Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Даға

Яҙлы-көҙлө бәрәңге баҡсаһында ҡаҙынған һайын әленән-әле элекке тәңкәләр, һирәк-мирәк алҡа, йөҙөк кеүек нәмәләр, йыш ҡына һауыт-һа­ба ватыҡтары килеп сығыусан. Беҙгә ҡәҙәр ҙә ошо ерҙә кемдәрҙең­дер ғүмер иткәненә аныҡ дәлил был.

Даға
Даға

Даға

Яҙлы-көҙлө бәрәңге баҡсаһында ҡаҙынған һайын әленән-әле элекке тәңкәләр, һирәк-мирәк алҡа, йөҙөк кеүек нәмәләр, йыш ҡына һауыт-һа­ба ватыҡтары килеп сығыусан. Беҙгә ҡәҙәр ҙә ошо ерҙә кемдәрҙең­дер ғүмер иткәненә аныҡ дәлил был. Бына әле лә көрәгем нимә­гәлер шаҡ итеп барып төртөлдө. Ситтәнерәк ҡаҙып ҡараһам, көрә­гемә эләгеп даға килеп сыҡты. Эйе, яп-ябай даға. Бөгөнгө көн бала­ларына - ҡаланыҡымы, хатта ауылдыҡы булһа ла, даға - ят әйбер. Ә бына беҙҙең кеүек оло быуын кешеләренә ул бик яҡын, ҡәҙерле, хат­та изге лә. Заманында өйгә кергән урындарға - ишек баштарына йәиһә тупһаға - яуыз көстәрҙән һаҡлай, тип даға ҡағалар ине. Өй­ҙөң ҡото билдәһе бу­лып ҡайһы берәүҙәрҙә ул әле лә һаҡлана. Ҡарап торғанда, ябай ғына тимер остоғо кеүек тойолһа ла, үҙ заманында даға тормо­шта иң мөһим нәмә бу­лып торған. Сөнки бар­лыҡ хужалыҡ эштәре атҡа терәлеп ҡалғанда дағаға ла ихтыяж ҙур булған. Таймаһын өсөн ат тояҡтарына ҡаға торған булғандар уны. Шул аттар ерен дә һөр­гән, йөгөн дә тартҡан. Салауат кеүек батыр ир-егеттәр аттарға ат­ланып яуҙар сапҡан, ғәҙеллекте даулап, ерен һаҡлаған. Дағаларынан осҡон сәсрәтеп торған аттар заманында француздарҙың ҡотон алған, Шайморатов яугирҙәре менән бер­гә немец фашистарын ҡыйратҡан.

Элек ат дағалау үҙе оҫталыҡ, таҫыл­лыҡ талап иткән етди эш һанала ине. «Ат дағалағанда баҡа бо­тон ҡыҫтырған» тигән әйтем дә юҡтан бар булмаған. (Мәғәнәһе: берәү етди нәмә хаҡында һүҙ ҡуй­ыртҡанда, икенсе берәүҙең юҡ-бар хәбәр һалыуы). Даға яһауҙы ла халыҡ борондан үҙе яйға һалған. Ошо уңай­ҙан тимерлектәр һәр ауылда гөрләп торор ине. Тимерселәрҙең ҡыҙған тимерҙе әйлән­дергеләп сүкей-сүкей ыҡсым ғына дағалар эшләүе үҙе бер мөғ­жизә тойола торғайны. Бик кәрәкле һөнәр эй­әләре ине тимерселәр. Арба, санаһын да төҙә­тер, тәгәрмәстәрҙе лә ҡоршаулар, һабан, тырма кеүек кәрәк- ярағын да йүнәтер ине замандың оҫта ҡулда­ры. Йомошо төшкән ауылдаштарының да үтенестәрен бер һүҙһеҙ үтәрҙәр ине улар. Ғил­метдин, Шакир, Ғәли­нур кеүек ауылдашта­рым тимерсе тигән ауыр ҙа, кәрәкле лә һөнәрҙе намыҫ менән башҡарҙы заманында. Тиргә батҡан, ҡоромға буялған, әммә ҡәнәғәт йөҙлө ошо ир-уҙаман­дар әле лә күҙ алдында.

...Аттарҙы хәҙер тех­ника ҡыҫырыҡланы. Дағалар ҙа музей экс­понатына тиңләште, тимерселәргә лә ихты­яж бөттө. Донъя көтөү, тормош алып барыу еңелләште. Заман алға бара. Әммә үткәндәр иҫкә төшә лә күңелдәр һыҡрап китә.

Рим ИСХАҠОВ.

Бишауыл-Уңғар ауылы.

Автор:
Читайте нас: