Бына бөгөн иртән-иртүк тороп, ҡырынып, йыуынып алдым. Эште нимәнән башларға икән тип, уйланып торҙом да, тағы иҫ китмәле багажымды туплап юлға сығырғамы инде тип, тегеләй-былай ҡаранып ултырҙым. Ах, аҙын ғына булһа ла бында ҡалдырып киткәндә, бәлки, еңелерәк булыр ине. Тағы ла уйға сумдым. Иң мөһиме, дарыуҙарҙы онотмаҫҡа!
Ни булһа ла барса мөлкәтемде туплап, һалҡын ҡыштың һауаһын һулай-һулай, станцияға табан юлландым.
Бөгөн "Ҡырмыҫҡалы улдары һәм ҡыҙҙары" станцияһы аша 20-25 һанлы поезд үтергә тейеш.
Мин станцияға килгәндә халыҡ байтаҡ йыйылған ине. Барыһы ла перронға сығып баҫып, поезд килгәнен көтәләр. Ниһайәт, йыраҡта, күбәләкләп яуған ҡар бөртөктәрен ҡаушатҡандай, поезд тауышы ишетелде. Халыҡ перрон ҡырынараҡ барып, поезд килгәнен беренселәрҙән күрергә тырышып, үрелеп-үрелеп ҡарарға ынтылды. Кондукторҙар перрондың ҡырына уҡ килеп баҫҡан кешеләрҙе ҡабат артҡараҡ ҡыуҙылар. "Ашыҡмағыҙ, ашыҡмағыҙ, 20-25 һанлы поезд ваҡытында киләсәк, барыһын да күрерһегеҙ, өлгөрөрһөгеҙ, ашыҡмағыҙ!"- тип, әрләй-әрләй үҙ бурыстарын үтәй-үтәй, перрон буйлап ары уҙҙылар.
Перронда халыҡтың күплеге! Кемдер асыҡ йөҙҙәре менән киләсәк тормошҡа өмөттәр бағлап пландар ҡора ине ...
Бына, иң беренселәрҙән булып хәтер сумаҙанын йөкләп Гүзәл апай менән Фиә туғаным килеп керҙе. Сумаҙандары апаруҡ ҡына таушалып бөткән, ахыры хәтерләүҙәр ҙә бик боронғоға оҡшай.
Рәхим итегеҙ, Гүзәл апай, Фиә туғаным:
- Минең күҙ алдыма бынан 65 йыл элек булған ваҡиғалар иҫҡә килеп төштө, тип һүҙен башланы Гузәл апай. Әлегеләй ҡыш, әлегеләй тымыҡ ҡына ҡар яуа. Атайым мине эйәртеп Өфө ҡалаһына алып бара! Ибраһим станцияһына Бишулдан, апаруҡ ара. Мин, 6 ғына йәшлек бала, атлай торғас арыным. Атайым мине биштәрләп артына аҫҡан вишмишуктың өҫтөнә утыртып, вокзалға уҡ күтәреп килтерҙе. Әлегеләй хәтерҙә, мөйөштә ҡалай менән ҡапланған голланка мейес, уның тирәләй ҡатын-ҡыҙҙар баҫҡан, ә ир-аттар тәмәке көйрәтә.
Поезд килеүе әллә ҡайҙан уҡ ишетелде. Ул ҙур үгеҙ һымаҡ, ауыҙынан пар сығарып, бышылдап, үкереп килеп етте. Халыҡ сумка-сумаҙандарын күтәреп вагондарға керҙе. Кеше шул тиклем күп, ултырырға түгел, баҫып торорға ла урын юҡ. Атайым аптырап торманы, мине өсөнсө ҡатҡа мендерҙе, сөнки икенсе ҡатта өлгөр егеттәр урын алған ине.
Бына Өфө ҡалаһы! Ул миңә элек мөғжизәләр иленә тиң ине. Хәҙер атайым туңдырма ашатасаҡ! Тәмле ҡаластар, кәнфиттәр менән һыйлаясаҡ!
Ә иң мөғжизәлеһе - ҙуур шыршыға барасаҡбыҙ! Ул әлеге Совет майҙанында була торғайны.
Поезд гудогы уйҙарымды бүлде, хәҙер инде паровоз түгел, ә матур, яҡты электровоз килеп туҡтаны. Бына был ғүмер тигәнең, быуаттан артыҡ булып киткән...
Гүзәл апай сумаҙанын бушатып бөткәс, янында торған Фиә туғаным шуны ғына көткәндәй теҙеп алып китте:
- Хәйерле кис, Әхәт ағай. Ул перронға мин дә килеп өлгөрҙөм. Тәбиғәт тә үҙенекен ала икән. Тышта матур итеп ябалаҡлап ҡар яуа. Мин үҙемдең улымды ҡаршы алырға барҙым. Ул хеҙмәтен тултырып ҡайтып етергә тейеш. Алдан хәбәр итеп ҡуйған ине. Мин шул тиклем тулҡынланам. Күҙҙәремдә шатлыҡлы күҙ йәштәре. Нисек кенә һиҙҙермәҫкә тырышһам да, килеп сыҡмай. Бына, йыраҡтан күренгән поезд килеп етте. Мин үҙемә кәрәкле поездың номерын эҙләп киттем. Һәм ниһайәт, бына көтөп алған номерҙы таптым. Поезд ишеге асылып китеү менән улымды күрҙем. Ул шул тиклем атлығып поездан төшөп мине ҡосаҡлап алды. Ирекһеҙҙэн шатлыклы күҙ йәштәре аҡты. Бер нимәгә ҡарамайынса улым менән ҡайтырға ашыҡтыҡ. Беҙҙе барыбыҙҙы ла өйҙә туғандар көтә ине. Ул ваҡытта барлыҡ әсәйҙәргә лә сабырлыҡтар теләп, туғандарым менән төнө буйына улымдың хеҙмәте тураһында һөйләшеп сыҡтыҡ...
Фиә туғанымды ихлас тыңлап торған Нурсилә һеңлем дә сумаҙанын асты. Ул бер-аҙ фекерен туплап, тынып торғандан һуң тауышын әкрен генә сығарып былай тине:
- Мин дә, туғандар шул перронға килдем. Эй, был тормош - гүзәл тормош, ҡатмарлы тормош! Яҙың да бар, йәйең дә бар, алтын һуҡмаҡлы көҙөң дә, ап-аҡ ҡарҙар уйнатҡан ҡышың да бар. Бына ошо миҙгелдәр беҙҙең тормош, тип атала ла инде. Был беҙҙең шатлыҡлы ла, борсоулы ла йәшәйешебеҙ. Бына шундай уйҙар солғанышында тағы бер төнөм уҙҙы. Кешенең уйҙары ла, хыялы ла булмаһа, йәшәүҙең бәлки, тәме лә булмаҫ ине.
Бөгөн йомошом район үҙәгенә төштө. Яратам мин үҙебеҙҙең районды. Яратам саф татарса һөйләшкән мөләйем халҡын, яңғыратып аҙан әйткән бейек манаралы мәсетен. Бигерәк тә “Ҡырмыҫҡалы улдары һәм ҡыҙҙары” тигән станцияһын. Мин дә унда күп тапҡырҙар булғаным бар.
Бына, бөгөн дә йомоштарымды үтәгәс, аяҡтарым үҙенән-үҙе шул яҡҡа атланы. Мин бында килеп кешеләрҙең ҡайҙандыр ҡайтып төшөүҙөрен, күрешеп ҡосаҡлашҡан шат йылмайған йөҙҙәрен күҙәтергә яратам. Яманһыу булһа ла береһенән-береһе айырылып китә алмайынса хушлашҡан йөҙҙәрҙе лә күҙәтәм. Мине лә уйҙарым баҫа.
Мин дә бынан ике улымды армия сафтарына оҙаттым. Әсәләрсә сабырлығым менән уларҙың ҡайтып төшөүҙәрен ҡаршы алдым. Илде һаҡлап ысын ирҙәрсә сынығып ҡайтып төшөүҙәре минең өсөн оло ҡыуаныс булды. Мин уларҙы ошо перрондан уҡыуҙарға оҙатып, көтөп алдым.
Өлкән улым СВО-ға киткәс, отпускаға ҡайтып төшкәндә, ошо перронда нисек көтөп ҡаршы алыуымды һүҙҙәр менән генә аңлата алмайым. Күпме йылдар үткәс, яңынан бына ошо перрондан улымды илебеҙҙе һаҡларға һәм яҡларға оҙатырға тура килде. Бына ни өсөн ошо перронға аяҡтарым үҙенә-үҙе атлай.
Һәм бөгөн дә, әле лә улымдың Еңеү яулап ошо перронға килеп төшөүен күҙ алдыма килтереп, ҡанатланып уйланып баҫып торам. Ә кешеләр ҡабаланып үҙ яҙмышында ҡайҙалыр ашыға, ҡайҙалыр китә. Был перронда күпме булһаҡ та, иң мөһиме - йәшәйешебеҙ дауам итһен, өмөтөбөҙ, юлыбыҙ өҙөлмәһен. Тормошобоҙ дауам итеп, шатлыҡ менән оҙатып ҡалырға, шатлыҡ менән ҡаршыларға ла яҙһын, йөрәк пәраларымны, яҡындарымды, Аллаһ бирһә. Амин!
- Амин! - тип бөтәбеҙ ҙә Нурсилә туғанымдың һүҙҙәрен йөпләп, уның теләктәренә ҡушылдыҡ. Поезда урын алған барса халыҡтың да оло теләге шул, тиҙерәк һуғыш бөтөп, илебеҙгә тыныслыҡ урынлашыуы ине.
Артабан һүҙҙе Дала ҡыҙы дауам итте.
... Яҡынлашып килгән поездың, яңы бәхеттәргә, яңы хистәргә бай булырына ышанып күҙҙәремде төбәнем. Поезд шул хәтлем таныш ине. Эйе, хас теге бала саҡтағы кеүек. Беренсе вагон минең янға килеп еткәс, поезд бер аҙ тиҙлеген кәметте. Вагон тәҙрәләренә шул уҡ һүрәттәр төшөрөлгән. Ана теге әкиәттәге кеүек, Ҡыш бабай уйынсыҡтар тултырылған тоғон йөкләп йылмайып ҡарай. Уның янында шеш ҡолаҡ ҡуян менән, йөнтәҫ ҡойроҡ тейен тора. Ниндәй күңелле....
Мин вагонға ташландым.
-Юҡ! Билеткә ярашлы был һеҙҙең вагонығыҙ түгел! - тип кондуктор мине киҫкен туҡтатып, ҡулы менән икенсе вагонға күрһәтте. Был вагон тәҙрәләре лә бик матур биҙәлгән ине. Ана, мин үҫмер саҡта ҡыҙыҡҡан вилсәпит тора. Икенсеһендә -матай....
Ә ана теге тәҙрәлә, муйыл шау сәскә атҡан. Туҡта! Кем һуң унда, муйыл янында?
Әй, был бит минең класташым Алһыу. Ниндәй сибәр үҙе, ниндәй мөләйем итеп йылмая миңә.
Минең беренсе мөхәббәт, яратҡан, йән атҡан йәрем үҙе бит.
Пассажирҙар был вагонға ташландылар.
- Юҡ! Урын юҡ!
Билеттар әллә ҡасан һатылып бөткән, - тип иғлан итте кондуктор.
Ә шулай ҙа, ҡайһы берәүҙәргә был вагонда урын табылды.
Өсөнсө вагон яҡынлашты. Был вагон тәҙрәһендә бейек-бейек өйҙәр һүрәтләнгән. Машиналар, трамвайҙар... Халыҡ бик күп. Ҡайҙалыр ашығалар... Йәш егеттәр, йәш ҡыҙҙар бик сос ҡына вагонға һикерҙеләр.
Мин туҡтап ҡалдым. Был вагондың да ишеген яптылар, урын юҡлыҡтан.
Дүртенсе вагонда халыҡ бик күп ине. Тәҙрәләрендә реклама-реклама, яһалма ҡашлы, ҙур-ҙур ауыҙлы, шәрә ҡатындар һүрәте төшөрөлгән. Көслө музыка тауышы яңғырай. Әллә ниндәй ыңғырашыу тауыштары, яралы һалдаттар....
Юҡ! Был вагонға үҙемдең ингем килмәне.
Бишенсе вагонға атланым. Был вагон тәҙрәләрендә аҡ күгәрсендәр һүрәтен абайланым. Йәшел киң яландар, шул яланда аттар сабып килә. Икенсе тәҙрәһендә - тыныс ҡына аҡҡан йылғала балалар һыу инә. Хас минең ейәндәрем кеүек этешәләр... көрәшәләр... көләләр....
Йылға аша баҫма һалынған. Тик бер-ике бүрәнәһе, һыуға тейеп ятҡанлыҡтан бер аҙ серегәнен шәйләп ҡалдым. Ҡул оҫтаһы булараҡ, багажымды алып шул вагонга ынтылдым.
Әйе, минең билетым да тап шул вагонға булып сыҡты.
Кондуктор мине йылмайып ҡаршы алды:
- Рәхим итегеҙ! Билетҡа ярашлы урынығыҙға үтегеҙ. Һеҙҙе бик күп ҡул эштәре көтә. Ана, баҫманың бүрәнәләрен яңыртаһы бар, яңы һуҡмаҡтар һалаһы, яңы әҫәрҙәр ижад итәһе...
Ҡасандан бирле беҙҙең иғтибарҙы йәлеп итеп, балҡып ултырған Гөлсәсәк туған да үҙ өлөшөн индерергә теләк белдереп, өп-өр яңы сумаҙанын асып ебәрҙе.
Әйҙә, Гөлсәсәк һеҙгә һүҙ! - тинек.
- Мин дә халыҡ ағымына ҡушылып, поезға табан ыңғайланым. Был поездың ябай түгеллеген, 2025 йылға алып барасағын төшөнгәйнем инде. Эргәмдә “Ҡырмыҫҡалы улдары һәм ҡыҙҙары” төркөмөндә ултырған байтаҡ ҡына таныш йөҙҙәрҙе лә күргәс, күңелем тағы ла күтәрелеп китте.
Урыныма барып ултырғас, тәҙрәгә ҡарап ирекһеҙҙән уйҙарға бирелдем. Ай-һай, ғүмер тигәнең бигерәк шәп үтә шул. Әле яңы 2020 йылда ғына Әхәт ағай Нурышев ошо төркөмдө туплап, иртә менән барыбыҙҙы ла “Һаумыһығыҙ, иләү” тип сәләмләй торғайны. Ә бөгөн унда 100-ҙән ашыу яҡташыбыҙ бер туғандай аралашып, хәл-әхүәл белешеп, ҡайғыларҙы ла, шатлыҡтарҙы ла уртаҡлашып йәшәй. Әхәт ағай төркөмдөң хужаһы булараҡ, беҙҙе район яңылыҡтары менән таныштырып бара. Уларҙы мәҙәк хәлдәр, ҡыҙыҡлы йомаҡтар, тарих менән аралаштырырға ла онотмай. Нәҡ ошо төркөм иң беренселәрҙән булып, хәбәрҙәрҙе еткереүсе лә булып тора. Ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа был төркөмдө булдырғанға бик ҡәнәғәт. Күптән күрмәгән класташтары, ауылдаштары тураһында һорашып яҙалар.
Шулай уйҙарға бирелеп ултырғанда, иғтибарым бер аяғы аҡһабыраҡ атлаған, сәстәренә бер аҙ сал төшкән ир-егеткә төштө. Ул минән алдараҡ ултыра. Эргәһендә ҡатыны, улы менән ҡыҙы бер туҡтауһыҙ нимәлер тәтелдәйҙәр.
- Атай-атай, һин башҡа бер ҡасан да һуғышҡа китмәйһеңме? Әле беҙ күмәкләп ял итергә шифаханаға китеп барабыҙмы? - ти кескәй улы.
- Эйе, улым, махсус хәрби операция тамамланды. Мин хәҙер гел һеҙҙең эргәлә буласаҡмын, борсолма, - тип тынысландыра уны атаһы.
Эйе, йыл аҙағында был барса ил өсөн иң ҡыуандырған хәбәр булды. Күпме әсәйҙәр улдарын, күпме ҡатындар ирҙәрен, балалар атайҙарын юғалтҡан дөмөккөр һуғыш тамамланды, Аллаға шөкөр. Әле һаман да хәбәрҙәре булмаған һалдаттарыбыҙҙан хәбәр көтәбеҙ. Улар тиҙерәк ҡайтып бөтһөндәр ине. Был һуғыш шаңдауы ҡағылған ғаиләләргә Хоҙай Тәғәлә сабырлыҡтар, ныҡлы һаулыҡ бирһен, барыһы ла ҡурҡыныс төш кеүек булып ҡалһын.
Ә беҙ ил тыныслығы өсөн баштарын һалған батыр яугирҙәребеҙҙе бер ҡасан да онотмаҫбыҙ, исемдәрен мәңгеләштерербеҙ. Улар рухына доғалар уҡырбыҙ, хәйер һалырбыҙ. Иң мөһиме, күк йөҙөндә һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын, бер кемгә лә ҡайғы йәштәре күрергә яҙмаһын.
Шундай татлы уйҙарға сумып, йоҡоға талғанмын. Күҙҙәремде асып ебәрһәм, кондуктор минең станциямды иғлан итте. Тышҡа сыҡһам, ынйылай ҡар бөртөктәре ашыҡмай ғына ергә ҡойола. Ошо ап-аҡ, яңы яуған ҡарҙар менән бар ғаләмгә тыныслыҡ, һаулыҡ, бәхет яуһын.
PS.: Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Яңы йылға арналған был яҙманы әҙерләгәндә, Нурсилә туғандың һөйөклө улы Рәсил махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә яҡындарын оло ҡайғыларға һалып һәләк булып ҡалды. Бар төркөмөбөҙ батыр яугиребеҙҙең вафатын тәрән кисерәбеҙ, Нурсиләнең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Күркәм сабырлыҡтар теләйбеҙ, Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе ярҙамынан ташламаһын. 🙏🙏🙏
Хикәйәне төҙөүҙә Әхәт Нурышев, Гөлсәсәк Алачева һәм Рәшиҙә Мансурова ҡатнашты.