Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
17 Март 2023, 11:40

Һыу – тормош сығанағы

Һыу – тормош сығанағы. Ләкин тирә-яҡ мөхиттең экологик торошо эсәр һыуҙың сифатына ла йоғонто яһамай ҡалмай. Районыбыҙҙа йәшәүселәр үҙҙәренең сәләмәтлектәре тураһында ҡайҙыртып, йорттарына һыу индереү хеҙмәте менән файҙалана. Был уңайҙан беҙ “Сестрица” һәм “Красный ключ” эсәр һыуҙарының рәсми вәкиоде Ринат Кәримов менән әңгәмәләштек.

Һыу – тормош сығанағы
Һыу – тормош сығанағы

- Ринат Ильяс улы, ни өсөн крандан аҡҡанға ҡарағанда халыҡ күберәк килтереп биргән таҙа эсәр һыуға өҫтөнлөк бирә?
- Крандан килгән һыу тейешенсә таҙартылмай. Уны йыш ҡулланыу арҡаһында организмда таштар йыйыла. Ә беҙ килтергән һыу максималь рәүештә таҙартылған. Ул шулай уҡ файҙалы минералдар менән байытыла, был сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһай.
- “Сестрица” һәм “Красный ключ” һыуҙары башҡаларҙан нимәһе менән айырыла?
- Беҙҙең һыу артезиан скважиналарынан сығарыла. Ул бер нисә эҙлекле фильтр аша үтә. Унан һуң йод, кальций, калий, магний һәм фторид менән байытыла. Һуңғы этапта һыу озонлана. Шулай итеп ул зарарһыҙлана һәм кислородҡа байый. Шешә ябыҡ торған машинала автоматик рәүештә тултырыла. Был бөтөнләй стериль мөхит.
Беҙҙең тауарҙар рәсми документтар менән раҫланған. Уларҙың
Стандарттарға тура килеү сертификаттары һәм сифат таныҡлығы бар. Әҙер продукттың һәр партияһы “БР гигиена һәм эпидемиология үҙәге” дәүләт учреждениеһының аккредитацияланған лаборатория үҙәгендә микробиологик контроль үтә.
- Һыу етештереүсее завод ҡайҙа урынлашҡан?
- “Сестрица” заводы Нижегородканан йыраҡ түгел Өфө районында урынлашҡан. Ул заманса йыһазландырылған. Санитар контроль НАССР Халыҡ-ара сифат стандарттары нигеҙендә ойошторолған.
- Һеҙ ҡасан һыу килтереү менән шөғөлләнә башланығыҙ?
- Уның рәсми вәкиле булғансы, мин “Сестрица” заводында ике йылдан артыҡ шофер-экспедитор булып эшләнем. Өфө ҡалаһы буйлап һыу ташыным. 2010 йыл аҙағында үҙ эшемде асырға ҡарар иттем. Ул ваҡытта Ҡырмыҫҡалы ауылында эсергә яраҡлы һыу менән проблема ине. Әлбиттә, күптәрн өсөн өйгә һыу килтереп биреү яңылыҡ ине, хәйер ҡалаларҙа был эш ябай иҫәпләнә. Ҡайһы бер клиенттарымды әле булһа хәтерләйем. Уларҙың ҡайһы берәүҙәренә ун йыллап һыу ташыйым. Райондың мәғариф учреждениеларында ла эсәр һыуҙың сифатына иғтибар биреүҙәре ҡыуаныслы. Класс бүлмәләрендә балалар өсөн һыу шешәләре урынлаштырылған.
- Һыу ташыуҙан башҡа, тағы нимә менән мауығаһығыҙ?
- Мин бысаҡтар коллекцияһы йыям һәм уларҙы үткерләргә яратам. Кухня бысаҡтарын универсаль бысаҡ үткерләгес менән боҙғандан һуң, профессиональ үткерләү менән шөғөлләнергә булдым. Мин махсус станокта төрдө бриллиант һәм кремний карбид таштар менән үткерләйем.
- Ринат Ильяс улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ.
Әлиә Юлыева.
(Реклама хоҡуғында).

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: