Даирә
+24 °С
Ямғыр
Файҙалы эштәр йылы
14 Апрель 2023, 06:06

Ҡыяр орлоҡтары алдығыҙмы әле?

Баҡсасылар өсөн күңелле лә, мәшәҡәтле лә осор башланды: тәҙрә төптәрен йәмләп тәүге йәшел үҫентеләр баш ҡалҡыта, ҡайһылары өсөн орлоҡтар, тупраҡ әҙерләнә. Һәүәҫкәр баҡсасы Рәмзиә Әхмәҙуллина үҙе һынап ҡараған ҡыяр сорттары менән уртаҡлашты. “Мул уңыш менән ҡыуандырған, үҙем һынап ҡараған йәки дуҫтарым бик маҡтаған ҡыяр сорттарын яҙып үтәм”, - тип тәҡдим итте ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Ҡыяр орлоҡтары алдығыҙмы әле?Ҡыяр орлоҡтары алдығыҙмы әле?
Ҡыяр орлоҡтары алдығыҙмы әле?

Алып өлгөрмәһәгеҙ, һеҙҙең өсөн ҡыярҙың иң уңышлы сорттарын тәҡдим итәбеҙ.

Зозуля F1. 1 кв. метрҙан 20 кг-ға тиклем ҡыяр алырға мөмкин. Ҡыярҙың оҙонлоғо 20-24 см, ауырлығы 300 гр тирәһе була.

Себер гирляндaһы F1. Бер төптән 15-тән 30 кг-ға тиклем ҡыяр сыға. Ҡыяры бик ҙур булмай, тәмле. Тоҙларға ла, маринадларға ла, шул килеш ашарға ла була.  

 Мурaшкa F1. Иртә өлгөрөүсе гибрид теплицала мул уңыш (1 кв.метрҙан 12 кг) бирә. Ҡыярҙың оҙонлоғо 12 см-ға етә.

Емеля F1. 1 кв метрҙан уртаса миҙгеленә 16 кг бирә. Теплица, парник һәм быяла балконда ла үҫтерергә була.

Мaтрицa F1. Был сорт теплицала үҫтереүгә генә яраҡлашҡан. Иртә өлгөрә, ултыртҡандан һуң бер ай үткәс емеш бирә башлай, 1 кв. метрынан 11 кг-ға тиклем ҡыяр сыға.

Ә һеҙ, ниндәй орлоҡтарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ, дуҫтар?

Автор:Айгул Клысбаева
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас