Тел мәсьәләһенә бер ҡараш
Туған телдәр тураһында күпме һөйләнһә лә, яҙылһа ла артыҡ булмаҫ, сөнки тел мәсьәләһе һәр саҡ актуаль булған һәм шулай булып ҡала, минеңсә.
Һәр халыҡтың теле үҙенә яҡын, ҡәҙерле, тел бөтһә, халыҡ та бөтә тигән һүҙ. Шуға күрә үҙ телен һаҡлауға, яҡлауға, үҫтереүгә бер кеше лә битараф булырға тейеш түгелдер.
Әлбиттә, был йәһәттән күп кенә эштәр башҡарыла, яҙыусылар менән осрашыуҙар, әҙәби кисәләр, конкурстар үткәрелә, туған тел уҡытыусылары ла әүҙемлек күрһәтә.
Былар барыһы ла бик яҡшы, тик бындай эштәр көндә эшләнелмәй, ә туған телгә иғтибар көндә кәрәк һәм был иң беренсе ғаиләгә ҡағыла, телгә һөйөү тәрбиәләү атай-әсәйҙән башлана. Эш нисегерәк тора һуң? Билдәле, бала ниндәй милләттән булһа ла, уның теле үҙ туған телендә асылырға һәм аралашыу шул телдә булырға тейеш. Ә ысынында балалар рус телендә аралашып үҫә, ни өсөн тигәндә, ғаиләлә шулай башлана.
Һуңғы йылдарҙа был бигерәк күҙгә ташлана, балалар үҙ-ара урамда ла, мәктәптә лә рус телендә аралаша.
Эйе, рус телен белеү кәрәк, ул - беҙҙең дәүләт теле, төрлө милләт халҡы өсөн аралашыу теле. Ә шулайҙа, балалар үҙ телен, халҡының тарихын, яҙыусыларын, батырҙарын белеп үҫергә тейеш түгелме? Телһөйәрлек, илһөйәрлек балаларға ҡайҙан килһен?
Телгә һөйөү ғаиләнән килә, тинек. Тик бына үҙ телен һөймәгән, үҙ итмәгән атай-әсәйҙәр менән ни эшләргә, мәктәптә туған телдәргә бүленгән сәғәттәрҙең кәмей барыуын нисек аңларға?
Тел тураһында яҙырға миңә бер күренеш этәргес булды, минең күңелемдә шиғыр булып тыуҙы, миңә бик ҡыйын да, ҡыҙғаныс та ине. Уйланырға урын бар, уйлаған кешегә.
Перрон бушаны, кешеләр
Вагонға тулды.
Әкрен генә һиҙҙермәйсә,
Поезд ҡуҙғалды.
Ололар, балалар бар,
Вагон гөр килә.
Аралашалар үҙ-ара
Бары бер телдә.
Бер балаға һүҙ ҡушам
Башҡорт телендә.
Ә ул яуап ҡайтара,
Рус телендә.
Шунан, һорау бирәм
Әсәй кешегә:
“Ниңә бала һөйләшмәй
Туған телендә?”
Ғәжәпкә ҡалдым, ишетеп
Әсәй яуабын:
“Татар, башҡорт теле менән
Ҡайҙа бараһың?”
Нимә тип яуап бирергә
Торҙом аптырап.
Әйттем: “Дөрөҫ, балыҡ
Серей башынан”.
Тыуған ергә, телгә һөйөү
Башлана ғаиләнән.
Нимә көтәһең, үҙ телен
Яратмаған әсәнән?
Әлиә РӘХИМОВА
Яңы Ҡыйышҡы ауылы.