

Көтөп алған матур яҙҙар етте. Һәр миҙгел үҙенсә яҡын булһа ла, яҙҙарҙа хистәр яңыра, күңел үткәндәргә ҡайта, йәшәү дәрте арта. Тәүге умырзаялар сәскә атҡас, сабый балалай йәшәүҙең ни тиклем ҡәҙерле икәнен күңел аша кисерәһең.
Тыуған ауылыма ҡайтып киләм. Еңелсә елгән машина тәҙрәһенән хуш еҫе менән йөрәккә дауа биреп тыуған яҡ елдәре иҫә. Улым еңел машинаны туҡтатҡас, шарлауыҡтар аҡҡан еркәйемә аяҡ баҫтым. Шарлауыҡтарҙың сылтыр-сылтыр тауышы бала саҡҡа, ҡар һыуҙарына барған минуттарҙы хәтерләтте. Ана мөғжизә аҡланы, ялан умырзая сәскәһенә күмелгән. Бар тәбиғәт яҙҙы ҡаршы алып, сихри гүзәлеккә төрөнгән. Тик ниңәлер күңел яманһыулап тора. Атай-әсәйем фани донъялыҡты ҡалдырып тыуған ер ҡуйынында мәңгелек йоҡоға талған. Көтмәй, мине ғәзиздәрем. Тыуған йортобоҙҙоң нигеҙендә һағыш тулы елдәр уйнай. Бына һәр тәҙрәгә ынтылып ҡарайым. Йылылыҡ эҙләйем...
Аллаһҡа шөкөр, ҡайтып инергә нәҫел ептәре һүрелмәгән. Тыуған ауылыма аяҡ баҫҡас ҡына бәхеттең бөйөклөгөн аңлайым. Атай-әсәйең иҫән саҡта йышыраҡ ҡайтып, шул бәхетте нығыраҡ татып ҡалығыҙ, тип бөтә көсөмә ҡысҡырғым килде. Бәхеттең төп нигеҙе тыуған йорттан башлана. Шул бәхетте тота белеп алға атлаһаң, бәхет һис тә ташламаҫ. Бәхетте кеше үҙе таба. Ул һәр кемгә үҙенсә бирелә, күрә-тоя белергә генә кәрәк. Тыуған ауылыма ҡайтып яҙ айҙарын күреп хайран ҡалыу, уның саф һауаһын һулап яҡташтарымдың уңышы менән һөйөнөү, мәсет тотҡаларын асып инеп, яҡындар, ата-әсәйем рухына доғалар ҡылып, саҙаҡа һалыу һау-сәләмәт кешегә оло бәхет бит ул.
Миңнифә Батталова.
Үтәгән ауылы.