

Ағиҙелдең киң һәм тыныс ярҙарында ике ауыл – Мөҡсин һәм Охлебинино урынлашҡан. Улар бер-береһенә ҡаршы торһа ла, йылға улар араһында тәбиғи сик булып тора. Әммә был географик бүленеш ике ауыл халҡына ла берҙәм ғаилә булып, дуҫлыҡ һәм үҙ-ара хөрмәт менән берләшергә бер ҡасан да ҡамасауламаны.
Элек Мөҡсин ауылында магазин бик бәләкәй булған, етешһеҙлек булғанға күрә, ауыл кешеләре Охлебинино ауылына үҙ ҡулдары менән эшләнгән кәмәләр ярҙамында кәрәк-яраҡ алырға аръяҡҡа йөҙөргә мәжбүр булғандар.
Бындай сәфәрҙәр урындағы хужабикәләр өсөн айырыуса ҡиммәтле булған. Һәр сәфәр уларға аш-һыу серҙәре менән бүлешергә һәм икенсе ауылдан ризыҡтар тәмләп ҡарарға мөмкинлек биргән. Мәҫәлән, Мөҡсин ауылынан сәйәхәтселәр Охлебинино икмәк бешереү урынынан хуш еҫле икмәк алып ҡайтҡандар, уны урындағы талантлы ашнаҡсылар әҙерләгән. Был икмәктәр ҡунаҡсыллыҡтың һәм халыҡ араһындағы йылы мөнәсәбәттәрҙең ысын символына әйләнгән.
Охлебинино халҡы йылға аръяғынан килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, дуҫтарса ҡунаҡ иткәндәр. Күршеләре – Мөҡсиндәр килгәндә, уларҙы өйҙәре янында урынлашҡан емеш баҡсаларынан һутлы алмалар менән һыйлағандар. Бындай күстәнәстәр бигерәк тә бәләкәй ҡунаҡтарҙы шатландырған, улар ағас күләгәһендә татлы уңыштан ауыҙ иткәндәр.
Мөҡсин хужабикәләре лә бындай изгелеккә үҙҙәренең бешереү әйберҙәре һәм өйҙә әҙерләнгән һөт ризыҡтары менән яуап ҡайтарғандар. Улар өйҙә әҙерләнгән ҡатыҡ,ҡаймаҡ һәм дә иртәнсәк һауылған һыйыр һөтө менән бүлешкәндәр.
Шулай итеп, киң Ағиҙел йылғаһы башҡорт менән рус халҡының аралашыуын һәм бәйләнешен берҙә өҙмәгән , әлегәсә дуҫтарса йәшәүҙәрен дауам итәләр.
Йәмил Ҡотлогилдин.