- Бала сағығыҙ Подлубов ауылында үткән. Шул турала һөйләгеҙ әле.
- Ҡырмыҫҡалы районы – минең кесе Ватаным. Бында минең әсәйем һәм өләсәйем тыуған һәм йәшәгән. Һәр бер йәйге каникулда тиерлек мин өләсәйем менән Подлубов ауылындағы туғандарға килә инек. Бер ниндәй гаджетһыҙ ысын бала сағым үтте бында - себештәр үҫтерҙек, картуф ултырттыҡ, көтөү көттөк. Шунан алып ошо кесе Ватаным минең өснө көс алыу урыны булып тора. Ул һәр саҡ минең күңелемдә.
- Юлия Владимировна, һеҙҙең биографияғыҙ ҡыҙыҡлы ғына. Юрист һөнәренән нисек журналистикаға килеүегеҙ, ә һуңынан, хатта, актриса булып китеүегеҙ хаҡында һөйләһәгеҙ ине.
- БДУ-ның хоҡуҡ институтын тамамлағандан һуң ун йыл адвокат булып эшләнем һәм һөнәремде бөтөнләй икенсе яҡҡа үҙгәртергә ҡарар иттем. 2010-2013 йылдарҙа БСТ каналында хәбәрсе һәм яңылыҡтар хеҙмәте алып барыусыһы булып эшләнем. Һуңынан, 2019 йылға тиклем яңылыҡтар ҙа алып барҙым һәм “Рәсәй-Башҡортостан” телеканалында “Хоккей 24”тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы булдым. Актерҙар һөнәре менән мауыға башланым һәм З. Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтының театр факультетында белем алдым. Әле рекламаларҙа, киноларҙа һәм сериалдарҙа төшәм. Шулай уҡ БСТ телеканалында “Бәхетле сәғәт” программаһын алып барам.
Үҙемдең яҡындарымдың, абруйлы кешеләрҙең фекерен хөрмәт итәм, әммә яҙмышымды хәл итерлек, һөнәрҙе алмаштырыу һәм спорт мауығыуҙарына ҡағылышлы ҡарарҙарҙы үҙ аллы ҡабул итергә күнеккәнмен. Һәүәҫкәр хоккейҙа уйнай башлауымды күптәр аңламаны. Адвокат булып эшләгән саҡта журналист булырға ҡарар иткән саҡта ла яҡындарым ҡаршы килде. Өлкән кеше булараҡ актер һөнәренә уҡып, кинола тәүге аҙымдарымды яһай башлағас та бик күп аңлашылмаусанлыҡтар менән осраштым. Әммә барыһын да мин үҙем һайланым. Характерым буйынса мин яугир һәм һәр саҡ маҡсаттарыма ирешергә тырышам. Әле лә яратҡан эшем менән шөғөлләнәм.
- Төп эшегеҙҙән тыш Һеҙ ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнәһегеҙ...
- Бөгөнгө көндә М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы ағзаһы булып торам. Тормошом тиҙ арала үҙгәрештәр кисерә һәм ошондай ижтимағи-сәйәси йөкләмәләр барлыҡ иғтибарҙы үҙемдең эргәмдә булғандарға йүнәлтергә ярҙам итә. Быны дөрөҫ һәм бик кәрәкле, тип уйлайым. Тағы ла күберәк ярҙам итә алам һәм быны эшләргә әҙермен, тип иҫәпләйем. Илемде һәм республикамды яратам. Беҙ бөтәбеҙ ҙә бер ғаилә. Бер-беребеҙгә һәм мохтаждарға ярҙам итергә кәрәк. Хәҙер, тәү сиратта, беҙҙең сиктәрҙе һәм Тыуған илебеҙҙе һаҡлаусыларҙы – үҙ ирке менән барған һәм мобилизацияланған яугирҙәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү мотлаҡ. Был мин үҙем йыйыуҙа ҡатнашҡан гуманитар ярҙам ғына түгел, шулай уҡ әхлаҡи ярҙам да.
- Күптән түгел Һеҙ гуманитар миссия менән ДНР һәм ЛНР-ҙа булып ҡайттығыҙ. МХО зонаһына барыу – ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡыйыу аҙым. Шул турала һөйләп үтһәгеҙ.
- Был ҡыйыу аҙымға барырға мине дуҫым Тимерғәле Ураҙғолов этәрҙе. Уның менән беҙ тапшырыу ваҡытында таныштыҡ һәм ул һөйләгән ирекмәндәрҙең Донбасстағы эше мине унда барырға илһамландырҙы. Тимерғәле Ураҙғолов минең өсөн – ирекмәндәр өлгөһө. Ул Донбассҡа бер нисә тапҡыр сәфәр ҡылды һәм һаман да унда барыуын дауам итә. Сираттағы сәфәрендә мин дә бергә барҙым һәм ундағы хәлдәрҙе шәхсән үҙеңдең барып күреүең мөһим икәнен шунда уҡ аңланым. Тимерғәле Рәлис улы яугирҙәр менән әңгәмәләшеп, уларға нимәләр талап ителә икәнен туранан-тура белешә. Шулай уҡ тиҙ арала кәрәк булған посылкаларҙы тапшырыу мөмкинлеге лә бар. Егеттәрҙең күҙҙәренә баҡҡас, унда тағы ла бармайынса булмай. Уларҙың иҫән-имен, һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтыуҙары өсөн беҙ үҙебеҙҙең кесе Ватаныбыҙҙа барыһын да эшләргә бурыслыбыҙ. Ә бының өсөн берҙәмлек кәрәк. Был беҙҙең ксөбөҙ.
Донбассҡа сәфәр ҡылыу сиктәрендә урындағы халыҡ – ололар һәм балалар менән аралашырға тура килде. Уларға ла беҙҙең ярҙам кәрәк. Шулай, Петровск махсус (коррекцион) мәктәп-интернатына һуғылдыҡ. Бында тәрбиәләнеүселәргә бәләкәй генә бүләктәр тапшырҙыҡ. Был мәғариф учреждениеһына тағы ла гуманитар ярҙам күрһәтергә, шулай уҡ Краснолучинск төҙөлөш колледжына ла ярҙам итергә ҡарар иттек. Минең дуҫым, ирекмән Ян Терновский был эште ойошторорға ярҙам итте һәм барлыҡ кәрәк-яраҡты һатып алырға ла өлгөрөҙөк. Берләшеп, беҙ юғары маҡсаттарға ирешәсәкбеҙ икәнен аңланым.
- Юлия Владимировна, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Һеҙҙең барлыҡ башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем!
Әлфиә ӘХМӘҘУЛЛИНА әңгәмәләште.