

Был юлы ла өлкәндәргә ярҙамға барабыҙ тигәс, балалар геү килеп теләктәрен белдерҙе. Хәлиҙә Хәлитованың солан башынан ишек алдына ишелеп төшкән ҡарын балалар “һә” тигәнсе ырғытып та ҡуйҙы. Хәлиҙә апай уларҙы доғалар уҡып, изге теләктәр теләп оҙатып ҡалды. Күңелдәре үҫеп киткән тимурсылар Ғәлинур һәм Миңниса Камаловаларҙың ихатаһындағы ҡар өйөмөн дә таратты. Ә Яңы Бишаул ауылы уҡыусылары ял көндө мәғариф уҙаманы Мәрүәр Ишморатова апайҙың ихатаһына ашыҡты. Бында ла бейек ҡар өйөмө тиҙ генә ырғытылды. Ул балаларҙы кәнфиттәр менән һыйлап, изге теләктәр теләп оҙатты.
Был эштәр киләсәктә лә дауам ителеп, ололарға ҡарата ихтирамлы булыу сифаттарын нығытыр.
Эльвира Хәмиҙуллина,
Иҫке Бәпес мәктәбе уҡытыусыһы.