгеслеге. Белемем ярҙам итә, ләкин унда баҫым ялланып эшләүселәр һәм белгестәр әҙерләүгә ине. Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә үҫешеү өсөн стратегик уйлау кәрәк икәнен аңлағанға күрә, мин өҫтәмә белем алдым. Был һәләттәрем арҡаһында мәсьәләләрҙе хәл итергә һәм бизнесты үҫтерергә өйрәндем. Белемһеҙ быға ирешеү ауыр булыр ине.
    - Тимерғәле Рәлис улы, тиҙҙән Һеҙ өсөнсөгә атай буласаҡһығыҙ. Ғаиләгеҙ тураһында һөйләһәгеҙсе.
    - Ике балабыҙ бар – ҡыҙыбыҙ Камилаға 10 йәш, улыбыҙ Камилға тиҙҙән 4 йәш тула. Ошо арала өсөнсөгә бәпәй көтәбеҙ. Ҡатыным менән ҙур ғаиләне уйлап планлаштырҙыҡ. Минең башланғыстарымда яҡлау тапҡаны өсөн ҡатыныма рәхмәтлемен. Ул – минең ышаныслы тылым.
    - Әлеге ваҡытта Һеҙҙең төп эшегеҙ – БР Эшҡыуарҙарының волонтер штабы. Һеҙ даими махсус хәрби операция зонаһына йөрөйһөгөҙ, беҙҙең хәрбиҙәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итәһегеҙ.
    - Мине кешеләргә ярҙам итергә һәм рәхмәтле булырға бала саҡтан өйрәттеләр. Ауылда һәр саҡ әбей-бабайҙарға ярҙам иттем. Үҫә килә, инде үҫмер саҡта аҡса эшләп таптым, ат менән йәшелсә баҡсаларын һөрҙөм. Өлкән йәштәге әбейҙәргә ярҙам иттем. Студент бригадалары осоронда ла әбей-бабайҙарға һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә күсенеүҙә йәиһә йыйыштырыуҙа бушлай ярҙамлаштым. Шулай уҡ килемдең 10-20 процентын ярҙам кәрәк булыусыларға бирҙем. Пандемия башланғас, Ғаилә үҙәге менән берлектә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары халҡына ярҙамлаштыҡ. Тәүҙә кәрәкле мөһим әйберҙәрҙе кешеләргә алып барҙыҡ, аҙаҡ поликлиникаларға һәм дауаханаларға ярҙам иттек. Өлөшләтә мобилизация башланғас, Эшҡыуарҙар Союзы базаһында БР Эшҡыуарҙарҙың волонтер штабын төҙөнөк һәм уны үҙем етәкләнем. Өс көндән инде тәүге гуманитар ярҙамды йыйып, хәрби слаживание урынына алып барҙыҡ. Хәҙер был эште даими эшләйбеҙ. Һәр саҡ бөтә кәрәк-яраҡты, шулай уҡ хәрбиҙәргә посылкаларҙы үҙем алып барам. Һәр посылкаға, һәр хәрбигә күрһәтелгән ярҙам өсөн яуаплылыҡ тоям. Сентябрҙән алып егеттәр миңә бер туған кеүеккә әйләнде, уларҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Бөгөн еңел булмаған ваҡыт. Тәжрибә күрһәтеүенсә, ауырлыҡтарҙан берҙәмлектә генә еңәсәкбеҙ. Бергәләшеп – беҙ бер!
    - Тимерғәле Рәлис улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Бөтә башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйбеҙ!
    - Әлфиә Әхмәҙуллина әңгәмәләште.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас