

Ғафуриҙан - Гүзәл Ибраһимова, Флорида Динисламова, Ауырғазынан Миңнира Вәлиева, Мәсетленән Нәҡиә Ханафина, Гөлсимә Әхмәҙиева, Әбйәлилдән Рәйсә Вәлиева. Ә һүҙем Ауырғазы районы Ҡорманай ауылында тыуып үҫкән Миңниса Зөбәйҙуллина тураһында. Ул Шәрифулла менән Саимә ғаиләһендә биш ҡыҙҙың икенсеһе булып донъяға килгән. Мәктәпте тамамлағас, штукатур-малярға уҡый, аҙаҡ Өфөлә эшкә ҡала. Йәшлек ҡайҙа ла йәшлек. Әхирәтенең туйында уның ике туған ағаһы Хәлил менән таныша. Бер-береһен оҡшатҡан йәштәр оҙаҡҡа һуҙмай өйләнешәләр.
1981 йылдың майында туйҙар үткәреп, Хәмиҙулла бабай менән Зәкиә әбейҙәргә килен булып төшә. Йәш килен шунда уҡ фермаға һыйыр һауырға эшкә төшә. Донъяларын йәмләп, Айрат менән Айбулат исемле улдары үҫә. Уңған йәштәр матур итеп алты мөйөшлө өй һалып инәләр. Ғүмер үтә. Ҡайны-ҡәйнәһен дә тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙаталар. Улдары үҫә, береһе әрменән ҡайта, икенсеһе хеҙмәттә саҡта тормош иптәше йөрәк өйәнәгенән вафат була. Улдарын өйләндереп, ул өләсәй ҙә хәҙер.
Ауылда эш булмағас, әлегә тиклем Өфөгә йөрөп эшләй. Унда ла насар эшләмәйҙер. Стеналағы Маҡтау ҡағыҙҙар шул турала һөйләй. Урамына инергә ҡапҡаны асһаҡ, бабай менән әбей һындары ҡулдарын һоноп, рәхим итегеҙ, тигәндәй торалар. Ә инде солан ишеген асҡас, баҫырға ла ҡыймай тораһың. Бәйләнгән япмалар өйгә ингәнсе һалынған. Иҙәндә бәйләнгән балаҫтар ята, диванға япмалар ябылған, өй түрендәге карауатҡа ҡайылған матур мендәрҙәр өйөлгән, карауат аяғы ла ҡайылған селтәрле. Тәҙрә төптәрендә ярангөлдәр ҡып-ҡыҙыл сәскәлә ултыра. Мин ингәндә лә ҡулында бәйләм ине. Балаларға ҡурсаҡтар яһап та бүләк итә. Егәрле килен йыл башында 70 йәшен тултыра. Ауылдағы барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша: селтәр үрергә лә, бауырһаҡ бешерергә лә, туҡмас киҫеп һалдаттарға ебәрергә лә өлгөрә. Миңнира Хәмиҙулла ҡыҙы концерттарҙа ла ихлас ҡатнаша. Бына шундай ул беҙҙең Миңнирабыҙ. Киләсәктә уға ныҡлы һаулыҡ, балаларының шатлыҡтарын ғына күреп йәшәүен теләйем.
Сажиҙә Әхмәҙиева.
Ибраһим ауылы.