Эйе, төрлө төштәр күрә әҙәм балаһы, тик ҡайһылары уларҙы онота йә һөйләп бармай. Өләсәйем дә: “Төш күрһәң, кешегә һөйләмә, бары яҡшыға юра төштәреңде”, - тип әйтә торғайны. Йәш саҡта кем төш юрай белһен инде. Олоғая барған һайын төштәргә иғтибар итә башлайһың, улар тураһында уйланаһың, хатта, бынан 30-40 йыл күргәндәре лә иҫкәртеүсе төштәр булған икәненә инанаһың.
Яҙыусы Гөлнур Яҡупованың “Төш юрау” китабын ҡулыма алғас, шундай төштәр тураһында яҙып китмәксе булдым.
80-се йылдар башында күргән төштәрем бөгөнгөләй хәтеремдә, сөнки улар мине нимә тураһындалыр иҫкәрткән, ә мин аңламағанмын. Бөгөнгө көндә шундайыраҡ төштәр күрһәм, ҡурҡып китәм. Имеш, төшөмдә әсәйемде юғалттым, илай-илай уны эҙләйем, ә ул бер ҡайҙа ла юҡ, етмәһә, көнө ҡараңғы, болоттар аҫылынып тора кеүек. Ҡапыл ҡояш сыҡты, көн асылып китте һәм күрәм, көйәнтәләп һыу күтәреп әсәйем ҡайтып килә, үҙе шат йылмая. Мин уға ҡаршы йүгерҙем һәм уянып киттем. Ошо төштән һуң күпмелер ваҡыт үткәс, тағы бер төш күрҙем: урғылып йылға аға, һыуы ҡап-ҡара, аша сығырға ике таҡта һалынған, мин сығырға ҡурҡып торған арала, әсәйем мине этеберәк ебәрҙе лә, таҡтанан атлай башланы, тик уртаһына еткәс, упҡынға төшөп юҡ булды, мин ҡурҡып уяндым. Ошо төштәр күңелдән сыҡманы, ниндәйҙер ҡурҡыу ҡалдырҙы, уларҙы әле лә онота алмайым.
Күпмелер ваҡыт үткәндән һуң әсәйем сирләй башланы, дауаханаларҙа оҙаҡ ятты, минең өсөн ҡара, ҡайғылы көндәр башланды. Етмәһә, күргән төштәрем тынғылыҡ бирмәне. Әсәйем янына барған һайын илайым. Тик уға белгертмәҫкә тырышам, ә ул бит әсәй, һиҙенә ине. “Ҡыҙым, ниңә бер ҙә кәйефең юҡ, әллә илағанһың инде”, - ти торғайны. Ике йыл ярым тигәндә әсәйем был донъянан китте. Шунда ғына мин төштәрем нимә тураһында иҫкәртеүен аңланым, тик ниңә миңә шундай төштәр кергән, әле һаман аңлай алмайым.
Артабан миңә тағы бер төш керҙе, ул шундайыраҡ ине: тыуған ауылымда ике урында кешеләр соҡор ҡаҙый, икеһе лә беҙгә туған кешеләрҙең өйө ҡаршыһында, ә өсөнсө урын ауылдан ситтәрәк, унда минең туғандарым соҡор ҡаҙый, мин йүгергеләп йөрөйөм, имеш, ниңә ул соҡорҙарҙы ҡаҙыйһығыҙ матур түгел бит, тип. Был төшөмдө үҙемсә юраным инде, тик кемдәр булыр тигән уй башымдан китмәне. Бер-ике ай үткәс, бер туған ҡустым килде, мин ауыл хәлдәрен һорашам, төш тураһында ләм-мим. Ә ул: “Ике туған абзыйҙың кейәүен, уның артынан ике туған бабайҙың улын ерләнек”, - ти. Миңә эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Шунан уға төш тураһында әйттем, тик өсөнсө соҡор тураһында өндәшмәнем. Ә шул йылдың октябрь айында Магнитогорск ҡалаһынан атайымдың бер туған апаһы үлеүе тураһында хәбәр килде. Бына һиңә төш, өсөнсө соҡор ауылдан ситтәрәк, үҙебеҙҙекеләр. Ниңә шулай миңә кергән ул төштәр, аңламаҫһың?
Былары ҡурҡыныс төш булһа, матур төштәр ҙә күрәм мин. Имеш, мин музейҙа йөрөйөм. Бүлмә-бүлмә, барыһы ла матур биҙәлгән, аҡтан кейенгән кешеләр ултыра. Шул саҡ әсәйемдең йырағыраҡ туғаны килде лә: “Былар һинең әсәйеңдең яҡын кешеләренең ҡәберҙәре”, - тине миңә. Уянып киттем, матур төш булһа ла, күңелемә рәхәт түгел ине. Күршелә оло ғына әбей йәшәне, уға һөйләнем. “Балам, әсәйеңдең ауылындағы зыяратҡа бар, доға уҡытып, хәйер бир, улар һинән хәйер өмөт итеп кергән, сөнки уларҙы бер кем дә иҫкә алмай”, - тине.
Мин шулай иттем, әсәйем тыуып үҫкән Малай ауылына барып, доғалар уҡытып хәйер бирҙем. Аяттар уҡыған әбей миңә рәхмәттәр әйтеп ҡалды, йышыраҡ хәйер биреп тор, үҙеңә сауап булыр, тине. Шулай эшләйем, хәҙер үҙебеҙ ҙә Ҡөрьән уҡытабыҙ, Аллаға шөкөр.
“Төш юрау” китабын уҡығас, кешегә уйлаған уйҙары, хыялдары ла төш булып керергә мөмкин икәнен белдем. 2000 йылдарҙа кешеләр сит илдәргә йөрөй башланы бит ял итергә. Кем Төркиәгә, кем Ҡытайға, ҡыҫҡаһы, кем ҡайҙа теләй.
Мин дә Ҡытайҙа булып ҡайттым, тик төштә генә. Ул төш түбәндәге шиғыр булып тыуҙы.
Төштәге хыял
Хыял булып ҡала килә
Күп итеп аҡса отоу.
Шул отҡан аҡсаға берәй
Сит илгә барып ҡайтыу.
Бөгөн төштә бына шулай
Остом әле бер ергә.
Оҙаҡ түгел, йыраҡ түгел
Ҡытайға – күршегә.
Ҡытайҙар былай нисауа,
Ҡунаҡсыл күренәләр.
Әйберен дә, ризығын да,
Аҡсаһын да бирәләр.
Ә миңә бер ни кәрәкмәй,
Илайым да илайым.
Нисек итеп үҙ илемә
Ҡайтырға, тип уйлайым.
Юҡ, кәрәкмәй, бер нимәгеҙ,
Кәрәкмәй Ҡытайығыҙ.
Үҙегеҙ йәшәгеҙ, ә мине
Илемә ҡайтарығыҙ.
Ҡайҙа барырға белмәйсә
Илай торғас ҡысҡырып.
Хатта тороп ултырғанмын
Үҙ тауышымдан ҡурҡып.
Аллаға шөкөр, төш икән,
Ысын булһа нишләрһең?
Тыуған ереңде һағынып,
Һарғайып та үлерһең.
Һүҙемде тамамлап, шуны әйткем килә – төштәр беҙҙән айырылғыһыҙ, төш күрмәгән кеше юҡтыр, тик матур, изге төштәр күрергә яҙһын. Баштарыбыҙ һау, күңелдәребеҙ тыныс, донъяларыбыҙ имен булһын.
Әлиә РӘХИМОВА,
Яңы Ҡыйышҡы ауылы.
Автор фотоһы