Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
22 Февраль 2023, 14:49

Донъяны изге ғәмәлдәр йәмләһен

Евгений Пожидаев райондың эре предприятиеһы - “АРТЕМИДА” тоҡомсолоҡ хужалығының уңышлы етәксеһе.Был хужалыҡтың тарихы 1991 йылдан “Артемида” крәҫтиән-фермер хужалығынан башлана. Шул ваҡыттан алып унда Евгений Викторович етәкселек итә.

Донъяны изге ғәмәлдәр йәмләһен
Донъяны изге ғәмәлдәр йәмләһен

Евгений Пожидаев предприятие етәксеһе булараҡ район сараларына әүҙем ярҙамлаша. Атйетәр һәм Подлуб ауыл Советтарына байрам сараларын үткәреүҙә, йыл һайын мәктәптәрҙә Яңы йыл байрамдарын үткәргәндә иғәнәселек ярҙамы күрһәтә. Ҡышҡы осорҙа юлдар был йәмғиәт тарафынан таҙартыла.
2021 йылда республикала билдәле шәхестәрҙең, эшҡыуарҙарҙың тыуып үҫкән төйәгенә ярҙам итеүен күҙ уңында тотҡан “Атайсал” проекты эшләй башланы. Ул халыҡтың күп кенә проблемаларын хәл итергә ярҙам итә. Был проектҡа Кесе Ватандың яҙмышына битараф булмағандар ҡушылды. Евгений Пожидаев етәкселегендәге “АРТЕМИДА” тоҡомсолоҡ хужалығы ла проектҡа ҡушылып, иң әүҙем ҡатнашыусыға әйләнә.
Шулай, 2021 йылда Подлуб ауылында церковь-приходской мәктәп төҙөлә, Атйетәр мәсетенә йыһаз алына. Бекетов, Орловка, Һыуыҡ Шишмә ауылдарының зыяраттарына яңы ҡапҡалар ҡуйыла. Бекетов ауылы мәктәбендә төҙөкләндереү эштәре башҡарыла: тротуар плиткаһы һалына, сүкелгән бәләкәй күпер эшләнелә.
“Атайсал” сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтелә. Махсус хәрби операция зонаһына 1 миллион һумдан күберәк суммаға өҫтәмә ҡоролмалар һәм тепловизорҙар, дальномерҙар, коллиматор прицелдар, GPS-трекерҙар, бронежилеттар алынып ебәрелә.
Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә айырым иғтибар бирелә, улар бесән, һалам, утын менән тәьмин ителә.
Хужалыҡҡа киләсәктә лә изге эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: