Даирә
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт
7 Ноябрь 2025, 04:36

ӘСЕ ЕЛӘК Хикәйәнең аҙағы

Иртә менән болоҡһоп килеп уянһа ла, балаларына, Оморҙағына һиҙҙермәне Сәрбизә. Сәй табыны артында ла, әле береһенә, әле икенсеһенә һөйөү тулы ҡараштарын бүләк итеп, булған һыйҙарын алдарына яҡынлаштырҙы. Сәйҙән һуң Сәлисә менән Йыһангир еләк ашарға, күп булһа йыйырға тип ҡартатаһы эшләп биргән туҙ һауытты ғына эләктереп, ҡыуыша - ҡыуыша Ҡаршы тауға йүгерҙеләр.

ӘСЕ ЕЛӘК Хикәйәнең аҙағыӘСЕ ЕЛӘК Хикәйәнең аҙағы
ӘСЕ ЕЛӘК Хикәйәнең аҙағы

Магазин бинаһы ауылды  уртаға бүлеп аҡҡан Ерекле йылғаһы яры буйында урынлашҡан. Ғилмиҙең дә нигеҙе бейек итеп һалынған уртаса ҙурлыҡтағы өйө шул уҡ рәттә, магазиндан алыҫ түгел. Тәбиғәттең ямғырһыҙ, ныҡ эҫе көндәрендә ҡороп ҡалһа ла, йәй башында ҡаҙ - өйрәктәргә бәпкәләрен йөҙөргә өйрәтергә бик уңайлы ул Ерекле. Йылға бәләкәймен дә тип тормаған, урыны-урыны менән ике яҡтан да үҙен һары балсыҡлы бейек ярҙар менән һаҡлап, яҡлап  ҡуйған. Шуғалыр ҙа инде ауылдың оҙон ғына, бер генә  урамын күпер тоташтыра. Ерекле урам аша үтеп оҙаҡ та бармай, ауылдың төп йылғаһы Татырлыға ҡоя.

            Оморҙаҡ ике баҫаһын бер баҫып атланы, ашығып килеп етеп, магазинды асып инеүе булды, Ғилми еңел арба егеүле атын тупһаға килтереп тә терәтте. Арбалағы бесәнде арлы-бирле ҡалҡытҡылаған булып маташты ла ул, магазин эсенә атылды.

- Әйҙә, йәһәтерәк, хәҙер кәнсәләр тирәһенә йыйыла башларҙар инде! - бригадир Оморҙаҡтан йәшникте тартып алды. - Ҡапларға берәй нимә бир!

Уныһы ҡабаланып, шешәләрҙең өҫтөнә кире алып барып тапшырырға әҙерләп, һатыу өҫтәле аҫтында тәңләп һалынған тоҡтарҙың береһен ырғыттты. Үҙе икенсе йәшникте лә шулай йәтешләп йәшереп күтәреп алды. Ғилми ҙә, Оморҙаҡ та магазин тупһаһына сығып тирә - яҡҡа ҡарап алғас, тынысландылар, ауыл өҫтө тыныс, хатта ҡош - ҡорт, бесәй - эт тауыштары ла ишетелмәй. Барыһы ла тамаҡ ялғау менән мәшғүл ахыры. Йәшниктәр арбала, бесән аҫтында урын алдылар. Ғилми атты йәтешләп юрттырып барып, Оморҙаҡтың асыҡ торған һайғау ҡапҡаһынан ишек алдына индерҙе.

- Бына, аҡсаһын кискә, магазинға индереп бирермен, - бригадир ике шешәне йәшниктән алып, бесән араһына тыҡты. - Бөгөн зоотехник Андрей Петрович килергә тейеш. Үҙең беләһең, быларһыҙ ул түрәне ҡаршы алып булмай.

- Утыҙ һигеҙ.

- Нимә, нимә?

- Утыҙ һигеҙ шешә ҡалды, тим.

- Ә, эйе.

 Оморҙаҡ өйҙәгеләрен аптыратып, йәшниктәрҙе берәм - берәм ҡыштан һуң бушап ҡалған иҙән аҫтындағы бик үк тәрән булмаған баҙға төшөрҙө. Уйланып, ҡарап торҙо ла, баҙҙың ҡапҡасы күренмәҫлек итеп, иҙәнгә урындыҡ ситендә ятҡан иҫке балаҫты түшәне.

- Ошонда ғына ятһын, теймәгеҙ. Йыһангир, хәҙер ҡыш түгел, уйынсыҡтар менән иҙәндә уйнап ултырырға, - иҫке балаҫты Сәрбизә улына төпкө яҡҡа иҙәнгә һала ине, быны белгәнгә Оморҙаҡ шулай иҫкәртте. -  Хәйер, һин ҙурайҙың инде, бөгөндән беҙ эштә саҡта, йорт - ҡураға күҙ - ҡолаҡ булып ҡалаһың, - ул улының ҡалын бөҙрә сәсле башынан һыйпаны. 1938 йылдың июнь аҙағының бер көнө ине...

            Ғилми кәнсәләргә ыңғайлап, былай ҙа күндәм барған атына бер нисә тапҡыр шыйыҡ тал менән һыҙырып алды. Әллә, үҙенең күптән сығарған ҡарарының дөрөҫлөгөн шулай асыуын сығарып иҫбатларға тырышты, әллә инде, бына ҡасандан бирле йыйылған Оморҙаҡҡа булған нәфрәтенең шартлап ҡуйыуынан ҡурҡты. Заманалар ғына үҙгәрҙе, юҡһа ул шулай тыуған ауылына, тыуған йортона ҡайтып тыныс ҡына йәшәп ятыр инеме? Ғилмиҙең күҙ алдындынан бала сағында атаһы Зәйнетдин менән Оморҙаҡтың атаһы Шәйхислам ағаһының яғалашҡаны йәшен утындай үтеп китте. Ул ваҡыттта Ғилми әлеге Оморҙаҡтың улы Йыһангир йәштәрендә булғандыр, баҫыуҙағы игенде ҡарарға барғандар ине. Атаһы башаҡтарҙы усына һалып ыуып, ашап ҡарағандан һуң ҡәнәғәт булып, байтаҡ ҡына ерҙәге бойҙайҙы сабып алды. Ул көлтәләрҙе бәйләп, арбаға тейәп, уның өҫтөнә Ғилмиҙе ултыртыуға, һис уйламаған ерҙән һыбай Шәйхислам килеп сыҡты. Шул урында атаһы дилбегәһен ҡулында тотоп,  ярамаған эш эшләгән малайҙай  ҡатып ҡалды. Туғандар башта тыныс ҡына һөйләштеләр, унан һуң арба эргәһенән ситкәрәк киткәс уларҙың тауыштары күтәрелеп, бәхәскә күскәндәрен белдерҙе. Бына Ғилмиҙең атаһы ҡулына урап тотҡан сыбыртҡыһын Шәйхисламға күтәрҙе, ә инде кәүҙәгә күпкә мыҡтыраҡ уныһы еңел генә итеп ҡаршылашыусыһын ергә бөрөп һалды. Быларҙың барыһын да күреп торған Ғилми аҡырып илап ебәрҙе. Ҡалғаны инде күҙ асып йомғансы булды, Шәйхислам Зәйнетдинде ерҙән күтәреп алды ла, арбаға улы алдына килтереп һалды, унан һуң һикереп менеп атына ултырҙы, сабып сығып та китте. Бәлки, быларҙың барыһы ла биш йәшлек Ғилми өсөн яман төш кенә булып ҡалыр ине, юҡ, атаһы ғына онотторманы. Туғандар араһында сер булып ҡалған был хәл, өйҙә, бигерәк тә оло балаһы Ғилми алдында, бал балын ауыҙ иткән кистәрҙә йыш иҫкә алына ине. "Йә, инде, алты бәйләм көлтә өсөн бит! Мине, ике туған ағаһын улым алдында мәсхәрә итте! Миндә бит үҙемдән башҡа дүрт ауыҙ! Унда ике! Етмәһә уның ере уңдырышлы! Алты бәйләм көлтәнән ярлыланып китер инеме?" - ғәрләнеп, шулай һамаҡлар ине атаһы. Тамсы тама - тама ташты тишә. Үҫә килә, бәлки атайым беренсе булып ҡул күтәрмәһә, эш ҙурайып китмәҫ ине лә ул, тигән уй башына килһә лә, ағаһын аҡлай алманы Ғилми. Шәйхислам, уның ғаиләһе мәңге дошман булып ҡалды. Ярман һуғышында Шәйхислам һәләк булып, унан күп тә тормай ҡайғынан ҡаты ауырып ҡатыны үлеп, Оморҙаҡ етем ҡалғас Ғилми атаһы менән бергә ҡыуанды. Туғандар бит тип, атаһы Оморҙаҡты бергә йәшәргә алғас, үҙенән кесе малайға көн күрһәтмәне ул. Оҙаҡламай атаһы ун дүрт саҡрым алыҫлыҡтағы ауылдан ниндәйҙер йомош менән килгән Зәйнулла бабайға Оморҙаҡты аҫыраулыҡҡа биреп ебәргәс, аңланы Ғилми, былар барыһы ла өлөш ер өсөн генә булған икән. Атаһы бабай менән нисек килешкәндер, Оморҙаҡҡа тейеш баҫыу, бесәнлек Ғилмиҙәрҙеке булып ҡалды... Бына шул малай, хәҙер әллә кем булып йөрөй ауылдаштары алдында! Уҡымышлы, намыҫлы, тәрбиәле, әҙәпле имеш! Уның арҡаһында Ғилми бер туған ҡустыһы Хәйриҙе магазиндан эштән алырға мәжбүр булды, ауылдаштары әйтеүенсә, йәнәһе иҫәп - хисапты саҡ белә, һатып алыусыларҙы алдай! Уҡымышлы Оморҙаҡ бар, ул эшләһен! Хәтерләүҙәрҙән, ошо уйҙарынан Ғилмиҙең бөтә тәне янды, күҙҙәренә ҡан һауҙы. Тик үҙен тиҙ ҡулға алды, кәнсәләр янында байтаҡ кеше йыйылған ине.

            Әлбиттә, быларҙың барыһын да Оморҙаҡ менән Сәрбизә белмәне лә,  туғандар араһында шундай нәфрәт, дошманлыҡ хистәре булырға мөмкинлеген уйҙарына ла индермәне. Улар баш - аяҡтары менән колхоз эшенә сумдылар. Һәр береһе үҙенә йөкмәтелгән эште еренә - еткереп, күңел биреп башҡарҙы, иртә таңдан сығып китеп, ҡояш байыуға ҡайтып етеп йығылһалар ҙа арыманылар. Иң мөһиме, йәйҙең йәмле көндәрендә Оморҙаҡ, Сәрбизә икеһе бергә. Төшкө ашҡа йыйылған һайын, көндән - көн ҡояшҡа яна барған маңлай - биттәрендә тир бөрсөктәре ялтыраған, үҙҙәре бер - береһенә шаяртып өндәшеп, төрттөрөп таҡмаҡ та сығарып, көлөп - йылмайып килгән бесәнселәр араһында йән киҫәгеңде күреү үҙе бер бәхет түгелме ни? Ә, инештә ҡул - битен сайғас уға таҫтамал тотторғанда йылы, наҙлы ҡараштарын тойоу, эҫе тынының битеңә бәрелеп китеүе? Сәрбизәнең шатлығының сиге юҡ ине. Ҡыҙы Сәлисә лә аш таратырға ярҙам иткәндә,  иң беренсе табаҡты атаһы алдына алып барырға тырыша, шул арала уға һыйынырға өлгөрә. Биш йәшен ғинуар айында тултырған Йыһангир генә улар менән түгел, Сәрбизә борсолоп китһә лә, атайым күҙ - ҡолаҡ булып тора әле ти, үҙен тынысландыра. Бесәнселәр бер туғайҙан икенсеһенә, өсөнсөһөнә күстеләр, ауылдан алыҫ киткәс, ҡыуыштар ҡороп, ҡуна ятып та эшләнеләр. Ана шул саҡта, йәйге кистә Сәрбизә Оморҙағының моңло тауышын беренсегә ишетте лә инде. Күҙ ҡараштарын әллә ҡайҙарға төбәп, яурынына башын һалып иҙрәп киткән кәләшенә генә ишеттерерлек итеп кенә йырлағайны ул. 

            Алыҫтарҙан, ай, күренгән

            Ирәндеккәй тауының аҡ ташы

            Ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй

            Ир-егеткәй менән ат башы.

Туҡта әле, ниңә Оморҙағының тауышы ҡатын - ҡыҙ тауышына әйләнде? Ошо ерҙә Сәрбизә әбей тертләп китте. Ейәнсәре Фәриҙә йырлай икән.

- Кит, килешмәгәнде! Буштан бушҡа ауыҙ күтәреп йырлау килешмәй ул! Ҡайҙан өйрәндең уны? - Сәрбизә әбей был һүҙҙәрҙе ҡырҡа әйтте.

- Элекке көн атай менән тау артындағы татар ауылына тракторға запчасть алырға барҙыҡ бит. Ҡайтҡанда атай әллә арып китте, матайҙы тау башында туҡтатты ла,  миңә бар, еләк ашай тор, мин ял итеп алам тине.  Оҙаҡ ҡына алыҫҡа ҡарап торҙо ла, ауыҙ эсенән генә ошо йырҙы йырланы. Ә мин, отоп та алдым, - Фәриҙә, ҡәрсәһенең йөҙө ҡараңғыланыуын абайламаны ла, ап-аҡ тештәрен  йылтыратып,  ихласлап көлөп ебәрҙе. Йә, шул балаға нисек асыуланаһың инде?

- Атайыңды ла әйтер инем, тимер - томор араһына ҡыҙ баланы йөрөтмәһә, - әбей шулай һөйләнде лә, һүҙҙе икенсегә борҙо, - күнәгеңде күптән тултырғанһың инде, ҡыҙым, ҡайтыу яғына ыңғайлайыҡ. Ҡояш та төшкә ауышты. Юл ыңғайы еләк сүпләй - сүпләй барһаҡ минеке лә тулыр әле.

Ҡәрсәһенең алып килгән һауытына һәр ваҡыт тиерлек өйөп һалып еләк тиреп, ауыҙын запас яулығы менән бәйләп, ҡулына ҡуҙаҡлап та тотоп ҡайтыуына өйрәнгән Фәриҙә, уның был ҡылығына аптыраңҡырап ҡалды, тик ҡаршы өндәшмәне. Ул инде Сәрбизә әбейҙең ваҡыт үтеү менән һирәгәйһә лә, йәш вакытында ҡыйылып торғанлылығын юғалтмаған ҡаштарының төйөлөүенән йөҙөндәге йыйырсыҡтарының тәрәнәйеп китеүенә иғтибар итеп, ҡәрсәһенең кәйефе төшөүен аңлап өлгөргәйне. Сәрбизә әбей үткән хәтирәләренең иң онотолмаҫ мәлдәренең береһе шулай кинәт кенә өҙөлөүенә йәне көйҙөме, әллә уның Фәриҙә менән еләк йыйған ерҙән алыҫ түгел туғай буйында булғанын иҫенә төшөрҙөме, ауылға илткән трактор юлына төшөү менән шәпләп атлап китте. Хәҙер, хәҙер барып етәләр, ғүмер буйына көндөҙ яндарынан үткәндә йөрәк һыҡратып, күңел әрнетеп уйландырған, төнөн татлы, наҙлы булып төштәренә ингән Аҡташ туғайына. Нәҡ ошондай еләк уңған, бесән үҫкән матур йәй ине бит, Оморҙаҡ менән Сәрбизәнең бергә үткәргән һуңғы йәйе...

            Ҡуна ятып, ошо Аҡташ туғайында бесән эшләгән көндәрҙең береһе ине. Бесәнселәр төшкө ашҡа йыйыла башлағанда, аҙыҡ - түлек тейәгән арбаға ҡатыны Өмөлнисаны ултыртып Хәйри килеп етте. Магазиндан эштән китһә лә, ағаһы уға йылы урын әҙерләп ҡуйған, унан күпкә ололар салғы тотҡанда, Хәйри колхоз складынан сәй, ярма, шәкәр, тоҙ, бисәһе бешергән икмәкте бесәнселәргә ташый. Ул айыуҙай кәүҙәһен саҡ күтәреп арбанан төшөүгә, ирҙәрҙең кемеһеләр:

- Нимә, Хәйри, ауылдан алыҫлашҡас яңғыҙ йөрөү ҡурҡытамы, Өмөлниса киленде ултыртып алғанһың, - тип өндәште, барыһы ла дәррәү көлөп ебәрҙеләр.

- Эй, нимәнән ҡурҡһын ул, тауышын ишетһәләр, урманда бер ҡош - ҡорт, бер йәнлек ҡалмаҫ. Бәләкәйҙән тауышы көр булды бит Хәйриҙең, - икенсеһе уның иҫ белгәнсе сәбәп - сәбәпһеҙ ата - әсәһен, туғандарын, башҡаларҙы ла тирә - яҡты яңғыратып, аҡырып илап  аптыратҡанына төрттөрҙө. Хәйри уларға иғтибар итмәҫкә тырышты:

- Күпте белһәгеҙ, тиҙ ҡартайырһығыҙ. Ана, ашауығыҙҙы белегеҙ, һыуына, ату, - тип кенә ҡуйҙы.

Өмөлниса усаҡ янындағы аш бешереүселәр янына йүнәлде. Хәйри ҡабаланып, күптән ашап тороп, арбалағы тоҡтарҙың береһен алып, аҙыҡ - түлек һаҡланған ҡыуыш яғына атлаған Оморҙаҡ артынан эйәрҙе.

- Ғилми ағайым һеҙгә ауылға ҡайтырға ҡушты, - тине ул, Оморҙаҡ тоҡто ҡуйғас. Был хәбәрҙе усаҡ янындағы Сәрбизә лә ишетте, ҡулындағы табағы төшөп китте.

 - Йә, Аллам, әллә Йыһангир менән берәр хәл булдымы? - уның тауышы саҡ - саҡ ишетелде, сайҡалып китеп, эргәһендәге Өмөлнисаға тотондо.

- Юҡ, юҡ, барыһы ла һәйбәт, малайың йүгереп йөрөй, иртәнсәк кенә күрҙем. Хәҙер Хәйри ағайығыҙ яҡшылап аңлатыр, - Өмөлниса уны тынысландырҙы.

- Йә, нимә булды? Аңлат. Ниңә улай кеше ҡурҡытаһың? - бер мәлгә ҡатып ҡалған Оморҙаҡ Хәйригә ҡараны.

- Уның нимәһен аңлатаһың, бригадир ҡайтырға тигәс, ҡайтырға инде. Улығыҙҙы күреп, мунса яғып инеп, ял итеп килерһегеҙ. Инде, аҙна ятып эшләйһегеҙ бит. Һеҙ ҡабат килгәс, тағы кемдәрҙер ҡайтып килер, - тине Хәйри артыҡ бошонмай ғына, - беҙ Өмөлниса менән бында ҡалабыҙ.

            Өйгә ҡайтҡас өсәүләшеп Йыһангирҙе яратып туя алманылар. Уныһы ла шатлығынан берсә әсәһенә, бер атаһына, йә Сәлисә апаһына барып һыйынды. Тәтелдәп ҡартатаһы менән ниндәй яңы эшкә өйрәнгәнен һөйләне, Һайран ҡарт туҙҙан эшләп биргән һауыты, һыҙғыртҡысы менән маҡтанды. Ә, кис ятырға урын әҙерләп, улы менән ирен йоҡларға саҡырырға тип ишек алдына сыҡҡан Сәрбизә уларҙы утынлыҡта тап итте. Оморҙаҡ утын яра торған түмәр өҫтөнә ултырған, тубығына менеп ҡунаҡлаған Йыһангирҙе ҡосаҡлаған да уға таныш йырын һуҙа:      "... ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй, ир - егеткәй менән ат башы...".  Ошо ерҙә Сәрбизәнең эсендә нимәһелер өҙөлөп төшкәндәй булды. Йә, нимә генә булды Оморҙаҡҡа? Инде ун йыл бергә йәшәп, яңғыҙы булғанда ауыҙ эсенән көйләп, моңланып  йөрөгәнен ишеткәне бар ине, тик былай асылып китеп бер ҙә  йырлағаны юҡ ине иренең.. Хәйерлегә генә булһын инде.

            Иртә менән болоҡһоп килеп уянһа ла, балаларына, Оморҙағына һиҙҙермәне Сәрбизә. Сәй табыны артында ла, әле береһенә, әле икенсеһенә һөйөү тулы ҡараштарын бүләк итеп, булған һыйҙарын алдарына яҡынлаштырҙы. Сәйҙән һуң Сәлисә менән Йыһангир еләк ашарға, күп булһа йыйырға тип ҡартатаһы эшләп биргән туҙ һауытты ғына эләктереп, ҡыуыша - ҡыуыша Ҡаршы тауға йүгерҙеләр. Оморҙаҡ магазиндың хәл - торошон ҡарап килергә тип китте. Сәрбизә кетәктәге тауыҡтарҙы ашатҡандан һуң, мунса яғырға атаһы Һайран ҡартҡа юлланды. Тынысһыҙланған күңелен баҫырға теләгәндәй ашыға - ашыға башта мунсаға Ерекленән көйәнтәләп һыу ташыны ул. Атаһы ярҙың йылғаға төшә торған урынында йәтешләп баҫҡыстар эшләп ҡуйһа ла, Сәрбизә бер нисә тапҡыр яҙа баҫты, яҡшы йығылманы, уң аяғының ауыртыңҡырап тороуона иғтибар итмәй эшен дауам итте. Булған бөтә һауыттарҙы тултырҙы ла, Һайран ҡарт әҙерләп киткән ҡоро утындарҙы мунса мейесенә тултырҙы. Тик ни ғәләмәт, ҡыш көнөндә мейескә бер шырпы һыҙып ҡына утындарҙы  яндырып ебәргән Сәрбизә, бөгөн уларҙы тоҡандыра алмай этләнде. Мунса эсе ҡара төтөн менән тулды, үҙе мейес эсенә тынын өрә - өрә, сәсәп бөттө.

- Бәрәкәт! Ни эшләп төтөнгә батып ултыраһың? Әллә мунса мейесе тоҡандырырға ла оноттоңмы ҡырҙа йөрөп? - Сәрбизә тертләп китте, үгәй әсәһе Мәүлихә икән.

- Әллә нишләп янып китмәй ҙә ҡуя.

- Ҡайҙа, үҙем тоҡандырырмын, бар ҡайт, ҡунаҡтарыңды ҡара, - Мәүлихә әбей Сәрбизәне этеп тигәндәй мунса эсенән сығарҙы.

- Туҡта, ниндәй ҡунаҡтар, ти ул Мәүлиха апай, нимә һөйләйһең һин?

- Түрәләр, моғайын, кейемдәренә ҡарағанда шуларға оҡшаған. Яңы ғына Оморҙаҡ кейәүгә эйәртеп ишек алдығыҙға инеп киттеләр.

Сәрбизә атылып урамға сыҡты, өйҙәренә йүгерҙе.

            Ишек алдында ысынлап та, ят дүрт ир - ат бар ине. Баштарында фуражка, билдәрендә яҫы ҡайыш - былары  Оморҙаҡты урталарына алып баҫҡандар. Тағы бер фуражкалыһы солан күтәрмәһендә ултырып сумкаһына һалған ҡағыҙға нимәлер яҙа. Уның эргәһендә бер аяғын кутәрмәгә ҡуйып эйелеп торған эшләпәлеһе күҙлек аша ҡараған күҙҙәрен ҡағыҙҙан алмай. Ваҡыт - ваҡыт ят телдә нимәлер әйтеп ҡуя.     Тыны бөтөп килеп ингән Сәрбизә, ошоларҙы ғына абайланы. Уны күргән Оморҙаҡ тыныс ҡалды, күҙҙәре менән генә ымланы, ҡатынына туҡтарға, үҙенә табан килмәҫкә ҡушты. Сәрбизә хәле бөтөп, ингәс тә ишек алдының һул яғында үҫеп ултырған ҡайынға һөйәлде. Күҙлекле Оморҙаҡтан шул уҡ ят телдә нимәлер һораны, тегенеһе яуап бирҙе. Күҙлекле башҡаса Сәрбизәгә иғтибар итмәне, яҙып ултырыусыға ғына өндәшеүен дауам итте. Күп тә үтмәй, сырылдашып, шаярып бер - бер артлы Сәлисә менән Йыһангир ҡайтып инделәр. Йыһангирҙең ҡулында һауыты тулы еләк. Ят кешеләрҙе күреп, улар шунда уҡ тынып ҡалдылар ҙа, әсәләренә барып һыйындылар. Бына фуражкалы яҙып бөттө, урынынан тороп, ҡағыҙын һелкеп -һелкеп алды ла сумкаһына һалды. Күҙлекле үҙенә өндәшеү менән солан ишегенән үрелеп ике буш йәшникте тартып сығарҙы. Сәрбизә аһ, итеп ҡалды. Иҙән аҫтындағы баҙҙағы йәшниктәр! Тик нишләп буш һуң улар? Ҡайҙа эсендәге ҡәһәр һуҡҡыр шешәләр? Күҙлекленең ҡарлыҡҡан тауышы ҡырҡараҡ яңғыраны, фуражкалылар шунда уҡ ҡулдарын артҡа йәшергән Оморҙаҡты уратып алып урамға табан атланылар. Сәрбизә эргәһенән үткәндә Оморҙаҡ туҡтап:

- Баҙҙағы шешәләр юғалған, мине уларҙы һатып аҡсаһын үҙләштереүҙә ғәйепләйҙәр. Балаларҙы һаҡла, йәнем, барыһы асыҡланыр, тиҙҙән ҡайтарырҙар, көтөгөҙ, - тип әйтеп өлгөрҙө, фуражкалылыр уны төрткөләп алып киттеләр. Шунда ғына Сәрбизә урамға егеүле ат килеп туҡтағанын, уның эргәһендә эйәрле аттар ҙа булғанын күрҙе.

- Туҡтағыҙ, туҡтағыҙ! Шәшәләрҙе бригадир олатайға мин һаттым! Аҡса миндә! - Йыһангирҙең тауышы эргәһендәгеләрҙең ҡолаҡтарын ярырҙай булһа ла, урамдағылар уны ишеттеме, юҡмы билдәһеҙ. Еләкле һауытын ташлап малай утынлыҡҡа йүгерҙе, күп тә тормай ҡалай кәнсир тотоп кире әйләнде лә урамға ташланды. Ундағы аттар ҡуҙғалған ине инде. Аяҡ аҫтындағы нимәгәлер эләккән Йыһангир тәкмәс атып ҡолап китте, ҡалай кәнсир, уның әсендәге баҡыр аҡсалар ергә һибелде. Сәлисә әсәһенең ҡул аҫтынан сығып, ситкә тайпылды, ҡурҡышынан бәләкәсәйеп, бөршәйеп ҡалды. Сәрбизә ҡайын олоно буйлап шыуышып, һығылып төштө, хәлһеҙләнгән ҡулдары менән ергә таянды. Тороп баҫырға ынтылғанда, бер ҡулы үҙенән - үҙенән үҙе Йыһангирҙең һауытынан һибелгән еләкте эләктерҙе. Сәрбизә уны ауыҙына ҡапты. Ниндәй әсе!

            Оморҙаҡты дәүләт милкен үҙләштергән өсөн тип өс йылға иркенән мәхрүм иттеләр.  Нахаҡҡа "ҡараҡ ҡатыны" исемен күтәрҙе, рәнйетеүҙәргә, кәмһетелеүҙәргә дусар булды Сәрбизә, түҙҙе. Ошо өс йыл тиҙерәк үтһен дә, Оморҙағы иҫән - һау әйләнеп ҡайтһын, тип теләне, көттө. Өмөттәре аҡланманы. Ил өҫтөнә ҙур афәт килде, һуғыш башланды.  Һуңғы хатында Оморҙаҡ һуғышҡа алыуҙарын һорап яҙған ғаризаһын ҡәнәғәтләндереүҙәрен ҡыуанып хәбәр итте, тиҙҙән башҡалар кеүек үк ил яҡларға китәсәген белдерҙе. Китте лә хәбәрһеҙ юғалды. Бынан һуң инде, егерме һигеҙ йәшендә генә һөйгәненән айырылған Сәрбизәнең күңеле таш кеүек ҡатты. Ул уҫалланды, яһилланды, үҙен кәмһетергә тырышҡандарға ҡаршы яуап бирергә өйрәнде. Бөтә илгә килгән бәлә - һуғыш тылдағы ҡатындарҙы ныҡ булырға өйрәтте, уныһы дөрөҫ.  Тик өйҙә лә, балалары әсәһенең хатта һүрән йылмайыулы йөҙөн дә күргәндәре булманы тиерлек. Сәлисә төндәрен бергә йоҡлағанда әсәһенә һыйынып ятып наҙланып алһа, Йыһангир әсәй ҡулдарының йылыһын бөтөнләй онотто. Ул әле булһа ла хәтерләй, атаһын алып киткән ылау артынан йүгергәндә ҡолағанын, әсәһе килеп күтәреп алыр, йыуатыр тип, көткәнен. Ә, әсәһе Йыһангирҙе ошо көндән алып бер тапҡыр ҙа тупылдатып яратманы, хатта башынан да һыйпаманы.  Дөрөҫ, ашарға һәр ваҡытта ла Сәлисә менән бер тигеҙ бүлеп һалды, өҫ - башы ла таҙа, барынса бөтөн булды. Тик Йыһангир өсөн әсә күңеле бикләнде. Быны һиҙеп, Йыһангир ҙә ҡырыҫ, ҡырҡа холоҡло булып үҫте. Миллионлаған ҡорбандарын йотҡан, илдәге һәр бер ғаиләгә мәңгелек яра ҡалдырған, дүрт йыл буйына барған һуғыштың бөтөүен ишетеп, һөйөнсөләп ҡайтҡан Йыһангирҙе ҡыуанысынан ҡосаҡлап алманы Сәрбизә. Шатлыҡлы хәбәрҙе ишетеп, түрбаштағы мейес алдына ғына ултыра төштө. Улы менән ҡыҙы урамға, клуб алдына йыйыла башлаған ауылдаштары араһына сығып йүгергәс, һулҡылдап илап ебәрҙе.

- Ҡәрсәй, әйҙә, бынау ерҙә еләк юҡмы икән. күнәгеңде тултырмайбыҙмы, ни?

Тағы ла Фәриҙә. Сәрбизә әбей үҙе лә һиҙмәҫтән туҡтап ҡалған икән, ейәнсәре шуға өндәшә. Башын бороп Фәриҙә күрһәткән яҡҡа ҡараны. Аҡташ туғайы.

- Юҡ, ҡыҙым, бер тапҡыр күнәк тултырмай ҡайтһам яҙыҡ булмаҫ әле, моғайын. Атайың да төшкө ашҡа ҡайта хәҙер, еләкләп сәй эсер. Өлгөрә һалайыҡ.

            Ашыҡты, Сәрбизә әбей. Ҡолағында берсә Оморҙағының, берсә ейәнсәре Фәриҙәнең моңло тауышы яңғыраны. Ә бит Сәрбизә әбей ғүмерҙә улы Йыһангирҙең йырлағанын ишеткәне булманы. Әллә ишетергә теләмәнеме? Кескәй бала сағында бер тапҡыр ғына атаһы йырлағанын тыңлап, уның яратҡан йырын күпме йылдар аша ла онотмаған Йыһангир үҙе лә йөрәктәргә уңалмаҫлыҡ яра һалған ул замандың ҡорбаны түгелме ни? Сәрбизә әбей үҙенең, һыҙланыуҙарын ғына уйлап, кескәй баланың яраларының үҙе үҫкән ҙурая барғанын ниңә аңламаны икән? Юҡ, улы менән бөгөн үк аңлашырға, унан әсәй наҙынан мәхрүм үткән йылдары өсөн ғәфү үтенергә кәрәк. Сәрбизә әбей тағы ла шәберәк атлап китте.

            Йыһангир уларҙы ҡапҡа төбөндә ҡаршыланы. Тоҡандырған мотоциклын һүндерҙе лә, ҡырыҫ ҡына:

- Ҡышты еләк кенә ашап үткәрергә уйлайһығыҙмы, картуф күмелеп бөтмәгән. Ҡорто ла күбәйгән, сүпләргә кәрәк. Әсәһенә ярҙам итергә тейеш баланы тотаһың да, ялан гиҙергә алып сығып китәһең.

Үҙе тураһында һүҙ сыҡҡас, Фәриҙә ялт итеп ҡапҡа эсенә инеп юғалды. Сәрбизә әбей ни тип яуап бирергә белмәй ҡалбырғып, аптырап ҡалды.

- Етмәһә, һиңә килгәндәр, инде ике сәғәт көтә Аслайҙан килгән егет, - тип дауам итте Йыһангир әсәһенә ҡарамай ғына, - ҡулбашы сыҡҡан.

Сәрбизә әбей тирә - яҡҡа танылған быуын төшөрөүсе, атаһы Һайран ҡарт өйрәтеп ҡалдырғайны. Килһәләр килгәндәрҙер инде. Йыһангир яңынан мотоциклына ынтылды.

- Йыһангир.. улым, - Сәрбизә әбей балаһына "улым" тип ҡасан һуңғы тапҡыр өндәшкәндер, үҙе лә онотҡан., - һинең менән һөйләшә торған һүҙҙәр бар ине.

- Ваҡытым юҡ минең, һеҙҙе көтөп былай ҙа бараһы еремә һуңланым!

Йыһангир педалгә бер, ике баҫыуы булды, хужаһын тыңлаусан мотоцикл тоҡанды, дөрөлдәп сығып та киттеләр.

            Сәрбизә әбей быуынһыҙланып ҡапҡа төбөндәге эскәмйәгә ултырҙы: "Йә, Аллам, әллә мин дә һуңланыммы икән?"- тигән уй уның мейеһен телеп үтте. Күнәгенән алып еләк ҡапты, тик кипкән ирендәре ҡып -ҡыҙыл еләктең бер тәмен дә тойманы. Киреһенсә, ул әсе тойолдо. Нәҡ алыҫ үткән йылдағы кеүек.

Т. ЛОҠМАНОВА.

 

https://ejansura.ru/articles/hikaya/2025-11-04/se-el-k-4449370

 

Автор:
Читайте нас