Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
13 Март 2023, 21:41

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға белем алыуға сертификаттар тапшырыла башланы

Беренсе булып ошо сертификатты Бөрөнән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары алды. Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. Быйыл финансланған 700 сертификаттың 200-ө ошо категорияға ҡараған граждандар өсөн бүленгән.

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға белем алыуға сертификаттар тапшырыла башланы
Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға белем алыуға сертификаттар тапшырыла башланы

 

Ҡалғаны мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә торғандар, декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙар, эшен дауам итергә теләгән пенсионерҙар өсөн тәғәйенләнгән.

Сертификаттың хаҡы ике тапҡырға артҡан һәм хәҙер 20 мең һум тәшкил итә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн сумма күберәк — 50 мең һум. Был аҡсаны һөнәри йәки өҫтәмә һөнәри белем алыуға тотонорға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-03-13/v-bashkirii-uchastniki-svo-nachali-poluchit-obrazovatelnye-sertifikaty-3175298

 
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: