Даирә
+30 °С
Болотло
Әҙәбиәт
24 Апрель , 04:13

Әҙиптәр менән осрашыу йәмле үтте

Прибельский ауылы мәктәбендә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары уҡыусылары өсөн ысын байрам үтте.

Әҙиптәр менән осрашыу йәмле үттеӘҙиптәр менән осрашыу йәмле үтте
Әҙиптәр менән осрашыу йәмле үтте

Сара 2025 йылдың 13 майында уҙған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығының йөкләмәһен үтәү сиктәрендә ойошторолдо.
Был көндө мәктәп уҡыусылары ысын һүҙ оҫталары, ғәжәйеп хикәйәләр һәм шиғырҙар ижад итеүсе әҙиптәр – шағир, яҙыусы, журналист, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың йәш яҙыусылар Советы етәксеһе Айгөл Йәмилова, шағир, “Башҡортостан” гәзите журналисы, БР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы йәш яҙыусылар Советының шиғриәт бүлеге етәксеһе, Ибраһим Ғиззәтуллин исемендәге әҙәби премия лауреаты Таңсулпан Рәсүл, тыуған яҡты өйрәнеүсе, яҙыусы, рәссам, РФ һәм БР Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев премияһы лауреаты Риф Йөҙлөкбаев менән осрашты һәм әңгәмәләште.
Сара барышында ҡунаҡтар үҙҙәренең тыуған ергә һөйөү менән һуғарылған тәрән мәғәнәле шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, мауыҡтырғыс итеп ижади хеҙмәт тураһында һөйләне һәм йәш тамашасыларҙы үҙ эҙләнеүҙәре менән рухландырҙы.
Йәмле осрашыуҙы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ҡырмыҫҡалы Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Фәйез Хәйретдинов башҡарыуында ҡурай моңдары, Зөлфиә Усманованың дә дәртле йырҙары биҙәне.
Күркәм сара ойоштороусыларҙың барыһына ла ижади уңыштар теләйбеҙ һәм оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Алһыу НАСИРОВА,
район үҙәк китапханаһының әйҙәүсе методисы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас