Даирә
+30 °С
Болотло
Әҙәбиәт
7 Май , 09:37

Әҙип рухына бағышланды

Иҫке Бәпес ауылы китапханаһында мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә яҡташыбыҙ, билдәле әҙип, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Барый Ноғомановтың хәтер кисәһе уҙғарылды.

Әҙип рухына бағышландыӘҙип рухына бағышланды
Әҙип рухына бағышланды

Сара ҡунаҡтары иң тәүҙә яҙыусының ҡәберенә барып, уның рухына доғалар бағышланы.

Барый Миңлеғәлим улының тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған “Йөрәгемдә ерем йәме” тип аталған кисә йылы хәтирәләргәбай булды. Ҡунаҡтарҙың һәр береһе үҙҙәренең сығыштарында күңел түрҙәренән сыҡҡан иҫтәлектәре менән бүлеште һәм билдәле яҡташтарының – ауылдаштарының шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе.

- Бөгөнгө йәмле кисәгә Барый ағайҙы яҡшы белгән, уның менән аралашып йәшәгән билдәле яҡташтар йыйылды. Уларҙың һәр береһе менән беҙ ысын күңелдән ғорурлана алабыҙ, - тип сәләмләне Иҫке Бәпес ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Ғәйфуллин һәм килгән ҡунаҡтарға оло рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.

- Барый ағай менән һәйбәт аралаштыҡ. Уны ныҡ хөрмәт иттем. Бик баҫалҡы, әҙәпле, тыйнаҡ, шул тиклем тыныс булды. Ул ҙур эштәр башҡарҙы, әммә был турала бер ҡайҙа ла ҡысҡырып йөрөмәне, - тигән һүҙҙәренә ҡушып, шағирҙың “Был минең тыуған яғым” тигән шиғырын уҡып ишеттерҙе шағирә Фирүзә Абдуллина.

- Был осрашыуға тулҡынланып килдем, сөнки Барый ағай бергә эшләгән иптәш, оло дуҫ ҡына түгел, шулай уҡ туған да ине. Ул күп төрлө темаға яҙыша торған яҙыусы, шағир һәм журналист булды. Һәр журналист та яҙыусы булып китә алмай, ә Барый ағай был йүнәлештәрҙең барыһын да бергә алып барҙы. Алсаҡлығы өсөн уны халыҡ бик яратты. Күп һөйләмәһә лә, һәр кешене үҙенә йәлеп итә ала ине, - тигән йылы хәтирәләре менән бүлеште районыбыҙҙың “Яҡташтар” ойошмаһы рәйесе, М. Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, райондың почетлы гражданы Фәнил Ҡоҙаҡаев.

Шулай уҡ “Табын” ырыуының ҡор башы Фәрғәт Ҡотлобаев, әҙиптең ауылдаштары – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңниса Камалова, хаҡлы ялдағы уҡытыусылар Зәбирә Ғәҙелшина менән Ғәлиә Абдуллина Барый Ноғомановты гел яҡшы яҡтан ғына хәтерләп иҫкә алып, шиғырҙарын да уҡыһалар, ауыл клубының мәҙәни ойоштороусыһы Илдар Хәсәнов иһә шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған “Аҡ пароход” йырын башҡарып, бар тамашасының күңелен яуланы.

Китапханала әҙерләгән күргәҙмә лә хәтер кисәһендә ҡатнашыусыларҙың иғтибарын яуланы. Әҙип рухына бағышланған йәмле кисәне күктән Барый ағай үҙе лә ҡарап торғандыр тип ышанғы килә...

Розалия ҒӘЛИЕВА.

Автор фотолары.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас