

Фатима эшенән сығып автобус туҡталышына ҡарай атлауы булды, телефоны шылтыраны.
-Алло! Эйе, Сәриә, тыңлайым.
-Сәләм, апай! Һин ҡайҙа әле?
-Сәләм-сәләм. Эштән ҡайтырға сыҡтым, бына яңы. Ә, һин ҡайҙа, нимә эшләп йөрөйһөң?
-Мин тиҙҙән һеҙҙең проспектҡа килеп етәм. Эш буйынса Черниковкаға барғайныҡ, бына ҡайтырға сыҡтыҡ.
-О, бик һәйбәт, Сәриә, беҙҙең туҡталышта төшөп ҡал да көт мине. Мин дә бына автобусҡа ултырҙым, хәҙер килеп етәм. Сәй эсеп ҡайтырһың, һөйләшеп ултырырбыҙ.
-Эйе, ярай.
-Килештек.-тип, Фатима ҡәнәғәт кенә телефонын кеҫәһенә тыҡты ла, автобустағы буш урынға барып ултырҙы.
Айға яҡын күрешә алмай киткән һеңлеһен күҙ алдына килтереп, һағындырып та өлгөргән Тәгәрмәс, тип уйлап йылмайып ҡуйҙы. Сәриәгә сабый сағында Тәгәрмәс ҡушаматын йәбештергән ҡамыт ҡына аяҡтары үҫә төшкәс хатта матур, төп-төҙ генә булып үҫеп киттеләр
Апайлы-һеңлеле туҡталышта осрашып, ҡултыҡлашып сөкөрләшә-сөкөрләшә Фатималарға киттеләр. Юл ыңғайы магазингә инделәр, өйҙә ауырып ятҡан еҙнәһенә Сәриә йәне теләгәнсә күстәнәс алды.
Ишекте асып ингәндә апайы тауышын әкренәйткәс, һеңлеһе лә шыбырлап һөйләшеүгә күсте. Баш һелкеп кенә аңлаштылар, сирле кешенең йоҡлап китеүе ихтимал, уятып ҡуймайыҡ, йәнәһе. Һәм шулай булып сыҡты ла. Сәриә алдан үтеп еҙнәһе менән апайының йоҡо бүлмәһенә аяҡ осонда ғына барып, ярым асыҡ ишектән күҙ һалды. Еҙнәһенең йоҡлап ятҡанын күреп апайына боролоп баш һелкте.
Аш бүлмәһенең ишеген ябып, икәүләп рәхәтләнеп һөйләшеп алып киттеләр. Апайы сәй әҙерләгәнсе, Сәриә йорт буйлап күҙ йүгертеп яңылыҡ эҙләне. Ул килмәй торған арала нимәләр үҙгәреп китте икән, йәнәһе. Элегерәк хатта кейем шкафын да асып ревизия яһап сыға торғайны. Һуңғы арала апайы бер-аҙ асыуланғас ҡуйып торҙо ул эшен. Ни тиһәң дә, хәҙер йәш-елкенсәк түгелдәр бит инде. Икеһенең дә балалары үҫеп, башлы-күҙле булғандар. Ейән-ейәнсәрҙәргә ҡыуанып йәшәргә генә ҡалды. Шулай ҙа осрашҡанда бала саҡтарын,шул мәлдәрҙәге ҡыҙыҡ мажараларын иҫләп бер аҙ йәшәреп тә киткәндәй булалар.
Әкрен генә тауыш менән икәүләп һөйләшә-һөйләшә сәй эсеп бөтөүҙәренә еҙнәһенең тороп йөрөүе ишетелде. Аш бүлмәһенән залға сығып ултырҙы Сәриә. Фатима ире янына инеп китте. Шул саҡ Сәриәнең күҙенә стенканың кәштәһендә ултырған ҙур ғына ят флакон ташланды. Шундуҡ тороп барып алды ла, улай-былай әйләндереп тикшерә башланы. Тышындағы яҙыуын “НовоМин” тип уҡыуын уҡыны ла ул, бер ни ҙә аңламаны. Апайы еҙнәһе яғынан сығып аш бүлмәһенә үткәндә Сәриәнең ҡулындағы дарыуҙы күрҙе лә:
-Теймә еҙнәңдең нәмәһенә .Ултырт кире!- тине.
Иренә сәй яһаған арала, “ах, күрҙе бит шайтан ҡыҙыҡай, хәҙер төпсөнә башлаясаҡ, унан ғәҙәттәгенсә апайын уҡыта башлаясаҡ”, тип уйланы көлөмһөрәп. Әллә ниңә ене һөймәй инде шул БАД-тар, сетевой маркетинг тигәндәрен. Фатима үҙенсә тиҙ генә хәйлә ҡорҙо. Иренә сәй алып киткәндә һеңлеһенең ҡамауына эләгерен белгәнгә, Сәриәнең:
-Апай, был нимә ул?-тигән һорауына,
-Возбудитель. Еҙнәңә,- тип ҡолағына ғына шыбырланы ла ире янына ашыҡты. Артына боролоп:
-Еҙнәң күреп ҡалмаһын, көйә.Теймә!- тип тағы ҡабатланы. Үҙе көлөп ебәреүҙән саҡ тыйылып ҡалды.
Сәриәнең күҙе дүрт булды. Бер кем дә күрмәҫ элек, тип тиҙ генә дарыуҙың биш капсулаһын усына һалып кеҫәһенә тыҡты ла, кире урынына ҡуйҙы. Аптыраулы күҙҙәрен шар асып, бик серле генә йылмайып үҙе лә ултырған креслоһына кире барып сумды. Әллә күпме фәнтәзи уйҙары, фәнтәзи күренештәре менән бергә сумды ул креслоһына. Күҙе алдынан тағы әллә нимәләр үтәр ине, ҡапыл телефоны шылтраны.
-Алло! Эйе, сәләм, Артур. Мин Рәзиф еҙнәйҙәрҙә. Килеп ала алаңмы? Ярай, көтәм, ҡәҙерлем.-тине лә, телефонын һалыр-һалмаҫ апайына өндәште,-Апай, кейәүең эшенән сыҡҡан, юл ыңғай мине килеп алам, тине.
-Ярай, яҡшы булған. Инеп сәй эсеп сыҡһын бажаһы менән. Әйттеңме?- тип ҡысҡырҙы Фатима.
-Кейенеп тышта көтөп кенә тор, тине. Ашыға ҡайҙалыр кейәүең, апай. Ярай, мин кейенә торайым. Еҙнәү, хәлдәр нисек? Давай, оҙаҡ ауырып ятма. Ана, мин алып килгән күстәнәстәр менән сәй эсеп ал.
-Әлбиттә, балдыҙ, әйҙә, бергәләп сәй эсәбеҙ. Бажаны ла саҡыр, инһен.-тигәндә еҙнәһе, Сәриә пальтоһын кейә башлаған ине инде.
-Дарыуҙарыңды ашарға онотоп ҡуйма йәме, еҙнә!- тип төрттөрөп алыуҙы ла урынлы тапты балдыҙы үҙенсә бер кинәйә менән.
Бер ни аңламаған Рәзиф:
-Шулай, балдыҙ, шул дарыуҙарға көн ҡалды инде,-тип бахыр ғына булып зарланып ултырып ҡалды.
-Ҡалай, ашыҡ-бошоҡ килеп сыҡты. Был ялда әсәйгә кейәү менән һеҙ ҡайтып әйләнегеҙ инде. Еҙнәң ауырығас беҙ йөрөй алмаҫбыҙ,- тип оҙатып тороп ҡалды Фатима ишек төбөндә һеңлеһен. Уныһы баш һелкеп кенә ризалашты ла лифткә инеп юғалды.
Юл буйына Сәриә үҙен шаҡ ҡатырған яңылыҡты өндәшмәй генә аҡыл ҡаҙанында ҡайнатты. Дарыуҙың исемен иҫкә төшөрҙө. Новомен бит әле, ново-, тимәк яңы, мен-тигәне мужской булалыр. Анау ирҙәрҙәрҙең шампунь, гель кеүек нәмәләренә мен тип яҙалар ҙа баһа. Күҙенең ҡыры менән генә иренә ҡарап ала. Уныһының кәйефе юҡ икәне лә, нилектән ул кәйефтең булмауы ла Сәриәне төпсөнөргә мәжбүр итмәнесе. Артур ҙа ҡатынының машинаға ултырғас та бер туҡтауһыҙ ләпелдәмәгәненә ышанмайыраҡ барҙы. Шулай ҙа апаруҡ шымып барғандан һуң һорамай булдырманы:
-Нимә, бажа ныҡ ауырыймы?-тине.
-Инеп хәлен белер кәрәк ине үҙең.-Сәриәнең яуабы ҡоро сыҡты. Артур ҙа башҡа төбәшмәне.
Өйгә ҡайтып ингәндән Сәриәне икенсе һорау борсоно. Нисек итеп был кеҫәлә ятҡан нәмәне Артурға биреп ҡарарға икән? Унан нимә булыр ине икән? Үҙенә әйтергәме, әйтмәҫкәме? Еҙнәһенең шул шәп нәмә менән дуҫ икәнлеге тураһында һөйләп ҡарарғамы? Юҡ, әйтмәй торайым, туҙып китһә, тип бөжләне. Уның ире әле еҙнәһе кеүек түгел, ирлек бурысын теүәл үтәп бара ла инде. Әйтмәй эсереп ҡарар кәрәк, нисек булыр икән? Ай, ҡыҙыҡ булыр микән? Еҙнәй белеп үҙе эскәс ҡурҡыныс түгелдер әле, тигән һығымтаға килеп, берәүһен әйтмәй генә ашына һалып эсерергә ҡарар ҡылды. Эстән генә ҡылған ҡарарынан күҙҙәре йылтырап залда диванға менеп ятып алған иренә ҡараш ташланы. Уныһы телевизор тоҡандырып алған да әкрен генә һыра һемерә ине.
-Ах, бына ниңә ашығып ҡайтып килә икән был!-тип Сәриә ире янына уҡ килеп сыҡты.
-Иртәгә ял. Минең кран боҙолдо бөгөн. Иртәгә көнө буйы ремонтлайҙар инде-тип аҡланырға уйлағайны ла, Сәриәһенең ҡапыл ғына,бигерәк һәйбәт,тигәненә аптырай биреп һыраһын эсеүен дауам итте. Сәриә шулай тигәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Саҡ әйтеп ысҡындырманы теге хәтәр серен. Планы тормошҡа ашырға ыңғайлауы уны ҡыуандырҙы.
Аш ашағанда, беленеп тормаһын, тип иренең һурпалы тәрилкәһенә ҡороттар өҫтәп, бер капсула НовоМинде һалып һыйлай Сәриә. Тегеләй үтһә лә, былай үтһә лә ике күҙе ирендә. Һәр үҙгәреште һиҙеп, тотоп ҡалырға тырыша.
Ҡоротло ғына һурпалы аштар ашап, сәйҙәр эскән ир, көсөргәнешле эш көнөнән һуң залда телевизор алдындағы диванға нисек ятһа, шулай хырлап йоҡоға тала.
Йоҡлап алһын әйҙә, дарыуының көсө барып еткәнсә, ти ҙә Сәриә тиҙ генә иң тәмле еҫле гель менән душта сайҡанып сыға,һайлап иң матур пеньюарын кейеп, тағы ире янында уралһа ла, ирен уятып йоҡо бүлмәһенә күсереп һалһа ла, төрлөсә наҙлап ҡараһа ла, өмөт иткән ниәтенә ирешә алмай Сәриә. Ҡаймаҡлы сүлмәк янында уралған бесәй шикелле йөрөй торғас арып нисек йоҡлап киткәнен үҙе лә һиҙмәй ҡала.
Иртәгәһен Сәриә иртүк эшенә шылтыратып температураһы юғары икәнлеген әйтеп эшкә сыҡмау хәйләһен уйлап таба. Беренсенән, ире ял иткәндә һис кенә лә уның эш, тип сығып киткеһе килмәне. Икенсенән, әлеге баяғы башланған эште аҙағына еткереп ҡуйыу теләге көслө ине. Ире менән икәүһе өсөн генә «аулаҡ» ойоштороп алғыһы килде. Ял көндәрендә барыбер аулаҡ эләкмәйәсәк, тип уйланы ул.
Иртән йөҙөмлө генә бутҡаға ике капсула НовоМин буталһа, төшкө ашта хуш еҫле солянкаға тағы ике НовоМин майонез менән бергә төшөп ятты. Көнө буйы Сәриәнең кәйефе шәп, үҙе яғымлы, хәрәкәттәре йылғыр, бөтөн иғтибары иренә булды. Артурына ни ашатып, ни эсерергә белмәй өлтөрәп торҙо. Уныһы һыра ла эсергә уйлағайны, ҡаты ғына тыйып ҡуйҙы, дарыуының көсөн юҡҡа сығарып ҡуйыр тип ҡурҡты. Әленән әле көҙгөгә ҡарап сәстәрен йүнәтте, әллә нисә тапҡыр өйҙә генә, йә йоҡлағанда ғына кейә торған ярымасыҡ кейемдәрен алыштырып, ире янында уралыпмы уралды.
Бындай мул иғтибар, яғымлы серле ҡараштар, телеңде йоторлоҡ һый, ебәк тауыш ирмен тигән ирҙе битараф ҡалдыра буламы һуң? Артурҙың да дәрте ҡалҡа. Йәш саҡтағылай ҡатынын күтәреп түшәккә алып барып һалыуы була, бөтөн донъяның йәмен боҙоп телефон шылтырай. Алмай торорға ла булыр ине лә бит, ала шул Артур. Эштән икәнен дә күрҙе. Телефондан ғына хәл ителеренә ышанғайны ла, юҡ инде. Генеральный үҙе килеп етһен, тигән бит.
-Мин эшкә бара һалып киләм, генеральный объектҡа килгән,-тине ҡатынына ҡарап ғәйепле генә төҫтә.
-Юҡ!-тип ҡысҡырып ебәрҙе Сәриә,-ебәрмәйем бер ҡайҙа ла.Кисә үҙең әйттең бит, бөгөн һиңә ял тип. Йөрөмәйһең бер ҡайҙа ла.
Сәриә үҙ һүҙле балалар шикелле илап еңергә тырышҡандай, мыршылдай ҙа башланы.
-Сәриә, хәҙер барам да әйләнәм. Белеп тораң бит, бөгөн айҙың һуңғы йомаһы. Иртәгә шәмбе- егерме туғыҙы, иртәнән һуң йәкшәмбе- утыҙы. Ай бөттө тигән һүҙ. Ремонтҡа нарядты бөгөн тапшырыр кәрәк. Иртәгә контора эшләмәй.
-Ул сағында мин дә барам һинең менән!-тип ярһыған ҡатынын тәү күргәндәй хайран ҡалып ҡарап торҙо Артур.
Әле генә май шикелле иреп кенә торған ҡатынының һә, тигәнсе албаҫтыға әйләнгәненә ышанманы.
-Аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә, ни булды һиңә? Мин көн дә шунда эшкә йөрөйөм, хәҙер көн дә минең менән шунда эшкә бараңмы? Аптыраттың!-тигәс кенә Сәриә үҙен ҡулға алды. Серен сисергә уйлап та ҡуйғайны, үҙен тыйып ҡалды.
Артур һалдаттарса тиҙ генә кейенде лә, машинаһына ултырып эшенә сапты.
Сәриә үҙенә урын тапмай, өй буйлап тегеләй- былай һуғылды ла, такси саҡырҙы. Уның иң ҡурҡҡаны, теге дарыуҙың тәъҫире көсәйеп эш урынында бер-бер хәл булып ҡуймағайы. Күргәне булмаһа ла, ишеткәне бар ундай хәлдәрҙе.
Таксине күҙгә салынмаҫтай ерҙә туҡтатып төшөп ҡалып, яңы төҙөлөп ятҡан биҫтәлә төҙөлөш буйлап ҡаса-боҫа, абына-һөрөнә Сәриә ирен күҙәтте. Танытмаҫҡа тырышып иренең ҡара курткаһы менән шапкаһын кейһә лә, оялышынан шапкаһын танауына тиклем төшөрҙө, сәсен йәшерҙе.
Артур тәүҙә эш урынына барып краны янындағы бер-нисә кеше менән күрешеп,һөйләшеп ала. Унан күмәкләп теҙелешеп торған бер-нисә вагончиктәр янына килеп, шунда тимер-томор араһында соҡоналар. Арыуыҡ ҡына бәхәсләшкәндән һуң ҡулдарын-сепрәккә һөртә-һөртә контораға яғына атлай. Унда ла күп тормай сыға ла, машинаһына ултырып ҡайтыу яғына ҡуҙғала.
