— Ҡояш ҡалҡыуҙан ике сәғәт алда ашаһаң, шул сәхәр була, белдеңме? һин минең сәхәр сәйе эскәнде күрмәй ҡалаһың. Йоҡоһо туйғансы йоҡлаһын тип уятмайым бит.
— Кис булһа, «ауыҙ асам» тиһең дә тораһың, өләсәй? Ауыҙың бикле тормай ҙа инде.
Мәрхәбә инәй ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
— Ҡалай зиһенле минең ейәнсәрем. Бөтәһен дә күреп, күҙәтеп йөрөй икән дә...
— Ураҙа тотҡан кеше, ҡояш байығас, тамаҡ туйҙыра. Шул ауыҙ асыу була ла инде. Бер семтем тоҙ, бер-ике йөҙөм йәки бер йотом һыу йотоп ауыҙ асам. Унан һуң намаҙ уҡыйым да туйғансы ашайым.
Өләсәһенең ураҙаһы тамамланғас, ул ейәнсәрен Ураҙа байрамына алып барҙы. Иртән иртүк икәүләп ғөсөл, йәғни һыу ҡойондолар. Матур кейемдәрен кейеп, мәсеткә юл тоттолар.
Мәсеттә бөтәһе лә Ураҙа ғәйете намаҙына баҫты. Матур күлдәк кейгән, башына яулыҡ бәйләгән Рәмзиә мөйөштә шым ғына тыңлап ултырҙы. Намаҙ төшкә тиклем дауам итһә лә, ҡыҙыҡай һис арыманы.
Мәсеттән һуң өләсәһе уны үҙенең әхирәте Зөләйха инәйгә ҡунаҡҡа алып барҙы. Унда ҡупшы кейенгән әбейҙәр йыйылғайны. Улар бер- береһен Ураҙа байрамы менән ҡотланы, аш ашаны. Тәмлекәстәр менән сәй әсеүе бигерәк күңелле булды.