Даирә
-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Гәзит уҡыусылар ижады
26 Сентябрь 2024, 15:01

Торатауға сәйәхәт

Башҡортостаныбыҙҙа сәйәхәт итер өсөн мауыҡтырғыс урын­дар бик күп. Тәбиғәт менән күҙгә-күҙ ҡарашып серләшеү – иң бәхетле сәғәттер.

Торатауға сәйәхәт
Торатауға сәйәхәт

Стәрлетамаҡ ҡалаһы янындағы яңғыҙ тауҙар, йәки шихандар, һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Беҙ иһә шуларҙың иң бейегенә, Ағиҙел йылғаһы кимәленән 275 метр бейеклектәге Торатауға сәйәхәт ҡылдыҡ. Бындағы хозурлыҡ: һәммәһе лә ябай, күҙ йәштәрендәй саф. Шихандар – пермь осоронан ҡалған һәм хәҙерге ваҡытта ер өҫтөнә яланғасланып ҡалҡҡан рифтар, Урал тауҙарынан көнбайышҡа табан сылбыр булып һуҙылған. Улар 250 миллион йыл самаһы элек, пермь осоронда һай һыулы диңгеҙ төбөндә барлыҡҡа килгән. Артабан күп рифтарҙы йәшерәк тоҡомдар күмеп киткән, тик кайнозой осоронда ҡалҡып сыҡҡандарынан ҡайһы берҙәре генә ер өҫтөндә тороп ҡалған.

Торатауҙы күреп, башҡорт тирмәһендә милли аштарыбыҙ менән һыйланып, яҡшы кәйеф менән ҡайтырға сыҡтыҡ.

Күберәк сәйәхәт итегеҙ! Яңы урындар күреү кешегә ыңғай көс-ҡеүәт бирә. Беҙ ҙә сәйәхәтебеҙҙән ыңғай тәьҫораттар алып, яҡшы кәйеф менән ҡайттыҡ.

Гөлфиә ҒӘЙФУЛЛИНА.

Алайғыр ауылы.

Автор:
Читайте нас: