Даирә
+30 °С
Болотло
Әҙәбиәт
24 Апрель , 15:59

Ҡарындашым-көндәшем Хикәйә Нәфисә Ғәтиәтуллина

Яҙын сәскә атҡан алмағастың сәскәләре ап-аҡ, бик матур. Ләкин ниңә һуң алмаларының тәме бер төрлө түгел? Береһе баллы, ә икенсеһе, ҡарар күҙгә матур булһа ла, эсендә – ҡорт. Зөлхиҙә апай бәхетле ҡатын ине. Тормоштары матур, ире Әҡтәс эшсән булды. Оло ҡыҙҙары Әминәгә ете йәш тулғас, икенсегә бәпәй көттөләр. Әллә инде күрше-күләндең һөйәкһеҙ әсе теле ғәйепле, Әминә һеңлеһен яратманы. Күрше апалар уны үсекләп:– Бына әсәйең бәпәй алырға китте, һин кәрәкмәйһең уға. Улар һеңлеңде генә яратасаҡтар, – тип шаярҙы. Бала күңеленә ҡотҡо һалдылар. Бәпәйҙе өйгә алып ҡайтҡанда уҡ Әминә уны яратмай ине инде.

Ҡарындашым-көндәшем  Хикәйә         Нәфисә ҒәтиәтуллинаҠарындашым-көндәшем  Хикәйә         Нәфисә Ғәтиәтуллина
Ҡарындашым-көндәшем Хикәйә Нәфисә Ғәтиәтуллина

Сөнки был бәпәйҙе ата-әсәһе унан нығыраҡ яратасаҡ. Әсәһе теләгән исемде ҡуштырманы ул һеңлеһенә, үҙе һайланы. Ҡаршы килмәнеләр. Ауыл советына барып, кескенә ҡыҙға Әҙилә тип исем бирҙеләр. Ата-әсә ҡыҙҙарын бер тигеҙ күреп, яҡшы тәрбиәләп, мохтаҗлык күрсәтмәйенсә үҫтерҙе. 
Ун алты йәше тулғас, Әминә барыһын да ут йотарға мәҗбүр итте. Үҙенән туғыҙ йәшкә оло күрше ауыл егетенә кийәүгә сыҡты.  Бер-бер артлы ике балалары тыуҙы. Нисек шулай килеп сыҡҡанын аңламай ҙа ҡалды өйҙәгеләр.

Әминә гел тормошонан зарланды, туған нигеҙенә ҡайткан һайын иланы. Әҙилә ул ваҡытта Ҡазанда институтта уҡый ине. Оло ҡыҙҙарын ике балаһы менән ата-әсәһе үҙ йорттарына алып ҡайтты. Аталары уны уҡырға керергә күндерҙе, ситтән тороп институтҡа керергә ҡушты. Иренән айырылып ике бала үҫтерһә лә, юғары белем алды Әминә. Балаларын олатай-өләсәй үҫтерҙе.
Әҙилә лә апаһының балаларын бик яратты. Хәҙер ҙә ярата ул уның балаларын. Ләкин Әминә аҙғын булып сыҡты. Балалыктан сығып етмәйенсә ир ҡуйынына кереү ғәйеплеме? Шулай ҙа үҙенә тормош итәргә иптәш тапты. Никахлашып, кейәүгә сыҡты. Уртаҡ улдары тыуҙы. 
Институ тты тамамлағас, Әҙилә лә яратҡан егетенә кейәүгә сыҡты. Ҡыҙҙары, улдары тыуҙы. Әминә менән Әҙилә бер заводта эшләй. Дөйөм ятаҡтан  икеһенә лә ике бүлмәле блог бирҙеләр. Әминә – ғаиләһе менән дүртенсе ҡатта, ә Әҙиләләр – өсөнсөлә. Матур ғына тормош итеп ятҡанда, Әҙилә иренең хыянәатын белде. Ауылдарындағы бер аҙғын ҡатын менән сыуала икән бит! Юғиһә үҙенән ун йәшкә оло ҡатын менән йәшь ирҙең ниндәй уртаҡлығы булһын? Күпме ғаиләне боҙҙо ул ҡатын. Әммә Әҙилә, белмәмешкә һалышып, ире менән йәшәй бирҙе. Балаларын ярата, аҡсаһын тиненә ҡәҙәр ҡайтарып бирә – ни кәрәк тағын? Тормоштары етеш. Түҙҙе. 

Көтмәгәндә аталары вафат булғас, ҡыҙҙар әсәләрен яңғыҙ ғына ҡалдырмаҫҡа тырышты. Ял һайын сиратлашып ҡайтып йөрөнөләр. Әҙиләнең ире, ни хикмәттер, Әминә менән гел бергә була башланы. Ләкин Әҙилә насарлыҡ һиҙмәне. Яратҡан ире менән апаһы уға хыянат итәр тип уйламаны ла. Тик яҙмыш уны бик иркәләргә уйламаған икән шул. Үҙ ире була тороп, һеңлеһенең ире менән асыҡтан-асыҡ сыуала башланы Әминә. Алмағастың әсе алмаһын ашағандай хис итте Әҙилә үҙен. Ниңә? Нисек? Бер туған бит улар? Әсәләре, күҙ йәштәрен түгә-түгә, оло ҡыҙын аҡылға килергә өндәне. 

Туған нигеҙҙәренә ҡайтған һайын, апаһы Әҙиләнең ирен ҡыҫтай-ҡыҫтай араҡы эсерҙе. Бесән әҙерләгән ваҡытта ла һарайға кереп киткәндәрен күрҙе, өндәшмәне. Икеһе гел бергә булырға тырыштылар. Ә еҙнәһе ауылға ҡайтырға яратмай ине. 
Бер нисә йыл шулай үтте. Бер көдө апаһы менән ире уның алдына килеп баҫты.
– Мин иремне ҡыуып сығарам. Һинең ирең мине ярата. Ауылға ҡайтабыҙ ҙа мәсеткә кереп никах уҡытабыҙ. Йыйын, әйҙә, һин дә беҙҙең менән ҡайтаһың, – тине апаһы.
Ни ишетәм, ни һөйләй апа, тип, ут кеүек янған битен ҡулдары менән ҡапланы Әҙилә. Ә ошо минутта уларҙан өҫтә, дүртенсе ҡатта, апаһының ҡыҙын үгәй атаһы үлемдән йолҡоп алды. Егерме өс йәшлек еткән ҡыҙ, хурлыҡҡа сыҙай алмайынса, тәҙрә төбөнә менеп баҫҡан ине. Ярай әле өлгөрҙө үгәй атаһы тотоп ҡалырға. 
Ҡыҙын юғалта яҙғас, бер аҙ ҡандары баҫылды, ахыры. Бергәләшеп ауылға ҡайтмай, осрашмай башланылар. 
Әсилә һыр бирмәне. Ире менән никах яңыртты, бер ни булмағандай йәшәй бирҙе. Гүйә араларында бер ни булмаған. Ләкин ул инде ирен яратыу түгел, күрә алмай ине. Ун ике йәшлек улы: «Атай, китмә, ташлама беҙҙе», – тип илай, шулар хаҡына түҙә. 

Ире Ислам сит ҡатындар менән йөрөүен ташламаны. Бәлки, апаһы менән дә осрашаларҙыр... Әҙиләгә хәҙер барыбер ине. Һис шикһеҙ, айырылыр ине, балалар һәм үҙ исеменә яҙҙырып алған бер нисә кредиты тотоп ҡалды уны был аҙымдан. Кредиттарын түләр ҙә ине, ә балалар??? Ире бик эшсән, сит ҡатындар менән сыуалһа ла, уларға аҡсаһын сарыф итмәй. Бер ваҡыт ире, яҡшы ғына һалып алғас, серен асты: «Һинең апайың ғына түгел, минең һөйәркәләрем бик күп. Тик апайыңды ғына яратам. Ә һинең мелән мөхәббәт булмаған икән». 

Ғүмер үтә, ваҡыт дауалай, тиҙәр. Хәҙер Әҙилә башынан кисергәндәрҙе төш итеп уйларға тырыша. Ял көндәрендә ҡулына бәйләм ала. Кәзә мамығынан бейәләй, ойоҡбаштар бәйләп һата. Таныштары күп, алалар. Әҙ булһа ла, ғаиләгә аҡса була. Күңелен һағыш баҫһа ла, бирешергә уйламай Әҙилә. Өйөндә тауыш-ғауға ҡуптармай. Ире эшенән ҡайтыуға табын әҙер, йөҙөндә йылмайыу балҡый. 
Алдағы көндәрҙә барыһы ла яҡшы булһын тип теләк теләй. Балаларын пар ҡанат аҫтында үҫтереп, уҡытып, ҙур тормошҡа оҙатҡыһы килә уның. 

Ҡышын ап-аҡ ҡарҙар яуғанда танышҡандар ине Ислам менән. Үткәндәр ап-аҡ ҡар аҫтында ҡалһын. Һүнеп барыусы мөхәббәт усағы ҡабат дөрләһен ине, осҡондары һүнмәгән бит, яндарында көтөп алған балалары бар. 

Май айында алмағастар сәскә ата, тирә-яҡҡа хуш еҫтәр тарата. Әҙилә менән Исламдың ғаиләһенә лә килер яҙ. Һис шикһеҙ, килер, мин ышанам. Баҡсала алмағастар сәскә атҡанда һандуғастар һайрай. Ҡоштар ҙа парлашып оя ҡора, балаларын үҫтереп, осорға өйрәтә. Аяҙ, зәңгәр күктә уйнаҡлап ҡоштар оса. Күрегеҙ әле, ниндәй матур был тормош!

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас