

Сәйәхәткә юллама
Болгарияға путевка менән бүләкләнеүсе хеҙмәт алдынғылары араһында Мирҙың да исеме бар ине.
- Үкенескә күрә, бара алмайым. Бынауындай ҡыҙыу ураҡ мәлендә кем буҡ тибеп анауынсама ергә сәйәхәткә сығып китһен! Кем ебәрһен! Игенсе өсөн һәр көнө генә түгел, һәр сәғәте ҡиммәт! - тип яуап бирҙе ул райондың ауыл хужалығы буйынса етәксеһенә.
- Зиннәтуллин! - тине хужа тауышын баҫып. - Ауыҙыңды үлсәп ас! Кем һине буҡ тибергә ебәрә! Культурно ял итергә! Ил күрергә! Иген үҫтерергә өйрәнергә, нәкәнис!
-Игенде үҫтерә белмәйбеҙме ни? Улайһа, ни бысағыма "Хеҙмәт алдынғыһы" тип путевка биреп тораһығыҙ? Ана, иген үҫтерә белгәндәргә бирегеҙ!
Хужа тағы тауышын баҫып, йылан ыҫылдағанға оҡшатып, теш араһынан һығып сығарҙы:
- Зиннәтуллин! Шашма!
Һәр ваҡыттағыса тураһын әйтеп өйрәнгән Мир үҙенең кем алдында торғанын онотоп, ҡапыл ҡыҙып киткәнен аңлап, иңбашын йыйырҙы:
- Ғәфү итегеҙ! Әммә ысынлап та бара алмайым... Минең комбайнға кем ултыра? Былай ҙа ҡырҡҡа ярылырҙай булып йөрөлә...
Колхоздың иң шәп механизаторы, ун биш йыллап районда урып-йыйыуҙа беренселекте бирмәгән Мир Зиннәтуллинды етәкселек яҡшы белә. Ҡулынан да, теленән дә килә торған ир уҙаманды улар хөрмәтләй ҙә, унан бер аҙ ҡурҡыңҡырай ҙа шикелле. Сөнки алдындағы кешенең кем икәненә ҡарамай, гел генә дөрөҫөн һөйләй торған, аҡты һис ҡасан ҡара тип әйтмәҫ бер үҙһүҙле кеше ул. Колхоздағы дөйөм йыйылыш булһынмы, һабантуймы, ниндәйҙер район-ара йә республика күләмендәге кәңәшмәме - Мир булһа, түрәләр һәр саҡ уяу ғына тора: етешһеҙлекте йәшереп, эште ал да гөл итеп күрһәтергә форсат бирмәйәсәк. Бер йылы ағыуланып үлгән малдарҙы, унан ҡалһа, киләһе йылынамы икән, нисәнсе йылыналыр, йыйылған игенде асыҡ һауала ятҡырып, киптерттермәй сереттергәнен йәшереп маташҡаны өсөн колхоз рәйесенә район хужалары алдында яуап тоторға тура килде шул. Ошо Мирҙың зәһәр теле арҡаһында район хужалары ла йөҙҙәрен ҡыҙартты өлкә комитеты етәкселеге алдында. "Һәр ваҡыт дөрөҫөн генә һөйләп булмай, кәмселектәрҙе әҙерәк йәшереп өйрәнергә лә кәрәк! Тыйһаңсы шул телеңде, Зиннәтуллин!"- тип йыш ҡына тиргәлде хужаларҙан. "Һеҙ йәшергән дә еткән! Ә миңә намыҫым ҡушмай!"- тип шарт боролоп киткән саҡтары ла булды ирҙең. Әрләнеләр, һүктеләр, ләкин эштә алдынғы механизаторҙы ихтирам иттеләр барыбер ҙә. Башҡалар ыңғайына орден-миҙал таҡманылар тағыуын, юрый исемлектән төшөрөп ҡалдырҙылар, әлбиттә, Маҡтау ҡағыҙҙарын, ударник билдәләрен биреп торҙолар. Эткә итен бирмәй, һөйәк ташлағандай ғына итеп. Ә Мирҙың быға бер ҙә иҫе китмәне, аптыраманы ла, һоранып та йөрөмәне. Иҫенә төшөрөп, хужаларға ҡаршы һөсләтеп маташҡандарҙың да ауыҙын тиҙ яптырҙы:
- Булғаны еткән: иген үҫтерелгән, бураларға һалынған. Мин һиңә Брежневмы орден-миҙалдан түшелдерек тағып йөрөргә! - тип кенә ебәрҙе.
Әле килеп нисәмә йыл һуҙғандан һуң, "Ярай, еберәйек инде шул эт арҡырыһын бер тапҡыр ял итергә, кеше Зиннәтуллинды ситнәтәһегеҙ, тип һөйләмәй ҡалыр, исмаһам, бәлки, аныһының үҙенең дә ауыҙы ябылыр", - тип Болгарияға ебәрмәксе инеләр, ҡалайтып тора һөмһөҙ:
- Ғәфү итегеҙ! Әммә ысынлап та бара алмайым... Минең комбайнға кем ултыра? Былай ҙа ҡырҡҡа ярылырҙай булып йөрөлә! - Бер аҙ шымып торғас, өҫтәп ҡуйҙы, - Германияға булһа, бәлки, барыр ҙа инем. Ә бында, юҡ, булмай... Барманы Мир, урынына икенсе кешене табыу ауыр булманы. "Уйламай һөйләгән - ауырымай үлгән" - ошо әйтем килде Мирҙың башына. Шулай булмайса һуң! Уйламай ғына әйткән "Германияға булһа, бәлки, барыр ҙа инем", - тигән һүҙ әллә Аллаһы Тәғәләнең "Амин" тигән сағына тура килдеме? Ул саҡта түрә бер нәмә лә өндәшмәй ҡайтарып ебәргәйне, бына дүрт йыл үткәс, Мирҙы йәнә юллама менән бүләкләп ҡуйҙылар. Ҡайҙа бит әле, ул осраҡлы ғына әйткән Германияға! Был юлы баш тартманы Мир: беренсенән, ураҡ тамамланған, ҡулдан эш төшкән, икенсенән, Германияға барыу... Юҡ, бер ҡасан да был хаҡта хыялланманы ла, уйланманы ла ул. Әммә йәшлегенең өс йылға яҡын ваҡыты үткән, үҙе хеҙмәт иткән ерҙәрҙе бер барып күреп ҡайтһаң ине, тигән теләге күңел төбөндә йәшеренеп-боҫороноп ятҡандыр, күрәһең. Башҡа хеҙмәт алдынғылары менән бергә алыҫ Германияға бына шулай юлы төштө Мир Зиннәтуллиндың 1984 йылдағы көҙҙөң ҡышҡа ауышҡан бер мәлендә...
Тәүҙә район үҙәгендә, унан Өфөлә Ауыл хужалығы министрлығында сәйәхәткә юлланыусыларҙы байтаҡ тикшерҙеләр, инструктаж үткәрҙеләр. Өҫ кейеменән башлап, үҙеңде нисек тоторға, нисек һөйләшергә, өҫтәл артында нисек ашарыңа тиклем тәфсирләп аңлаттылар. Матур итеп сервировкаланған бай өҫтәл тирәләй уратып ҡуйып, ҡайһы ҡалаҡ менән нимә ашарға, нәҙек сәнске менән нимәне ҡаҙарға, яҫыраҡ сәнске менән нимәне ҡабырға, бокалдарҙың ҙуры, бәләкәйе, нескә биллеһе ниндәй эсемлеккә тәғәйенләнгән - ашау этикетын тулыһынса мейеләренә һеңдерҙеләр. Шулай булмайса: үҙебеҙҙең ҡаһарман атай-ағайҙарыбыҙ еңгән фашистар ояһына барабыҙ ҙа һуң! Улар алдында сер биреп тормаҫтар инде! Өйҙә умыра тешләп икмәк ашаһаҡ та, быларҙың нәҙек кенә, үтә күренмәле итеп теленгән "икмәксегенән" матур ғына ҡабымлап ашарға икән дә! Үҙебеҙҙә майын ағыҙа-ағыҙа ҡалъя һоғонһаҡ та, немецтарҙың кескәй генә теленгән итен семетеп кенә ашарға кәрәк, имеш! Быларҙы тыңлаған бер нисә һауынсы, тракторсы, завод эшсеһе, урман ҡырҡыусы - ябай хеҙмәтсәндәр аптырап ҡалды. Тыштан ризалыҡ белдереп, баш ҡағып торһалар ҙа, эстән генә: "Барып алайыҡ әле Герман еренә, нисек ашарға үҙебеҙ белербеҙ!"- тип уйланылар, ахырыһы. Әҙ ине шул улар, Мир ише ҡул көсө менән иген иккән, илде туйындырған ябай эшсе халыҡ юҡ иҫәбендә, күбеһе өҫтәл артында ыштан туҙҙырған, бойороҡ биреп, төртөп күрһәтеп кенә эшләтеп, олоғара йорттарҙа маҙырап йәшәгән түрә-ғара ине. Йә килбәтһеҙ йыуан, йә ҡарт, йә иҫ китмәле гүзәл йәш бисәләре менән. Улар инде сит илдең төрлөһөндә булған, мәрмәр баҫҡыстарҙан йөрөгән, диңгеҙ буйҙарында ҡомда ҡыҙынған, һөт өҫтөндәге ҡаймаҡтай йәшәгәндәр инструкцияны эшселәр кеүек ауыҙ асып тыңламаны, ирен сите менән йылмайып, ситтән күҙәтте. Улар өсөн былар барыһы ла таныш, көндәлек йәшәү рәүеше, күнегелгән сәйәхәт ине. Диңгеҙ буйҙарында түләп ял итһәләр, бында иһә аҡса сығармай, бушҡа ғына йөрөп ҡайтыу форсаты тейә. Айырма бары шунда ғына, буғай...
Өфөнән Мәскәүгә, Мәскәүҙән Брест аша Германияның баш ҡалаһы Берлинға тиклем поезда барҙылар. Юл оҙон, ваҡыт күп: юлдаштары менән таныштылар, кемдәрҙер дуҫлашты, айырыуса хәбәргә әүәҫ ҡатын-ҡыҙ серләшеп, оҙон-оҙаҡ, яп-яҫы ваҡытты ҡыҫҡартты. Ир-ат йә домино уйнаны, йә кәрт һуҡты, йә тамбурға сығып тәмәке көйрәтте. Яға аҫтына һалырға яратыңҡырағандар, сәй өсөн тәғәйен стакандарына йәшереп кенә градуслы эсемлектәрен ҡойоп, күңел асты. Унан инде кәйефтәре күтәрелеп, гәп һатырға кереште. Мир Зиннәтуллин иҫерткес эсемлектәрҙе бик ҙур ҡунаҡтарҙа ғына тәмләгән кеше булараҡ, ундайҙарға ҡатышманы, әммә һырт биреп, өндәшмәй ултырғандарҙан да түгел ине. Яҡшы кешеләр менән һөйләшеү, уларҙан ҡыҙыҡлы яңылыҡтар ишетеү, үҙе белмәгән әйберҙәр тураһында белешеү Мирҙы гел үҙенә тартып тора, шуға ла уҡымышлы, үҙ фекерҙәре булған, ғәйбәт-мәйбәткә төшмәй, үҙ кимәлен белеп аралашҡан кешеләр менән һүҙе беректе. Бигерәк тә Өфө менән Күмертауҙан килгән ике ир-ат менән ныҡ дуҫлашып китте ул, сөнки уларҙан үҙе белмәгәнде һорашты, аңлап етмәгән сәйәсәттең нескәлектәренә төшөнөргә тырышты. Улары ла төпсөр аҡыллы, һүҙҙәрен уйлап һөйләгән, ваҡлыҡтарҙы урап үткән, бисә-сәсә темаһына ҡағылмаған ирҙе ихтирам итте, тиңдәштәре күреп, үҙ төркөмөнә алды. Барғанда ла, ҡайтҡанда ла өс ир башҡаларҙан айырымыраҡ йөрөнө, уларҙың өсәүһенә бергә күңелһеҙ булманы.
Германияға барыуы беренсегә түгел Мир Зиннәтуллиндың. Тәүге тапҡыр бынан утыҙ йылдар самаһы элек, дөрөҫөрәге, егерме ете йыл элек барып, өс йыл хеҙмәт итеп, егерме дүрт йыл элек ҡайтҡайны ул немец еренән. Уның Германияла хеҙмәт итеүен белгәс, юлдаштары бараһы ил тураһында күберәк белергә теләп, унан төпсөнөп һорашырға кереште. Мир инәлтеп торманы, белгәнен һөйләне. Ә күҙ алдына алыҫ йәшлеге килеп баҫты...
* * *
Армияға бер йыл алданыраҡ алынды Мир: ул донъяға ауаз һалған 1939 йылдың авгусында балаларға тыуыу тураһында таныҡлыҡ биреү тигән нәмә лә булмаған. Уҡытыусы булып эшләп йөрөгән атаһы Ғилман, көҙгө баҫыу эштәре бөткәс кенә улын силсәүиттә яҙҙырып ҡайтҡан. Атайлы булыу, атай ҡосағында үҫеү нисек була - бер мәлгә генә ошоно тойғоһо, атаһын бер ҡыҫып ҡосаҡлағыһы, "Атай!" тигән изге һүҙҙе әйткеһе килеү - үҫеп бауыр нығытҡансы йәшенеп кенә күҙ йәштәрен аҙ йотманы Мир. Еңеү көнөндә, унан аҙаҡ атайҙары һуғыштан ҡайтҡан малайҙарҙың шатланып һикерәңдәүен, әсәйҙәренең балҡыған йөҙҙәрен күреү - уғата ауыр булды 6 йәшлек малайға. Һуғыш ваҡытында бөтәһе лә бер тигеҙ ине, бөтәһе лә атайһыҙ, бөтәһе лә ярым-ярты ғаилә. Еңеү килде, иҫән ирҙәр ҡайтты, кемеһе аҡһаҡ, кемеһе сулаҡ булһа ла, атай - атай инде. Ләкин Зиннәтуллиндарҙың ишеген асып инеүсе булманы: 1943 йылда Ҡырымда ятып ҡалды атаҡайының ғәзиз һөйәктәре... Әсәһе ике улын ике яҡтан ҡосоп, уларҙы йыуатты, әммә үҙенең күҙҙәренән туҡтауһыҙ ҡойолған йәште генә һөртөүсе кеше булманы...
Кесе улы мәктәпкә уҡырға барыр йәше еткәс кенә уларға метрика юлларға кәрәклеге мәғлүм булды. Ағаһы Римдән өс йәшкә кесе Мирға ни өсөндөр бер йыл өҫтәлеп, ике йәшкә генә "кесе" булып сыҡты. Шулай итеп алты йәштән уҡырға барҙы, буйға ла ҙур булғанғамы, бер кем дә уның ысын йәшен белешеп тә, һорашып та торманы. 17 йәшендә әрме сафына алынғанда ла зәп-зәңгәр күҙле, сөм-ҡара сәсле, киң яурынлы, оҙон буйлы егет башҡаларҙан һис тә кәм түгел, киреһенсә, буйсанлығы, ныҡлы кәүҙәһе, үткер ҡарашы менән айырылып тора ине. Әллә атайлы-арҡалы балаларҙан кәм булмаһындар типме, әсәһе ике улын да тәүәккәл, кәрәк ерендә әйтер һүҙен әйтеп, бер кемдән дә ҡурҡып тормаҫлыҡ ҡыйыу итеп үҫтерҙе. Үҙе лә батыр ҡатын ине шул, батыр булмаһа, ирле бисәләр араһында үҙен типә-тиң итеп тотор, үҙенә түшәк итеп ҡараған аҙғын ир-атҡа ҡаршы торор көс ҡайҙан алһын ул! Бер кемгә лә баш бирмәне, башын эйеп барманы, ас ултырһа ултырҙы, намыҫын тапламаны ғорур әсәкәйе. "Бейбаштаҡ! Ир-бисә һин!"- тигән, власты ҡулында тотҡан түрә-ғара ла яҡынлай, уны һындыра алманы. Төндәрен яҫтыҡ мөйөшөн тешләп, илап сыҡһа сыҡты, ике улына күҙ йәшен күрһәтмәне, мыжыманы, бахырланманы. Бәлки, шуға ла улары ла үҙ һүҙле, намыҫсан, әйткән һүҙенә тоғро булып буй еткергәндер? Былай булһа, ниңә бер ябай механизаторҙан - Мир Зиннәтуллиндан - ҡурҡып торһон маҙырап йәшәгән, донъяны дер һелкетеп тотҡан түрә-ғара?..
Әрмеләрҙә йөрөп сәс еткерҙем...
Шверин - немецтар күҙлегенән ҡарағанда бәләкәй, ә беҙҙең һалдаттар өсөн бик ҙур ҡала. Үҙҙәренең ауылынан йә район үҙәгенән ары китмәгән малай-шалай өсөн бигерәк тә күркәм ер. Уларҙың гарнизоны ҡаланан алыҫ түгел урман араһында, оло юлға яҡын ғына урынлашҡан. Күбеһенсә имән, ҡарағай, шыршы үҫкән урмандар, юл ситтәрендә хужаһыҙ үҫеп, мул уңыш биргән алмағастар менән грушалар, тип-тигеҙ юлдар, тап-таҙа урамдар ауыл батҡағынан яңы сыҡҡан Мир кеүек һалдаттарға иҫ киткес тәьҫир итте. Һуғыш бөткәнгә яңы тиҫтә генә йылдан ашыу ваҡыт үтте, беҙҙә, еңеүсе илдә, һаман емереклек, йәшәү ныҡ ауыр, бөтөн ерҙә ҡул хеҙмәте, етешһеҙ тормош, ә бында үҙ ояһында тар-мар ителгән фашистар илендә гөрләтеп йәшәп яталар! Был нисек була һуң? Һалдаттар быны бер нисек тә аңлай алманы, сөнки уларҙың уйынса еңелгән илдә бөлгөнлөк, аслыҡ, насар тормош хөкөм һөрөргә тейеш ине, ә киреһенсә түгел...
Үҙебеҙҙә саҡта Әлкәлә "учебка" үткәндәге казарма тормошо менән Германиялағы һалдат хеҙмәтенең дә айырмаһы ер менән күк араһы ине. Ярты йылға яҡын шыйыҡ өйрә, һыуҙа бешкән тәмһеҙ бутҡа ашап килгән йонсоу егеттәр бындағы "һалдат паегы"нан тиҙ арала көрәйеп китте, йөҙҙәре алһыуланды, кәйефтәре күтәрелде. Туҡмастары, борщтары, щилары ҙур киҫәкле ит менән, ҡуйы булһа, бутҡалары һөттә бешкән, оло киҫәк май һалынған, телеңде йоторлоҡ тәмле ине. Көн дә яңы ғына бешерелгән йылы икмәкте күпме теләһәң, шунса ашарға мөмкин, сикләү юҡ. Ауыл егеттәре өсөн ят булған әллә ниндәй гуляш, бифштекс, шницель, былау, клёцки, буберт, ит һәм балыҡ кәтлиттәре һәм башҡа "второйҙар"ы ла иҫ киткес татлы ине. Тиҙ арала биш-ун килоға артып киткән һалдаттарға йүгереү, башҡа төрлө күнекмәләрҙе үтәү ауырлаша башланы. Рәсми документтарҙа "Мотострелковый полк" тип аталһа ла, ысынында хәрби разведка ғәскәрендә хеҙмәт итеүсе һалдаттар, әлбиттә, күп ваҡыттарын төп шөғөлдәре - разведка оҫталығына өйрәнде, шул уҡ ваҡытта күнекмәләрҙе лә ҡалдырманы. 7 класс белеме менән, аҙаҡтан тракторсыға уҡып алғансы, бер-ике йыл көтөү көткән, мал артынан тиҫтәләрсә саҡрымдар үткән Мир физик яҡтан сыныҡҡан, етеҙ егет ине. Уға барыһы ла еңел бирелде, һәр төр күнекмәләрҙә беренселәр рәтенән төшмәне. Немец телен дә мәктәптә яҡшы уҡығайны, Әлкәләге "учебкала" ла ныҡ өйрәткәйнеләр, бында иһә ябай аралашыу һөйләшенән тыш, һөнәри терминдар буйынса ла талап ныҡ ҡаты ҡуйылды. Телгә тыумыштан әүәҫлеге булғандырмы, бер ауыҙ урыҫса белмәгән Мир әрмелә тиҙ арала урыҫса ла, немецса ла һупаларға өйрәнде, уны һәр ваҡыт башҡаларға өлгө итеп ҡуя башланылар. Әлкәләге урыҫ "дедтар" ҙа йәһәт өйрәнеүгә булышлыҡ иткәйне шул: уларҙың әйткәнен аңламай, аңшайып торғандарға йыш ҡына туҡмағы ла эләкте, иҙән йыуыу, бәҙрәф таҙартыу, оло-оло бактарҙы тултырып, бәләкәс кенә картуф әрсеү сей елкәләренә тейгән "молодойҙар" үҙҙәре лә һиҙмәҫтән был яфаларҙан ҡотолоу юлының бары үҙҙәренән, үҙҙәренең телде яҡшы белеүенән, бар яҡтан да алдынғы булыуҙарынан ғына тороуын тиҙ төшөндө һәм тырышты. Командирҙар тарафынан маҡтала башлағас, уларҙың ҡурсыуын тойғас, һәр яҡтан өлгөлө булғас, "дедтар" ҙа уларға бәйләнер йөй тапмай башланы, үҙҙәренә тиң итеп ҡуймағанда ла, мөнәсәбәттәре һәйбәтләнде. Шул арауыҡта Мирҙың да абруйы үҫте, матур почеркы, һүрәтте килештереп төшөрөүе билдәле булғас, йыш ҡына штабҡа саҡыртып, айырым эш тә ҡуштылар, стена гәзиттәре сығарттылар.
Германияға осҡанда байтаҡ иптәштәре һымаҡ уҡ Мир ҙа үҙен ысын һалдат итеп тойҙо. Ҡыҙыҡһыныу барыһының да күңелен ҡытыҡланы: нисек унда, фашистар ерендәге йәшәү? Уның ғына түгел, һалдаттарҙың яртыһынан күбеһенең атаһын һәләк иткән ҡәһәрле һуғышты башлаусылар илендә халыҡ ниндәй? Һаман да фашистарса этлек уйлаусылармы? Ҡанһыҙмы? Йөҙгә-йөҙ тап килһәләр, уларҙың күҙҙәренә нисек ҡарар совет һалдаты? Илдә саҡта төп бурыс уҡыу, немецса өйрәнеү, разведка өсөн кәрәкле булған азимутты, картаны белеү, кодтар менән эш итеү, радио һәм радиотехник элемтәне өйрәнеү, килгән мәғлүмәтте эшкәртеү һәм артабан тәғәйенләнеше буйынса ебәрергә өйрәнеү булһа, һалдаттар тап шуның өҫтөндә генә эшләп, тырышып, башҡа әйбер тураһында уйламаһа, Германияға килгәндә һәм килеп урынлашып, хеҙмәт итеү башланғас, йөрәктәрендәге ялҡын икенсе төҫ алды. Атайһыҙ үҫкән быуын фашистарға, дөрөҫөрәге, немец халҡына, бөтмәҫ нәфрәт йөрөткән егеттәрҙең ни уйлауы билдәле: атай өсөн үс алырға! Эйе, ныҡ тылҡынылар уларға: немец халҡы фашист түгел! Уларҙың бына тигән ижадсылары - Бах, Бетховен, Моцарт, Гейне, Гете һ.б. - бар. "Һәр дәүерҙең үҙенә күрә була сволочы- ҡәһәр һуҡҡыры!" тип яҙған Һаҙи Таҡташты ла беләләр. Әммә шул немец халҡынан килеп сыҡҡан Гитлерҙы ла онотмайҙар! Етемлек, аслыҡ, юҡсыллыҡ, түгелгән күҙ йәштәре, әсәйҙәренең ваҡытһыҙ ҡартайыуы йә алдан үлеме өсөн үс ҡайнай ине уларҙың йөрәгендә. Һуғыш тамамланыуға ни бары 12 йыл үткән! Күҙ йәштәре кипмәгән, әсәйҙәре ирен, өләсәйҙәре улын, үҙҙәре атайҙарын йә ағайҙарын һуғыштан ҡайтыуын көтөүҙән өмөтөн өҙмәгән ине әле ул саҡта. Уларҙы 4-5 йәшендә генә атайһыҙ иткән фашистарҙың берәүһен булһа ла юҡ итеү менән яныусылар бихисап ине. Уларҙың һөйләшеүҙәре, нисек үс алырға хыялланыуҙары башҡаларҙың да йөрәгендәге быҫҡып ятҡан нәфрәт хисен дөрләтеп ебәрҙе. Бығаса тыныс, етди, аҙ һүҙле, баҫалҡы Мир ҙа бер мәл ошо тойғоға бирелеп, үс алыу уйы менән йәшәп алды... Әгәр бер хәл булмаһа, ул тойғо уны яңылыш аҙымға, үс алыуға ла килтергән булыр ине, бәлки. Урыҫ мәҡәлендәгесә, "Бәхетһеҙлек булмаһа бәхет тә булмаҫ ине" тигән кеүек, бер бәхетһеҙ осраҡ уны был халәтенән ҡотҡарҙы ла инде...
Уларҙың гарнизоны урынлашҡан Шверин тигән ҡаланың тирә-яғы урманлы, һаҙлыҡлы, бик күп быуалары, күлдәре менән билдәле. Һәйбәт тәмле ашауҙан һалдаттарҙың артыҡ кәүҙә ауырлығы барлыҡҡа килеүе тураһында алдараҡ әйтә биреп ҡуйғайныҡ инде. Шул арҡала физик күнекмәләрҙән түбән күрһәткестәр күренә башлағас, командирҙары ротаны теҙеп ҡуйып, ныҡ ҡына әрләп ташланы, ике аҙна эсендә иң яҡшы күрһәткес булырға тейеш, тигән талап ҡуйҙы. Мир хеҙмәт иткән отделениеға ла ныҡ ҡына эләкте ул көндө. Бөтә күнекмәләрҙә лә ал бирмәгән Мирға ике һалдатты күнектереү бурысы ҡуйылды. Шунан башланды көнө буйы йүгереүҙәр, турникта атылыуҙар, отжимание, подтягиваниелар. Һалдаттарҙы ла ҡыуҙы, үҙе лә ныҡлы шөғөлләнде Мир. Уның да елкәһе ҡалынайып, 63 кило ауырлығы 80-гә яҡынлап барған мәл ине. Башҡаларҙан алдын булһа ла, ныҡ көсәнергә кәрәклеген үҙе һиҙенә ине егет. Ныҡлап керештеләр физподготовкаға.
Гарнизон өс яҡтан сәнскеле тимер менән уратып алынһа, оло юл яғынан ике метрлыҡ бейек ҡоймалар менән кәртәләнгән. Унда нимә барлығы һалдаттарға күренмәй. Ә һалдаттар һәр нәмәне белергә теләй, нимә тыйылған - шул татлы, рөхсәт ителгәненең ҡыҙығы юҡ. Шуға күрә бейек ҡойманың бер-ике тимер таҡтаһын аҫтан һурып, кеше һыйып сығырлыҡ юл әтмәләп алдылар. Сығып йөрөүгә йөрөмәйҙәр, әммә асып, ҡала яғындағы тормошто күҙәтергә яраталар. Юл аша ғына урынлашҡан матур, тәрбиәле паркты ҡарайҙар, ағастан ағасҡа, кешенән һис ҡурҡмай, һикерәңләп йөрөгән тейендәргә, шеш ҡолаҡ ҡуяндарға, һимеҙ йомрандарға, хатта һирәкләп күренеп ҡалған алҡа-ҡолаҡсынлы һеләүһендәргә, оҙон мөгөҙлө, һомғол кәүҙәле гүзәл илектәргә, һарғылт-һоро төҫтәге, арҡалары көрән буй һыҙыҡлы матур әлгәнйәктәргә һоҡланып иҫтәре китә. Ҡайһы саҡта бер аҙға йәшеренеп тишектән сығып килеү, парктағы алма-грушаларҙы ҡапҡылау һалдаттарға мәрәкә өсөн генә. Ҡайҙалыр ҡасып китеү, рөхсәтһеҙ юғалыу улар өсөн түгел: ныҡлап иҫкәртелгән, бойороҡ менән нығытылған, самоволка өсөн ҡаты яза барлығы ҡандарына һеңдерелгән. Ике һалдат менән физподготовкаға йүнәлгән Мир Зиннәтуллин замполиттан паркка сығып йүгерергә рөхсәт һораны. Башҡаларҙың да унда сығып шөғөлләнгәндәрен күргәне бар ине Мирҙың. Әллә кәйефе яҡшы булдымы, әллә бар яҡтан да өлгөлө сержантҡа ышанысы ныҡ инеме, бер сәғәттән кире ҡайтыу шарты менән замполит сығырға рөхсәт итте. Өсәүләп паркка барҙылар. Парк ныҡ ҙур, уны яйлап урап сығыу өсөн ярты көнөң дә етмәҫ. Алыҫ китмәй генә бер аҙ йүгергәс, Мир ситтәрәк үҫкән емеш ҡыуағын күреп ҡалды. Туҡталып, бер аҙ ял иткәс, егеттәрҙең үҙҙәрен генә йүгерергә ебәреп, емеш менән һыйланырға уйланы. Ике һалдат кемуҙарҙан йүгереп китте, Мир ҡуйы күкһел ят емеште саҡ ҡына тешләп, тәмләп ҡараны. Шул ҡәҙәр татлы, ауыҙҙа иреп кенә тора ине уныһы. Урыҫтарҙың ежевика тигәне булдымы, икенсеһеме - Мир белмәне, ләззәтләнеп ашарға тотондо. Бик күп тә ваҡыт үтмәне, ҡатын-ҡыҙҙың сырылдаған тауышы ҡолағын сыйып үтте.
- Bitte! helfen Sie! Ich bitte Gott!
Мир тауыш килгән яҡҡа ынтылды. Ярҙам һорап ҡысҡырыу дауам итте. Әсе тауыш бер туҡтауһыҙ ҡабатланды:
- Зинһар өсөн! Ярҙам итегеҙ Теймәгеҙ миңә! Аллаһ хаҡына! Ҡотҡарығыҙ!
Алла хаҡы менән ярҙам һорап ҡысҡырыусының тауышы килгән яҡҡа һынаулы ғына минутта йүгереп барып етте ул. Бүре йә эт өйөрө ташланған, йылан саҡҡан, соҡорға ҡолап төшкән йә ҡыр йәнлегенә ҡуйылған тоҙаҡҡа баҫҡан, электр линияһына эләгеп, токтан һуғылған - нимә генә тигән уй йәшен тиҙлеге менән үтеп китмәһен уның башынан, күҙенә күренгәненә ышана алманы. Уның йүгерергә киткән ике һалдаты йәп-йәш ҡыҙ баланы ергә һалып, көсләргә маташа ине! Ярым шәрә ҡыҙ үлән өҫтөндә тыпырсына, ыштаны һыпырылған, арты ялтырап бер һалдат ҡыҙҙың өҫтөнә ятмаҡ итә, икенсеһе ҡыҙҙың ҡулдарын ҡармап тотоп, баш осона эйелгән. Нисек барып етеп, икеһен ике яҡҡа осора һуҡҡанын да иҫләмәй ҡалды Зиннәтуллин. Ярһыуҙан аңы томаланып, күҙҙәренә ҡан һауғайны уның. Көтөлмәгән хәлдән аптырап ҡалған хеҙмәттәштәре аңына килгәнсе, Мир ҡыҙҙы тартып торғоҙоп, ситкә этәрҙе:
- Кит! Бар кит! Ҡайт өйөңә! Тиҙ бул!
Ҡыҙҙың итәк-еңен йыйып, туҙыраған сәстәрен һирпеп, артҡа сигенеүен күргәс, ҡапыл иҫенә төшөп, ҡаты итеп екерҙе:
- Бер кемгә лә әйтмә! Бында ни булғанын онот! Берәйһенә әйтһәң, уларға ла, һиңә лә көн бөтәсәк!
Ҡыҙ артына ҡарай-ҡарай күҙҙән юғалғас, Мир ҡан һауған күҙҙәрен ике иптәшенә төбәне:
- Йә! Аңлатығыҙ! Был ни хәл! Һеҙ нимә, хайуанға әйләндегеҙме? Бының өсөн һеҙгә нимә була? Военный трибунал! Төрмә! Төрмә генә түгел, расстрел!
Һалдаттар тәүҙә аңшайышты, йәһәт кенә өҫ-башын рәткә килтерҙе. Сержанттың ҡысҡырып бөтөүенә улар инде үҙ халәттәренә ҡайтты, йөҙҙәренә ҡаты сырай инде.
- Аҡырма! - тине береһе. - Улар беҙҙекеләрҙе йәлләгәнме? Һин атайлы үҫтеңме? Беҙҙең атайҙарҙы улар нисек язалаған! Оноттоңмо?
Икенсеһенә лә иптәшенең был һүҙҙәре ҡыйыулыҡ өҫтәне:
- Мин белорус! Минең әсәйемде улар күмәкләп этләгән. Унан дар ағасына аҫып ҡуйғандар. Мин быны үҙ күҙем менән күрҙем. Һиңә нимә, бер нимес кәнтәйе йәлме?
- Үс! Үс алырға ирек бир, сержант!
Ҙур кәүҙәле, көслө сержант йәнә иптәштәренең әпәй шүрлегенә менеп төштө. Эстәренә һеңгәҙәткәнсе тондорҙо. Саҡ тындарын рәтләп, үлән өҫтөнә сүгәләгән һалдаттарҙы тартып торғоҙҙо ла, көтмәгәндә яурындарынан ҡосоп, үҙенә тартты. - Минең дә атай ятып ҡалды. Мин дә әҙ иламаным. Мин дә нәфрәт менән янам. Ләкин... Былай эшләргә хаҡыбыҙ юҡ! Беҙ бит фашизмды еңгән бөйөк Совет һалдаты! Беҙҙең эшебеҙ, намыҫыбыҙ, выжданыбыҙ улай эшләргә ҡушмай! Партия ни тиер?
Үҙенең дә күҙенән йәше сөбөрләне Мирҙың: уның да үсе ҡайнай, таша! Әммә ярамай! Ярамай!
- Һеҙҙең дә, минең да баш китер! Атырҙар! - ти Мир. Үҙе ысынды белеп һөйләйме, әллә ҡурҡыта ғынамы? Үҙен дә ҡурсығандыр йәш сержант, иптәштәрен дә. Ныҡ шөрләне ул... Армия сафында ил һаҡларға китеп, төрмәгә йә дисбатҡа эләгеү - ул әҙәм күҙенә күренә алмаҫлыҡ оят. Үлемдән оят көслө, бындай хурлыҡҡа ҡалғансы, үлемең мең артыҡ Шуның өсөн уларҙың атайҙары фашистарға ҡаршы яуға сыҡтымы ла, шуның өсөн ғәзиз йәнен фиҙа ҡылдымы?..
Ныҡ ҡурҡты һалдаттар. Бер нисә көн яза көтөү менән үтте. Һәр шылт иткән тауышҡа, һәр командаға, һәр ҡапҡа асылған шығырҙауға, һәр телефон сыңына тертләп, көндәр үтте. Йоҡоһо йоҡо, ашы аш булманы уларҙың... Ныҡ ҡына һурылып, йонсоу төҫө керҙе. Әммә йәшен йәшнәмәне...
Ә шулай ҙа бер көн... Төшкө аштан һуң бирелгән ял ваҡытында ҡапыл ғына ҡатын-ҡыҙҙың ҡысҡырған тауышына Мир һикереп торҙо. Тауыш ситтән, парк яғынан килә ине:
- Der russische Soldat, der mich gerettet hat, antwortet! Russischer Soldat! Hab keine Angst! Ich m?chte dir danken! Danke! (Мине ҡотҡарған рус һалдаты, тауыш бир! Рус һалдаты! Мин һиңә рәхмәт белдерәм!)
Рәхмәт әйтергә теләйем, тиһә лә, шөр ебәрҙе Мир. Эҙләп килһә, көсләргә маташыусы һалдаттар менән уны таныһа, бөттө баш, ҡалды муйын һерәйеп! Ул ҡалтырана башланы, йәне алҡымына килеп тығылғандай булды, маңлайынан һалҡын, йәбешкәк тир бәреп сыҡты. Ҡыҙ ҡысҡыра-ҡысҡыра үтеп китте... Был хәл икенсе, өсөнсө көнгә лә ҡабатланғас, Мир ҡыҙҙы баяғы ҡойма тишеге янында ҡарауыллап ятты. Ҡыҙ ҡысҡырып, уның тәңгәленә еткәс кенә, тимерҙе шылдырып, башын тыҡты: - Нимә кәрәк? Ни өсөн ҡысҡыраһың? Һин беҙҙе судҡа бирмәк булаһыңмы?
- Юҡ, юҡ! Бары атайым һеҙгә рәхмәт белдерергә теләй!
- Башҡаса килеп йөрөмә ! Онот тинем бит һиңә!
"Башҡаса килмә, онот нимә булғанын",- тиһә лә, ҡыҙ йәнә килде. Атаһы менән. Уларҙы плацҡа теҙеп ҡуйҙылар. Ҡәҙимге построение, тип иҫе китмәй генә, тыныс ҡына торған Мир саф алдынан өлкән йәштәге ир менән үтеп барыусы немец ҡыҙын күреп, сайҡалып китте. Икеһе лә иғтибарлап һалдаттарға текләй. Мир күҙ ҡырыйы менән генә теге ике иптәшенә төбәлде: уларҙың йөҙҙәре ап-аҡ булған, хәҙер иҫтән яҙып ҡоларҙарын көт тә тор. Ләкин ҡыҙ әллә уларҙы ысын таныманы, әллә танымамышҡа һалышты, эргәләренән тыныс ҡына үтте һәм ҡараштары Мирҙың ҡараштары менән осрашты. Егет: "Өндәшмә! Белдермә!" -тигәнде аңлатып, күҙ ҡыҫты һәм баш сайҡаны. Ҡыҙ ҙа һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә керпектәрен елпте. Бер ни өндәшмәй, саф буйлап үттеләр һәм рота командиры менән бергә штабҡа инеп киттеләр.
"Вольно!" командаһын ишетеп, Мир еңел тын алды. "Үтте! Аллаға шөкөр!"- тип иркенләп торорға ла өлгөрмәне, штабтан йүгереп сыҡҡан дежурный ауыҙынан: "Сержант Зиннатуллин! Срочно к командиру роты!" - тигән фарман яңғыраны. Мир йәнә үлеп терелгәндәй булды. Мамыҡҡа әйләнгән аяҡтары менән штабҡа йүнәлгәндә уның мейеһендә бары бер генә уй ҡайнаны: "Ни эшләргә? Әгәр теге һалдаттарҙың енәйәте билдәле булһа, нимә тип әйтергә? Ҡылынып өлгөрмәһә лә, көсләргә маташыу булды бит... Уны нисек инҡар итергә? Алйот һалдаттарҙың башын нисек имен алып ҡалырға? Ни эшләргә? Ни эшләргә?" Ер тишеге булһа, һис икеләнеүһеҙ инеп китеп, ҡотолор ине Зиннәтуллин был ваҡытта...
- Товарищ майор! Сержант Зиннатуллин по вашему приказанию прибыл!
- Вольно! - тине майор инеүсегә арыған ҡараш ташлап. - Не козыряй, сержант! Бына һине нисә көн эҙләп саҡ таптылар. - Ул ауыр кәүҙәле ҡарт менән ҡыҙға ымланы. -Ниндәй батырлыҡ эшләп ташланың, иптәш сержант? Йәле, һөйләп ебәр! Мирҙың теле аңҡауына йәбештеме ни! Ул тыны быуылып, сайҡалып китте.
- Ярай, тулҡынланма! - тип йылмайҙы майор. - Һине подвиг яһаған тиҙәр бит әле, ә? Ҡыҙҙы енәйәтселәр тырнағынан йолоп алғанһың! Молодец! - Ул сержанттың ҡулын ҡаты итеп ҡыҫып, бер ара һелкеп торҙо! - Ғорурланабыҙ! Бойороҡ менән рәхмәт белдерербеҙ!
Бындайҙы көтмәгән Мир саҡ артына йығылып китмәне: ниндәй подвиг? Ниндәй рәхмәт? Көләләрме, мыҫҡыллайҙармы әллә юғиһә? "Карцерға ябырға, иптәштәрең менән военный трибунал алдына баҫасаҡһығыҙ!"- тиһәләр ҙә, бәлки, ул ҡәҙәре аптырамаҫ ине. Немец ҡарты ла килеп Мирҙың яурынынан ҡосаҡланы, үҙ телендә нимәлер һөйләне. Ҡыҙ ҙа ихлас йылмайҙы. Ә иҫе киткән Мир яҡшы белгән немец телен дә, уларҙың нимә тип әйткәнен дә аңламаны...
Шулай ҡотолдолар улар был ҙур бәләнән. Ике һалдаты ни кисергәндер, Мир уларға ҡарамаҫҡа, уларҙы күрмәҫкә тырышты, осраһалар йәнә туҡмап ташлауҙан ҡурҡты, ахырыһы. Ләкин үҙенә ғүмерлеккә һабаҡ алды: кешенең артабанғы тормошо, нисек булыры бер мәлдән генә тора! Күҙ асып йомған арала һин йә күккә менергә, йә ер аҫтына төшөргә мөмкинһең. Осорға йә дөмөгөргә... Һайлау үҙеңә һәм яныңдағы кешеләреңә бәйле. Тоғро дуҫтар, ышаныслы кешеләр менән генә юлдаш булырға кәрәк, шул саҡта былай оло һайлау алдына ҡалмаҫһың. Әллә ошо һабаҡ уға тормошона маяҡ булдымы, гелән дөрөҫлөктө сатнатып әйтерлек, аҡты ҡара тимәҫлек, яҡтылыҡты ҡараңғылыҡтан айырырлыҡ көс, ихтыяр барлыҡҡа килде уның холҡонда. Ғүмер буйы уның төп һыҙаты буласаҡ был холоҡ уны күп тапҡыр эргә-тирәһендәгеләргә дошман да яһаясаҡ, әммә үҙ-үҙенә тоғролоғон юғалтмай, кешеләрҙең күҙенә тура ҡарарлыҡ намыҫ менән көн итәсәк ул...
Ошонан һуң был немец ҡартын гарнизонда йыш ҡына күргеләп ҡала башланы Мир. Уның бында ни эшләп йөрөүен ипләп кенә һорашҡайны, уның оҙаҡ йылдар һалдаттарҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүе асыҡланды. Бығаса иғтибар ғына бирмәгән, күрәһең. Бер аҙҙан иһә уны теге ҡарт ял көнө баҡсаһында эшләшергә саҡырған булып сыҡты. Дөрөҫөн әйткәндә, эшләтеүҙән дә бигерәк, нисек итеп рус һалдатына рәхмәтен белдерергә белмәй йөҙәй ине, шикелле. Взвод командиры "Үҙең теләгән бер иптәшең менән барырһың, иртәнге сәғәт 10-да ҡапҡа янында көтөп торор", - тигәс, баш тартырға булып китте. Ләкин командир бойороғон үҙгәртмәне, һөҙөп кенә бер ҡараны ла: "Кругом марш! Выволнять приказ!" - тип кенә ебәрҙе.
Яҡташы, райондашы булған башҡорт егете Исмәғилде алып, сәғәт унда увольнительнаяға сығып киттеләр. Тышта ысынлап та, оҙон арба егелгән атының йүгәненән тотоп, әлеге ҡарт тора. Тәбәнәгерәк буйлы, киң яурынлы, ҡасандыр ҡап-ҡара булған шырт сәстәренә, ҡыҫҡа ғына һаҡал-мыйығына сал төшкән мөләйем йөҙлө ине Юрген Коссман әфәнде. Үҙ телендә сәләмләп, арбаға йәтешләп ултырырға булышҡан ҡарт русса ла апаруҡ шыма ғына һөйләшә булып сыҡты. Ул һалдаттарға өйҙә ҡыҙы менән ҡатыны көтөүен, алма-груша йыйышырға кәрәк икәнлеген һөйләне. Мир менән Исмәғил ҡайтарып яуап бирмәне. Улар офицерҙарҙың йыш ҡына йорт эштәрендә булышырға ауыл егеттәрен йә оҫтараҡ һалдаттарҙы ярҙамға саҡырып алыуҙарын ишетеп кенә түгел, күреп тә беләләр ине. Тик әлегәсә береһенең дә немец ғаиләһенә саҡырылғаны юҡ ине. Парк биләмәһе эргәһенән атты юрттырып ҡына үтеп, йәшел үлән баҫҡан урман юлына төштөләр. Ике яҡтан кәкре-бөкрө иләмһеҙ имән ағастары, миләш-балан, ҡарағай-шыршы үҫкән урман буйлап ярты сәғәттәй барғас, ҡапыл ғына бейек ҡойма менән уратылған ихатаға килеп сыҡтылар. Был ишек алдына ингәс, Мир йәнә бер аптыраны. Уларҙың ауылында, хәйер, бөтә Совет иленең ауылында бындай ҙур ихатаны күргәне булмағандыр. Уларҙа кескенә ишек алды, кәртә-ҡура, мунса, ҡайһыларында аласыҡ, йә асыҡ усаҡлыҡ. Йәнә йәтеш кенә картуфлыҡ. Быларҙың иһә ихатаһы күҙ күреме етмәгән ергә һуҙылған. Емеш баҡсалары баяғы парк кеүек, әллә ниндәй ят үҫемлектәр, ят емештәр тәлгәшләнеп ултыра. Йәшелсә баҡсаһы уларҙың колхоз баҫыуындай барҙыр, билләһи! Өйҙәре ҡыҙыл кирбестән ныҡ, бейек, матурлап һалынған. Башҡа ҡаралтылары ла кирбестән, буғай, тик улары эзбизләп ағартылған.
- Ошо йорт, ихата бары һеҙҙеке генәме?- тип аптырап һораясаҡ ул торараҡ үҙе ҡотҡарған ҡыҙҙан - Иолантанан.
- Эйе, ә кемдеке һуң? - тип көлөмһөрәне немец ҡыҙы.
- Бигерәк ҙур бит! Нимәгә ул хәтлем?- тиер Мир.
- Беҙҙе ашатҡан да, кейендергән дә шул еребеҙ инде! Баҡсабыҙ, мал-тыуарыбыҙ!
Фермала эшләп, колхоз өсөн тир түгеп, өйҙә бер һыйыр, өс-дүрт баш һарыҡ аҫыраған, уларҙан бер тин дә килем алмаған, киреһенсә, дәүләткә итен дә, һөтөн дә, башҡаһын да һалым өсөн тапшырып торған егеттәр быны аңлай алмаясаҡ та... Алма-грушаһын да, йәшелсә-картуфын да йыйышты, ҡаҙышты Мир ул көҙҙә Коссмандар ғаиләһенә. Аҙна һайын тигәндәй уны саҡырып торҙолар. Үҙе генә лә, берәй иптәше менән дә барырға тура килде уға. Командирҙар менән ниндәй хаҡҡа килешкәндәрҙер, Мир өсөн был ҡапҡа һис шығырҙамай асылды, һиҙҙермәй генә артынан ябылды.
Ә Мир инде онота башлаған рота командирының һүҙе дөрөҫкә сыҡты бит: саф алдына сығарып "За проявленную бдительность, смекалку и предотврещение преступной деятельности групп лиц в отношении гражданки Германии" тип, рәхмәт белдерелде, өлкән сержант званиеһы бирелде. Был рәхмәт һәм звание шәхси йәһәттән Мир Зиннәтуллинға берәй файҙа бирҙеме икән? Юҡтыр, моғайын. Ул үҙен бер башҡа үҫеп киткәндәй ҙә тойманы, хеҙмәттәштәре араһында абруйы ла артып китмәне, ахырыһы. Иптәш булғандары менән шулай уҡ дуҫ булып ҡалды, битарафтары әүәлгесә вайымһыҙ, яратмағандары элеккесә үҙһенмәгәндәр сафында ҡалды. Бары үҙенең намыҫы алдында һаман да ғәйеп тойғоһо выжданын кимереүен дауам итте...
Ул ваҡыттағыса өс йыллыҡ хеҙмәттең ярты йылы Башҡортостанда "учебка"ла үтһә, ҡалған ике йыл ярымдың ике йылы Коссмандар ғаиләһе менән тығыҙ аралашыуҙа барҙы һәм көндәрҙең, айҙарҙың йәһәтерәк үтеүенә лә булышлыҡ итте. Тәүҙә телде өйрәнеү өсөн тик немецса ғына аралашты Мир улар менән. Бигерәк тә Юрген ҡарт менән әңгәмәләр уны ылыҡтырҙы. Башҡалар араһында аҙ һүҙле булып күренгән бабай Мир менән аулаҡта ҡалһа, уғата асылып китә, үҙенең үткән тормошон һөйләп ташлай. Тәүҙә үк ҡарттың русса һәйбәт һөйләшеүенә аптырағайны егет, әммә уның рус гарнизоны менән килешеү нигеҙендә байтаҡ йылдар эшләүен белгәс, ошо хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһелер, тип уйлағайны.
- Ә бит мин, улым, һинең яҡташың, Рәсәй кешеһе, - тип һалды ул бер ваҡыт Мирҙы аптыратып.
- Нисек инде Рәсәй? Советтар Союзынанмын тип әйтмәксеһегеҙме?
- Һеҙҙең өсөн ул СССР, минең өсөн Рәсәй, - тип тыныс ҡына яуапланы ла ҡарт байтаҡ уйланып ултырҙы. - Минең атайым молдаван, әсәйем йәһүд ине. Беҙ Бессарабияла, бер ҡайғыһыҙ, етеш мул тормошта йәшәнек. Әммә быуат башында илдә күтәрелеш башланды, батшаға ҡаршы ҡорал күтәреү, забастовкалар, митингылар йышайҙы, интеллигенция, студенттар, эшселәр ыңғайына крәҫтиәндәр ҙә баш күтәрҙе. Бессарабияла күп помещиктарҙың усадьбаларын яндырҙылар, үҙҙәрен һуйып сыҡтылар... Был вәхшилек беҙҙең имение яғына яҡынлағас, атайым, әсәйем һәм мин өсәүләп өҫтөбөҙҙә булған кейем менән генә аҡса, алтын-көмөшөбөҙҙө, документ-фәләнде генә алдыҡ та, ҡасып киттек. Төрлө ауылдар, хуторҙар аша йәшеренеп, төндә генә барып, көндөҙөн урмандарҙа йоҡлап, тәүҙә Австро-Венгрияға, унан Германияға сығып, ошо һаҙлыҡлы, кеше бигүк аяҡ баҫмаған, ерегеп йәшәмәгән ергә килеп төпләндек. Тәүҙә ташландыҡ бер һарайҙа йәшәп торҙоҡ, ҡышҡа тиклем бәләкәй генә өй ишараты әтмәләп индек. Миңә ул саҡта 15 йәш самаһы ине. Беҙ ер кешеләре, ерһеҙ йәшәй алмайбыҙ, башҡа төрлө йәшәй ҙә белмәйбеҙ. Был беҙҙең ҡаныбыҙҙа, хатта исемем дә минең урыҫсаға ауҙарһаң "крәҫтиән" тигәнде аңлата...
Ысынлап та, уларҙа исемде мәғәнәһенә ҡарап, тап килгәнен һайлап ҡушыу йолаһы бар икән. Мәҫәлән, ҡыҙына шәмәхә төҫөнә тартым күҙле булып донъяға килгәс, уйлап та тормай Иоланта тип атағандар. Баҡтиһәң, был "фиалка", беҙҙеңсә "миләүшә" тигәнде аңлата икән. Ошоно белгәндән һуң Мир йыш ҡына ҡыҙға Миләүшә тип өндәшер булып китте. Үҙ телендә өндәшеү ҡәнәғәтлек килтерҙеме, әллә шулай ҡулай тип таптымы, үҙе уйлап та бирмәне, ә ҡыҙға иһә был ят исем бик ҡыҙыҡ тойолдо.
- Ә һинең исемең нимәне аңлата?- тип һораны ҡыҙ сираттағы тапҡыр һалдат уны Миләүшә тип атағас.
- Мир - ул тыныслыҡ тигәнде аңлата. - Егет уйламай ғына шулай тип тәржемәләне лә ҡапыл телен тешләне. Атаһы бит уға ошо исемде һайлаған, моғайын, уҡытыусы, грамоталы, русса гәзит уҡыған, радио тыңлаған, алдынғы кеше булараҡ донъяла барған ҡанҡойошто белгәндер, бөтөн Европаны баҫып алып килгән фашизмдың Совет иленә лә килеп етерен тойомлағандыр ҙа, улына ҙур өмөт менән Тыныслыҡ исемен биргәндер. Илебеҙ, еребеҙ тыныс булһын, тигән ниәттән. 1939 йылдың авгусында донъяға килгән улын һөйөп тә туя алмай, уға 2 генә йәш, өлкән улына 5 йәш тигәндә, уларҙы һәм йәш ҡатынын һуңғы тапҡыр ҡосағына алып, илбаҫарҙарға ҡаршы яуға киткән. "Ҡайтырмын, кәләш, көт! Уландарымды һаҡла!" - тигән атаһының һүҙҙәрен әйтеп, йыш ҡына илаулап алыр ине әсәһе сираттағы Еңеү көнө етһә. Ҡайтманы шул атаһы, ғәзиз башы 1943 йылда Ҡырым ерендә ятып ҡалды. Уландарым үҫер, армия сафтарында үҙ бурыстарын үтәр, хатта үҙе яратып Мир исемен биргәне ул аяуһыҙ көрәшкән фашистар иленә барып хеҙмәтен үтәр, немецтар менән һин дә мин һөйләшеп, уларҙың ризығын ейеп ултырыр, тип башына ла килтермәгәндер бахыр атаҡайы! Был уйҙарҙан Мир урынынан һикереп тора, алдындағы ашын өҫтәлдән алып ташлауҙан саҡ тыйылып, тышҡа атыла. Иоланта унан ҡалмай, егеттең кинәт кенә нимәгә төҫө боҙолоуын, кәйефе төшөүен аңғармай, ни булыуын төпсөшөп, артынан атлай. Мир өндәшмәй, ҡаты-ҡаты баҫып, ишек алды буйлап йөрөй, алмағастың алмаһын өҙөп алып, сәсрәткәнсе ергә бәрә.
- Сволочь мин! Сволочь! Атайымдың ҡан дошмандары менән дуҫлашып, уларҙың ашын ашап ултырам! Һатлыҡйән мин! Бына кем - һатлыҡйән! - Күҙенә йәш бәреп сыға. Егеттең үҙ телендә нимәлер әйтеп әрләшеүен генә аңғарған, әммә мәғәнәһен аңламаған ҡыҙ зәңгәр шәмәхә күҙҙәрен уға төбәп, өнһөҙ генә аптыранып тора. Һалдаттың яурынына ҡулын тейгеҙеүгә, тегеһе ҡорт саҡҡандай, һикереп китә, ҡыҙҙың ҡулын һелкеп төшөрә:
- Ҡағылма! Ҡағылма! - тип шәп-шәп атлап, казармаһына ҡайтып китә. Теүәлләнмәгән эш тә, тәҙрәнән баш сайҡап ҡарап ҡалған Юрген ҡарт менән әбейе лә уны ҡыҙыҡһындырмай. Үҙ-үҙенә булған күрә алмау хисе уны шәберәк атларға, ямғыр һыуы йыйылып ятҡан күләүектәрҙе шаптырҙатып кисеп үтергә, битенә бәрелеп ҡалған ағас ботаҡтарына иғтибар итмәй, алға ынтылырға бойора кеүек. "Шул кәрәк миңә һатлыҡйәнгә! Шул кәрәк! Улар атайымды һәләк иткән! Ә мин... Мин... Улар менән йылмайып һөйләшәм, ялсылары кеүек ярҙам итәм, ас кеше кеүек өҫтәлдәренә ултырып, тамаҡ туйҙырам! Ниндәй оят! Оят! Позор!"- тип һыҡтай уның күңеле... Битенән юлаҡ-юлаҡ күҙ йәштәре аға...
Ошо хәлдән һуң отделение командиры, өлкән сержант Зиннәтуллин Коссмандарҙың саҡырыуынан баш тартып, өс-дүрт айҙай уларҙың өйөнә аяҡ баҫманы. Гарнизонға үҙ эше менән килгән Юрген ҡарт уйҙарын белдермәй генә ҡарашы менән байҡап, баш ҡағып ҡына иҫәнләшеп үтһә, Иоланта иһә уҡыуҙан ҡайтышлай йыш ҡына тимер ҡойма ярығына килеп, Мирҙы көтөп ултырыр булды. Тәүҙә казарманың икенсе ҡатындағы тәҙрәһенән ҡыҙҙы шәйләһә лә, эргәһенә барманы егет. Көндәр, айҙар үтте, асыу һүрелде. Күңелен өйкәп торған төйөн яҙылды кеүек. Юргендың ғаиләһен дә, Иолантаны ла, өй ашын, өй йылыһын да һағыныуын, ниҙер етмәүен аңланы егет.
Бер көн шулай сираттағы сәйәси уҡыуҙарҙан һуң тәҙрәгә күҙ ташланы ла, күнегелгән урында ҡыҙҙың таныш тунын шәйләне. Ҡыш ине. Бөтә ер, парктағы ағастар ап-аҡ юрған менән ҡапланған. Ә ҡыҙҙың зәңгәр башлығы, зәңгәрһыу-көрән туны ошо аҡлыҡта ап-асыҡ булып күренеп, үҙенә ылыҡтырып тора ине. Мир түҙмәне, йәһәт кенә кейенеп, тышҡа сыҡты һәм ағастарға ышыҡланып торған ҡыҙ янына ашыҡты. Йүгереп килеп, ҡыҙҙың яланғас ҡулдарынан тотто: улары өшөп бөткән ине. Нәфис бармаҡтарҙы тыны менән йылытып, үҙе лә һиҙмәҫтән ҡулының һыртып үбеп алды. Ныҡ һағынған икән дә баһа! Бығаса оҙон-оҙаҡ һөйләшеп ултырһалар ҙа, улар араһында егет менән ҡыҙ мөнәсәбәте булғаны юҡ ине. Мир уға ниндәйҙер танышына, күршеһенә, туғанына, йәки сит кешегә ҡараған һымаҡ ҡына ҡарай ине. Уның ҡатын-ҡыҙ затынан булыуы, матурлығы, һомғоллоғо уның күҙенә лә салынманы. Бәлки, "Ул бит немка!" тигән уймы, аңындағы бойороҡмо, уны был күҙлектән ҡарарға тыйғандыр. Һалдаттың ҡулдарын үбеүе ҡыйыулыҡ өҫтәнеме, әллә күптән егеттән бер ым-ишара көтөп йөрөгәнме, Иоланта ҡапыл ғына уның ҡосағына һырылды ла, башын күтәреп, аяҡ остарына баҫты һәм бер секунд эсендә егеттең ирендәренән һурып үпте. Мирҙың башы әйләнеп, күҙ алдары ҡараңғыланғандай тойолдо. Уның әле бер кемде лә ҡосаҡлағаны, ирендәренә ҡағылғаны, хатта ҡатын-ҡыҙҙы оҡшатҡаны ла, уйлағаны ла юҡ ине.
- Иоланта! Миләүшә! Башҡа былай итмә! - тине лә боролоп казарма яғына йүгерҙе. Күңелендә быҫҡып ятҡан фашистарға нәфрәт йәнә баш ҡалҡытты. "Күрә алмайым! Күрә алмайым! Немка! Фашист ҡалдығы!"- тип мейеһен сүкене аҡылға буйһонған уйҙары. Ә йөрәге шатлыҡлы итеп йыш-йыш типте, унда ниндәйҙер икенсе тойғолар бөрөләнә башлағандай булды...
Тағы ла оҙаҡ ҡына осрашыуҙан ҡасып йөрөнө Мир. Тәүге үбеүҙән һуң татыған хистәр уны йәнә тетрәндерҙе. Йыш ҡына әсәһенең, күрше ҡыҙы Мөғлифәнең, ағаһы Римдең хаттарын алып уҡый, тыуған ерен, ауылын иҫенә төшөрә. Әсәһе менән ағаһы уның тиҙерәк өс йыллыҡ хеҙмәтен тултырып, имен-аман ҡайтып төшөүен көтә. "Тура өйгә ҡайт, ауылда, колхозда эш муйындан. Эшсе ҡул етешмәй, бигерәк тә тракторсы, комбайнер, шоферҙар кәрәк!" - тип яҙа әсәһе. "Мине хеҙмәтемде дауам итеп, артабан да ҡалыуымды үтенәләр. Старший сержант званиеһы биреп ташланылар, хәҙер мин отделение командиры,- тип яҙғайны шул Мир. - Бында халыҡ бик мул көн күрә. Их, әсәй, һине ошонда алып килеп күрһәтергә кәрәк ине. Халыҡ ҡандай рәхәтлектә йәшәй: ауыл өйөндә лә бөтөн кәрәкле нәмәһе, йыуына торған ванна, душ тигән әйберҙәре лә, хатта әбрәкәйе лә йорт эсендә, кранынан һыу килеп тора, беҙҙәгесә алыҫтан көйәнтәләп һыу ташыу уларҙа онотолған. Ошондай рәхәттә генә йәшәтер инем һине, әсәй!" "Атаңдың башына еткән нимесләрҙе маҡтап ултырма! Шул ярман ерендә йәшәргә уйлаһаң, әсәң барын онот! Һин минең улым түгел!" "Юҡты һөйләмә! Һин әсәйгә терәк, ситкә китеү, йә контракт менән тағы хеҙмәттә ҡалыуҙы уйлап та ҡарама! Беҙ еңгәң менән район үҙәгенә күстек, - тип яҙа ағаһы. - Бында балаларҙы ҡарай торған ясли асҡандар. Ике малайҙы шунда ҡалдырып, еңгәсәйең эшкә сыҡты. Беләһең бит уҡыған кешеләр етешмәй, ә минең йәмәғәтем районда берҙән-бер тип әйтерлек бухгалтер һөнәренә эйә".
Күрше ҡыҙы Мөғлифәнең хаттары тыныс, уйсан, аҙ һүҙле. Ул былай үҙе лә шундай холоҡло ҡыҙ. Белә-белгәндән бергә үҫтеләр, икеһенең да атайҙары һуғыштан ҡайтмағас, бығаса ла әхирәт булышҡан әсәйҙәре үтә лә яҡынлашып, туғандар кеүек булып китте. Уртаҡ ашанылар, уртаҡ мунсаға төштөләр. Һуғыш йылында хатта утынды исрафламайбыҙ тип, бер-ике йыл ҡышты бер өйҙә, бергә сыҡтылар. Кемдең ашарға нимәһе бар - уртаҡ булды. Хәйер, ул саҡта нимә генә булһын инде: шыйыҡ өйрә, алабута ҡушылған арыш икмәге, боламыҡ. Тары бутҡаһы булһа, өйҙә байрам булыр ине. Рим, Мир менән Мөғлифә шулай бер туған һымаҡ үҫте. Мирҙан ике йәшкә кесе ҡыҙыҡай тыңлаусан, баҫалҡы ғына ине. Малайҙар нимә әйтһә, шуны үтәне. Асыҡһа ла, йыуа, ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ кеүек ашарға яраҡлы үлән эҙләп, алыҫ яландарҙы гиҙгәндә лә арыным тип мыжыманы, эйәреп, һөйрәлеп ҡайтып йығылыр ине. Уҡырға барғас та, үҫмерлек ҡорона ингәс тә, уға ҡыҙ бала итеп ҡараманы малайҙар. Үҙҙәре кеүек бер кеше инде. Яҙған хаттарына яуап биргәндә лә Мир уны ҡыҙҙарҙан килгән хат тип уйламаны. Әле килеп Иоланта уны үбеп алғас, ҡылт итеп ошондай уй башына килде: ә нимә, мин шулай ҡыҙҙар ҡарарлыҡ, яратырлыҡ егет булып еткәнменме ни? Ул тиҙ генә Ҡыҙыл мөйөшкә инеп, оло көҙгөгә күҙ һалды. Метр етмештән артығыраҡ оҙон буйлы, саҡ ҡына тулҡынлана биргән ҡап-ҡара ҡыҫҡа сәсен артҡа һыпырып һалған, оҙонса йөҙлө, ҡара сәстәргә бөтөнләй тап килмәгән зәңгәр күҙле егет уға ҡараны. Төҙ танау, ҡыҙҙарҙыҡы кеүек ҡабарынҡы ирендәр, уртасанан саҡ ҡына оҙонса бит, яҫыраҡ эйәк. Сикәләре батынҡы, итлән түгел. "Атаҡ, ҡәҙимге генә икәнмен дә баһа! Ҡыҙҙар ҡарарлыҡ шул", - тип көлөмһөрәне Мир үҙенең сағылышына. Көҙгөләге сибәр егет тә уға ҡарап йылмайҙы. Мир йәнә йәһәтләп хаттарын ҡулына алды. Мөғлифә! Бәлки, ул да миңә еткән егет итеп ҡарайҙыр! Бәлки, шуға хат артынан хат яуҙыралыр, ә мин, алйот, бер ни уйламай, ябай бер ауылдашҡа яҙған һымаҡ ҡына сыймаҡлап ебәрәм. Ул тәүге тапҡыр ҡыҙҙың хатын яйлап, һәр һүҙен иғтибарлап уҡып сыҡты. Бына һиңә мә! Егет ишаратына тип яҙған шул! Ә ул, иҫәр, ундай уйҙы башына ла килтермәне! "Ҡәҙерле Мир! ... Һағынышлы сәләмдәр менән... Һинең менән киске уйындарға йөрөгән саҡтар һағындыра... Һин булмағас, күңелһеҙ... Һинең хаттарыңа номерҙар ҡуйып, бөтәһен дә рәтләп, һалып барам. Һин дә йыйнап бар, ҡайтҡас, сиратлап уҡып, көлөшөп алырбыҙ... Балаларыбыҙға ла уҡытырбыҙ... Әсәйем менән һинең әсәйең хатта бер-береһенә "ҡоҙағый" тип шаяртышып алалар... "Киленем шәп булмаҡсы, бөтөн эште белә!"- тип әсәйең маҡтап, мине оялтып сығып китте..." Хат һайын ошодай нескә генә шаяртыу, ым, ишара булған да баһа! Ә Мир, һуҡыр, уны ябай хат, көндәгесә хәбәр һөйләү тип кенә ҡабул итте. Хатта немка менән танышыуын, немец телен рәхәтләнеп өйрәнеүен, уларға ҡунаҡҡа йөрөүен дә яҙып һалғайны. Нимә тип уйланы, нимә тип яуап бирҙе икән һуң Мөғлифә?
Мир хаттарҙы ҡат-ҡат аҡтарҙы, әммә был һорауына яуап таба алманы, сөнки ошо хәбәрҙән һуң Мөғлифәнән башҡаса хат килмәгән. Ҡасан килгән һуң һуңғы хаты? Ҡайһы бер хаттарына ҡыҙ үҙенең ҡасан яҙғанын теркәгән, ҡайһыларында юҡ, уларын Мир конверт тышындағы мисәт буйынса ҡасан ебәрелгәнен, йә ҡасан килгәнен айырып ҡарап, сиратлап һалып сыҡты. Теүәл бер йыл хат булмаған! Тимәк, ысынлап та, Мөғлифә уға өмөт бағлап йөрөгән, әрменән ҡайтыр, өйләнешербеҙ, тип уйлаған. Мирҙың немка менән дуҫлашыуын уҡып, башҡаса хат яҙып тормаған... Был уйҙан егеткә нисектер еңел булып китте. Яратманы бит ул Мөғлифәне, оҡшатманы ла. Шулай бергә үҫтек, уйнаныҡ, уҡыныҡ, хат алыштыҡ. Ябай аралашыу, дуҫлыҡмы, туғанлыҡмы шунда. Ә бер-береңә тартылыу, оҡшатыу, һағыныу булманы бит! Бәлки, ошолай өҙөлөшөп ҡуйыу яҡшыраҡтыр ҙа, бушҡа өмөтләнмәһен күрше ҡыҙы, үҙенең яратҡанын осратыр, кейәүгә сығыр. Бәлки, Мир ҙа кәләш алып ебәрһә, ҡатышып, ҡунаҡҡа ла йөрөшөрҙәр әле...
Шулай ҙа Юрген ҡарттың ярҙам итергә саҡырыуынан, командирҙар рөхсәт иткәс, баш тарта алманы өлкән сержант Зиннәтуллин. Бесән мәлендә үҙенең отделениеһынан эш мәнеһе белгән бер нисә һалдатын алып барып, күбәләшеп бирҙеләр. Хәйер, етеш йәшәгән ҡарттың аттары ла, иген-бесән эшләрлек ҡорамалдары ла етерлек. Аттарын ҡушарлап егеп, игенде лә үҙе саба, үҙе тырмата, игенен үҙе һуға, елгәрә. Әлбиттә, бер үҙе түгел, сезонлы эшкә кешеләр яллай. Уларҙа өмә менән, бушҡа ғына ярҙам итешеү юҡ икән. Ә һалдаттар, беләктәрендә көстәре ташып торған өрлөктәй егеттәр, ауыл эшен, колхоз-совхоздарҙа үткән бесән өмәләрен һағынған йәштәр, емертеп эшләнеләр, туғай һайт-һайтлап ҡысҡырған тауыштан гөрләп торҙо. Эҫкерт-эҫкерт бесән өйөлдө, һуңыраҡ бураларға иген ташылды. Күмәк көс менән, дәртле һүҙ, шаярышыу, хатта уйын-көлкө менән барған ауыр эш тиҙ генә осланды. Һалдаттарҙың эшенән ҡәнәғәт Юрген ҡарт менән әбейе ни алып, ни бирергә белмәй хитланды. Ишек алдына теҙеп ҡуйылған оҙон өҫтәл артында туйға тартым һый-хөрмәт күрһәтелде. Ярҙамсы ҡатын-ҡыҙҙар менән хужабикә, Иоланта барыһын да көсләп-көсләп ашатты, үҙҙәренең өйҙә эшләгән шараптары, кеүәҫтәре менән һыйланы. Командирҙарға ла, һалдаттарҙың үҙҙәренә лә байтаҡ күстәнәс тейәп, ҡарт үҙе ат менән алып барып ҡуйҙы.
Күмәк эш кешене яҡынайта, Коссмандар менән Мирҙың араһы киренән яйланды, элеккесә дуҫтарса мөнәсәбәт тергеҙелде. Армия хеҙмәте үҙ яйы менән алға барҙы, сәйәси әҙерлек, физподготовка, плацтағы күнекмәләр, бер көнлөк йә аҙнаға һуҙылған учениелар һалдаттар өсөн тәбиғи хәл. Уларҙы һәр береһен ҡабатлап һөйләп тороу артыҡ: үҙе күрмәгән кешегә аңлашылмай, үҙ башы аша үткәргәндәр былай ҙа аңлап тора. Ҡарауылда тороу, часть буйынса дежурлыҡ итеү, кухнялағы вазифалар, дневальный булыу - барыһы ла үтте һалдаттар башынан. Ошондай бер төрлө, ике тамсы һыу кеүек оҡшаш көндәр араһында увольнениеға сығыу, Иоланта менән осрашыу, йәки уларҙың ғаиләһенә хужалыҡ эштәрендә ярҙам итеү Мир өсөн көндәрҙе ҡыҫҡартыуға ла, тел өйрәнеүгә лә (ул Коссмандар менән дә бер ҡасан да русса һөйләшмәне, нисек тә булһа немец телен шымартыу, нескәлектәрен өйрәнеү ине уның теләге) бик файҙалы булды.
Иоланта-Миләүшә менән улар эштән бушаған арала Шверин ҡалаһына йөрөргә ғәҙәтләнеп алды. Быйыл көҙгә Мирға демобилизацияға, шуға күрә ул йәне һөймәгән Германияны күберәк күрергә, белергә ашҡынды. Илгә ҡайтҡас: "Ниндәй ул фашистар ояһы?"- тип һораһалар, нимә тип яуаплар? Ике йыл ярым йәшлеге үткән немец ерен тасуирлай ҙа алмай, беҙ казармала яттыҡ, тип әйтә алмай ҙа баһа! Әҙәм көлөр үҙенән. Шуға күрә улар икәүләп ике велосипедҡа атланып, Швериндың арҡырыһын буйға йөрөп сыҡтылар. Матур, төҙөк ҡала, йәшеллек күп, шуғамы, һауаһы таҙа, саф. Бәлки, ҙур завод-фабрикалар булмағанғалыр ҙа, етмәһә, Шверинер-Зе күле буйында һуҙылып урынлашҡан. Күрһәтер гүзәл урындары байтаҡ булып сыҡты ҡаланың: Шверин замогы, Кафедраль Собор, музейҙар, театр, көмбәҙенә алтын ялатылған иҫ китмәле матур сиркәүҙәр, осло ҡыйыҡлы, семәрле, төрлө фигуралы тәҙрәле, хәтәр матур бейек йорттар, бөйөк кешеләренә ҡуйылған һәйкәлдәр, Ратуша... Бына улар матур баҫҡыстарҙан өҫкә күтәрелде. Ике яҡтан ике йәтеш колонна, уларҙы тимерҙән эшләнгән семәрле арка тоташтырған. Аркаға ҙур хәрефтәр менән "Совет Армияһына дан!" тигән һүҙҙәр уйылған. Берәй собор кеүек ер, ахырыһы, тип уйлағайны бындағы йәшеллеккә, сәскәләргә һоҡланып Мир. Алдында торған һәйкәлгә күҙ һалғас, тәне семберҙәп китте. Башын аҫҡа эйгән оло йәштәге һалдат - уң ҡулында аҫҡа төшөрөлгән автоматы, һул ҡулы менән баш кейемен сисеп, күкрәгенә ҡыҫҡан. Ниңә ул башын эйгән һәм аҫҡа ҡараған, ни өсөн йөҙө шул ҡәҙәр борсоулы һәм ҡайғылы? Етмәһә, "Совет һалдатына һәйкәл" тигән яҙыуы ла бар. "Юҡ! Совет һалдаты ҡоралын һәлендереп, башын эйеп тормаҫ! Ни өсөн күрәләтә мыҫҡыллап эшләнгән был һәйкәл?" Ҡысҡырып уйлаған икән быларҙы, Иоланта уны еңенән тартып туҡтатты, күҙҙәренә ҡараны.
- Тыныслан! Был бит туғандар ҡәберлеге. Был бит фашизм ҡорбандары зыяраты... Меңдәрсә шәһит киткәндәр ерләнгән... - Шунда ғына өлкән сержант Зиннәтуллин тирә-яғына күҙ һалды һәм ҡәберҙәрҙең күплегенә хайран ҡалды. Меңдәрсә, әллә миллиондарса ҡәберлек теҙелгәйне. Немец пунктуаллеге, теүәллеге менән ифрат тигеҙ рәттәр булып, матур сәскәләргә күмелгән зыярат, имеш... Мир үҙ ауылының зыяратынан башҡа урын күрмәгән кеше булараҡ, һушы китте! Ауылындағы ҡәберлек бары кескәй убанан һәм баш осондағы таҡтаташтан ғына ғибәрәт. Һуғыш йылдарында аслыҡтан һәр ғаиләлә икешәр-өсәр бала ҡырылғанда кем нисек булдыра, шулай ерләгәндәр. Өҫтә генә ятҡан ҡәберлектәр ҙә бар. Сөнки туң ерҙе ҡаҙырға ас халыҡтың көсө лә, кәре лә булмаған...
Мир ҡабаланып зыяраттан сыҡты. Уның бында артабан ҡалырлыҡ хәле лә, теләге лә булманы. Каруселдәре әйләнеп торған парктар, асыҡ һауалағы сәхнәлә барған концерттар һәм башҡалар егеттең күңелендә аңлашылмаған тойғолар уятты. Бер яҡтан, был хәтле матурлыҡты күреп һоҡланды. Икенсе яҡтан, бындағы ҡәнәғәт ҡиәфәттә йөрөгән туҡ немецтарҙың тыныс йөҙҙәре, гелән байрам төҫөндәге ҡаланың балҡыуы, унда ла, бында ла яңғыраған музыка - уның һарыуын ҡайнатты. "Еңелгән ил! Бөтөн Европаны ҡырып һалған фашистар ояһы! Ниңә улар еңелгәндән һуң да шулай бәхетле йәшәргә тейеш! Улар бит беҙҙең алда теҙ сүкте! Беҙҙә булырға тейеш ошо хөрриәт, ошо байлыҡ! Ниңә беҙҙә һаман аслы-туҡлы тормош, аҡсаһыҙлыҡ, ҡул көсө менән башҡарылған ауыр хеҙмәт? Киреһенсә булырға тейеш түгелме ни?" Мир Зиннәтуллин күпме генә уйланмаһын, быны аңларлыҡ аҡылы етмәне.
