Яҙҙар йылы, йылғалар ҙа,
Урғылып таша ине.
Боҙ өҫтөндә янған усаҡ,
Күптәргә маяҡ инде.
Ер ҡарҙан әрселеү менән,
Яланда китә сабыш.
Үрҙәк атыш, буяу һатыу, дүрт мөйөш,
Барыбыҙға ла таныш.
Йәйге төндә һауала,
Йондоҙҙар һанар инек.
Етегән, Зөхрә, Сүмешбаш йондоҙҙары,
Беҙгә ҙур табыш ине.
Аҡ яулыҡлы әбейҙәр ҙә,
Шул тиклем йомарт ине.
Шоколад-кәнфиттәр менән.
Кеҫәләр тулыр ине.
Ағайым алған еңгәй ҙә,
Шундай йәш, сибәр ине.
Еңгәй биргән бүләк тә,
Иң ҡәҙерлеһе минең.
Эй, баласағым, баллы сағым,
Иҫемә төшә гел дә.
Туғандарым, ғәзиздәрем,
Иҫләйек әле бергә.
Гөлнара Иҫәнғолова.