

Ул барлыҡ хеҙмәт эшмәкәрлеген юл төҙөлөшөнә бағышланы. Ябай эшсенән ҙур һәм ҡеүәтле предприятие - Ҡырмыҫҡалы юл төҙөү-төҙәтеү идаралығы начальнигына тиклем үрләне. Фәнил Фән улы үҙенең остазы 8-се юл төҙөү идаралығы Александр Мостолюк тураһында йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала торғайны.
Ә Фәнил Исхаҡов етәкселеге аҫтында районда ғына түгел, бөтә республика буйынса йөҙәрләгән километрҙар юлдар төҙөлдө һәм асфальт түшәлде. Уға һәм юл төҙөү-төҙәтеү идаралығына иң яуаплы эштәр йөкмәтелә торғайны. Улар һәр саҡ ваҡытында һәм яҡшы сифат менән үтәлде.
Ауылдашыбыҙға фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһының Маҡтаулы юлсыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе исемдәре бирелде.
Тормошта ул бик баҫалҡы, ябай, ихлас кеше булды, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ине. Үҙенең кесе Ватанын – тыуған ауылы Ҡарлыманды яратты. Уны төҙөкләндереү өсөн күп эштәр башҡарҙы. Тәбиғәтте яратты, ябай ғына күренештәргә лә һоҡлана белде.
Уның атаһы Фән Ғәйнетдин улы Салауат исемендәге колхоздың алдынғы эшсәне, бер нисә орден кавалеры булды. Уның ағаһы Фән Ғәйнетдин улы бөтә илгә билдәле газовик.
Уҡыусылар ауылыбыҙҙан шундай билдәле шәхес сығыуы менән ғорурланып ултырҙы. Үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙеләр.
Фәнил Фән улы Исхаҡовты белеүселәр, уның менән бергә эшләгән хеҙмәттәштәре уның йылы һүҙҙәр менән иҫкә алыр, тип уйлайым.
Фәйрүзә Ҡотлобаева.
Ҡарлыман ауылы.