-Уф!-тип,ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Берәйһе ишетмәнеме, тигәндәй тирә-яғына ҡаранып ала ла,тағы такси саҡырта. Таксиға инеп ултырғас, иренән алда ҡайтып инер өсөн хәйлә ҡороп уға шылтырата. Шатлығына ҡуша тулҡынланыуын һиҙҙермәҫ өсөн бар хәленсә тыныс тауыш менән:
-Артур, һин ҡайҙа әле?-тигән була.
-Ҡайҙа булайым. Ҡайтып киләм.
-Эшең эш булдымы?
-Булды.
-Ой, молодец! Әтеү, магазингә кереп майонез, кетчуп, помидор алып ҡайт әле. Пицца ҡуйып ебәрермен.
-Йә, ярар.
Сәриә тағы бер ҡаты ғына уфтанһа ла, быныһында инде бөтөнләй еңел һулап ҡуя.
Ире ҡайтып ингәндә пиццаһына ҡамырын баҫып тора ине инде. Икәүләп бергә иренең яратҡан пиццаһын бешерҙеләр. Ире ҡайтып ингәндән Сәриәнең юҡҡа ғына ла, шарҡылдап көлөүе, йөҙөнән секундҡа ла китмәгән серле йылмайыуы ирен ҡанатландырҙы. Сөкөрләшеп ултырып сәй эстеләр.
Йәшлектәренә ҡайтып килгәндәй булдылар. Ысынлап та бер-береһен һөйөп туйманылар был көндө ир менән ҡатын. Ире менән араларының тутығып китеүенән дер ҡалтырап торған Сәриәнең күңеле тулды. Бәхет йәштәрен иренә күрһәтмәй генә һөрттө лә, талсыҡҡан кәүҙәһен әкрен генә ситкә бороп, арҡаһы менән иренә һыйынып татлы йоҡоға талды.
Был ваҡиғаның иң ҡыҙығы йәкшәмбе көн була. Ире менән ауылға әсәһенең хәлен белергә барған Сәриә унда ла шул әлеге лә баяғы НовоМинде күреп ҡала.Тиҙ генә асып ҡарай. Флакондың яртыһы буш, тимәк яртыһын кемдер ашаған. Һикһән йәшлек яңғыҙ әбейгә был дарыу нимәгә кәрәк инде.
Вот, сволочь,апайы. Һатып аҡса эшләр өсөн нимәгә барып еткән! Сәриәнең ҡаны ҡыҙа, ҡалтыранған ҡулдары менән апайына шылтырата.
-Апай,оятың ҡайҙа? Аҡса эшләйем, тиеп әсәйгә возбудитель һатып ятмаһаң, ашарыңа юҡмы, кейереңә юҡмы?- тип автоматтан атҡан кеүек теҙеп алып китә.
Бер ни аңламаған апайы тәүҙә шаңҡып ҡала, унан НовоМиндең исемен ишеткәс, үҙенең шаяртып ҡына әйткән һүҙен иҫкә төшөрә. Унан тыныс ҡына, шул уҡ ваҡытта мыҫҡыллыраҡ та итеп:
-Сәриә, һинең күҙең бармы ул,һеңлем? Булһа, уҡып ҡара исмаһам. Шунан хәбәр һөйләрһең.-ти ҙә трубканы һала.
Сәриә флаконды күҙенә яҡыныраҡ килтереп уҡый башлай. Унда А,В,С,Е витамидәре, һәм тағы ла әллә нисәмә төрлө витаминдәр исемлеге яҙылған. Аҙағына тиклем уҡығыһы килмәне, Сәриә флаконды карауатҡа атып бәрҙе. Апайының әсе шаяртыуы бер яҡтан һарыуын ҡайнатһа, икенсе яҡтан ҡыуандырҙы ғына. Апайы алдаһа ла,ниндәй онотолмаҫ «аулаҡ» көн бүләк итте һөйөклөм менән беҙгә ул НовоМин. Һа! Тимәк, ул түгел,беҙ үҙебеҙ шәп икән дә, тигән сая уй кәйефен төшөрөргә юл ҡуйманы.
Әсәһенең ҡапҡа төбөнән башлап, өй эстәрен, соландарын рәтләп таҙалап, мунса яғып йыуындырып, аш-һыуҙарын әҙерләп мәж килделәр бер көн эсендә. Әсәләрен ҡыуандырып, үҙҙәре ҡыуанышып ҡайтып киттеләр.
Рәшиҙә Рәис
Фото:Ф.Рәхмәтуллина
Сығанаҡ:https://vk.com/public