

- Ҡәрсәй, әйҙә, бында! Бында еләк күп, эре!
Үҙ уйҙарына сумып, ҡалай күнәгенә еләк сүпләгән Сәрбизә әбей ейәнсәренең сағыу тауышына һиҫкәнеп китеп, башын күтәрҙе. Нуры бөтөп барған күҙ ҡараштары менән етеҙ генә тирә-яҡты байҡаны ла ул, Фәриҙәнең аҡ яулыҡлы башын күреп тынысланды. Әле генә янында ине бит, ҡайһы арала урман ситенә барып еткән? Сәрбизә әбей ҡабаланып, ейәнсәре яғына ыңғайланы.
- Эргәмдә генә йөрө, тинем бит, мин һиңә. Нишләп тыңламайһың, ҡыҙым? - тине ул барып еткәс,тауышын күтәрмәй генә.
- Ҡара, ҡәрсәй, еләк түшәлеп ята, - ҡыуанысынан Фәриҙә тағы тирә-яҡты яңғыратты, - бында ысыҡ та кибеп етмәгән, үҙең әйттең бит, ысыҡлы еләк тәмле була тип!
- Сеү, айыу, йә берәй ҡош-ҡорт килеп сыҡһа, булыр әле еләк!
- Ниндәй айыу ти, ҡәрсәй, ана күрше аҡланда күптән беларусь тырылдай, Ғәфүр авзыйым беҙҙең арттан сығып бесән саба ла башланы.
Ҡара һин уны, уйҙарына сумып , Сәрбизә әбей трактор тауышын да ишетмәгән икән. Ул инде тынысланып, кеткелдәп көлдө.
- Ҡайҙан беләһең, ҡыҙым, бәлки Ғәфүр авзыйың да түгелдер, колхозда бүтән трактор бөткәнме...
- Юҡ, мин авзыйҙың беларусының тауышын әллә ҡайҙан таныйым! - Фәриҙә һаман еңеште.
Әле ҡояш төшөп етмәгәнлектән ҡайынлыҡ күләгәһендәге өй урыны хәтлем ерҙә еләктәр турғай башындай тәгәрәп ята ине. Иртәнге ел әкрен генә иҫеп, ағас баштарын һыйпай, тирә - яҡҡа йәйге тәбиғәттең сәскә, үлән, емеш-еләк еҫтәрен һулап туйғыһыҙ итеп тарата. Сәрбизә әбей менән Фәриҙә кемуҙарҙан еләк тирергә тотондо. Әбей, ун ике йәштә булыуға ҡарамаҫтан, һәр саҡ ололарса фекер йөрөткән ейәнсәренең тилбер ҡулдарына күҙ йүгертә-йүгертә, тағы үҙ уйҙарын барланы. Фәриҙә улы Йыһангирҙең етенсе булып тыуған балаһы. Килене Шәһиҙә һигеҙ тапҡыр балаға уҙып, уларҙы һау-сәләмәт итеп тапһа ла, бер улы менән ҡыҙы йәш тултырмаҫ элек ҡыҙылсанан үлеп ҡалдылар. Ҡалған ике малай, дүрт ҡыҙ араһынан Сәрбизә әбей өсөн иң яҡыны - ошо Фәриҙәһе.
- Ҡәрсәй, һин дөрөҫ әйткәнһең, еләктәр йәшеренеп өлгөрмәгәндәр, - ейәнсәре уны уйҙарынан арындырҙы
- Нимә? Ни тинең, ҡыҙым?
- Еләктәр йәшеренеп өлгөрмәгәндәр, - тип ҡабатланы Фәриҙә, - кисә бит үҙең, еләк таң менән ҡояш ҡаршылай, йылынып ала, ә төштән һуң япраҡтары аҫтына йәшенә, тип аңлаттың. Уны иртә менән барып йыйырға кәрәк, ә көндөң икенсе яртыһында юл уңмай ул тинең, оноттоңмы ни, ҡәрсәй?
Эй, зирәклеге, яҡты хәтере менән хас атаһы инде ейәнсәре! Ошо ерҙә Сәрбизә әбейҙең күҙ алдына шулай уҡ, бар яҡтан да атаһына оҡшаған Йыһангире килеп баҫты. Ул моңһоу ҡарашы менән әсәһенә әллә үпкәләп, әллә бер битарафлыҡ менән текләгән. Эй, шул ҡараштар, инде нисәмә йылдар Сәрбизә әбейҙе оҙата...
Яҙын йәйелеп китеп ташһа ла, йәйгелеккә тынысланып, һайығып ҡалған йылғалы, тирә-яғын бейек булмаған урманлы тауҙар уратып алған Мәхмүт ауылы, яҡын тирәләге ауылдарҙан артыҡ айырылмай ине. Бында ла мал тотоп, ҙур булмаған баҫыуҙарҙа иген үҫтереп, һунарға йөрөп, ҡош-ҡорт, бал ҡорто үрсетеп донъя көтә халыҡ. Ошонда тыуып - үҫеп, буйға еткән Сәрбизәне ауылдашы, етем Оморҙаҡҡа кейәүгә бирҙеләр. Атаһы Һайран ҡарт үҙе шулай ҡарар иткәнме, әллә үгәй әсәһе Мәүлихә шулай теләгәнме, уныһы Сәрбизәгә ҡараңғы ине. Хәйер, донъялар боларған, үҙгәргән ваҡыт, атаһы ҡартайған, ә инде, ҡайҙалыр ситтә йөрөп ҡайтҡан өрлөктәй егет ҡыҙҙың яҡлаусыһы булыр, исмаһам. Ауыл аша әллә ниндәй ят кейемдәрҙә һыбайлылар уҙғанда, атаһының үгәй әсәһен, мыртыйы Шәйхиҙе, уның үҙен һалҡын мөгәрәпкә йәшереп ҡуйғаны һаман да иҫендә. Сәрбизә шулай уйланы, ҡарышманы ла. Оморҙаҡ ата-әсәһенән ҡалған йорт - ҡаралтыны рәткә килтереп, кәләш алып ҡайтырға әҙерләп ҡуйған ине. Бар эшкә лә оҫта, заманына күрә уҡымышлы, һәр һүҙен уйлап һөйләгән кейәү кеше кәләшенең күңелен тиҙ яулап алды. Үгәй әсәй менән үҫеп, бәләкәйҙән эшкә бөтмөр Сәрбизә лә, ҡанатланып, тырышып кейәүенең донъяһына ҡатын-ҡыҙ йылыһы өрҙө. Өй эсендәге урындыҡта бирнә булып килгән кейеҙ түшәк, ҡорама юрған, мамыҡ яҫтыҡтар урын алды, стеналағы ҡаҙауға сигелгән таҫтамал эленде. Йәштәр һәүетемсә генә йәшәп киттеләр.
Тәүге балалары - ҡыҙҙары Сәлисә тыуғас, Сәрбизә Оморҙаҡҡа күтәрелеп ҡарарға ҡыйманы, малай түгел бит! Әммә йәш атай күҙҙәрендәге шатлыҡлы йәштәрен йәшермәй, һаҡ ҡына бәпесен ҡулға алып, кәләшенә һөйөү менән ҡарағас уның күңеленә йылы йүгерҙе. Сәлисәгә дүрт йәш тулыуға, улдары Йыһангир яҡты донъяға ауаз һалды. Атай кеше бәхетенән күктең етенсе ҡатына менде, балаларын яратып туйманы. Сәрбизә менән Оморҙаҡтың ғаиләһе ҙурайҙы, илдә лә ваҡиғалар, үҙгәрештәр күбәйҙе. Колхоздар төҙөлдө, ауылдарҙа мәктәптәр, клубтар, магазиндар асылды. Оморҙаҡ тыуған ауылына килеп ингән һәр яңылыҡты тейешенсә, заман талабы тип ҡабул итте, Сәрбизә генә ҡайһы берҙәренә шикләнеү менән ҡараны. Мәҫәлән, ҡараңғы төшкәс ҡатын-ҡыҙҙарҙың ир-егеттәр менән бергә клубта йыйылыуы: йәнәһе, эштән һуң яңылыҡтар менән танышалар, унан һуң уйын-көлкө, йыр-бейеү менән йомғаҡлап ҡуялар. Әлләсе, быға тиклем көндөҙ, өмәләрҙә бар хәл-хәбәрҙәрҙе белеп, йырлап эшләп, ял иткәндә таҡмаҡлап бейеп, күңел астыларсы. Аҙыҡ - түлек, кейем - һалым, тормош кәрәк - яраҡтары булған магазин да Сәрбизәне әллә ни ҡыуандырманы. Дөрөҫ, аҙна һайын тигәндәй ҡырҡ саҡырымдағы баҙарға барырға кәрәкмәй, юҡһа ни тоҙ өсөн дә шунда ат юрттыралар ине бит элек. Сәрбизәне иң һағайтҡаны магазин кәштәһе түренә менеп ҡунаҡлаған, әллә ниндәй ят һүрәттәр, яҙыуҙар менән сыбарланған ҡағыҙ йәбештерелгән, эсенә ялтырап торған шыйыҡса тултырылған шешәләр ине. Араҡы, тиҙәр. Исеме лә ят ине йәш ҡатынға, есеме бөтөнләй билдәһеҙ. Бара - тора, был эсемлектең кешеләргә зыяндан башҡа бер ниндәй файҙа ла, кемдер әйткәнсә күңеллелек тә, ҡыуаныс та килтермәгәнен аңланы ул.
Бригадир Ғилмиҙе төкөрөктәрен сәсә - сәсә, теле - телгә йоҡмай хәбәр һөйләп, Оморҙаҡтың өҫтөнә менеп барғанын күргәс аптырап та, ҡурҡып та ҡалған ине Сәрбизә. Нимә булған был Ғилмигә, әллә Омороҙағы берәй эш боҙоп, шуға асыуланамы? Йә, Алла, бригадир һынлы бригадир шундай хәлгә төшкәс яҡшы түгел инде.. Солан ишегенең ярығынан күҙәтеп торған Сәрбизә шулай уйланы. Оҙаҡламай, бригадир Оморҙаҡтың яуырынына шапылдата һуғып алды, хахылдап көлдө лә, тайшан - тойшан баҫып урам яғына ыңғайланы. Оморҙаҡ та, өҫ кейеменә һырыған ағас онтаҡтарын ҡағып, солан тупһаһына күтәрелде. Сәрбизә тиҙ генә ишекте аса һалып, ҡурҡыуҙан киң асылған, һорау тулы күҙҙәрен йән киҫәгенә төбәне. Эй, Оморҙағы! Ҡараштарынан анлап тора бит!
- Ҡурҡма, барыһы ла яҡшы, - ул һыңар ҡулы менән Сәрбизәне ҡосағына алды, - магазинға эшкә ҡоҙалай, - тип, һөйләүен дауам итте. Аҙҙаҡҡы һүҙҙәр кәләшенә барып етмәне әле. Ул һаман да ҡурҡыуынан туҡтамайса, ҡалтыранған тауыш менән:
- Нимә булған ул Ғилми ағайға шул тиклем, ярһыған үгеҙ кеүек ҡылана бит, күҙҙәре аҡайған... Ҡотто осороп, ни...
- Араҡы ашаған, - Оморҙаҡ солан түбәһен емерерҙәй тауыш менән рәхәтләнеп көлдө.
- Кит, шул көлкөме инде, кеше хайуан хәленә ингән, - Сәрбизә Оморҙаҡтың ҡулын яуырынан алып ташланы, шунда ғына уның башына иренең һуңғы һүҙҙәре барып етте.
- Нимә тинең? Магазинға эшкә ҡоҙалай? Нисек, унда Хәйри эшләй бит?! Һтн нимә, әллә риза булдыңмы?
Оморҙаҡ һәр саҡ сабыр, уның менән дә, балалары менән дә тауышын артыҡ күтәрмәй генә һөйләшкән Сәрбизәнең шулай ныҡ көйәләнеүенә борсолоп уҡ китте. Ул тиҙ генә кәләшен яңынан ҡосағына алды ла, өй ишегенә табан борҙо:
- Әйҙә, эскә инәйек, шунда һөйләшербеҙ, бында һалҡын, ана ҡайһылай дер-дер киләһең.
Сәрбизә ҡарышманы, иренә һыйынып, ул асҡан ишектән күндәм генә өй эсенә үтте.
Оморҙаҡ Сәрбизәгә магазинға яҡын да бармайым тип һүҙ бирһә лә, яҙға табан унда эш башланы. Үҙен бригадир нисек күндергәнен кәләшенә аңлатып та торманы: "Шулай кәрәк," - тип кенә ҡуйҙы. Ошо көндәрҙән башлап Сәрбизәнең күңелендә шом, борсолоу урынлашты, йөрәге ваҡыты - ваҡыты менән һыҙылып һыҡрап алды, төрлө уйҙар тынғы бирмәне. Ул көн һайын иренең эштән ҡайтҡанын түмһеҙлек менән көтөп ала башланы. Әгәр Оморҙаҡ та, бригадир Ғилми шикелле, "араҡы ашап" хайуан хәленә ҡалып ҡайтып инһә, ул ни эшләр? Ә, балалар? Сәрбизә инде туғыҙ йәшен тултырып, өй эштәрендә генә түгел, ҡыр эштәрендә лә ата - әсәһенең ярҙамсыһына әйләнгән, әле урындыҡта, тәҙрә ҡаршыһында ойоҡбаш бәйләргә өйрәнеп ултырған ҡыҙы Сәлисәгә, иҙәндә ағас уйынсыҡтарын теҙеп уйнаған улы Йыһангиргә ҡарап бер мәлгә ҡатып ҡалды. Күкрәктәре тәңгәлендә ҡаушырылған ҡулдары быуынһыҙланып китеп ағас һауытҡа килеп бәрелгәс кенә, уянып киткәндәй, ашығып ҡамыр баҫыуын дауам итте ул. Оморҙаҡ та ҡайтып етер, балалар ҙа асыҡҡҡандыр көлсә бешереп, ыумас ыуа һалырға кәрәк тә! Сәрбизәнең уйҙары серле йомаҡ һымаҡ сырмалғандан - сырмалып тилбер ҡулдары артынан йүгерҙе. Ниңә әле бригадир Ғилми үҙенең бер туған ҡустыһы Хәйриҙе магазиндан эштән алып, урынына Оморҙаҡты ҡуйҙыртты? Үгәй әсәһе Мәүлихә: "Ҡыуан да тор, Ғилметдин ( ауылдаштары Ғилми, Хәйри тип йөрөтһәләр ҙә бер туғандарҙың тулы исемдәре Ғилметдин, Хәйретдин ине) яҡын итә инде кейәүҙе. Өс ата айырылһа ла туғандар бит улар! Иҫәп - хисапҡа оҫта тип тә уйлағандыр инде. Ярай, башыңды юҡ-бар менән тултырма, ана балаларыңды ҡара, йорт - ереңде таҙа тот, мәүешеләнеп йөрөмә! Рәхмәт әйт, кейәү йылы урында тора, башҡалар һымаҡ колхоз эшендә бил бөкмәй," - тип кәңәш һорап барған Сәрбизәгә лә, атаһына ла һүҙ әйтергә ирек бирмәне. Һайран ҡарт ялбыр ҡаштарын төйөп, баш ҡағыуҙан уҙманы. Сәрбизә үҙ һорауҙарына яуап тапманы.
Көндәр бер - бер артлы үтә торҙо, яҙғы ҡояш йомарт нурҙары менән ерҙе ҡойондороп иркәләне. Тау баштары ҡара - һоро кәпәстәрен кейҙе, йылынған ҡуйынында йырғанаҡтарға урын бирҙе. Ҡышҡы һалҡындарҙа апай - ағайҙарын тәҙрәнән ҡарап мәктәпкә оҙатып ҡалған кескәйҙәр ҡыйыуланып тышҡа ынтылды, һарай ҡыйыҡтарына, лапаҫ баштарына үрмәләп, ҡояш йылыһында уйнап, күңел асып ҡыуанды. Сәрбизәләрҙең кәртә артында ғына, йылға ярында урынлашҡан тимерлектән иртәнән кискә тиклем, хатта ҡараңғы төшкәс тә дың-дың, зың-зың тигән тауыштар һыу буйлап таралып, ауыл өҫтөн ҡапланы. Колхозсылар дәррәү яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнде. Тәбиғәттең яҙ һулышы тәьҫир иттеме, магазинда ай ярым эшләп Оморҙаҡтың бер көн дә үҙен шикләндереп, борсолорға мәжбүр итмәүе ярҙам иттеме, Сәрбизәнең йөҙөн күберәк йылмайыу яҡтыртты, бит остары алһыуланып, күҙҙәре янып китте. Ул ауылдың башҡа ҡатын-ҡыҙҙары менән бергә келәткә, иген орлоғон таҙартып, тоҡтарға тултырып сәсеүгә әҙерләү эшенә сыҡты. Оморҙаҡ та һатыу эшендә генә торманы, иртәнге яҡта, төштән һуң тимерлектә булышты, ҡояш байыуға ҡарай магазинды асып, ауылдаштарын хеҙмәтләндерҙе. "Күмәкләгән яу ҡайтарған," - тиҙәр бит, колхозсылар яҙғы баҫыу эштәрен берҙәм, ойошҡанлыҡ менән тиҙ арала тамамлап ҡуйҙылар. Һауа торошо ыңғай килеп, ямғырҙар ҙа яуып йонсотманы. Хәйер, тау - урманлы ерҙә баҫыуҙар ҙа йәйрәп ятмай, уның ҡарауы колхозда һыйыр, аттарҙы ишәйтергә, күберәк малсылыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар иттеләр. Шулай булһа, алда, йәйге айҙарҙа ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләү ҡыҙыу булмаҡсы, үлән генә мул, ҡуйы булып үҫһен.
Ысынлап та, бесән осоро оҙаҡ көттөрмәне, килеп тә етте. Ул көндө таң һарыһы менән уянған Сәрбизә менән Оморҙаҡ, береһе фермаға иртәнге һауынға барып килеп, икенсеһе йортта булған ҡул салғыларын үткерләп, һаптарын нығытып инеп, иртәнге сәйгә генә ултырғайнылар. Йоҡоға сос Йыһангир күптән урындыҡҡа түшәлгән ашъяулыҡ эргәһендә ине инде, Сәлисә лә оҙаҡ көттөрмәне, ҡалын сәстәрен икегә ярып үреп бөтөп, әсәһе янына тубыҡланды. Сәрбизә кәсәләргә сәй яһай башлап, Оморҙаҡ, уның артынан балалар икмәккә үрелде, тик уны береһе лә ауыҙына ҡабырға өлгөрмәне. Башта шығырҙап солан, унан һуң өй ишеге асылды, уның аша тамағын ҡыра-ҡыра бригадир Ғилми килеп инде.
- Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! Бына мин бөгөн ауыҙға һыу ҙа ҡапҡаным юҡ әле, эш бит, эш! Эш көтөп тормай!
Һаулыҡ һорашырға онотҡан бригадир, шулай теҙә лә башлана.
- Һаумы, Ғилметдин ағай, әйҙә, түрҙән уҙ. Һыу ни, ҡайнағаны самауырҙа, һыуығы күнәктә. Ниндәйен теләйһең, рәхим ит!
Икмәген кире ашъяулыҡҡа һалып, урындыҡтан күтәрелгән Оморҙаҡ та яуапҡа аптырап ҡалманы.
- Һаумыһығыҙ! Үтеп, ултырығыҙ, Ғилметдин ағай. Барығыҙ, һуңынан эсерһегеҙ сәйҙе, - быныһын инде Сәрбизә балалары ишетерлек итеп кенә бышылданы ла, түрбашҡа кәсә алырға үтте. Йыһангир менән Сәлисә ҡулдарына алған ризыҡтарын тотоп, тыңлаусан ғына тороп киттеләр.
- Рәхмәт, рәхмәт. Аштан оло булып булмаҫ, - бригадир йәй буйына башынан төшөрмәгән эшләпәһен сисеп сөйгә элде, лә, ҡыҙарған күҙҙәрен йәшерергә тырышып, урындыҡ ситенә сүгәләне. Сәрбизә кәсәгә сәй яһап алдына ултыртыуы булды, ҡарһаланып эсергә лә тотондо. Ул шул тиклем ҡабаланып, ауыҙын бешерә-бешерә, дер-дер килеп ҡайнар мәтрүшкә сәйен һемерҙе, хатта эшләпә аҫтынан иркенлеккә сыҡҡан өс бөртөк сәстәре елбер-елбер килде. Оморҙаҡ ауыҙына ҡапҡан икмәген ҡабаланмай сәйнәп, кисә кистән ҡайныһы ҡалдырып киткән солоҡ балын ҡабып ләзәттләнде, Ғилмиҙең артабан ни әйтерен көттө. Юҡҡа ғына уларҙа тотҡарланманы инде ул! Ә, Сәрбизәнең күптән түгел иренә, балаларына һөйөү менән ҡараған күҙҙәренә, көләс йөҙөнә хафаланыу күләгәһе ятты.
- Ҡара һин уны, быйылғы солоҡ балы әллә? - Ғилми ҡалағын сумырып алып бал ҡаба һалды, - Һайран ағай ташламайҙыр инде был шөғөлөн, ҡартайҙым тимәй икән әле, - сәйҙән һуң сырайына ҡәнәғәтлек йүгергән бригадир кеткелдәп көлгән булды.
- Эйе, ҡайным килтерҙе, - Оморҙаҡ һаман тыныс ҡалды.
- Ҡана, килен, тағы яһа әле тәмле сәйеңде, эскәс эскән кеүек булайыҡ, ауылды урап сыҡҡансы етерлек булһын.
Шулай ҙа, Ғилми алдына килеп ултырған кәсәгә үрелергә ашыҡманы. Аяҡтарын яҙып урындыҡтың түренәрәк шыуышты ла, Оморҙаҡ менән Сәрбизәнең күптән көткән хәбәрен башланы.
- Эш былайыраҡ, Оморҙаҡ туған. Үҙең беләһең, беҙҙә баҫыу ерҙәре аҙ, игенселекте үҫтереп булмаҫ, малсылыҡ менән шөғөлләнергә кәрәк, колхозда һыйыр, йылҡы малын ишәйтергә кәрәк, - бригадир һуҡ бармағын юғары күтәрҙе, - өҫтән дә шулай ҡушалар.
- Яңылыҡ түгел, Ғилметдин ағай, ата - бабалар ғүмер буйы мал үрсетеп, һунар итеп, ит-майҙы игенгә алыштырып көн иткән..
Оморҙаҡтың һүҙҙәре Ғилмигә оҡшаманы, ул урынынан ҡалҡынып уҡ китте.
- Һин, дауай, ағайыңды бүлдермә, тыңлап бөт! Уҡыуҙар бөттөм тигәс тә, мин донъяны һиңә ҡарағанда күберәк күргән!
Самауыр артындағы Сәрбизә янында ултырған иренең күлдәк салғыйынан бригадир һиҙмәҫлек итеп, ипләп кенә тартты. Оморҙаҡ ирен ситенән генә йылмайып, үҙе ҡаштарын етди итеп төйгән булып, тыңларға әҙерлеген белдереп, күтәрелереберәк ултырҙы.
- Эзнашит так, - Ғилми тынысланып, һүҙен дауам итте. - Һиңә салғысылар менән эшләүҙе йөкмәтәм. Башмаҡтарҙы, быҙауҙарҙы ҡышлатыу өсөн япраҡлы, йәшел туғай бесәне кәрәк, уларға бүтәгә бесән ашатып булмай бит инде. Туғайға ҡул салғыһы менән генә бесәнгә төшөп була, шул ыңғайҙа, үҫеп килгән йәш ағастарҙан да таҙартырһығыҙ, бесәнлек тә ҙурайыр.
- Аңлашылды, яңы ҡул салғылары бар, беләм. Нисә кеше?
- Ҡарарбыҙ, һанарбыҙ. Салғы тота белгән һәр береһе сыға инде, көндәр матур торғанда эшләп ҡалырға кәрәк. Тырмасылар - ҡатын-ҡыҙҙар, балалар булыр инде, күбәләүгә үҙегеҙ ярҙам итерһегеҙ.
Ғилми һыуынған сәйен бер тынала һемерҙе лә, урынын күтәрелде.
- Эште Сәүкә туғайынан башларбыҙ, барып ҡарап килдем, бесәне бешкән, ҡалын. Ямғырҙар яуып ҡуйһа, унда тиҙ һаҙлана, сабып киптереп өлгөрөргә кәрәк.
Бер яҡтан дөрөҫ әйтә, Ғилми, донъяның, бигерәк тә тыуған яғы тәбиғәтенең бөтә нескәлектәрен белеп. өйрәнеп бөткән. Оморҙаҡ шулай уйланы, магазин тураһында әйтергә тип ауыҙын да асып өлгөрмәне, бригадир артабан өҫтәп тә ҡуйҙы.
- Магазин ябыҡ торамы, тип ҡайғырма. Уттай ҡыҙыу эш ваҡытында иртән иртүк, кис бесәндән ҡайтҡас, һорағандарға асһаң, еткән. Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра тип, юҡҡа әйтмәгән халыҡ. Ашығырға кәрәк, мыртый, ашығырға! Әйткәндәй, яҙ тимерлектә ярҙамың ҙур булды, рәхмәт, мин онотманым, трудодень яҙҙым.
Оморҙаҡ баш ҡағып, риза булыуын белдереп кенә торҙо, башҡаса бүлдермәне. Ғилми сөйҙән алып эшләпәһен кейҙе, сығырға йүнәлгән еренән, ниҙер иҫенә төшкәндәй, ҡапыл туҡтаны ла турбашта һауыт-һаба менән булышҡан Сәрбизәгә боролдо.
- Әй, әттәгенәһе, онотоп торам дәбаһа! Килен, һин Гөлйыһан еңгә менән бергә бәсәнселәргә төшкө аш бешерергә барырһың. Ана, ҡыҙыңды ла ҡуша ал, ярҙамсы булыр үҙегеҙгә.
- Ә, һыйырҙар? Күптән түгел генә һауынға сыҡҡайным бит. Өлгөрөп булырмы икән..
Сәрбизә ҡыймай ғына шулай өндәште.
- Юҡ, юҡ, ике урында ла эшләргә түгел. Һыйырҙарҙы һауырға кеше табырмын. Ә, бесәнселәрҙе тәмле аштар менән һыйларға бына һинең кеүек оҫта бешергән, икмәкте уңдырып һалған ҡатын-ҡыҙ кәрәк. Ярай, булды, һөйләштек.
Ғилми Сәрбизәнең яуабын көтөп торманы, ҡараштары менән Оморҙаҡҡа ымланы ла, ишек тотҡаһына үрелде. Уныһы былай ҙа, бөгөн үҙҙәрендә оҙаҡлаған бригадирҙы оҙатырға сығырға тип түҙемһеҙләнеп көтә ине, шунда уҡ артынан эйәрҙе.
- Һинең унда, күпме.., теге ни.., нисә шешә ҡалды әле ? - ишек алдына сыҡҡас, берәйһе тыңлап тормаймы тигәндәй, тирә - яғына ҡарап алды ла, Ғилми бышылдап ҡына шулай өндәште.
- Кисә генә үҙең ҡушҡас, бесән алдынан тип, тауарға барып ҡайттым бит Ғилметдин ағай. Ике йәшник бирҙеләр, һатыуға сығарманым әле, 40 шешә инде.
- Дөрөҫ, дөрөҫ эшләгәнһең. Тәк, һин уларҙы бөтөнләй күрһәтмә халыҡҡа, һораһалар, юҡ тиң, бесән ваҡытында бирмәнеләр тип әйт, - бригадир ҡабаланды, төкрөгөнә сәсәй яҙып теҙҙе, - юҡ, дауай беҙ уларҙы магазинда ҡалдырмайбыҙ. Беләм, һин кеше күңеллеһең, нығытып һорай башлаһалар, биреп тә ебәрерһең. Һин уларҙы йәшниге менән өйөңә алып ҡайтып йәшер, бесән әҙерләп бөткәс, кире алып барырһың.
- Алып ҡайтырға? Ә, өйҙөң ҡайһы ерендә һаҡлайым мин уларҙы? Үҙең беләһең, Ғилметдин ағай, беҙҙең ауылда бер кем дә йорт-ҡураһын йоҙаҡҡа бикләмәй, мин дә шулай. Магазин ишегендә йоҙаҡ бар, исмаһам.
- Иҙәнең аҫтында баҙың бармы? Бар! Шунда йәшер! - Ғилмиҙең тауышы күтәрелә барҙы, - һин нимә, әллә халыҡҡа араҡы һатып, бесән әҙерләүҙе саруат хошеш?!
Бөттө, етте, әгәр ҙә, бригадир һөйләшеүендә урыҫ һүҙҙәре ҡыҫтыра башлаһа, тимәк ул ныҡ асыуланды, ҡыҙа башланы, унан һуң кәрәгеңде алырыңды көт тә тор.
- Аңлашылды, аңлашылды Ғилметдин ағай. Алып ҡайтырмын, йәшерермен.
- Юҡ инде, һиңә ышанып булмай. Әйҙә, икәүләп, урамға кеше - маҙар, бала - саға сыҡмаҫ элек, килтереп ҡуяйыҡ. Как рас, малай ат егеп ҡалғайны, асҡыстарыңды ал да. Мин атлай торам.
Ғилми Оморҙаҡты башҡаса тыңларға уйы юҡ икәнен белдереп, ҡырт боролоп урамға йүнәлде.
(Аҙағы бар).
Т. ЛОҠМАНОВА.
https://ejansura.ru/articles/hikaya/2025-10-31/se-el-k-4449351