Даирә
+24 °С
Дождь
Әҙәбиәт
6 Ноября 2025, 07:14

ҮҘЕМ ЯҘҒАН ЯҘМЫШ (Хикәйә)

– Ғәфү итегеҙ, – күп уйлап торманым, белешмәләр өҫтәленән белешеп ҡарарға булдым. – Элек ошонда Аҡйондоҙ Таңатарова тигән ҡыҙыҡай эшләй торғайны. Киоскыла бәлештәр һата ине... – Аҡйондоҙ Ринатовнамы? Атаһының исемен белмәйем. Бәлки, ҡасандыр әйткән дә булғандыр, иҫләмәйем. Шулай ҙа эйе тигәнде белдереп баш ҡаҡтым. – Уны бында тап итә алырың бик икеле. Ул бит хәҙер кондитер магазиндары директоры! – Был һүҙҙәр ниндәйҙер ғорурлыҡ менән әйтелде. – Оһо! – Мине лә уның өсөн ғорурлыҡ хисе солғап алды. Теләгенә ирешкән бит!..

ҮҘЕМ ЯҘҒАН ЯҘМЫШ (Хикәйә)ҮҘЕМ ЯҘҒАН ЯҘМЫШ (Хикәйә)
ҮҘЕМ ЯҘҒАН ЯҘМЫШ (Хикәйә)

«Эх, Рәсәйҙә генә шулайҙыр! Ҙур итеп йорттар, магазиндар төҙөп ҡуялар, машина ҡуяйым тиһәң, урын табып булмай...» – Шулай һуҡранды эреле-ваҡлы (автомобилдәр ямғырҙан һуң үрсегән селәүсендәрҙәй күбәйә – маркаларын белеп бөтөп тә булмай) ҡырҡ төрлө төҫтәге машиналарға ҡарай-ҡарай буш урын эҙләп вокзалды инде икенсегә урап киткән Динис. Ҡабаланырға түгел, берәйһе, моғайын, сығыр әле. Машиналарын кешеләр, аптыраптыр инде, икешәр, өсәр итеп бер рәткә етәкләтеп ултыртып киткәндәр. Яңы руль бора башлағандарға ғына түгел, әллә нисә йыл машина йөрөтәм инде, тип маһайыусыларға ла анһат түгел ошондай мәхшәрҙә урын табыуы. Биш минутлыҡ эшеңде йомошлап сыҡҡансы тип, ярамаған урында ҡалдырып китһәң, сығыуыңа машинаңдан елдәр ҙә иҫергә мөмкин. Унан инде штрафтуҡталҡа юлында йөрөп, көнөң дә үтә, нервың да бөтә. Ниңәлер ҙур-ҙур зданиелар төҙөп ҡуялар ҙа, иң мөһим нәмә – туҡталҡа тураһында оноталар. Был хаҡта Динис бер бөгөн зарланмай. Бер нәмә лә кешесә түгел беҙҙә!

Ана, бер йәш кенә ҡыҙ, бирешмәй, әзмәүерҙәй ирҙәрҙең ауыҙҙарындағын эт тә ашамаҫ һүҙҙәрен ҡолағына ла элмәй, тар ғына урынға тығылып маташа. Ә ни эшләһен?! Бүренән ҡурҡҡан урманға бармай, тиҙәрме әле? Үҙе яҡшылап йөрөй ҙә белмәй, ахырыһы. «Ярай, бер нисә йылдан ҡарарһығыҙ әле, күҙҙәрен йомған килеш тә машинаһын кәрәк урынға индереп ҡуйыр...» Эстән генә булһа ла был һүҙҙәрҙе теге ирҙәргә төбәп әйтте Динис. Улар ҙа шулай өйрәнеп киткәндер. Йәш бер егет маладис, тәжрибәһеҙ водителдең хәленә инде, ярҙам итергә уйланы булһа кәрәк, ашығып ҡыҙға табан атланы. Әммә тегеһе лә ҡара тырыш, әрләнһә әрләнде, ете ҡат тире сыҡһа сыҡты, барыбер машинаһын үҙе ҡуйҙы.

Динистың ҡулдары үҙенән-үҙе рулде вокзалға терәлеп тигәндәй япа-яңғыҙ бейек булып ҡуҡайып ултырған туғыҙ ҡатлы йортҡа борҙо. Ятаҡ был. Динис ҡасандыр бында тороп киткәйне. Әллә ни күп йәшәмәһә лә, күңеленә байтаҡ хәтирәләр һалған яҡҡа боролоуға, йөрәге дөпөлдәп ҡуйҙы. Йәшлек ваҡыт шулайҙыр инде: ятаҡта йәшәйһеңме, әллә бай йорттамы, сохарый кимерәһеңме, әллә ҡалас ашайһыңмы, шәшке тун кейәһеңме, әллә ҡытай курткаһында йөрөйһөңмө – ҡан берҙәй уйнай, күңел хискә тулыша, күҙҙәрҙә нурҙар һикерешә, йөрәк әллә ниндәй батырлыҡтар ҡылырға этәрә.

Ятаҡҡа, тыштан буяп ебәргәс, төҫ инеп киткән, сағыу күлдәк кейгән бала кеүек ултыра. Шуныһы күҙенә салынды Динистың: пластик тәҙрәләр күбәйгән. Был ятаҡта ғаиләле кешеләрҙең ишәйеүен аңлаталыр. Тәҙрәләрҙең яңырыуы, әлбиттә, һәйбәт күренеш: һәр кем матур, уңайлы йәшәргә тырыша. Әммә икенсе яҡтан... Динистың күҙ алдына шкафы, карауат-дивандары, өҫтәлдәре, һыуытҡысы, ултырғыстары, тағы әллә күпме әйберҙәре һыйған ҡыҫынҡы бүлмә килеп баҫты. Урталағы бәләкәй генә урында балалар йүгерешеп йөрөй. Йүгерешеп, тиеү дөрөҫ түгел, һикерешеп, тиеү урынлыраҡтыр. Быныһы инде матур күренеш түгел. Ҡыҙғаныс. Ә бит, баш ҡалала ҡыйығым бар, тип ҡыуанып йәшәп ятҡан бындай ғаиләләр күп. Күптәре шуға риза булып, күнә лә ҡуя. Ятаҡ ул туҡталып, киләсәккә старт ала торған урын булырға тейеш.

Йорттоң мөйөшөндә «Салют» магазины урынлашҡан. Вьетнамдар шаҡы-шоҡо менән һатыу итә. Ярата торғайны ошо магазинды Динис: нимә кәрәк – рәхим ит, ә иң мөһиме – осһоҙ! Хәтерендә, ҡыҙыу ҡояш аҫтында әлһерәп, һыуһап, көнө буйы баҙар ҡыҙыра-ҡыҙыра ла, күңеленә ятҡан ғына әйбер осрата алмай, ахырҙа, әлеге «Салют»тан ҡайтып алып ҡуя ине. Сөнки бүтән ерҙәрҙә лә шул уҡ тауар, тик хаҡы ғына ҡиммәтерәк. Һаман да эшләй икән... Ҡыҙыҡ, әле лә кеше был магазиндан әйбер аламы икән? Сөнки элек бүтәне юҡ ине, хәҙер иһә үҙен ихтирам иткән кеше өсөн сифатлы кейем-һалым, донъя кәрәк-яраҡтары һатылған магазиндар етерлек. Кешенең йөҙөн сифатлы әйбер билдәләй, тип һанай Динис.

Ана, магазин эргәһендә ирҙәр өйкөлөшөп тора. Динис ҡарашы менән таныш йөҙҙәрҙе байҡаны. Бәй, Иҙрис бит анау ҡолғалай булып торғаны! Әллә ҡасанғы танышын осратҡандай, Динистың ауыҙы йырылды. «Әгәр айныҡ булһа, ҡояш иртәгә икенсе яҡтан ҡалҡасаҡ...» Һуҡмыш... Тимәк, донъя үҙ урынында. Иҙрис тә, тыуған йортона ҡайтҡандай төпкә үк уҙып туҡтаған ят машинаға текәлде. Таныһа-танымаһа ла йылмайып ебәрҙе. Ҡоласын йәйеп Динисҡа ҡаршы атланы. Машинаһын ҡуйып, музыкаларын, һыуыҡ өрҙөргөсөн һүндереп, телефон, документтарын барлап, ҡабаланмай ғына сыҡҡанын көтөп алды.

– Һаумы, братан! – тип ҡосаҡлап уҡ алды. – Ниңә килеп тә сыҡмайһың? Оноттоң, бөтөнләй оноттоң беҙҙе! – Шелтәләй, әйтерһең, бергәләшеп ниндәйҙер уртаҡ эштәр атҡарып, йә бер ҡаҙандан ашап йөрөгәндәр.

– Бында барыһы ла элеккесә. – Отчет бирә башланы был. – Тик кешеләр генә алмашынып тора, кемдер килә, кемдер китә. Һуңғы арала бигерәк тә.

«Йүнлеләре фатир алып китәлер инде уларҙың...» – Динистың башына килгән беренсе уй ошо булды. Сөнки әҙ генә булһа ла тормошон яҡшыртырға теләгәндәргә мотлаҡ ҡояш йылмаясаҡ. Иҙрис ише ятаҡта бүлмәһе булғанға ҡәнәгәтләнгәндәр, миңә ошоноһо булғас та шәп, йә, минән булмай ул, тип үҙҙәренә ышанмағандарҙың ғына тормошонда бер нәмә лә үҙгәрмәй. Иҙрис минән күп булһа биш-ун йәшкә ололор. Икебеҙҙе бергә ҡуйһаң, мин уның малайы кеүек кенәмен.

– Һин әле һаман иртән йүгерәһеңме? – Онотмаған!

– Йүгерәм, тик элекке кеүек көн дә түгел, хәҙер күберәген спортзалға йөрөйөм.

Йәш саҡта көн дә йүгерә инем шул. Уның ҡарауы, көнө буйына етерлек энергия туплай инем. Мин йүгерергә сығам, Иҙрис һәм уның «дуҫтары» ишек алдына «соображать» итергә йыйыла. Таңғы етенән баш төҙәтәм тип йөрөгән уларға ҡарап мин аптырайым, таң менән «бушты бушҡа ауҙарырға» сыҡҡан миңә ҡарап, улар ғәжәп ҡыла. Көн дә йүгереүемә шулай тип ҡарайҙар ине ағайҙар. «Йүгерер, йүгерер ҙә ташлар был шөғөлөн» тип көткәйнеләр ҙә. Ана бит, улар ҙа һаман «соображать» итә. Элек мин уларҙы ғәйепләп ҡарай инем. Хәҙер юҡ. Минең әҙәмсә йәшәгем килгәс, тәүҙән үк алдыма, бер нәмәгә ҡарамай кеше булырға, тигән маҡсат алдым. Тырыштым, йырып сыҡтым. Юҡһа, хәҙер торор инем әлеге Иҙрис менән бергә, ҡайҙан берәй ярты табып башты төҙәтергә, тип ҡайғырып, һәр кем үҙ юлын үҙе һайлай был тормошта. Әммә! – һәр кем үҙен, үҙенең донъяға, кешеләргә, әйләнә-тирәһендәге әйберҙәргә булған ҡарашын үҙгәртә ала. Ул уны үҙе эшләргә тейеш. Ә былай өгөтләһәләр ҙә, ялынһалар ҙа, әрләһәләр, хатта туҡмаһалар ҙа, үҙенсә эшләйәсәк. Иҙрискә президент үҙе килеп инәлһә лә, эсеүенән баш тартмаясаҡ. Батша һарайында йә мал һарайында йәшәргәме икәнен кеше фәҡәт үҙе генә һайлай.

– Мин һинең алдында элек тә башымды эйә инем, хәҙер бигерәк тә эйәм! – Иҙрис, кепкаһын сисеп, ҡулын йөрәге тәңгәленә ҡуйып баш эйҙе. – Һинең кеүек булырға ине...

– Бул һуң, һине кем тыя? – Йылмайғандай иттем.

– Мин бит һинең кеүек көслө кеше түгел...

Ҡабаланған кеше булып, хушлашып китеп барҙым. Тыштан ҡарауға йәл кеүек, әммә мин уны тамсы ла йәлләмәйем. Ғәйепләмәйем дә, хупламайым да. Әммә берәй көн килеп эсеүен ташлап, кейенеп, матурайып яныма килеп баҫһа, уның көслө рухы алдында башымды эйәсәкмен.

Вокзал да үҙгәреп киткән. Бында һуңғы тапҡыр ҡасан булғанымды ла хәтерләмәйем. Ул ваҡытта тышта палаткаларҙа һатыу итә инеләр. Уңайлы булған икән, бигерәк тә йәй көндәре: киләһең, билет алаһың, ә автобус китергә байтаҡ ваҡыт бар әле. Шул саҡ күҙең палаткалағы ыбыр-сыбыр әйберҙәргә төшә...

Миңә бәлеш оҡшай торғайны. Ятаҡ яҡын булғас, бәлеш ашар өсөн генә лә көн дә тигәндәй килеп китә торғайным ошонда. Сәй менән «м-м-м-м...» телеңде йоторлоҡ була. Бүтән бер ерҙә лә ундай тәмле бәлештәрҙе ашағаным юҡ. Һатыусы ҡыҙыҡай менән танышып та киткәйнек шул арҡала, ҡыҙыҡ, ул һаман да ошонда һатыу итәме икән? Әммә бәлеш-маҙар һатыусылар бөтөнләй күренмәй. Ҡасан да булһа үҙенең нөктәһен асырға хыяллана ине бит ул. Хыялын тормошҡа ашыра алдымы икән? Шул тиклем дә эскерһеҙ бер сибәр ҡыҙ ине Аҡйондоҙ. Буйға бәләкәй, сибек кенә, ә үҙенән энергия ташып тора. Шуға микән, уның менән һөйләшкәндән һуң үҙемдә тауҙар аҡтарып ташларҙай көс тоя инем. Ошо өрһәң осоп китерлек ҡыҙҙан кәмме ни мин, тигән сәм уяна ине. Осрашыуға ла саҡырып ҡарағайным, һәр саҡ йә ваҡыты юҡлыҡҡа, йә ауырығанға, йә арығанға һылтанып, килмәне. Бәлки, егете булғандыр, осрашыуға уның янына ашыҡҡандыр.

– Ғәфү итегеҙ, – күп уйлап торманым, белешмәләр өҫтәленән белешеп ҡарарға булдым. – Элек ошонда Аҡйондоҙ Таңатарова тигән ҡыҙыҡай эшләй торғайны. Киоскыла бәлештәр һата ине...

– Аҡйондоҙ Ринатовнамы?

Атаһының исемен белмәйем. Бәлки, ҡасандыр әйткән дә булғандыр, иҫләмәйем. Шулай ҙа эйе тигәнде белдереп баш ҡаҡтым.

– Уны бында тап итә алырың бик икеле. Ул бит хәҙер кондитер магазиндары директоры! – Был һүҙҙәр ниндәйҙер ғорурлыҡ менән әйтелде.

– Оһо! – Мине лә уның өсөн ғорурлыҡ хисе солғап алды. Теләгенә ирешкән бит!

Ниңә уның менән аралашманым икән? Ятаҡтан киткәс, нисектер, үҙенән-үҙе онотолдо ла ҡуйҙы. Ун йыл эсендә ана ниндәй үҙгәрештәр булып уҙған. Шулай ҙа уның менән күрешеп, һөйләшеп алырға кәрәк. Минең дә уға һөйләр яңылыҡтарым күп бит!

Автобус инде килеп етергә тейеш. Тышҡа сыҡтым. Йәнә ятаҡ стеналарына күҙем төшә. Бер тәҙрә бигерәк тә тарта үҙенә. Бында хәҙер ғаиләле кеше йәшәйҙер: тәҙрәһендә ҡиммәтле тюль, матур сәскәләр күренә. Тәҙрәһен дә пластикка алыштырғандар. Йәмле, әммә минең өсөн барыбер элекке осһоҙло ҡытай тюле, буяуы уңып бөткән яҡтауҙар, көнө-төнө янып торған ут (һүндерергә оноттолар микән?), бөркөлөп торған нур етмәй бында.

Шәүрә йәшәне был бүлмәлә. Бергә килгәйнек беҙ Өфөгә. Коменданттың артынан ҡалмай әллә нисә көн йөрөп, байтаҡ ҡына аҡса биреп, урын алғайныҡ. Нисә инһәң дә өҫтәлдә, тумбочкаларҙа косметика тулып ултырыр, ишеге ҡайырылған шкафта матур күлдәктәр теҙелеп торор ине, үҙҙәре тик тәмле нәмәләр менән һыйланды, һәм гел ҡиммәтле духи еҫе аңҡыны. Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың, тиҙәр бит. Шәүрә был тәңгәлдә инәлтеп торманы, бүлмәләштәренең йәшәү рәүешен ҡабул итте лә ҡуйҙы: уларса һөйләшеүгә күсте, кейем һайлай башланы, клуб-ресторан тирәһен, ҡалын кеҫәле егеттәрҙе байҡаны. Тинләп, тир түгеп йыйған аҡсабыҙға үҙ донъябыҙҙы икәүләп ҡорорға тигән хыялым селпәрәмә килде шулай. Шәүрәмдең «этләнеп йәшәгеһе килмәне». Аҡсалы берәүҙе тапты ла, сат йәбеште лә ҡуйҙы. Үҙенән оло һәм икенсе милләт кешеһе булыуы ла уны һағайтманы. «Ул әҙәмде яратмайһың бит, нисек йәшәргә уйлайһың?» – тигән һорауыма: «Әгәр яратып та, юҡлыҡ арҡаһында көн һайын ирешеп-талаша башлаһаҡ, мөхәббәт нәфрәткә әйләнһә? Был икеләтә ауыр буласаҡ минең өсөн...» – тип яуапланы, һүҙҙәрендә, бәлки, дөрөҫлөк тә барҙыр. Борон-борондан ир кеше – тапҡан, ҡатын табылғанды эш иткән, балаларын баҡҡан. Мин, күрәһең, ышанысһыҙ тойолғанмындыр... Хәҙер бәхетлелер һәм ул ваҡыттағы һүҙҙәре өсөн үкенмәйҙер тип ышанғым килә.

Минең үткәндәргә ҡайтып, хәтирәләргә лә бирелеп ултырғаным юҡ икән, ә бит улар, артта ҡалһалар ҙа, насармы-яҡшымы, һинең бер өлөшөң. Ғәҙәттә, үткән юлың бик шәптән булмаһа ғына артҡа ҡарағы килмәй, ә минең, Аллаға шөкөр, барыһы ла һәйбәт. Хаталаныуҙар булған икән, уларҙың барыһы ла мине нимәгәлер өйрәткән, һабаҡ биргән. Ваҡытында күрергә өйрәнергә генә кәрәк, тормош һиңә аҙым һайын билдәләр ебәреп тора.

Бына минең автобус. Алыҫ юлдан әсәйем килә ята. Ауылдан үҙем барып алып ҡайтам тиһәм дә, ҡырҡа ҡаршы булды: «Юҡ- юҡ, аҡса әрәм итеп, ваҡытыңды бушҡа уҙғарып, минең өсөн генә килеп йөрөмә». Ныҡышыу бушҡа ғына икәнен аңлап, башҡаса өндәшмәнем. Белеп торам, күстәнәскә бер нәмә лә кәрәкмәй, тигәнемде ҡолағына ла элмәй, итен дә, майын, эремсек-һөтөн, йомортҡаһын да тейәп киләсәк. Балам ас ятмаһын, тиеүе инде.

Автобустан аҡ, йәшел, зәңгәр, ҡара төҫтәр төшә башланы. Ана, әсәйем дә күренде! Алдан әйткәнемсә, сумкаларына көсө лә етмәй. Йылмаймай булдыра алмайым. Нисектер, йәшәреп киткән кеүек. Ҡалаға килеү үҙенекен иткәндер. Моғайын, бер нисә көн элек үк әҙерләнә башлағандыр, ана бит, сәстәрен буяп ебәргән, бөҙрәләткән. Ирененә ҡыҙыл яғып, күҙ өҫтөнә ҡара тартҡан. Их, ҡалала йәшәһәме! Ҡыҙҙарға алыштырғыһыҙ булыр ине. Уға ҡаршы ашығам. Сумкаларын тышҡа сығарып ултырттым. Күрештек, һағындырған. Ныҡ итеп яратып ҡосаҡлап алғым килде үҙен, тик, улай тәрбиәләнмәгәнгәме, ҡул ғына бирҙем, арҡаһынан еңелсә генә ҡағып алдым. Бирешкән шулай ҙа. Бәләкәсәйеп ҡалған.

– Һуңғы арала ҡайтҡанығыҙ юҡ, бына, үҙем хәлегеҙҙе белергә килдем.

– Теге айҙа ғына барып киттек бит!

– Шулай ғына ваҡыт уҙҙымы ни? Миңә бер йыл кеүек тойолдо. Әллә ниңә күңел урынында түгел.

– Берәй нәмә булдымы әллә? – Күңелгә шом йүгерҙе.

– Булманы ла ул... Нисек йәшәгәнеңде килеп күргем килде, һин ҡайтып киткән һайын әллә ниндәй аңлашылмаған тойғо ҡала. Нимәнелер әйтеп еткермәйһең кеүек.

Бына әсә күңеле! Нимә көткәнен белмәй әле ул. Ни тиер? Үпкәләрме? Ҡыуанырмы? Мин дә бер ни һөйләмәй, дөрөҫ эшләмәнем шикелле. Әле генә аңланым быны. Ҡәҙерле әсәкәйемде һанламаған кеүек килеп сыға түгелме?

Машинаға табан атлайбыҙ. Әсәйем өнһөҙ генә арттан эйәрә, һиҙҙермәҫкә тырышып, тирә-яғын байҡай. Уның Өфөлә булғаны юҡ. Магнит юлын йыш тапай ул. Баҙарға тип бара ла, унда йәшәгән һеңлеһенә һуғыла. Бәләкәй сағымда әсәйемде унан ҡыҙғанғаным хәтерҙә. Айырыла алмай һөйләшәләр, серләшәләр, көлөшәләр... Миңә ул ваҡыттарҙа шул тиклем әсәй, атай иғтибары етмәй ине. Әммә быны уға нисек аңлатырға ғына белмәнем... Быны әсәйемдең яңғыҙ булыуы менән аңлатырға тырышам. Атай менән икенсерәк булыр ине, моғайын. Иртә өлкәнәйергә тура килде.

Юлда күберәген ул балалар, килене тураһында һорашып килде. Балалар, уҡығас, һирәгерәк ҡайта шул өләсәләре янына. Ә мин һиҙҙермәй генә артта ултырған әсәйемде күҙәтәм. Ябай, сабыр ауыл ҡатыны. Ҙур ҡалала, етмәһә, ҡиммәтле машина эсендә үҙен нисек тоторға белмәй. Барыһы ла ят, сит бында уның өсөн, ҡалала ни тиклем генә рәхәт булмаһын, бер ваҡытта ла йәшәргә килмәйәсәк. Иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы сабыр ғына күтәреп, барыһына ла түҙеп, ҡорған нигеҙенә тоғро ҡаласаҡ. Өлөшөмә төшкән көмөшөм, маңлайыма ни яҙылған, шуны күрәм инде, ти ул гел. Үҙ яҙмышыңды үҙең яҙып була, тигәнгә ышанырға теләмәй. Бер яҡтан, шул тиклем көслө минең әсәйем, икенсе яҡтан иһә үтә лә көсһөҙ... Әле килеүенең сәбәбе лә мине атай нигеҙенә ҡайтырға өгөтләү түгелме икән?

– Алыҫ йәшәгәс, балалар көн дә мәктәпкә нисек йөрөй һуң? – Был турала ул беренсе тапҡыр белешмәй.

– Үҙем алып барып ҡуям, мин бушамағанда, киленең йөрөтә...

Өндәшмәй. Ҡала кешеһенең тормошон аңлап етә алмай ул.

– Бынау тиклем мәхшәрҙә нисек бала өсөн ҡурҡмайһығыҙҙыр?! Аҙашып-нитеп ҡуйһа, таба ла алмаҫһығыҙ...

Ни тип әйтәйем? Ҡурҡыныс түгел, барыһы ла шулай йөрөтә тип аңлатып та, әллә ҡасандан төшөндөрөп еткерә алмайым.

Ауылыбыҙ яғына бөрөлдөк. Ҡала ситенән ер алып, йорт күтәреп, хәҙер шунда йәшәп ятабыҙ. Үҙ донъяң – үҙ көйөң. Йәш барған һайын ҡала шауынан йырағыраҡ булғы килә.

– Баҡсанан ер алып, йорт төҙөнөк тигәйнең түгелме һуң? – Ике ҡатлы йорт алдына барып туҡтағандан һуң беренсе биргән һорауы булды был.

– Эйе, был урында ташландыҡ баҡса ине. Аҙаҡ уларҙы кешеләргә бүлеп бирҙеләр, өй төҙөргә рөхсәт иттеләр.

Быныһы дөрөҫ. Ер һайлап, ҡарап йөрөгәндә сүп-сар ояһы ине был урындар. Ике-өс йыл эсендә бынамын тигән ауыл барлыҡҡа килде.

Машинаны күреп, балалар килеп сыҡты. Уларға өләсәләренең килеүе бер аҙ сәйер булып тора ине шикелле. Минең ише икеләнеп торманылар, йәһәтләй һалып өләсәләренең ҡуйынына һыйындылар.

– Һинең хәҙер ваҡытың бармы, өләсәй? – Бәләкәй Айгүзәл ышанмағандай һорай. Илнур менән Айҙар сумкаларҙы күтәреп алды.

Гөлсейәнең аш-һыуға ҡулы оҫта: өҫтәлде матур әҙерләгән. Әсәйем яратҡан аштарҙы бешерергә тырышҡан. Ғәҙәттә өҫтәл кем килеүгә ҡарап әҙерләнә. Эш буйынса йыйылырға тура килһә, салат һәм бер төрлө генә аш була, сәйҙе лә кәнфит йә ҡайнатма, бал менән генә эсәбеҙ. Дуҫтар килһә, мунса яғыла, шашлыҡ йә шуға оҡшаш нәмә уйларға тырышабыҙ, һут, һыу күберәк ултыртыла. Бөгөн иһә әйтеп аңлатҡыһыҙ йылылыҡ бөркөлә, барыһы ла ҡәҙерле кеше өсөн эшләнгәне һиҙелә. Быға балаларҙың шатлығы, туҡтауһыҙ һорауҙар биреп, өләсәләренә һөйләп, күрһәтеп ҡалырға тырышып шау-гөр килеүе лә ҡеүәт бирә.

– Тәк, – тип һүҙ башланым бер аҙ ашап алғас. – Иртәгә барыбыҙ ҙа ял итәбеҙ!

– Ура! – тип ҡысҡырҙы балалар, улар ял итәбеҙ аҫтында нимә ятҡанын бик һәйбәт белә.

– Өләсәйгә Салауат Юлаевты күрһәтәйек!

– Музейға барайыҡ!

– Циркка!

– Магазиндар буйлап йөрөтәйек!

– Һыу төшөргә барайыҡ!

Һәр кем үҙенең тәҡдимен һәм теләген әйтеп ҡалырға тырыша.

– Юҡ, юҡ! Бер ҡайҙа ла йөрөмәйем! Иртәгә таң менән ҡайтып китәм...

Ошо һүҙҙәрҙең әйтеләсәге көн кеүек асыҡ ине. Күҙендә ҡурҡыу сағылып китте хатта. Балалар бер-бер артлы ризаһыҙлығын белдерә башланы.

Ә минең бына ошолай өҫтәл артында өлкәндәр менән нимә тураһындалыр һөйләшеп, ҡарарҙар ҡабул итеп ултырғаным булманы, һәр хәлдә, хәтерләмәйем. Ҡайҙа барырға, нимә кейергә, нимә ҡарарға, нимә уҡырға – минең өсөн минһеҙ генә хәл итәләр ине. Үҙемдең теләгемде йә ризаһыҙлығымды белдереүҙең аҙағында, «Һин нимә беләһең», «Башың йәш әле», «Өлкәндәр эшенә ҡыҫылма», «Нимә әйтәләр, шуны эшлә, үҙеңсә үҫкәс ҡыландырырһың» кеүек һүҙҙәр генә ишетергә тура килде. Шуға күрә аҙаҡ өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙем, һүҙемде үҙем өсөн, эстән генә әйтеп ҡуя торғайным.

Балалар йәһәт кенә ашанылар ҙа, рәхмәт әйтеп, тороп та киттеләр. Тынлыҡ урынлашты, һәр кем һүҙҙе нимәнән башларға белмәй аптырап ҡалды.

– Шулай йәшәйһең икән... – тип һуҙып ҡуйҙы әсәйем.

– Эйе, шулай йәшәп ятҡан булабыҙ.

– Ә мин ябай ауыл өйөн күҙ алдына килтергәйнем...

– Мин ике ҡатлы, ҙур өй һалдыҡ, еребеҙ ҙә бар, тип әйтеп ҡарағайным бит, иғтибар ғына итмәнең. Иҫләйһеңме?

– Шулай булмаһа ярар ине, һинән буламы ни, тип көлөп кенә ҡуйғайным шул.

«Шулай шул, әсәкәйем! Ғүмер буйы, һинән буламы ни, тип ышанманың, шуның менән күңелде төшөрҙөң, кәмһеттең...» – Быныһын эстән генә әйтеп бөтөрҙөм. Яҡшы уҡырға бөтә мөмкинлегем бар ине, әлеге лә баяғы: «Һинән буламы ни, мәктәпте өскә бөтһәң дә шәп», – тиеүең аяҡ салды. Малай кешегә күп кәрәкме ни, һинең һүҙҙәреңде ҡанун итеп ҡабул иттем дә, яҡшы билдәләр алам тип көймәнем, тырышманым. Шунда көндәлегемде ҡарап, ҡайһылай минең улым маладис, тигән булһаң, дәртләнеп уҡыуымды дауам иткән булыр инем. Ярыш, конкурс, олимпиадаларға тәүҙә һин ебәрмәнең, ана, һарайҙа, урам тирәһендә эш күп, тинең. Аҙаҡ, минән буламы ни, тип үҙем баш тарттым. Унан инде миңә ҡул һелтәнеләр, иғтибар итмәй башланылар.

Эш бүлмәмдә ял итәм мин. Йә бөтөн донъямды онотоп эшкә сумам, йә уйҙар диңгеҙендә йөҙәм. Әле лә эш буйынса шылтыратыуҙар яһап алырға булһам да, фекерҙәремде туплай алмайым. Креслоға күсеп ултырҙым, күҙҙәрҙе йомдом. Бөгөн үҙемде иртәнән тарҡау тоям. Күберәген хәтирәләргә биреләм шикелле. Бына әле лә күҙ алдынан ятаҡ, ятаҡ тирәһендә кемде «һығырға» тип баш ватҡан Иҙрис үтеп китте. Күпме кеше минең ошо кабинеттай ғына ҙурлыҡтағы бүлмәлә ғаиләләре менән ҡәнәғәт булып йәшәп яталар. Улар ҙа әсәйемдең һүҙен ҡабатлай торғандыр: «Беҙҙән буламы ни!..» «Тырышһаң, була!» – тип ҡысҡырғым килә барыһына ла. Мин үҙемде еңергә, үҙемә ышанырға көс таптым бит, һеҙгә лә бер аҙым яһарға ғына кәрәк.

«Мәктәпте тамамлағас, ауылда ҡалырһың, пилорамға эшкә төшөрһөң...» – Әсәйем минең өсөн барыһын да хәл итеп бөткәйне. Беренсе тапҡырҙыр, уны тыңлағым килмәне. Ул: «Һинән буламы ни...» – тигән һайын, миндә: «Була!..» – тигән сәм уяна ине. Быны әсәйемә лә, үҙемә лә иҫбатлағым килде. Сығып киттем. Әсәйем был осраҡта ла миңә ышанманы, оҙаҡҡа киттем тиһеңме, аҡсаң бөткәнсе йөрөрһөң дә, ҡайтып килерһең, тип тороп ҡалды...

Күпме ултырғанмындыр, ишекте һаҡ ҡына асып, әсәйем килеп инде. Ул һаман үҙен аҙашып йөрөгән бәрәс кеүек хис итә.

– Үт, әсәй, әйҙә бына бында, креслоға ултыр, – тип йәһәт кенә ҡалҡындым.

Әсәйем ҡорт саҡҡандай һикереп китте.

– Юҡ, юҡ! Ундай нәмәлә ғүмерҙә лә ултырғаным юҡ, миңә ултырғыста ла һәйбәт!

Әммә үҙе ултырманы, яйлап йөрөп бүлмәне ҡарай башланы, шкафтағы китаптарҙы алып-алып ҡараны. Ахырҙа, ҡаршыма килеп ултырҙы ла күҙҙәремә тура ҡарап:

– Улым, һин бандиттар менән бәйләнмәнеңме? Ҡырын эштәр менән булаһыңмы әллә? – тине.

Башланды... Күҙҙәрендә ниндәйҙер үпкә, әр, ҡурҡыу сатҡылары.

– Минән булмай ул, тип әйтмәксеһеңме?

– Улай тимәйем дә ул... Тик бынау тиклем ҙур өй... Аҡсаһыҙ ғына һалыуҙары, ай-һай, була торған эшме икән?.. Беҙҙең нәҫелдә...

– Әсәй! – Ҡапыл ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. – Кем минең аҡсам юҡ, ти? Белгең килһә, улың бынамын тигән электрик! Хәҙер инде үҙемдең әллә нисә бригадам бар, үҙ эштәренең оҫталары тигән исемебеҙ бар! Аллаға шөкөр, бер бригаданың да бер көн дә буш ултырғаны юҡ. Һинең менән һәр шатлығымды, һәр уңышымды шул тиклем дә уртаҡлашҡым килә торғайны минең, әммә миңә ышанмауың...

Икебеҙ ҙә шымып ҡалдыҡ. Былай ҙа тоноҡ бүлмә тағы нығыраҡ ҡараңғыланып киткәндәй. Шулай ҙа мин бөгөнгө көн өсөн Хоҙайға рәхмәтлемен. Әсәйем менән таныштар кеүек кенә йәшәп туйғайным. Ятып ҡала торғандарҙан түгел икәнемде лә, тырышһаң, тауҙар аҡтарырға мөмкинлеген дә бөтә донъя алдында иҫбатланым, тағы нимә кәрәк?!

Әсәйемдең күҙенән ялтырап йәш тәгәрәне. Мин, ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙың күҙ йәшен күтәрә алмайым. Алдымдағы иң яҡын кешемде әле меҫкен генә хәлдә күреп, тамағыма төйөр килеп тығылды. Мин уны һәр ваҡыт көслө, бойороусан, уҫал итеп белдем. Ҡаршы һүҙ әйтергә ҡурҡа инем. Әле килеп...

– Әсәй... – Йоҡа яурындарынан ҡосаҡларға иттем дә, аптырап ҡалдым. Минең бит бер тапҡыр ҙа әсәйемде ҡосаҡлағаным булманы... – Әсәй...

Тамаҡтағы төйөн нығыраҡ ҡыҫты. Үҙемдең дә күҙгә йәш төйөлдө. Эстән генә күпме тапҡырҙар ошо көндө көттөм мин! Әсәйемде ҡосаҡлар көндө. Ҡыҙыҡ, хыялдағы кеүек хистәр кисерәһеңме икән... Бына ул, бер ҡул һуҙымы ерҙә генә ултыра, тот та ҡосаҡла, ә мин, үсексән малай кеүек, торам ебеп! Ошо яҡынлыҡты аңлаша алмаған күпме йылдар, үпкә-асыуҙар, һыр бирмәҫкә тырышып башҡарылған аңлы, аңһыҙ эштәр, күҙ йәштәре айырып тора. Ебәрмәй.

– Әсәй... – Яурындары һелкенеп, шым ғына илай әсәйем, – Илама, барыһы ла һәйбәт бит! Һин беҙҙә ҡунаҡта. Ана, ейән-ейәнсәрҙәрең өләсәләре килгәнгә нисек шатлана!

Кресломды уға яҡынайтып, һаҡ ҡына сәстәренә ҡағылдым. Әйтеп бөткөһөҙ йылылыҡ бөркөлә. Үҙе лә шуны көткән тиерһең, башын яурыныма һалды.

– Ғәфү ит, улым! Һине бәхетһеҙ генә иткәнмен...

– Һин нимә, әсәй! Киреһенсә, минән бәхетле кеше юҡ! – Был ысынлап та шулай. Ошолай әсәйемде ҡосаҡлай, сәстәренән һыйпай, йыуата алыуым менән бәхетле. – Бөгөнгөм өсөн мин һиңә рәхмәтлемен. Мине сәмләндерә белгәнһең – был үҙе оло тәрбиә.

– Мин бит һине ҡулынан бер эш килмәгән эшкинмәгән малай тип уйлағайным...

Юҡ, булғанына үкенмәйем мин. Нисек бар, шулай ҡабул итәм барыһын да. Бәлки, иркә малай булып үҫһәм, бер нәмәгә лә өлгәшмәй, әсәйем елкәһендә ятҡан ялҡау бер ир булған булыр инем. Әсәйемде үҙемә нығыраҡ ҡыҫам. Бына, хәҙер иркәләнергә лә була!... Барыһы ла кешенең үҙенең ҡулында. Мин сәмселлегем, ҡара тырышлығым, үҙемдең лайыҡлы ул икәнемде иҫбатлау теләге менән үҙ яҙмышымды үҙем яҙҙым...

Гөлнара МОСТАФИНА.

 

https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2025-11-05/em-ya-an-ya-mysh-hik-y-4453945

 

Автор:
Читайте нас