Даирә
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
10 Март 2023, 22:04

"Мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым"

Бөгөн Башҡортостан Башлығының “Башҡортостан ирекмәне” Почет билдәһе менән наградланған Айгөл Йосопова махсус хәрби операция барған зонаға ла барып эшләргә әҙер.

"Мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым"
"Мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым"

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Өфөлә Башҡортостан ирекмәндәренең беренсе форумы үтте. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул республикабыҙҙың иң өлгөр, тырыш ирекмәндәрен Башҡортостан Башлығының “Башҡортостан ирекмәне” Почет билдәһе менән наградланы.

“Башҡортостан ирекмәне” знагы бына ошондай. Бөгөн беҙ уны иң лайыҡлыларға тапшырҙыҡ. Быны тәүге тапҡыр үткән ирекмәндәр форумында эшләнек. Ирекмәнлек ваҡиғалар тарихы булыуҙан туҡтай. Хәҙер был ҡеүәтле хәрәкәт, ул үҙ сафында иң экстремаль хәлдәрҙә ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашырға әҙер меңдәрсә активисты берләштерә.

Әлбиттә, Конгресс-холл майҙансығы бөтә ирекмәндәрҙе, уларҙың берләшмәләре лидерҙарын, муниципалитет, белем биреү ойошмалары, коммерцияға ҡарамаған сектор вәкилдәрен һыйҙыра алманы. Беҙҙә улар байтаҡҡа күберәк”, – тине был турала Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә.

Бүләкләнеүселәр араһында Баймаҡ ҡыҙы Айгөл Йосопова ла бар ине. Ул – “Беҙҙең хәстәрлек” социаль проекты ҡатнашыусыһы, Баймаҡ районы ирекмәне.

Беҙ Айгөл менән яҡынданыраҡ таныштыҡ. Уға 34 йәш, ике бала әсәһе. Ирекмәнлек эшмәкәрлеген 2019 йылда “Covid 19” штабында башлай. Әүҙем рәүештә үҙенең районы һәм ҡалаһы кешеләренә был сирҙе еңергә ярҙам итә.

– Пандемия башланғас, мин аптырап ҡалманым. Бәләкәй балалар менән өйҙә ултырған ҡатынға кешеләр менән аралашҡы ла килгәндер. Шуға күрә ирекмән булырға, кешеләргә ярҙам итергә булдым. Тик бының өсөн уҡып, махсус сертификат алырға кәрәк ине. Йыбанманым, уҡып сыҡтым һәм эш башланым. Мин – автоирекмән. Үҙемдең шәхси машинам бар. Районыбыҙ ҙур бит, күптәргә дарыу, аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ алып барыр кәрәк ине. Шул эште башҡарҙым, – ти ул.

Мөләйем, изгелекле Айгөлдө ололар шунда уҡ үҙ итә, уны көтөп кенә тора. Яҙғыһын аҙыҡ-түлек таратҡанда, ел сығып китеп ишек килеп бәрелә һәм уның бер ҡулы һына. Шуға ҡарамаҫтан, ул машинаһында әйбер ташыуын туҡтатмай. Әйткәндәй, шул осорҙа үҙе ике тапҡыр сирҙе йоҡтороп, ауырып та ала, тик барыбер эшен дауам итә.

– Ирекмәнлек эше менән буш ваҡытымда шөғөлләнәм. Минең өсөн ярҙамға мохтаждарға еңеллек килтереү ҡыуаныс бирә. Һәр кешенең ауыр хәлгә ҡалыуы, бәләгә тарыуы бар. Шуға күрә барыбыҙ ҙа хәлебеҙҙән килгән тиклем бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәргә тейешбеҙ, тип уйлайым, – ти Айгөл Айрат ҡыҙы.

Айгөлдөң ирекмәнлек эшмәкәрлеге бының менән генә туҡтамай. Ике йыл элек Баймаҡ районында урмандар яна башлағас, ул йәнә үҙенең ярҙамын тәҡдим итә. Үҙ ҡулдары менән утты ла һүндерешә, ҡотҡарыусыларға аҙыҡ-түлек, һыу килтереү менән дә шөғөлләнә. Ошо эшмәкәрлеге өсөн ул Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.

Әле ваҡыт яңы саҡырыуҙар талап итә – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам кәрәк. Әүҙем Айгөл бында ла ситтә ҡалмай. Ул гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла ярҙам итә, үҙ иҫәбенә кәрәк-яраҡ та алыша.

– Ҡулдан килгәнсә ярҙам итәбеҙ инде. Әле яңыраҡ окоп шәмдәре эшләнек. Бының өсөн консерва банкалары кәрәк. Ғаиләм менән уларҙы йыйыу өсөн күпме кукуруз ашаныҡ икән? (көлә). Улымдың мәктәбендә маскировка селтәрҙәре тектеләр, туҡымалар алыштым. Мин быларҙы маҡтаныр өсөн әйтмәйем, бөгөн һәр кем эшләй алған ябай эштәр ул, – ти Айгөл.

Әлеге ваҡытта Айгөл Айрат ҡыҙы Баймаҡтағы балалар баҡсаһында һаҡсы булып эшләй икән. Үткер ҡатын ҡорал менән эш итергә өйрәнгән һәм... махсус хәрби операция барған зонаға эшкә барырға теләгән.

– Унда ла һаҡларға кәрәкле балалар баҡсалары, мәктәптәр күп бит. Тик барып булманы, баҡһаң, үҙең менән напарница кәрәк икән, ә башҡа ҡатын-ҡыҙҙың теләге юҡ. Мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым, – ти ул.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уға яңы Почетлы билдә тапшырҙы. Айгөл был ваҡиғаны ла ҡыуанып ҡаршы алды.

– Бүләк өсөн эшләмәйем, тик баһалауҙары ҡыуаныслы, әлбиттә. Радий Фәрит улына рәхмәт! Артабан да ошо юҫыҡта тырышып эшләргә стимул, – тине ул.

Фото: "Бәйләнештә" һәм геройҙың шәхси архивынан. 

 

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: