Фәрештәләр тарафынан, байрам хөрмәтенә ебәрелгән ҡанатлы йән берсә бер тәҙрәгә, берсә икенсеһенә ҡунып, әсәһе ятҡан йоҡо бүлмәһенә үтеп инеп, йөрөп сыҡты ла, илама бер үк, әсәй, тигәндәй шыбырланы. Мин бит улың Өлфәт, байрам хөрмәтенә фәрештәләр миңә ҡанат ҡуйҙы. Илама, зинһар, әсәй! Мине мыҡты кәүҙәле, көслө рухлы, кешелекле итеп үҫтерҙең һин. Мин ил улы, ә һин ил әсәһе. Күҙҙәреңә шатлыҡ сатҡыларын бүләк итәм был көндө. Илама бер үк, әсәй! Һинең күҙҙәреңдең йәме йәшәү көсөн, нурын тапһын. Мин дә таң алдынан килеп хәлдәреңде белеп торормон, әсәй. Ошо миҙгелдә был кисерештәрҙе серле Ай ғына тыңланы.
Әсәнең берсә моңһоу, берсә йылмайыу төшкән бите ай нуры, йондоҙҙар яҡтылығы менән нурланды. Ә был ваҡытта әсә татлы төш күрә ине. Улы Өлфәт менән ҙур аҡланда ҡыҙарып бешкән еләктәрҙе көлөшә-көлөшә йыялар ине. Өлфәткә ни бары 11 генә йәш.
Таң һыҙылып килә. Әсәй! Миңә китергә ваҡыт етте. Бары төндә генә осрашырға насип беҙгә. Һау бул, илама бер үк, әсәй, тип улы тәҙрә аша әсәһенең йөҙөн, сәстәрен һыйпап, һыҙылып атҡан таң алдынан томандар араһына инеп юғалды.
Минифә Батталова.
Үтәгән ауылы.