

Йәштәр форумға йыйылды
Районыбыҙҙың иң дәртле, иң әүҙем һәм маҡсаттарына ынтылыусан йәштәре сираттағы форумға, проектлау эше нигеҙҙәре тураһында әңгәмә ҡоророға йыйылды.
Иң тәүҙә форумда ҡатнашыусылар үҙәк майҙанда, саф һауала күмәкләшеп зарядка яһанылар. Район Мәҙәниәт һарайына никахҡа инеү тантанаһына килгән Валерия һәм Роман Бухмастовтарҙың да йәштәргә ҡушылып китеүе, был сараға мәртәбә өҫтәне.
- Йәштәрҙең бергә йыйылышып зарядка эшләүен күргәс, беҙ ҙә ихлас күңелдән ҡушылырға булдыҡ. Был беҙҙең туй тантанаһына йәм өҫтәне, - тине бер тауыштан йәш пар.
Артабан сара район хакимиәтенең ҙур залында дауам итте. Бында Өфөнән килгән эксперттар – республиканың Йәштәр проекты офисы ағзаһы, грант алыусы Дарья Лапшина, Йәштәр йәмәғәт палатаһы вәкилдәре Вадим Егошин менән Наталья Андреева район йәштәренә проекттарҙың серҙәре, төҙөлөшө, уны әҙерләү менән бәйле проблемалар хаҡында ентекле аңлатыу эштәре алып барҙы, үҙҙәренең эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Йәштәр үҙҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын яуҙырып ҡына торҙо.
Ысынлап та, ниндәйҙер проект төҙөү, уны яҡлау, конкурста еңеп сығыу - еңел эш түгел. Уның өсөн ныҡ тырышырға, ҙур көс һалырға тура килә. Йәштәргә бындай осрашыуҙар бик кәрәк. Бында улар үҙҙәренә кәрәк мәғлүмәт менән таныша, ниндәйҙер үрҙәргә ынтылырға дәрт ала.
“Үҫеш нөктәһе” форумына йыйылыусылар сара һуңында район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров менән осрашып, уға ла үҙҙәренең һорауҙарын бирҙе һәм төрлө идеялары менән таныштырҙылар.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.