Даирә
+24 °С
Ямғыр
Файҙалы эштәр йылы
25 Март 2023, 15:20

ИЗГЕ ЭШТӘН МӨКӘЙҘӘР ҘӘ СИТТӘ ҠАЛМАНЫ

Бөгөнгө шәмбе көндө Мөкәй ауылы халҡы файҙалы һәм изге эшкә бағышланы. Улар ауыл клубында бергәләп йыйылып, махсус операцияла ҡатнашыусы яугирҙәребеҙгә шәмдәр эшләне. 

ИЗГЕ ЭШТӘН МӨКӘЙҘӘР ҘӘ СИТТӘ ҠАЛМАНЫИЗГЕ ЭШТӘН МӨКӘЙҘӘР ҘӘ СИТТӘ ҠАЛМАНЫ
ИЗГЕ ЭШТӘН МӨКӘЙҘӘР ҘӘ СИТТӘ ҠАЛМАНЫ

Уны эшләү өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡ әйберҙәрҙе лә улар күмәк көс менән йыйыуға өлгәште. Был сарала ситтә йәшәүсе ауылдаштарыбыҙ ҙа ситтә ҡалмаҫҡа тырышты, үҙ өлөшөн индерҙҽ.

Шәмдәребеҙ яу ҡырына барып етеп, ир-егеттәребеҙҙең күңелдәрен йылытһын, мәнфәғәттәренә яраһын. Беҙҙең һалдаттарыбыҙ еңеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар тигән изге теләктәр әйтеп видеоға ла төштө улар.

Гүзәл Сыңғыҙова.

Мөкәй ауылы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас