«Күҙйылға» йырының тарихы
Башҡорттарҙың Табын ырыуы халҡы ижад иткән йыр-моңдар, бейеүҙәр бихисап. Шулар араһында Ҡырмыҫҡалы районының йәмле Ағиҙел буйында урынлашҡан Үрге Төкөн ауылында ижад ителгән “Күҙйылға” йыры ла билдәле.
Был йырҙа тасуирланған бик үк ҙур булмаған Күҙйылға күрше Ауырғазы районына ҡараған Мостафа ауылы эргәһенән башлана. Борма-борма юлдар үтеп, Күҙйылға Үрге Төкөнгә килеп етә һәм ауылыбыҙҙың киң билдәле Мәләш йылғаһына килеп тоташа. Ә Мәләш иһә Ағиҙелгә ҡоя.
Һуңғы йылдарҙа Күҙйылғаның һыуы ныҡ кәмегән, әммә заманында ул көслө ағымлы ҙур ғына йылға булған. Уның буйындағы тәбиғәт тә хозурлығы менән дан алған. Ағасҡа бай урманы, йәмле туғайы күҙҙең яуын алған, халыҡтың күҙ төбәп торған урынына әйләнгән. Бәлки, шуғалыр ҙа халҡыбыҙ уны Күҙйылға тип атағандыр ҙа. Йылғанан алыҫ түгел бәләкәй генә Ташлыкүл һәм Ҡобакүл урынлашҡан. Күҙйылға буйы үҙенең бөтмәҫ-төкәнмәҫ еләк-емеше, һутлы үләне менән дә ҡыуандырған. Бында иген дә шаулап үҫкән, шулай уҡ халыҡты бесән менән дә тәьмин иткән, ауыл малы өсөн көтөүлек тә булған. Ә иң мөһиме – Күҙйылғала һыу тирмәне эшләгән һәм борон замандан алып барлыҡ Үрге Төкөн ауылы халҡын туйындырған. Ауылыбыҙ халҡы был тирмәндә тарттырылған ондан хуш еҫле икмәк һәм башҡа ризыҡтар бешереп һыйланған. Ғөмүмән әйткәндә, Күҙйылға буйы ауыл халҡының иң изге һәм шул уҡ ваҡытта серле урындарының береһе һаналған. Йылға балыҡҡа ла бай булған. Бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Күҙйылғаның тос ярҙамын тойған ауылдаштарым. Бына ошо данлы йылғаға бағышлап ауылыбыҙ халҡы йыр ижад иткән. Быларҙың барыһы тураһында ла миңә ошо ауылда тыуып үҫкән Имза Биктимеров бәйән итте.
- “Күҙйылға” йырын ҡартинәйем (ҡартәсәйем) Хәлимә Сиражетдин ҡыҙы Биктимерова яратып йырлар булған. Минең инәйем (әсәйем) Вәсилә Хәсән ҡыҙы Биктимерова унан ишеткән йырҙы отоп алып, миңә йырлап ишеттерҙе. Хәҙер мин үҙем был йырҙы яратып башҡарам. Ҡыҙғанысҡа, ҡасандыр ауылым халҡы күҙ төбәп торған, донъя көтөргә, көнкүрештә ярҙам иткән Күҙйылғаның һыуы йылдан-йыл кәмеп, яйлап бөтөүгә табан бара ине. Аллаһҡа шөкөр, быйылғы ямғырҙар ярҙамында йылғабыҙ ҙурайып һәм терелеп китте, - тигән мәғлүмәттәре менән дә бүлеште Балалар сәнғәт мәктәбенең ҡурай класы уҡытыусыһы Имза Әхтәм улы.
Дания ҒӘҘЕЛШИНА,
Үрге Төкөн ауылы.