Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ғорурланабыҙ

Ауылдашыбыҙ Әнисә Аҙнабаеваның шундай тырыш һәм уңған булы­уы менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.

Ғорурланабыҙ
Ғорурланабыҙ

Ғорурланабыҙ

Ауылдашыбыҙ Әнисә Аҙнабаеваның шундай тырыш һәм уңған булы­уы менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.

Күптән түгел Үрге Төкөн ауылы халҡы махсус хәрби операцияла илебеҙ тыныслығын һаҡлаусы­ларға үҙ көстәре менән гуманитар ярҙам әҙерләне. Был изге эштә ярҙам итеүселәр байтаҡ булды. Кемдер аҡсалата ярҙам итте, кем­дер ойоҡбаштар һәм бирсәткәләр бәйләп бирҙе. Хатта, ситтә йәшә­гән ауылдаштарыбыҙ ҙа ситтә ҡал­маны.

Ә Әнисә апай Аҙнабаева иһә бер үҙе 30 йомартҡаға бауырһаҡ бешерҙе, ойоҡбаштар ҙа бәйләне. “Яугирҙәр тыуған яҡтарҙан килгән күстәнәсте тәмләп, беҙҙең ярҙамды тойһондар, ныҡлы тыл барлығын белһендәр”, -ти ул. Әйткәндәй, ул һәр ваҡыт ауылдаштарын үҙенең тәмле бауырһаҡтары менән һый­лай һәм һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.

Әнисә апайға һәм барлыҡ ауыл­даштарға оло рәхмәтлебеҙ. Яҡын киләсәктә илебеҙгә тыныслыҡ ки­лер, ир-егеттәребеҙ имен-һау әй­ләнеп ҡайтыр, тип ышанабыҙ.

Эльвира ХӘЛИМОВА,

Үрге Төкөн ауылы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: