Шул саҡ акушерка Ғәлиә апай эргәмә килеп, бына бит ниндәй матур ҡыҙың бар, үҙеңә оҡшап тора, ә һин илайһың, тип оялтып та алды. Сабыйҙы яҡты донъяға килтереү ни тиклем татлы ғазап икәнен үҙең кисермәйенсә аңлап булмай икән шул!
Икенсе көнгә үк әсәйем бала тыуҙырыу йортона килеп етте. Йәй көнө булғанға, уны күрергә балконға сығып баҫтым.
Шул ваҡыт әсәйемдең, әсәй булыуҙың ҡәҙерен аңланыңмы инде хәҙер, тигән һүҙҙәрен әле булһа тулҡынланып иҫкә алам.
Тик ул саҡта эйе, аңланым, әсәкәйем тип уға ҡарап әйтә алмайынса, ҡыҙарып башымды ғына эйҙем.
Ул ваҡыттан бирле күпме һыуҙар аҡты, мин үҙем дә хәҙер өс бала әсәһе, өләсәймен. Балалар тәрбиәләүҙең ни тиклем яуаплы, ауыр бурыс икәнлеген үҙ иңдәремдә татыйым.
Көндән-көн бар эштәр ҙә ҡул көсө менән башҡарылған заманда биш балаға ғүмер биреп, бар наҙын, һөйөүен биреп үҫтергән әсәйемде уйлап, улар быуын кешеләренә бигерәк тә ауыр һынауҙар төшөүен нығыраҡ аңлайым. Бала саҡта йәйге селләлә, көҙгө һалҡындарҙа сөгөлдөр баҫыуында эшләп арып ҡайтҡан әсәйемдең ҡытыршыланып бөткән ҡулдары бешергән икмәктән, хуш еҫле тәмле аштан да тәмлерәк, ҡәҙерлерәк ризыҡ булмай торғайны. Бер өҫтәл булып ултырған балаларына аштар һалып, сәйҙәр яһап эсергәнсе, әсәйемдең үҙенә ризыҡ ҡалдымы икән, был турала ул саҡта уйламаһаҡ та, хәҙер йыш уйланам. Бар әсәйҙәр кеүек, һеҙҙең тамаҡ туҡ булһа, минеке – туҡ, ти торғайны сабыр күңелле әсәйем.
Эйе, әсәйҙәрҙең ҡәҙерен үҙебеҙ әсәй булғас ҡына аңлайбыҙ икән шул. Ер йөҙөндәге барыһы ла ғүмер бүләк иткән иң ғәзиз кешеләрен ваҡытында ҡәҙерләһә, әсәйем иҫән булһа, нимә ашатып, нимә эсерергә белмәҫ инем, тигән үкенеү һүҙҙәре булмаҫ ине.
Әсәйҙәрҙең ҡәҙерен белеп, уларҙың һәр көнөн бәхетле итеү - беҙҙең төп бурыс. Бер ҡасан да әсәйҙәр бала ҡайғылары күрмәһен, донъялағы бар балалар әсәйле булыу бәхетенән яҙмаһын ине. “Ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында” тигән һүҙҙәрҙе онотмайыҡ.
Күңелеңдән - тыныслыҡ, тәнеңдән - сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙар белмәһен. Байрам менән, ҡәҙерле әсәйем!
Ынйы Сәлихова.