Осрашыуҙа бөйөк академик, әҙәбиәт белгесе, публицист, Башҡортостан Яҙыусылары Союзының аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе Ғиниәт Ҡунафин, уның урынбаҫары, районыбыҙҙың Маҡтаулы гражданы, журналистика уҙаманы, “Табын” ырыуҙары берлеге рәйесе Фәнил Ҡоҙаҡаев, филология фәндәре кандидаты, доцент, райондың Маҡтаулы гражданы Фәнзил Санъяров, “Илһам” яҙыусылар берлеге ағзалары һәм китапханасылар йыйылды. Сараны алып барыусы китапхана хеҙмәткәре Гөлсиә Бикҡужина, күренекле яҡташыбыҙ, фронтовик-яҙыусы Шәриф Биҡҡолдоң ”Шағир йәне" тип аталған шиғыр юлдары менән башлап ебәрҙе.
- Ижад – үҙе бер серле донъя. Бөгөн беҙ ошо серҙәрҙе сисергә, күңел түрендәге иң изге хистәрҙе бүлешергә һәм ижад аша рухиәт шишмәһенән һыу эсергә йыйылдыҡ. Проза, шиғриәт өлкәһендә емешле хеҙмәт иткән ҡәләмдәштәребеҙ, рухташтарыбыҙ беҙҙе ысын шиғриәт донъяһына алып инер, ижад серҙәрен бүлешер тип ышанабыҙ, - тине сараны асып Гөлсиә Гәрәй ҡыҙы.
Һәүәҫкәр шиғыр яҙыусыларҙы һәм профессиональ оҫталарҙы берләштергән осрашыу шиғриәт тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәр, шиғырҙар яҙыу буйынса практик оҫталыҡ дәресе менән бик йәнле һәм бер тында үтеп китте. Ғиниәт Ҡунафин әҙәбиәттең әһәмиәте, тел ҡөҙрәте һәм һүҙ көсө тураһында күп төрлө фекерҙәрен яңғыратты. Әҙәбиәт - милләттең рухи йөҙөк ҡашы булһа, әҙәбиәт ғилеме һәм әҙәби тәнҡит уны тоноҡланыуҙан һаҡлаусы, халыҡтың күңел донъяһында уны балҡытып ебәрергә булышлыҡ итеүсе һутлы эликсир ул. Әҙәбиәтһеҙ кешенең рухи, мәҙәни йәшәйеше юҡ, шуға күрә зиһенде яҡшыртыу, фекерләү байлығын арттырыу өсөн күп китап уҡырға кәрәк, тине журналистика аҡһаҡалы. Ғиниәт Сәфиулла улы ижадташтарыбыҙға Яҙыусылар идаралығында февраль айында уҙғарыласаҡ “Башҡорт әҙәби тәнҡитенең һәм әҙәбиәт ғилеменең хәҙерге торошо һәм уларҙы үҫтереү проблемалары” тип аталған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашырға тәҡдим итте.

Ятҡан таштың аҫтына һыу үтмәгәнен барыбыҙ ҙа беләбеҙ, тәнҡитселәр, шағирҙар менән бындай аралашыуҙар рухи донъяны, зиһенләүҙе үҫтереп ебәреүгә этәргес булыр, тине ул.
Фәнзил Санъяров оҫталыҡ дәресен үткәреп, шиғыр ғилеменең серҙәренә төшөндөрҙө. Шиғыр төҙөлөшө тураһында һөйләшкәндә беҙ иң тәү сиратта строфаға, ритм, рифмаға иғтибар итергә тейешбеҙ. Шиғырҙа образлылыҡ, дөйөмләштереү, үлсәмдәр тигән төшөнсәләр бар. Шул ҡағиҙәләрҙең барыһын да үтәгәндә генә ул камил һәм моңло була. Ҡайһы бер шиғырҙар үҙе үк көй һорап, йырлап тора, шуға күрә шиғырҙарығыҙҙы көйгә һалып йырлап ҡарарға кәңәш итәм, тине.
Фәнзил Бүләк улы ҡайһы бер яҡташ авторҙарҙың шиғырҙарын анализлап, үҙенең фәһемле кәңәштәрен дә бирҙе.
Үҙ сиратында, Фәнил Ҡоҙаҡаев тарих менән телдең айырылғыһыҙ бәйләнешенә туҡталды. Табын ырыуы вәкилдәренең һәм районыбыҙ халҡының үҙ теленә, йолаларына булған тоғролоғон айырым билдәләп үтте. Ул үҙенең сығышында “Табынфест" һәм “Атайсал" кеүек проекттарҙың әһәмиәтенә баҫым яһаны. Журналистика уҙаманы булараҡ, ул матбуғаттың һәм йәнле аралашыуҙың телде һаҡлауҙағы роле тураһында ла ҡиммәтле фекерҙәрен еткерҙе, “Илһам" берекмәһе ағзаларын Рәсих Ханнановтың һәм Тимерғәле Килмөхәмәтовтың иҫтәлегенә арналған “Аҡ күгәрсен” һәм “Табын иле – илһам иле” конкурстарында ҡатнашырға саҡырҙы, һәм уңыштар теләне.
“Илһам" әҙәби-ижад берекмәһе етәксеһе Фәрғәт Ҡотлобаев берекмәнең киләсәккә эш планы менән таныштырҙы, ҡунаҡтарға фәһемле сығыштары һәм ижади кәңәштәре өсөн оло рәхмәттәрен еткерҙе һәм даими хеҙмәттәшлектәре өсөн китапхана хеҙмәткәре Гөлсиә Бикҡужинаға муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Шулай уҡ әҙәби әҫәрҙәре менән республика һәм район гәзиттәренә йыш яҙышҡан Рим Исхаҡов үҙенең тос фекерҙәре менән уртаҡлашты, изге теләктәрен еткерҙе.
“Илһам” берекмәһенең һәүәҫкәр шағирәһе һәм моңло йырсыһы Ғәлимә Тимерғазинаның ҡунаҡтарға халҡыбыҙҙың “Сәрмән” йырын йырлап ишеттереүе сараны тағы ла йәмләндерҙе.
Ижади осрашыуҙа быйылғы йылдың арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең юбилейҙарына бай булыуы тураһында ла һүҙ күтәрелде. Алда буласаҡ Барый Ноғомановтың тыуыуына 90 йыл, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 185 йыл,

Рәсих Ханнановтың тыуыуына 95 йыл, Тимерғәле Килмөхәмәтовтың тыуыуына 85 йыл, Әхәт Хөсәйеновҡа 80 йәш, Фәрзәнә Кәримоваға 80 йәш тулыу айҡанлы юбилей сараларында ҡатнашырға, даими осрашып-күрешеп торорға тигән маҡсат ҡуйылды.