- Ниңә һин бойоҡ? - тип тәтелдәне Иоланта-Миләүшә. - Оҡшаманымы ни? Һеҙҙә бынан матурыраҡтыр инде, шулаймы? Их, күрергә ине Советтар Союзын, ундағы бәхетле совет халҡын! - Егеттең өндәшмәүен күреп, һорашыуын дауам итте. - Һеҙҙең ҡалала, йәки баш ҡалала, Мәскәүҙә, ниндәй күркәм урындар бар? Һөйлә әле, миңә бик ҡыҙыҡ. ...
Нимә генә һөйләһен инде ауылдан яңы сыҡҡан йәш егет, ул әле үҙе лә Өфөнө, Мәскәүҙе күргәне юҡ. Ниндәй матур урындар бар икәнен дә белмәй. Армияға китеп барышлай Өфөнә лә, Мәскәүҙе лә үтте үтеүен. Әммә унда призывниктар менән тыңҡыслап тултырылған автобуста ни күрәһең? Мәскәүҙә хәтәр ҙур Кремлдең, бөйөк Ленин ятҡан мавзолей барлығын ишетеп белә лә, үҙ күҙҙәрең менән күрмәгәс, ни һөйләһен? Уфтанып ҡуя Мир: ҡайтҡас, иң беренсе эше итеп Мәскәүҙе, унан Өфөнө ҡарап сығасаҡ. Уларҙа ла ошондай хозур, маҡтап һөйләрлек урындар барҙыр бит инде...
Икенсе тапҡыр Швериндағы паркта ойошторолған асыҡ һауалағы киске уйынға һалдаттар взводтары менән барҙы. Бөтә тирә-йүн ҡолаҡты ярып барған немец көйҙәренән яңғырап тора. "Молодая гвардия", "Сын полка", "Повесть о настоящем человеке", "Во имя Родины" кеүек совет фильмдарын ҡарап, фашистарға нәфрәт менән тәрбиәләнгән Мирға был немец көйҙәренә бейеү - уның намыҫынан көлөүгә тиң булды. Ул ырғып тороп бейеү майҙанынан сығып китте, артынан ҡысҡырып ҡалған иптәштәренә әйләнеп тә ҡараманы...
- Беҙҙең фамилия молдаванса Гожану ине, мин дә, ата-бабам да Гожану булған, - тип һөйләй Юрген ҡарт һаҫыҡ трубкаһын һура-һура. - Әммә бында килеп, ҡасып йәшәй башлағас, атайым фамилияһын, исемен үҙгәртеп, яңы ҡағыҙҙар юлланы. Ә мин өйләнгәс, бисәнең фамилияһына күстем, шулай итеп Коссманға әйләндем.
Мир Юрген ҡарттың ябыҡ ҡына, осло танаулы, сирыш сикәле, төпкә батҡан күҙле ҡатынына баға. Уға был фрау тәү күреүҙән оҡшаманы. Нисектер төҫһөҙ, буш кеүек күренде уға немец әбейе. Уның йөҙөнә ҡарап ҡына нимә уйлағанын, нимә кисергәнен әйтеп булмай, ҡурсаҡ кеүек гел бер төрлө ҡиәфәттә генә йөрөй. Уның йылмайғанын күргәне, көлгәнен ишеткәне юҡ. Һүҙгә лә һаран, сәй эскәндә, ашағанда Юрген ҡарт менән Мир күберәк һөйләшә, ҡайһы ваҡыт Иоланта ла ҡушылып китә. Ниндәйҙер мәрәкә хәбәр һөйләшһәләр, өсәүләп хахылдашҡан ваҡытта ла әбейҙең йөҙө үҙгәрешһеҙ ҡала. Бер яҡ ирен сите генә ҡыбырҙап, салышайып киткәндәй була. Үҙе һаран түгел былай: ҡайтырға ваҡыт етһә, Мирға ҡутарғанса күстәнәсен һала, күп кәрәкмәй, тип баш тартһа, үҙең ашамаһаң, башҡа һалдаттарға бирерһең, тип кире ҡаҡмаҫлыҡ итеп төйнәндереп ебәрә. Иоланта-Миләүшә тышҡы ҡиәфәте менән әсәһенә оҡшаңҡыраһа ла: һары сәстәр, зәңгәр-шәмәхә күҙ, ябыҡлау ғына кәүҙә, холҡо менән иһә атаһына тартҡан. Һөйләшергә лә, көлөргә лә ярата. Берәй эш менән булышып йөрөгәндә ҡыҙҙың сылтыратып көлгән тауышы уларҙы дәртләндереп ебәрә, күңелде күтәрә. Быйыл инде Иоланта мәктәпте тамамланы, көҙгә Магдебург ҡалаһына колледжға уҡырға инергә ниәтләй.
Магдебург уларҙың йәшәгән еренән йыраҡ түгел. Хуторҙан Шверинға сығаһың да, поезд менән ике сәғәттә барып та етәһең. Әлбиттә, машина йә автобус менән барһаң, бер сәғәткә лә етмәҫ ине лә. Тик юлда әллә күпме быуа, эреле-ваҡлы күлдәрҙе үтергә кәрәк. Улар аша иһә күпер юҡ. Тик поезд өсөн генә һалынған күперҙәр бар, улары бик бейек итеп эшләнгән. Күлдәр, быуалар, һаҙлыҡ күп булғас, һауа һәр ваҡыт дымҡыл. Тәүге йыл ошо дымдан йыш ауырыны һалдаттар. Мир ҙа тымаулап ныҡ ыҙаланы, елдән йыш һыуыҡ тейҙереп этләнде. Унан аяҡтары сиҡанлап, боҙолоп ыҙалатты. Йылға яҡын шулай йонсоған организмдары күнекте шикелле дымлы климатҡа, яраҡлашып, нығынып киттеләр. Тик яҙҙан көҙгәсә серәкәй-себене ҡаҡшата инде йәнгә тейеп. Ә ҡыштар бында беҙҙәге кеүек оҙон түгел, декабрҙән февралгәсә тиһәң дә була. Ҡар ҙа әҙ, ныҡ һыуыҡтар ҙа булмай. Иң һыуыҡ тип бер 10-12 градусты әйтәләр, ахырыһы. Беҙҙәге ише сасҡау һыуыҡтарҙағы 40 градус булһа, билләһи, бахыр немецтар туңып үлерҙәр ине, шәйт.
Йәй ҙә үтте. Көҙгө һыуыҡтар башланһа, Мирҙың хеҙмәте тула. Оҙон-оҙаҡ өс йыл ваҡыт үтеп тә китте. Тәүҙә Әлкәлә "учебка"ла ятҡанда көндәрҙе үткәрә алмай, сәғәт-минутын һанап бер булһалар, ҡайтыр көн яҡынайған һайын йәнә шундай һағыныу тойғолары нығыраҡ үҙәгенә үтте һалдаттарҙың. Ҡулына гармунын йышыраҡ ала, һағынышлы моңло башҡорт йырҙарын йышыраҡ һуҙа башланы Мир. Араларында ныҡ матур тауышлы һалдаттар ҙа бар, улар йырлап ҡушыла. Бигерәк тә рус егете Михаил йырларға ярата, тауышы ла көслө. Ул да гармун тартып маташа, Мирҙан бушаһа, алып тызҡылдатырға тотона. Байтаҡ таҡмаҡ һәм еңел йырҙарҙы һуҙырға өйрәнеп тә алды. Әммә гармун әлегә уның ҡулында Мирҙыҡы ише һайрап тормай. - Һин ҡайтып китһәң, беҙгә ныҡ күңелһеҙ буласаҡ! - ти егеттәр. - Гармун да булмаһа, ҡалайтырбыҙ?
- Ә мин һеҙгә гармунды ҡалдырам! - тип көтмәгәндә әйтеп һала Мир. - Һатам! Әйҙәгеҙ, кем һатып ала?
Шаяртып ҡына әйтһә лә, һалдаттарға шул етә ҡала. Михаилды гармунды һатып алырға өгөтләй башлайҙар. Был гармунды Мир үҙе Шверин ҡалаһына увольнениеға сыҡҡанда бер немец ҡартынан һатып алғайны. Матур яңғырашлы, яңы булмаһа ла, ваҡытлыса ярар, тип алып китте. Хәҙер әллә ҡайҙағы тыуған яғына ул иҫке гармун һөйрәп ҡайтып бармаҫ инде. Һатҡан аҡсаға әсәһенә, ағаһы-еңгәсәйенә, уларҙың ике улына бүләктәр, ят күстәнәстәр алып ҡайтырға мөмкин. Етмәһә, өйҙә көтөү көтөп, унан ҡалһа муйыл йыйып, йомран-алйырҙан тотоп заготконтораға тапшырып, шул аҡсаға өр-яңы, көмөш телле хромка алып ҡалдырып китте. Өй башында иң ҡәҙерле урында йәшеренеп кенә Мирҙың ҡайтыуын һағынып көтөп ултыра бит ул. Бына ҡайтыр ҙа көмөш телдәрен зыңғырлатып, ҡыҙҙарҙың йөрәген елкендереп, ауыл урамын бер урар тальяны менән...
Мир был уйҙарынан тулҡынланып китә, йөрәге ашҡынып дөпөлдәп тибергә керешә... Тальяны көтә, әсәһе, бәлки, Мөғлифә лә көтә торғандыр. Ниндәй икән ул хәҙер? Район үҙәгендә һатыусыға уҡып йөрөйөм тип яҙғайны бер хатында, ҙур ерҙә үҙгәргәндер, матур итеп кейенә башлағандыр, еткән ҡыҙ булғандыр инде... Ә Иоланта-Миләүшә? Ул ни эшләр икән? Сентябрь уртаһынан ул Магдебургта белем эстәй башланы, әммә аҙна һайын тыуған йортона ҡайтып йөрөй. Мир Коссмандарға ярҙамға бармаған булһа, йүгереп гарнизон янына килеп етә, теге ярыҡ буйында көнө буйы көтөп ултыра. Ҡыҙ ҙа ҡапыл үҙгәрҙе: буйға тартылды, сәстәрен дә ҡыҫҡа ғына итеп киҫтерҙе, битенә, күҙҙәренә буяҡ һөртөп, иренен ҡыҙартып ала. Мөләйем генә үҙе.
- Минең яратҡан башҡортом! - ти ул немец телендә. Бер тапҡыр Юрген ҡарт, яңы танышҡан саҡта, тәүгә өйҙәренә барып йөрөгән осорҙа уҡ әле, Мирға "Русский солдат" тип өндәшә торғайны.
- Ғәфү ит, герр Юрген, - тине Мир көтмәгәндә ҡаты итеп. - Мин урыҫ түгел! Мин башҡорт!
- Башҡорт! - тип аптыраны ҡарт. - Һин бит Совет иленән? Ә башҡорт ҡайҙа йәшәй? Ниңә һин Советтарҙа?
Мир тауышын күтәрмәҫкә, асыуын һиҙҙермәҫкә тырышып, башҡорттарҙың Уралда, Башҡортостан тигән үҙ илендә йәшәүен ҡыҫҡаса аңлатып бирҙе. "Башкир" тип түгел, ә тап үҙебеҙсә "башҡорт" тип әйтте.
- Башкорт, башкорт, - тип уның артынан ҡабатланы ҡарт менән Иоланта. - Ҡыҙыҡ ҡына икән - башкорт!
Шунан кире Мирға улар йә башҡорт тип, йә улым, йә Мир тип исемләп өндәшә башланылар. Ҡыҙ ғына күбеһенсә "Минең башҡортом" тип өндәшеүҙе ғәҙәт иткәйне, теге үбеүенән һуң хатта "Минең яратҡан башҡортома" әйләнеп китте. Һалдаттың ҡайтыр көндәре яҡыная башлаған һайын ҡыҙ киләсәк тураһында күберәк һөйләр, хыялланыр булып китте. Егетте бында ҡалырға өгөтләне. Мир иһә көлөп кенә ҡуйҙы:
- Бер ҡасан да! Мин бит офицер түгел, өйләнеп, йәшәргә тороп ҡалырға!
- Өйләнмәһәң, былай ғына ҡал! Йә хеҙмәт итергә, йә хеҙмәтеңде тултыр ҙа, берәй ергә эшкә төш! Былай ғына йәшәргә ҡал. Өйләнешмәҫбеҙ! Осрашып ҡына торорбоҙ!
- Юҡ, Миләүшә! - тине был өгөткә үҙенең дә бирешеп китеү ихтималлығын аңлап Мир. - Мин үҙ илемдең улы! Мин совет һалдаты! Минең хаҡым юҡ фашис... немецтар иленә хеҙмәт итеп йөрөргә! Улар минең атайҙы һәләк иткән! Мин һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә күрәалмаҫҡа тейешмен! Ә мин... йүнһеҙ...
- Юҡ! Юҡ! - тип бүлдерә уны түҙемһеҙ ҡыҙ. - Был күптән үткән! Онотолған! Уға һин дә, мин дә ғәйепле түгел! Ҡәһәр һуҡҡан Гитлер! Гитлер ғәйепле!
- Бәлки, шулайҙыр, - ти һыуына башлай егет. - Әммә бында ҡалыуҙы уйлап та бирмә!
- Һин һәр ваҡыт беҙҙе ғәйепләйһең: мине, атайымды, немец халҡын... Уларҙы фашистарға тиңләйһең! Минең дә бит ағайым... ағайым шул һуғышта һәләк булған! Мин бит һине ғәйепләмәйем! Хатта ошоғаса ауыҙ ҙа асманым ул турала!
- Һинең ағайың? Тимәк, ул беҙгә ҡаршы, минең атайыма ҡаршы ҡорал күтәргән! Ә һин беҙ ғәйепле түгел, тиһең! Һинең ғаиләңдә лә фашист булған!
Мир инде ярһыуҙың сигенә сыға, уны тыйып тотоу мөмкин түгел. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, ары һуғылып, бире һуғылып йөрөргә керешә. Уға нимәнелер емерергә, онтарға кәрәк! Юҡһа ул Иолантаны үлтерә һуғырға мөмкин. Ул төҙрә төбөндәге елле генә көршәкле гөлдө күтәреп, асыҡ тәҙрәнән тышҡа ырғыта.
- Һеҙҙең ғаилә, тимәк, миңә дошман! Улар, бәлки, атайым менән күҙгә-күҙ ҡарашҡандыр? Бәлки, ағайың атҡандыр атайыма?
Ихатала ниҙер эшләп йөрөгән Юрген ҡарт ашыҡмай ғына селпәрәмә килгән көршәкте алып, сүп һауытына ташланы, онтаҡтарын йыйып түкте. Шунан ғына ауыр атлап, өйгә инде. Ҡарашы һалҡын, өшәндергес ине.
- Тәҙрә асыҡ, бөтәһе лә ишетелеп тора, - тине ул Мирға ултырырға ымлап. - Һин фашистарҙы күрә алмайһың. Дөрөҫ. Беҙ ҙә күрә алмайбыҙ. Минең улым фашист булманы, ул да беҙҙең ише ябай крәҫтиән ине. Тәүге улым, тәүге шатлығым ине. Миңә 20 генә йәштә донъяға килгәйне ул. Аллаһы Тәғәлә башҡа бала бирмәне... - Ҡарт саҡ ҡына тынып торҙо. Стеналағы фотоһүрәткә ҡарап-ҡарап алды. - Уны, бөтөн егеттәрҙе саҡырған кеүек, мобилизация менән саҡыртып алып киттеләр. Тәүҙә мылтыҡ тоторға, атырға өйрәтеп яттылар. Унан һуғышҡа инде. Бер генә хаты килде... Әллә берәйһенә атып өлгөрҙө улым, әллә юҡ. Өлгөрмәгәндер, тип өмөтләнәм... Ул һуғышҡа китеп, ике-өс айҙан, хәбәрһеҙ юғалды, тигән хат килгәс, беҙҙең тормош туҡталды. Әбей ҙә, мин дә йәшәүҙән төңөлдөк. Хәйер, ул саҡта әбей-бабай түгел инек тә әле. Йәшәүҙән төңөлөп бөткәс, Раббыбыҙҙан тағы бала һораным. Сөнки артабан былай икәүҙән-икәү йәшәүҙең йәме лә, мәғәнәһе лә ҡалмағайны. Әллә ишетте үтенесебеҙҙе, улымдың үлеменән һуң, миңә 52, әбейгә 48 йәш тигәндә ошо Иолантабыҙ донъяға килде. Улымдың дауамы итеп ҡабул иттек уны... Яңынан йәшәргә, йылмайырға, һөйләшергә өйрәндек, тиһәң дә була... Бына шуға ла үтә ғәзиз, үтә ҡәҙерле һәм танһыҡ беҙгә Иолантабыҙ... - Ҡарт тағы шымды. Мир ҙа ниҙер әйтергә ҡыйманы. Һүҙҙең дауамын көттө. - Бында ҡала алмайһың, башҡорт улым, уныһын беләм. Элек беҙ тәүҙә революционерҙарҙан, унан НКВД-нан ҡурҡып йәшәгән кеүек, һин дә КГБ-ның үткер күҙенән ысҡына алмаҫһың. Тыуған ерҙән айырылып йәшәү еңел түгел. Мин дә ерегә алмай этләндем. Ғәзиз тупрағымды һағынып илаған саҡтарыбыҙ булды атайым менән. Атайым ҡайтып, үҙ ерендә үлергә теләне, тик ҡайтыу менән НКВД тоҙағына эләгеребеҙҙе аңланыҡ. Һуғыштан һуң инде ул турала уйлауы ла ҡурҡыныс ине... Шулай үтте ғүмер. Ни хәл итәһең, түҙҙек, еректек. Һағыш өтөп алһа, йырыбыҙҙы йырлап, үҙ телемдә һөйләнеп, күңелемде бөтәйтәм... Тик бындай йәшәүҙе бер кемгә лә теләмәйем! Һиңә лә, башҡорт улым!.. Ҡайт, онот был ерҙәрҙе, беҙҙе. Бигерәк тә күҙ нурым, Иолантамды онот!
Иолантаның күҙҙәренән йәш бәреп сыҡты:
- Юҡ, атаҡайым! Юҡ! Онотмаһын ул мине! Мин дә, мин дә онотмам! - тип үкһене ҡыҙ, атаһын арҡаһынан килеп ҡосаҡлап...
...Ауыр уйҙар менән, уларҙы күтәреп барырға көсө етмәгәндәй, һәлмәк атлап, саҡ ҡайтып етте ул көндө өлкән сержант Зиннәтуллин казармаһына. Бер кемгә лә ҡарамай, һөйләшмәй, ауыҙына һыу уртлағандай уйланып йөрөнө.
Иоланта-Миләүшә егетте күҙ уңынан ысҡындырманы. Әммә егет тә ныҡ торҙо, күңелендә бөрөләнә башлаған хистәргә үҫергә, тамырланырға ирек бирмәне. "Бер нәмә лә булыуы мөмкин түгел! Ул немка!" тигән талап тойғоларын һүрелергә мәжбүр иткән иң көслө дәлил ине. Ҡыҙ ҙа бирешмәне. "Мин һинең менән генә йәшәргә теләйем! Мин һиңә ғашиҡ!" тигән һүҙҙәр "Һин тик минеке генә! Миңә башҡа берәү ҙә кәрәкмәй! Мин һинеке булырға теләйем!" тигән талап менән алмашынды. Мир был һүҙҙәргә артыҡ иғтибар итмәне. Һуңлап тыуған ҡарт ата-әсәнең иркә ҡыҙы, йыуанысы, уға бөтөн нәмә рөхсәт ителгән, теләгән әйберенә һис һүҙһеҙ хужа булып өйрәнгән. Ләкин совет һалдатының йөрәгенә түгел! Ошолай нығытты үҙен Мир. Ҡыҙ иркә һүҙҙәрен әйткән һайын унан йырағыраҡ булырға тырышты, икәүҙән икәү ҡалыуҙан ҡасты. Әммә... яҙмыштан ҡасып ҡотолоп булмай тигәнде иҫенән сығарҙы өлкән сержант. Барыбер бергә ҡалырға, йәндәре-тәндәре менән ҡушылырға насип булған ине уларға. Тәкәббер, үҙ һүҙле совет һалдатына һәм ул бөтә халҡын күрә алмаған немец ҡыҙына.
- Ҡурҡма, - тине Иоланта егеткә бар кәүҙәһе менән һырылып. - Бер кем белмәҫ. Һин дә мин генә. Йәнә Аллаһ. Миңә һинән бер иҫтәлек кәрәк. Беләһеңме нимә?
- Юҡ, әлбиттә. Әйтһәң, белермен.
- Миңә һинән бала кәрәк. Ҡурҡма, - тип ырғып торған егетте кире түшәккә этәрҙе ҡыҙ. - Әйтәм бит, һис кем белмәҫ. Мин тиҙ арала кейәүгә сығам. Баланың кемдән икәнен кем белә!
Ысынлап та ошо арала Иолантаны һоратып килеүҙәре, үҙҙәренең ҡаршы булмауҙары тураһында Юрген ҡарт әйтә биреп ҡуйғайны. Мир ышанманы, мине кире һүрер өсөн уйлап сығарҙы, шикелле, тип кенә ҡолаҡ осонан үткәргәйне. Тимәк, бабай ялғанламаған.
- Ә ҡасан кейәүгә сығырға уйлайһың?
- Һин армиянан ҡайтып киткәс тә. Шуғаса һин минеке. Аҙаҡ мин ошо бәхетемде иҫләп кенә, шуның менән йыуанып ҡына, хет әллә кем менән йәшәргә риза.
- Ә яратыу? Яратмайса нисек йәшәрһең?
- Һиңә булған һөйөүем хаҡына түҙермен. Кем яратып йәшәй? Бөтәһе лә ғәҙәт буйынса йәшәй... Яратыу үтә лә бөтә, йорт, хужалыҡ мәшәҡәттәре, бала-саға менән ғәҙәти йәшәү башлана.
- Тап немецтарса теүәл һәм аныҡ.
- Эйе, по расчету...
Илап оҙатты Иоланта-Миләүшә һалдатты. "Мин һине ғүмер буйына яратырмын, һағынырмын һәм көтөрмөн, минең яратҡан башҡортом!" "Хуш. Бәхил бул! Күрешеү мөмкин түгел. Көтмә!"
Ҡайтыу
Ҡайтыр көнө ноябрь баштарында ине. Ҡара көҙҙөң һалҡын көнөндә армия сафына алынһа, өс йылын тултырып, Ҡотлоюлына ҡайтып төшкәндә ап-аҡ итеп ҡырпаҡ ҡар һалып ҡуйған ине. Аҡ донъя, аҡлыҡ-сафлыҡ... Уның ауыр уйҙары ла, бушҡа ғына көйәләнгәндәй, иреп юҡҡа сыҡты. Бәлки, һары сәсле, зәңгәр күҙле ҡыҙ булмағандыр ҙа уның тормошонда? Бәлки, ул төш кенә күргәндер, йә зәңгәр күккә төбәлеп шәмәхә күҙҙәр хаҡында хыялланып ятҡандыр? Ауылда бөтәһе лә ябай, аңлайышлы... Ябай аш-һыу, алсаҡ һөйләшеүҙәр, ҡыланмай ғына ихлас итеп йырлашып бал эсеүҙәр... Ҙур кешеләй өйҙән-өйгә йөрөтөп һалдатты ҡунаҡ итеүҙәр... Табындары Германиялағы кеүек һыйҙың төрлөлөгөнән һығылып тормай-тороуын: итле бишбармаҡ, ҡоротло һурпа, майлап, баллап, йәки ҡаҡ ҡушып сәй эсеү. Кемеһендә улары ла юҡ, бары бутҡа менән ҡоймаҡ ҡына була. Етеш түгел ине әле йәшәү 1960 йылда, колхоз һаман да аҡсаға йәлсемәй, булғаны һалымға, ашау-эсеүгә китеп торған заман... Юҡ, аш һайлап, тикшереп-сағыштырып ултырыу башына ла килмәне Мирҙың. Уға ошо эскерһеҙ һөйләшеүҙәр, ипле генә итеп мәрәкәләп шаяртып алыуҙар, бер иле лә шаштырмай ғына маҡтап ҡуйыуҙар шул хәтлем яҡын һәм үҙ ине. Башҡа тормош барлығын ул шунда уҡ уйынан да, йөрәгенән дә һыҙып ташланы. Тамырландырманы.
Ә шулай ҙа иланы бер көн Мир. Киске эңер ине. Эңер ҙә түгел, төн ауышҡайны. Ауылда иртә яталар, сөнки таң һарыһынан эшкә. Әсәһе йоҡларға ятҡас, тышҡа сыҡҡайны Мир. Уның үкһеп илағанын ишетеп, ғәзизе өйҙән йүгереп сыҡты:
- Балаҡайым! Улым! Ни булды? Ағайың? Ағайыңа бер-бер хәл булғанмы? Ҡайҙа ул?
- Юҡ, әсәй, борсолма!.. - Егет алдындағы уртаға йыртылған гармунға, күректәре арҡыс-торҡос булған, көмөш телдәре емерелгән, яратҡан өр-яңы хромкаһына ымланы. Өй башына иҫке юрғанға төрөп, бәйләп киткән тальянын ул таныманы. Дуҫы үлгәндәй, хыялы селпәрәмә килгәндәй хис итте. Йөрәге янды. Тегендә урыҫ иптәше Мишкаға иҫке гармунын арзан ғына хаҡҡа ҡалдырып киткәндә күпме хыялланды ул зыңғырлатып бер тальянында һыҙҙырырға. Ә ул... көтмәгән. Үлгән. Кемдең ҡулы барған уны шулай тураҡларға?
- Эй, улым... Башыбыҙға ҡайғы төшкәнме тип торам... - Әсәһе еңел һулап, улы эргәһенә тупһаға терәлде. - Баш һау булһа, был ни... табылыр. Өр-яңынан алырһың!
- Кем?
- Кем булһын, ҡустыларың, шилмалар! Ҡайҙан күргәндәр, ҡайҙан тапҡандар! Беҙ ни көнө буйы эштә... Улар сарҙаҡҡа менеп, гармунға тейер тип кем уйлаһын! Икәүләп талашып, бүлешә алмай, уртаға ярып, күңелдәре булған инде... Мин дә иланым... Тик ҡалайтаһың... Булыры булған. Аталары кәрәктәрен бирҙе лә ул, һуң! Нишләтмәк?
- Бәлки, төҙәтеп булыр...
- Мин дә уйланым. Аша ауылда гармун яһаусы оҫта бар бит, шуға апарып ҡарамаһаң. Бик шәп итеп йүнәтә тиҙәр уны.
- Яңынан да алырға булыр ине. Тик көмөш телдәре генә йәл. Күпме ерҙә гармун, баян күрҙем, хәҙер былай көмөш телле итеп яһамайҙар икән. Зыңғырлап тормай...
- Апар, улым, апар... Йүнәтә алһа мәгәр...
Алып барҙы Мир оҫтаны эҙләп, йүнәтеп бирҙе алтын ҡуллы кеше. Оҙаҡ йылдарға етте ул иҫтәлекле, яралы гармун... Аҙаҡ инде өр-яңы баянын да, аккордеонын да алырға насип булды.
...Аккордеонды ул иң беренсе тапҡыр немец ҡартының өйөндә күрҙе. Ҙур комод өҫтөнә матур буҫтау менән ҡаплап ултыртылған ине ул. Башта уға иғтибар итмәгән. Бер саҡ Иоланта менән икәүҙән-икәү өйҙә саҡта стеналағы рәсемдәрҙе ҡарап, уныһын тотоп, быныһын тотоп йөрөгәндә күҙе ошо ят әйбергә төштө.
- Ә бында нимә? Нимәне йәшереп һаҡлайһығыҙ? - тип шаяртты
Мир ҡыҙҙы, үҙенсә унда бәләкәй семәрле һандыҡ эсендә берәй Библиямы, диндәренә ҡағылышлы монаят яталыр тип уйлағайны. Семәрле һандыҡ тигәне семәрле, тирә-яғына көмөш селтәр йүгертелгән музыка ҡоралы булып сыҡты. Ҡыҙ алып, оҙон аҡлы-ҡаралы телдәренә баҫҡылап күрһәтте.
- Ағайым уйнаған булған унда. Хәҙер уның иҫтәлеге булып ултыра.
Башы менән генә ымлап рөхсәт һораны ла, ят инструментты ҡулына алды егет. Һалҡын, ауыр әйберҙе улай борғолап, былай борғолап, телдәренә улай-былай баҫҡылап ҡараны ла, һин дә мин "Катюша"ны уйнаны ла ебәрҙе. Иоланта шатлығынан сәпәкәйләп ебәрҙе хатта! Нисәмә йылдар тик ятҡан, телһеҙ инструмент терелгәндәй хис итте ул. Был хәлде атаһы менән әсәһенә һөйләгәс, улар ҙа Мирҙың аккордеонда уйнауын һоранылар. Инәлтеп торманы егет, руссаһын да, башҡортсаһын да рәхәтләнеп уйнаны.
Ҡарағайлы ҡарурманды
Үтер көндәр булырмы?
Ҡаршы килеп, ҡул бирешеп,
Күрешер көндәр булырмы? - тип һуҙып йырлап та ебәрҙе. Күҙ алдына ғәзиз Башҡортостаны, тыуған ауылы Ҡотлоюл, йүкә ағастарының хуш еҫле сәскә атҡан ваҡыттары, япраҡтарын елберләткән моңһоу ҡайындары килеп баҫты. Әсәһе, Рим ағаһы, уның кескәй генә ике улы, күрше апай менән уның ҡыҙы Мөғлифә, иптәш егеттәре... Моңдо тәржемәләү кәрәкмәй: Коссмандар ҙа йырҙың тәьҫиренә бирелеп, уйға батып киттеләр. Ошо аккордеон, унан сыҡҡан тылсымлы моңдар совет һалдаты менән немец ғаиләһен яҡынайтты ла шикелле. Тик шул саҡта ғына ул Юрген ҡарттың әбейенең илағанын да, йылмайғанын да күрҙе. Улын юғалтҡан әсә ҡайғыһын аңлағандай ҙа булды...
Мөғлифә
Ә күрше ҡыҙы Мөғлифәне күрҙе ул, көтмәгәндә-уйламағанда тимер юл вокзалы алдында тап итте. Армиянан ҡайтҡас, Мир иптәше менән вагон бушатып, аҙ-маҙ аҡса эшләп алырға тип йыш ҡына буш ваҡыттарында вокзалға йөрөүҙе ғәҙәт итеп алғайны. Сираттағы "төшөмлө эшкә" барыуҙарына станция алдында ике-өс йәштәр тирәһендәге балаһын күтәргән ир менән ике ҡулына ике төйөнсөк тотҡан ҡатын тап булды. Былай саҡта мыжғып торған кешеләргә башын да бороп ҡарамаған Мир ниндәйҙер көскә буйһоноп, ҡаршыһына килгән кешеләргә ҡарайһы итте һәм... Ир туҡтамай вокзалға инеп китте, ҡатындың ҡулындағы төйөнсөктәре ергә төштө... Ул иҫе китеп Мирға төбәлде, ә ике күҙенән ике бөртөк эре йәше атылып сыҡты ла, түңәрәк кенә бите буйлап ағып китте. Мөғлифә...
- Иҫәнме, Мөғлифә!
- Мир!
- Нисә йылдан һуң? Ҡайҙа китеп бараһығыҙ?
- Мәскәү яғына.
- Мәскәү? Ҡайһылай алыҫҡа юлланғанһығыҙ! Ниңә улай?
- Иремдең апаһы шунда йәшәй. Эш тә бар, аҡсаһы ла мул, тип саҡырғайны.
- Әле инеп китеүсе һинең ирең инеме ни?
-Эйе. Улыма өсөнсө йәш... Их, Мир! Бәлки, шул бала һинеке лә булырға мөмкин ине бит...
Ҡатындың һүҙҙәре йөрәгенән иңрәп сыҡты. Аптырап ҡалды егет, көтмәгәс, ниңә мине ғәйепләгәндәй әйтә һуң?
- Көтөп алырға ине...
- Мин... Һин бит үҙең...
Шул саҡ вокзалдың ишеге асылып, ир-ат тауышы уның һүҙҙәрен бүлде.
- Мөғлифә! Нимә ҡатып ҡалдың анда? Әйҙә, билет алырға! Поезға һуңлатаһың бит!
Мөғлифә ерҙә ятҡан төйөнсөктәрен алып, вокзалға ашыҡты.
- Хуш!- тигән һүҙе шым ғына әйтелһә лә, Мирҙың ҡолағында оҙаҡ яңғырап торҙо...
Мөғлифәнең әсәһенең мөнәсәбәте лә үҙгәргәйне Мирға ҡарата. Әлбиттә, тип уйланы егет, беҙ инде бала-саға түгел, кәләш-кейәү тип шаяртырға ла ярамай, Мөғлифә күптән кейәүҙә, бала әсәһе. Инде ике күршенең һәр береһенең үҙ хәстәре, үҙ мәшәҡәте. Донъялар рәтләнеп бара, элекке кеүек йә тоҙ, йә шырпы, йә күмер тип бер-береһенә көнөнә ҡырылмаһа ҡырҡ мәртәбә инеп сыҡмайҙар. Шулай ҙа аралар һыуыныуын әсәһе лә ауыр кисереп йөрөгән икән. Бер көн шәп-шәп атлап ҡайтып инде лә, утынлыҡта таҡта ҡалдыҡтарын ярып торған улы эргәһенә килеп етер-етмәҫтән хәбәр һалды.
- Барҙым әле, йәнем көйөп, үртәлеп барҙым. Мәйтәм, үҙеңдең ҡыҙың көтмәйенсә кейәүгә сығып китте, улымдың йөрәген яраланы. Ә һин күҙ йәшереп, баш баҫып йөрөйһө урынға, беҙҙе ғәйепләп, ҡырын-мырын ҡарап йөрөйһөң! Йә әйт, кем ғәйепле, тип тура бәреп әйттем үҙенә. Аптыранып китте күршем. "Атаҡ! Хәҙер минең ҡыҙ ғәйеплеме? Мир бит үҙе хат яҙған, көтмә, бында мин икенсе ҡыҙ менән осрашам. Кәләш итеп апҡайтырға уйлайым", тип. "Булмаҫ! Анда һиңә әрмелә әҙерләп ҡуйғандар ти икенсе ҡыҙ! Үҙенең хыянатын беҙгә япһармаҡсымы!" тейем, дөрөп алып барам. Ә күршем шуны ғына көткәндәй, шарт ишекте ябып инеп китте. Мин ҡысҡырам, сыҡ, һөйләшеп бөтәйек, тимен. Сыҡты, ҡулында хат. "Мин бер немканы яратам. Моғайын, өйләнешербеҙ. Мине көтмә, Мөғлифә. Йәш ғүмереңде заяға үткәрмә, мин бит һине яратманым", тип яҙылған... Мир, был ниндәй хат, улым? Ниндәй немка? Ҡайҙа ул? Әллә һин тегендә, ярман ерендә өйләнеп ҡайттыңмы?
Ауыр булды был һөйләшеү икеһенә лә. Ярһыған, рәнйегән әсәһенә саҡ аңлатты Мир хәлдең айышын. Эйе, дуҫлашты, һөйләште. Әммә яратыу, кәләш итеп алып ҡайтыу тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел ине. Кемдер уҫал шаяртҡан ғына Мөғлифәне. Бәлки, берәй әхирәтелер, бәлки... Шулай ҙа Мирҙың да, әсәһенең дә күңелендә бер төйөр ҡалды. Кемгә кәрәк булды икән уларҙы айырыу? Бәлки, Мөғлифәнең әлеге иренәлер? Ситтән генә яратып йөрөһә, Мирҙың хатын алып, уҡып, немка тураһында белгәс, шуға оҡшатып үҙгәртеп хат яҙып һалғандыр... Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, бер саҡ асылыр әле ул сер, тип йыуатты әсәһен улы. Әллә үҙен дә ышандырырға тырыштымы?
Германияға сәйәхәт
- Ниндәйерәк ул Германия? Кешеләре ниндәй? - Был һорауға Мир Зиннәтуллин көлөп кенә ҡуйҙы. Нимә тиһен инде? Ике аяҡлы, ике ҡуллы беҙҙең кеүек үк кешеләр. Бәлки, беҙҙең башҡорттарға, йә урыҫтарға ҡарағанда йәмһеҙерәктер. Беҙҙең башҡорттар ҡара сәсле, ҡуңыр йөҙлө сағыу булһа, урыҫтар һары сәсле, зәңгәр күҙле, әммә шулай уҡ сағыу халыҡ, матур. Ә немецтар аҡһыл, төҫһөҙ, нисек тиҙәр әле урыҫтар - белобрысый кешеләр, тиһенме ни? Барырбыҙ, күрерһегеҙ, тиеү менән сикләнде. Ә үҙенең күҙе алдына шәмәхә күҙле, аҡһыл сәсле йәш ҡыҙ Иоланта-Миләүшә килеп баҫты. Ниндәйерәк ҡатын икән ул хәҙер? 25 йыл эсендә ул тулы, ауыр кәүҙәле, һырҙар ҡаплаған йөҙлө йәмһеҙ ҡатынға әүерелдеме икән? Мир ҙа йәшәрә бармай инде, маңлайына тәүге һырҙар ятты, ике сикәһендәге шырт сәстәренә һиҙелер-һиҙелмәҫ көмөш юлаҡтар йүгерҙе. Кәүҙәгә артыҡ үҙгәрмәне, уның ауыр механизатор эше менән һимереп китеү ҡурҡынысы янамай ҙа, тоҡомдары ла һомғол буйлы. Һәр хәлдә, танымаҫлыҡ булып китмәне, мәктәп эскәмйәһендә бергә ултырып уҡыған иптәштәре, утыҙар йылдан һуң да танып тора, шул уҡ ҡалғанһың, тип тә ебәрәләр. Әлбиттә, Иоланта менән ул осрашыу эҙләмәйәсәк, тик ниңәлер ике йыл ярым хеҙмәте үткән илгә барғас, ҡапыл күңелендә үткәндәр ҡалҡып сыҡты. Төпкә йәшерелеп, баҫырылып, оноттороп ҡуйған хәтирәләр, көл аҫтында быҫҡып ятҡан күмер ише, саҡ ҡына көлдө ситкә һепергәс, леүкеп китергә әҙер торғандай, ҡылт итеп иҫкә лә төштөләр. Ләкин Мир элекке дыуамал, ҡыҙыу ҡанлы еңел-елпе егет түгел, үҙ хистәрен йүгәнләй, аҡылын алға ҡуя торған кем олоһо, кем кесеһе булған ир-уҙаман. Кәрәк саҡта нөктә ҡуйырға ла, өҙә һуғып туҡтатырға ла белә. Был юлы ла шулай итте: етте, иҫләнең, бөттө. Һин ялда, сәйәхәттә, үткәндәр үткәндәрҙә ҡалһын. Башың да, уйҙарың да ял итергә, көс тупларға, матурлыҡты күреп, күңел бушлығын гүзәллек менән тултырырға тейеш!..
Күп ҡалаларҙы үттеләр, күп иҫтәлекле урындарҙа, концерттарҙа, театрҙарҙа, музейҙарҙа булдылар. Бөтәһе өсөн дә матурлыҡ, рухи күтәренкелек, күңел бөтөнлөгө, зауыҡ бүләк иткән онотолмаҫ сәйәхәт әҙерләнгәйне. Гид булып йөрөүсе, рус телен үҙ телендәй ифрат яҡшы белгән немка Ланге Бриджит үҙенең бурысын бик һәйбәт атҡарған, немецтарға хас теүәллекте яратҡан, бер минутты ла бушҡа әрәм-шәрәм итмәүсе юғары кимәлдәге белгес булып сыҡты. Һәр һорауға, һәр үтенескә ҡолаҡ һалып, асыҡ, аңлайышлы яуап биреп, аңлатып йөрөнө. Уға ҡарап, был ҡатындың белмәгән нәмәһе юҡ, тип уйларға мөмкин. Итәғәтле, мөләйем, тыныс. Буш ҡына нәмәгә көйөп, сарбайлап, йүгермәләп, ҡаңғырып йөрөй торған ауылдаштары менән сағыштырһаң, ер менән күк араһы. Уларҙы нисек шулай тәрбиәләйҙәр икән? Шул ҡәҙәр ҙә һалҡын ҡанлы булырҙар икән, тип аптырана Мир. Яҡшы яҡтары күп булһа ла, үҙенең ихлас, эсендәге тышында булған бер ҡатлы халҡын, яҡындарын ул был юғары мәҙәниәтле немецтарҙан күпкә өҫтөн ҡуя. "Беҙҙең кеүек алсаҡ халыҡ бер ерҙә лә юҡ, - тине ул юлдаштарына ла. - Немецтар балыҡ кеүек, өнһөҙ, һүҙһеҙ, хисһеҙ. Эшләйҙәр, уңғандар, әммә йөрәктәре беҙҙеке кеүек типмәй, хистәре урғылып ташып тормай".
Өс аҙнаға яҡын сәйәхәттә йөрөгәндә Мир башҡаса Иоланта тураһында уйламаны. Әйтерһең, ундай кеше бөтөнләй булмаған. Һәр барған ерҙәрен ентекләп ҡараны, хәтерендә һаҡларға тырышты. Ҡайтҡас, ҡатынына, ҡыҙҙарына, колхоздағы иптәштәренә тәмләп, тәфсирләп һөйләр өсөн иҫендә ҡалдырырға тырышты. Ҡайҙа ғына булмаһын, тик бында ғына осраған сувенирҙар һатып алды, кемгәлер бүләк итер, ҡайһыларын ҡәҙерле иҫтәлек итеп, шкаф эсенә ҡуйыр. Ике көнгә Магдебург ҡалаһында туҡтаясаҡтарын белгәс, йөрәге йәнә талпынып китте. Таныш ерҙәр... Йәшлегенең бер осоро тороп ҡалған урындар... Автобуста ул гид ҡатын янына ултырҙы. Байтаҡ тыштағы тәбиғәт күренештәренә ҡарап килә биргәс, ябай ғына әйбер һорағандай әйтеп ҡуйҙы:
- Фрау Ланге, ә һеҙҙә исем-фамилия буйынса кешене эҙләп табыу мөмкинме?
- Бик тә мөмкин, - тине гид Мирға тәү күргәндәй ҡарап. - Кемде эҙләйһегеҙ? Туғанығыҙҙымы?
- Ю-у-уҡ, - тип һуҙҙы ир уға ҡарамай, тышҡа баҡҡан көйө. - Элек мин бында хеҙмәт иттем. Шул саҡта белгән танышымдың был донъяла бармы... юҡмы икәнлеген асыҡлағым килә. Ул ошо беҙ туҡтаясаҡ Магдебург ҡалаһында уҡый ине.
Тулҡынланыуҙан тауышының ҡалтыранғанын белдермәҫ өсөн яйлап, иҫе китмәгәндәй генә әйтергә тырышты Мир.
- Бына минең блокнотыма яҙығыҙ, мин үҙ сығанаҡтарым аша белешермен, - тине Ланге.
Ручкаға тотонған ерҙән ир кире уйланы. Ул бит әле элекке хәрби разведчик. "Бер нәмәне лә ҡағыҙға төшөрмәҫкә, ул һинең өсөн үлемесле дәлил булыуы мөмкин. Бөтөн мәғлүмәтте мейелә һаҡларға".
- Юҡ, - тине Зиннәтуллин кире ҡаҡмаҫлыҡ итеп. - Белеп тораһығыҙ, беҙ дәүләт именлеге хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүе аҫтында. Был үтенесем дә бер кемгә лә билдәле булмаһын ине.
- Әлбиттә, һис шикһеҙ! Минән һүҙ сыҡмаҫ! Моғайын, хәрби сер түгелдер? - Ҡатын йылмайҙы.
- Юҡ, шәхси танышым, дуҫым. Хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ: Иоланта Коссман, 1942 йылғы, Шервинда тыуған. Кейәүгә сыҡһа, фамилияһы үҙгәргәндер ҙә. Атаһы Юрген Коссман.
- Берәй нәмә асыҡлай алһам, әйтермен. Әлегә бер кемгә лә ләм-мим, - тине гид. Ул көндө кисләтеп кенә Магдебурҡа килеп еттеләр. Күмәк кеше отелгә урынлашып, киске тамаҡ ялғауға төн дә етте. Оҙон юлдан, алған тәьҫораттарҙан арып-алйыған сәйәхәтселәр шундуҡ татлы йоҡоға сумды. Бер Мир ғына йондоҙло күккә төбәлеп, оло тәҙрә янында оҙаҡ уйланып ултырҙы. Йәшлегенә, һалдат саҡтарына йәнә ҡайтып ураны...
Икенсе көнөнә төш ваҡытында Ланге менән бер өҫтәл артына тура килделәр. Бәлки, экскурсовод ҡатын үҙе шулай һайлағандыр. Һүҙһеҙ генә тамаҡ ялғап бөтөп, ауыҙ-морондарына күкһел салфетканы ипле генә тейҙереп алғас, Ланге:
- Таптым танышығыҙҙы. Ошонда, Магдебургта йәшәй. Телефоны миндә, - тине шыпырт ҡына.
Мирҙың йәне алҡымына килеп тығылғандай булды. Ярай әле ашап ултырғанда хәбәр итмәгән, сәсәп китер, йә ашы тамағына торор ине. Әле лә һауа етмәй, саҡ-саҡ тын алды. Йөҙө бурҙаттай ҡыҙарҙы.
- Әйтегеҙ телефон номерын, мин иҫтә ҡалдырырмын.
- Юҡ, - тине ҡатын сабыр ғына. - Һеҙ, беренсенән, ныҡ тулҡынланаһығыҙ. Тынысланығыҙ. Үҙегеҙгә иғтибарҙы арттырмағыҙ. Икенсенән, бүлмәләге телефондан шылтыратыу түләүле һәм баяғы әйткән органдар тыңлауы ихтимал. Өсөнсөнән, үҙем һөйләшермен. Һеҙҙең бында икәнлекте әйтермен. Осрашырға теләге булһа, килер. Тик ҡалаға сығыу, йә паркта осрашыу - ярамай. КГБ һәр саҡ уяу. - Ланге байтаҡ уйланып ултырҙы, ҡайҙа осрашыу иғтибарҙы йәлеп итмәҫен иҫәпләп ҡараны, ахыры. - Бәлки, кинотеатрға барырғалыр? - тип тәҡдим итте Мир шыпырт ҡына. - Кино барған ваҡытта залда ҡараңғы, кеше лә шәйләмәҫ.
- Уныһы шулай. Тик... унда нисек һөйләшмәксеһегеҙ? Бер өн сығарырһығыҙ, бөтөн кешенең иғтибарын яуларһығыҙ. Беҙҙә фильм барғанда һөйләшеү тыйылған. Ул ҙур әҙәпһеҙлек һанала. Беҙ былай итәйек... Әгәр танышығыҙ осрашыуға килергә теләһә, киске аштан һуң бер ҡайҙа ла сығып йөрөмәгеҙ. Ул үҙе һеҙҙең бүлмәгә килер. Бер кем дә күрмәүен үҙем тәьмин итермен.
Киске аштан һуң үткән ике сәғәткә яҡын ваҡыт Мир Зиннәтуллин өсөн ике йылға торошло булды. Минут һайын ҡарағанғамы, стеналағы оло сәғәт уҡтары бер урында ҡатып ҡалғандай тойолдо. Ул хатта сәғәттең эшләү-эшләмәүен тикшереү өсөн стена эргәһенә барып, ҡолағын ҡуйып тыңлап та ҡараны. Текелдәп тора ла ул, тик уҡтары ғына ниңәлер ҡатып ҡалғандай. Бер аҙҙан ишек шаҡынылар. Тауышы юғалып, инергә саҡырырға өлгөрмәй ҡалды, йәш егет килеп инде: - Герр Мир?- тип һораны ул аптырап ҡатҡан иргә ҡарап.
- Эйе, - тип баш һелкетте Мир. - Был һеҙгә, ҡул ҡуйығыҙ, - тип егет блокнот һуҙҙы. Нимәгә икәнен аңламаһа ла, Мир ҡалтыранған ҡулдары менән имзаһын ҡуйҙы. Егет рәхмәт әйтеп, матур сәскәләр гөлләмәһен ҡулына тотторғас, асҡан ауыҙын яба алмай, ҡатып ҡалды. Улай әйләндереп, былай ҡыландырып торғас, сәскәләр араһына ҡыҫтырылған ҡатырға ҡағыҙҙы күрҙе.
"Уға бүләк итегеҙ. Бәхәсләшәм, һеҙҙең сәскә алырға башығыҙ етмәгән. Шулай бит? Ланге Бриджит"- тип яҙылғайны. Шунда ғына Мир сәскәне гид ҡатын һатып алғанын һәм Иолантаға бүләк итеп бирергә ҡушыуын аңлап, еңел һуланы. Ысынлап та бүләк алыу тураһында уйына ла килмәне лә баһа! Хәйер, башҡорт ирҙәрендә, башҡорт ауылында 80-се йылдарҙа кем осрашҡан ҡатынға гөлләмә бүләк итеп торһон! Иҫәр, тиерҙәр ине ауылдаштары күрһә. Мир йылмайҙы һәм ҡапыл тынысланды. Был бит бары элекке танышың менән осрашыу ғына. Бер нәмә лә талап ителмәй. Һөйләшеү, тормош юлын белешеү. Үҙең хаҡында һөйләү генә. Свидание ла, һөйәркәңде ҡаршылау ҙа түгел! Тыныслыҡ килгәс, еңел булып китте. Ул муйын тирәһендәге күлдәк төймәләрен ысҡындырҙы, галстугын сисеп ырғытты, пинжәген дә һалып, ултырғыс артына элде. Нимә ул кейәү егете һымаҡ костюм-салбарҙа, галстукта тора әле? Рәсми делегацияны ҡаршылаған Брежнев шикелле. Тынысланып, карауатына ултырғайны ғына, йәнә ишек шаҡынылар. Ипле генә ҡағылыуҙан "Ул!" тигән уй килде. Тик ярһыманы ла, аптыраманы ла.
- Инегеҙ! - тине немец телендә. - Ишек асыҡ.
Бына ул... Иоланта... Шул уҡ ҡаҡса ғына кәүҙә, яурынға һибелгән аҡһыл сәс. Шәмәхә-күк күҙҙәр. Күҙ ситенә саҡ ҡына тартылған һырҙар... Осло танау. Шул уҡ. Бары әҙ генә олоғайыу сырайы сыҡҡан.
- Һаумы! - тип ҡулын һуҙҙы Мир. - Үт, рәхим ит!
Ҡатын ҡулын ирҙең усына һалды һәм уны шундау тартып ала һалып, Мирҙы ҡосағына алды.
- Был һин! Ысынлап та һин! Минең яратҡан башҡортом!
Бындай уҡ осрашыуҙы, ҡосаҡлашыу, шатлыҡты көтмәгән Мир баҙаны. Үҙе ҡатынды ҡосаҡламаны, кәүҙәһе буйлап һалынған ҡулдар шул килеш ҡалды. Йылылыҡ та, тартылыу ҙа тойманы, шикелле. Бары ҡыҙыҡһыныу ғына.
- Мин һине көттөм! Оҙон-оҙаҡ йылдар көттөм! - тип ашығып һөйләне ҡатын.- Ышандым бер күреремә һәм, ниһайәт, ул көн килде. Һин тере! Һин бында! Рәхмәт Хоҙайыма!
Мир йылмайҙы.
- Бала саға кеүек, - тине ул Иолантаны ултырғысҡа этә биреп. - Ултыр, тыныслан. Әйҙә, яйлап һөйләшәйек. Кем һин? Ҡайҙа һин? Ғаиләң бармы?
Иоланта йәшләнгән күҙҙәрен һөрттө. Ултырҙы ла Мирҙың күҙҙәренә туп-тура ҡараны.
-Һин бөтөнләй үҙгәрмәгәнһең. Шулай уҡ сибәр! Һиңә йылдар ҡағылмай үткән, ахырыһы!
- Улай тимә. Йылдар һәр кемдең маңлайына бураҙналар һалған, - тине ир. - Һин дә шул уҡ... Ғаиләң бармы? Ирең? Балаларың? Минекеләр өсәү. Дүртенсегә көтәбеҙ.
Был һүҙҙәр ҡатынды айнытып ебәрҙе буғай. Тынысланды, матур ап-аҡ ҡулъяулығын бөтәрләүҙән туҡтап, кире кескәй сумкаһына һалды. Танауын тартып, аяҡтарын ултырғыс аҫтына ҡуйып, йәтешләп ултырҙы.
- Ниңә улай күп? Минеке берәү генә. Беҙҙә күп бала тәрбиәләү маҡталмай. Берәү, күп тигәндә икәү.
- Ирең кем? Үҙең ҡайҙа эшләйһең?
- Һин ҡайтып киткәс тә кейәүгә сыҡтым. Яңы ғаилә, яңы тормош, ир ҡатыны бурыстары мине һине оноторға ярҙам итер тип ашыҡтым. Ярҙам иткәндер ҙә, бәлки... Буш ваҡытым әҙәйҙе. Әммә өс-дүрт йыл тирәһе мин йәшәмәнем, тик һине генә уйланым. Ҡыҙым булмаһа, йәшәй ҙә алмаҫ инем, моғайын... Әле мин бер ҙур компанияла эшләйем. Насар йәшәмәйбеҙ. Ирем менән күптән айырылыштыҡ. Ҡыҙым ҙур инде хәҙер, айырым йәшәй. Университетта уҡый.
Мир үҙенең тормошо тураһында һөйләне, эшен, иптәштәрен, ғаиләһен. Ҡыҙҙарының ҡыҙыҡтарын һөйләп көлдөрҙө. Немец телен онотмауына үҙе лә аптыраны.
Юрген ҡарт менән әбейен һорашты, байтаҡтан мәрхүм икән инде улар.
- Йорттарын һаттым, ҡайтҡаным юҡ, - тине Иоланта. - Үлгәнсе һине иҫләнеләр, хәбәр көттөләр.
- Хәбәр? Ниндәй хәбәр?
- Иҫләйһеңме, улар һинән минең ағайым, һуғыштан ҡайта алмаған ағайым тураһында белешеүеңде үтенгәйнеләр?
- Иҫләмәйсә... Мин уның аккордеонында уйнаным... Иоланта, мин бит ағайыңдың ҡайҙа үлгәне, ерләнгәне хаҡында СССР-ға ҡайтҡас, эҙләп, табып, хәбәр иттем. Исемен яҙманым, әлбиттә, сөнки һәр хатты уҡып, шунан ғына сит илгә ебәреүҙәрен белә инем. Һин һораған кеше үлгән, шунда ерләнгән, тигән хатты алманыңмы ни?
- Алдым. Ҡарттарға ла алып ҡайтып уҡыттым. Тик улар барыбер көттө. "Хәбәрһеҙ юғалғандар" бер килеп ҡайта. Улыбыҙ ҙа ҡайтыр, табылыр, тинеләр. Бигерәк тә әсәйем һуңғы минутынаса көттө... Мин ағайым һәләк булғас тыуған бала, уны белмәгәс, ул ҡәҙәр өҙгөләнмәнем. Мин һинең өсөн өҙгөләндем. Ә улар ағайым өсөн...
Иҫенә төштө Мирҙың. Хәрби разведчик исеме юҡҡа ғына бирелмәй. Серле материалдарҙы улар эҙләй ҙә, таба ла белә. Иолантаның ағаһы һуғышта һәләк булмаған, әсиргә төшкән икәнен ул оҙаҡламай асыҡланы. Себерҙә лагерҙа булған, өс йылдан ашыу ваҡыт үткәс, туберкулездан үлгән. Әммә был турала яҙыу бик ҡурҡыныс ине... Мөмкин булмаған эш. Шуға күрә Мир уның үлем хәбәрен һәм ҡайҙа ерләнгәнен генә яҡынса яҙа алды. Ысынын, әсиргә төшөүен ул әле лә Иолантаға әйтә алманы. Һәләк булған тип ышанған икән, шулай булһын... Буш хәсрәттәр, бөтәшкән яраны ҡуҙғытыу кемгә кәрәк? Унан кемгә еңелерәк булыр!
Әңгәмәләшенең уйға сумыуын күреп, ҡатын тынлыҡты боҙҙо.
- Атайым һине гел иҫләне. Аккордеонды барып һыйпап тора ла, һинең уйнағанды, йырлағанды иҫкә төшөрә. Миңә был инструментты башҡорт улыма бирәһе булған, уйнар ине, былай туҙып, иҫкереп ятмаҫ ине, тип ҡуя торғайны. Өйҙө һатҡанда мин ул аккордеонды алып ҡалдым, әле минең мансардамда һаҡлана. Мир, теләһәң алып ҡайт һин уны. Атайым Юрген ҡарттың, минең иҫтәлегем итеп.
- Юҡ, - тип баш сайҡаны Мир. Оҙаҡ ултырҙы өнһөҙ. - Юҡ. Үткәнде кире ҡайтарыу мөмкин түгел. Нисек булған, шулай ҡалһын.
- Мир, ә һин мине хәтергә төшөрә торғайныңмы? Һағындыңмы? - Ҡатын нимәгәлер өмөт итеп уның күҙҙәренә ҡарарға тырышты. Мир юрый уны инҡар итте. Ҡараманы.
-Ваҡыт булманы. Беҙ илде төҙөкләндерҙек. Эшләнек тә эшләнек, иген иктек. Илебеҙ һаман ас ине, - тине ул асыу ҡатыш. Иоланта янында күңелендә яралған килешмәүсәнлек тойғоһо йәнә баш ҡалҡытты. - Беҙҙә тормош бындағы кеүек еңел булманы. Тир түктек! Буш хыялдарға урын ҡалманы...
- Ғәфү ит! - тип шыбырҙаны ҡатын. - Мин һине яратыуҙан туҡтаманым...
Ир өндәшмәне. Иоланта шым ғына хушлашып ҡайтып китте. Мир бер нөктәгә төбәлгән килеш ултырып ҡалды.
Йәнә осрашырға насип булды уларға. Иртәгәһенә Магдебургтан Берлинға китергә тейештәр ине. Төшкө аштан һуң йыйынырға ярты сәғәт ваҡыт бирелде. Ҡабаланып үҙенең бүлмәһенә ингән Мирҙы Иоланта ҡаршы алды.
- Ғәфү ит, Мир, мин рөхсәтһеҙ индем, - тине ул ишек төбөндә ҡаршылап.
- Ҡурҡыныс түгел. Хушлаша ла алмай китәм тип уйлағайным. Яҡшы булған, - тине Мир ултырғыс тәҡдим итеп. Үҙе ҡатындың ҡаршыһына ултырҙы.
- Мин яңғыҙ түгел, - тип ҡарашы менән төпкә ымланы Иоланта. Шунда ғына Мир тәҙрә яңағына һөйәлеп баҫып торған ҡыҙҙы шәйләне, һаулыҡ һорашты. Ҡыҙ баш ҡағып ҡына яуап бирҙе. - Ҡара әле, берәйһенә оҡшамағанмы?
Был көтөлмәгән һорауға аптырап, Мир ҡыҙға иғтибарлап күҙ атты. Иолантанан күпкә оҙон, киң генә яурынлы, һомғол буйлы һылыу ҡыҙ. Ҡара сәстәре яурынына һибелгән, зәңгәр күҙле, ҡара ҡашлы, ҡара керпекле. Ирендәре ҡалын, үсеккән баланыҡы кеүек бүлтәйеп тора.
- Кемгәлер оҡшаған кеүек. Тик һиңә түгел, - тине Мир. - Ҡайҙалыр күргәндәй булам.
- Оҡшамаһа ла, минең ҡыҙым. Дөрөҫөрәге, һинең менән минең ҡыҙым. Мин тәүҙә өндәшмәҫкә уйлағайным. Аҙаҡ әйтергә ҡарар иттем, һин белергә тейеш. Таныш бул, ҡыҙым, атайың менән. Минең яратҡан башҡортом... ошо инде.
Ҡыҙ Мирға яҡын килеп, ҡулын һондо. Мир ҡыҙҙың усын ҡулдарына алып, оҙаҡ ҡына ҡыҫып торҙо, күҙҙәренә ҡараны. Таныш һыҙаттар эҙләне. Бәй, кемгәлер оҡшаған тигәне үҙе лә баһа! Шундай уҡ күҙҙәр, ҡаштар, танау, ирендәр, сәстәр... Үҙенең йәш сағы ҡарап тора ла баһа! Мирҙың күҙ алдына үҙенең өлкән ҡыҙы килеп баҫты, ул да һуйған да ҡаплаған атаһы. Был ҡыҙ менән икеһен бергә ҡуйһаң, игеҙәк кеүек булырҙар ине! Тик был саҡ ҡына буйға оҙонораҡ буғай.
- Матур ҡыҙ... Исемең кем? - тине ир һуҙыңҡырап.
- Исемен дә һинекенә оҡшатып ҡуштым, - тип ҡыҙы өсөн яуап бирҙе әсәһе. - Мира. Мира уның исеме.
- Мира, - тип ҡабатланы атай кеше. Үҙенең эске кисерештәренә ҡолаҡ һалды, әммә тулҡынланыу ҙа, шатланыу ҙа тойманы. Ниндәйҙер битарафлыҡ. Өйҙә уның сәскә кеүек һылыу өс ҡыҙы көтә, бәлки, шуға ла күңеле өлпөлдәп китмәгәндер. Улың бар, тиһә, бәлки... Һәр бер атай кеүек Мир ҙа ул хаҡында хыялланды, әммә Аллаһы Тәғәлә ағаһына ике ул бирһә лә, Мирҙан малайҙы ҡыҙғанды, шикелле. Өс ҡыҙ, йәнә дүртенсегә бәпәй көтәләр. Уныһы кем булыр, билдәһеҙ... Етмәһә, бында дүртенсе ҡыҙы үҫеп еткән, имеш...
- Һин шат түгел, - тине осло күҙ Иоланта. - Аңлайым, ҡапыл әйттем. Шулай ҙа... Тағы бер тәҡдимем бар... Һин хәҙер хәрби һалдат түгел, бойороҡ үтәмәйһең... Бәлки, ҡалырһың беҙҙең янда? Бөтөн нәмәбеҙ бар, мохтажлыҡ кисермәйбеҙ. Ике ҡатлы өйөм, бөтә уңайлыҡтары бар. Һинән тик бер генә нәмә кәрәк - минең янда булыуың. Бәхетем өсөн һин генә етмәйһең, башҡорт!
- Был мөмкин түгел! - Мирҙың йәнә асыуы ҡабара башланы. - Һин белеп тораһың!
- Беләм. Ләкин... Минең дә бәхеткә хаҡым бар! Ҡыҙыңдың атайлы булырға хаҡы бар! Бер генә һүҙең етә - илселеккә барабыҙ! Һин политическое убежище һорайһың. Ҡыҙың барлығын әйтәһең, уның документы эргәбеҙҙә - Мира Мир ҡыҙы! Тағы нимә кәрәк? Һәм һин ирекле!
- Ошолай еңел генәме?
- Эйе! Эшләмәҫһең! Төрлө илдәргә сәйәхәткә йөрөрбөҙ! Франция, Италия, Америка, Испания... Ҡайҙа теләйһең, шунда!
- Еп-еңел! Ә намыҫ? Ә ғаиләм? Атайым? Тыуған ерем? Тыуған илемде һатырға тәҡдим итәһеңме?
- Ниңә һатырға? Ярат, һағын, ҡайтып кил... Барыһы ла мөмкин. Сөнки бында кеше ирекле! Һеҙҙәге кеүек түгел!
Тап ошо аҙаҡҡы "Һеҙҙәге кеүек түгел!" тигән һүҙ Мирҙың түҙемлегенең һуңғы тамсыһы булды, шикелле. Ул Иолантаны елтерәтеп ишеккә алып китте.
- Юҡ, бер ҡасан да һеҙҙәге кеүек булмаҫ! Мин совет кешеһе! - Ҡырт ҡына артына боролдо. - Һин дә, Мира, хуш!
Ҡабаланып ишекте асты һәм уларҙы этеп тигәндәй, ишекте кире япты.
- Бәхетле булығыҙ! Тик минһеҙ!
"Илемде һатырға! Атайым ҡан ҡойған илемде һатырға! Полячка булһа, йә фрнцуз, йә итальян, йә венгр... Бер хәл ... Немка! Немка өсөн илемде һатып, рәхәттә йәшәмәм!" - тип ҡысҡырҙы ул руссалап үҙ алдына...
Ҡайтыу юлы бик оҙон да, ауыр ҙа тойолдо Германия буйлап өс аҙналыҡ сәйәхәткә путевка бүләк ителгән алдынғы механизатор Мир Зиннәтуллинға. Уның күңелендәге хистәр бәрелеше үҙенең төп юғары нөктәһенә еткәйне...
Диләфрүз
Ә буласаҡ кәләше менән улар осраҡлы ғына тап килде. Әлеге лә баяғы военкоматҡа иҫәпкә тора алмай, әленән-әле район үҙәге юлын тапаған ваҡыт ине. Ҡотлоюлдан райүҙәккә саҡлы 20 саҡрымдай юл. Ҡайһы саҡ тәпәй туратлап, ҡайһы ваҡыт юлында осраған атлы кешеләргә ултырып йөрөнө кисәге өлкән сержант. Был көндө ауылдаш апайға тоғро килеп, икәүләп санаға егелгән ат менән юлландылар. Военком менән ҡаты-ҡаты һөйләшеүҙәр, унан архивҡа инеп эҙләнеүҙәр байтаҡ ваҡытты алды. Ҡайтҡанда осрашырға һөйләшкән ергә килһә, теге апай көтөп-көтөп ҡайтып киткән икән. Ҡышҡы көн - ҡыҫҡа көн шул, тиҙ генә күҙ бәйләнә, яҡтыла ҡайтып ҡалайым тигәндер инде. "Ярай, иртәгә лә көн бар, бер ыңғай архивта ла ҡаҙынырмын", - тип, Мир бигүк ҡайғырмай, туған тейешле кешеләргә ҡунырға юлланды. Әмәлгә ҡалғандай, улары күрше ауылға һуғым һуйышырға киткән булып сыҡты. Өйҙә уларҙың ҡыҙҙары, Мирҙан 3-4 йәшкә кесе һеңлеһе генә ине. Ул ағаһына йәһәтләп ултыртып сәй эсерҙе, кискелеккә аулаҡ өйгә әхирәттәрен саҡырыуын һөйләне.
- Мир ағай, һин килгәс, мин һине бер иптәш ҡыҙым менән таныштырайым әле. Һинең армияла төшкән фотоһүрәтеңде күреп, күҙе төшкәйне. Хәҙер саҡырып киләм, - тип сығып киткәйне, ул ҡыҙ өйҙә булмаған икән. Аптыранып, күңелһеҙләнеп ҡайтып килһә, йәнә бер таныш ҡыҙы осраған. Һеңлеһе үҙенең ни йомош менән йөрөүен, нимәгә кәйефе юҡлығын әйткәс, теге ҡыҙ:
- Уға ниңә бойоғорға? Унан башҡа ла ҡыҙҙар бөтмәгән. Әйҙә, минең менән таныштыр ағайыңды! - тип һалған.
Осраҡлы тап булған ошо ҡыҙҙы эйәртеп ҡайтып инде һылыуы. Ҡыйғас ҡара ҡашлы, көлөп торған ҡара күҙле, түңәрәк кенә йөҙлө һылыуҙы күргәс тә, Мирҙың күңеле: "Бына бит ул! Мин көткән ҡыҙ!" - тип елкенде. Күҙ төшмәҫлек ҡыҙ түгел ине уның Диләфрүзе. Исеме лә, үҙе лә, күңеле лә сафтан-саф гүзәллек сағылышы ине шул! Бер ҡараштан аңлашып, бер ҡараштан һөйөү хисе ҡабынып яратышты улар буласаҡ хәләле менән. Шулай ҙа оҙон ике йыл буйы анда-бында бер осрашып, йә ҡар-буранлы, йә ямғыр-елле, йә йәйғорло-йондоҙло, йә иҫ китмәле ҡояшлы көндәр-кистәрҙә урам буйлап етәкләшеп йөрөнөләр... Иҫенә төштөмө шәмәхә күҙле ҡыҙ, сағыштырып ҡаранымы уларҙы Мир үҙ-ара? Булғыланы... Иң тәүге осрашыуҙарында Диләфрүздең ипле генә сылтыратып көлөүе, оялсан ҡараштарын ҡуйы керпектәренә йәшереп йылмайыуы, ҡулдарын усына алғанда саҡ-саҡ ҡына һиҙелерлек ҡалтыранып, ҡулын алырға маташҡан мәлдәрҙә уның ошо тыйнаҡлығы үтә әрһеҙ, күҙенә, туп-тура ҡарап: "Мин һинеке булырға теләйем!" - тигән немец ҡыҙын иҫенә төшөрҙө. Иҫенә төшөрҙө һәм был ике ҡатын-ҡыҙҙың бер-береһенән күк менән ер шикелле айырылыуын тойҙо. Иоланта менән Диләфрүз... Исемдәрендә үк һалҡынлыҡ һәм наҙ... Әрһеҙлек һәм тыйнаҡлыҡ, тәкәбберлек һәм ғорурлыҡ, мин-минлек һәм әҙәплелек... Үҙеңде, үҙ хистәреңде беренсе урынға ҡуйыу һәм яратҡаның хаҡына үҙеңде онотоу... Тик үҙ бәхетеңде генә уйлау һәм һөйгәнеңде бәхетле итергә тырышыу... Бына ниндәй упҡын ятҡан улар араһында! Шуны ваҡытында аңламаһа ла, алыҫ һәм аңлайышһыҙ икенсе йыныс ҡыҙынан баш тартыуы, Тыуған ерен, әсәһен, ағаһын, ауылын, атаһы хәтерен һайлауы - ниндәй дөрөҫ булған!..
Бәхетле йәшәне улар Диләфрүзе менән. Береһе ауыҙ асып өлгөрмәй, икенсеһе уның ни әйтерен аңлап тора. Бер түгел, дүрт ҡыҙ үҫтереп, улдарҙан күрмәгән изгелекте ҡыҙҙарынан, кейәүҙәренән күреп, тыныс, һил ҡартлыҡ кисерҙе Зиннәтуллиндар. Әллә ниңә иртәрәк ҡуҙғалды шул Диләфрүзе - 72-һен тултырҙы ла шым ғына китте лә барҙы. Йөрәген яндырып, һуңғы һулышына әҙерләнгән ҡатыны янында ултырғанда Мир: "Күңелемдә йылдар буйы йөрөткән серҙе сисергәме әллә? Тегендә ҡыҙым барлығын һөйләргәме?"- тип уҡталды ла... ҡыйманы. Берҙән-берем тип һанаған йәмәғәтенең күңелен ҡайтарыуҙан, кисермәүҙән, ана туҡтайым, бына туҡтайым тип типкән нескә йөрәгенә уңалмаҫ яра һалыуҙан ҡурҡты. 50 йыл белмәгәнде, инде һанаулы ҡалған минуттарын бәхетһеҙ итеүҙән тыйылды... Дөрөҫ тә эшләгәндер: яратып, яратылып йәшәп, яратҡан кешеһенең ҡулын тотоп ашты хәләленең йәне асманға... Ә бит бер саҡ, Германияға туристик юллама менән барып, Иоланта-Миләүшә менән осрашып, ҡыҙы барлығын белеп ҡайтҡан 1984 йылда ул саҡ-саҡ ҡына асылмай ҡалды Диләфрүзенә.
...Иртәнгә табан ҡабырғаһына төртөп уятты уны ҡатыны:
- Һаташаһың шикелле. Баянан бирле әллә нимә һөйләйһең, әллә нимессә, әллә англисса. Миләүшә, тигән һымаҡ булдың. Аныһы кем тағын? - Ҡатынының артыҡ ҡыҙыҡһынмай ғына әйткән һүҙе йөрәген өтөп алды Мирҙың. Күҙен тырнап асҡан кеше булып, кирелеп-һуҙылып, ваҡытты һуҙырға тырышып, мыҙылып ятты. Ни тиергә? Әллә әйтергәме? Үпкәләһә, кит немкаңа, тиһә? Юҡ, юҡ... Ғаиләне емереү бер ни түгел, ғорур уның Диләфрүзе, кисермәҫ!
- Әллә, төш күргәнмендер... Малай тип көтһәк тә, бәлки, тағы ҡыҙ булып ҡуйыр. Ҡыҙ булһа, Миләүшә тип ҡушайыҡмы, тип уйлағайным. Шуны әйткәнмендер, - тип ялғанлап ҡотолдо.
- Миләүшә, Миләүшә... Матур исем, яҡын-тирәлә лә юҡ. Нимә аңлата икән һуң? Мәғәнәһе алама булып ҡуймаһа, - тине һуңғы айҙарын йөрөгән Диләфрүзе.
- Сәскә исеме бит. Руссаһы "фиалка" шикелле.
Шулай итеп уларҙың төпсөк ҡыҙҙары Миләүшә исеме алды, күҙҙәре лә атаһыныҡына тартып, зәп-зәңгәр ине...
Атай рухына баш эйеү
Атаһының ҡәберен барып табыу бәхетенә лә иреште Мир Зиннәтуллин. Армия хеҙмәтенән ҡайтҡас, бер осор эшһеҙ йөрөп алыу форсаты сыҡты. Үҙенә ҡалһа, ҡайтыу менән колхозға эшкә сығыу ине ниәте. Әммә военкоматта уны теркәүгә алыуҙан баш тарттылар. "Һин армияла урта мәктәпте тамамлау тураһында документ алғанһың, сержант мәктәбен бөткәнһең! Беҙгә һинең кеүек кадрҙар етешмәй! Етмәһә, хәрби разведка! Военкоматҡа эшкә алабыҙ! "- тинеләр. Мир ризалашманы. "Әсәйем яңғыҙ, шул арҡала ғына армияла ҡалыуҙан да баш тарттым..." "Бында үҙ яныңа күсереп алырһың. Торлаҡ бирербеҙ", тинеләр. Уға ла ризалашмағас, милицияға эшкә ҡоҙалай башланылар. "Икеһенең береһен һайла! Колхозда эшләрлек өс класс бөткәндәр һинән башҡа ла күп! Уйларға бер аҙна ваҡыт", - тип ҡайтарып ебәрҙеләр. Уйлап та торманы Мир, бармаҫҡа ҡарар иткәйне инде. Уның көсө ташып тора, сиҙәм аҡтарырға ҡушһалар ҙа риза булыр ине. Оҙон өс йыл буйы үҙе өйҙә булмағанда ҡыйшайған ҡойма-фәләнде, кәртә-ҡураны ипләштерҙе, йүнәтерен йүнәтте, яңыртырын яңыртты. Иптәштәре менән күрше ауыл аша үтеүсе поездарҙы ҡаршылап, вагон бушатырға ла йөрөп, аҡса табырға тырышты. Өҫтөнә кейер кейеме юҡ ине. Германияла йылы булғас, китель менән генә ҡайтып төшкәйне, бында ни ҡыш үҙ хөкөмөнә ингән: ҡар яуа, буранлап китте. Хеҙмәткә киткәнсе кейгән кейемдәре бәләкәй, өс йыл эсендә буйға ун сантиметрлап үҫеп, егерме килоға артып, мыҡты кәүҙәле булып ҡайтҡан, ир ҡорона ултырған кешегә үҫмер малайҙың күлдәк-ыштаны ҡайҙан яраһын! Тәүге йылдары өҫтөнән һалдат кейемен һалманы. Хәйер, ул йылдарҙа бар һалдаттар ҙа өсәр-бишәр йыл шулай йөрөнө, ни хәл итәһең, кейемгә ҡытлыҡ, колхоз аҡса түләмәй. Онон, ярмаһын биреп торалар ҙа әҙләп, уны өҫтөңә ҡаплап йөрөп булмай. Шулай аҡса йүнләп йөрөгән, военкомат учетҡа ҡуймай аптыратҡан осорҙа ул буш ваҡытында, бигерәк тә кискеһен атаһының хаттарын алып, уҡып, уйланып ултырыр булып китте.
Әгәр тере булһа, ниндәйерәк булыр ине икән атаһы? Ул һуғышҡа киткәндә өс йәше лә тулмай ҡалған Мир атаһын иҫләмәй ҙә инде. "Бик матур, мөһабәт буйлы, ҡырлас танаулы, ҡыйғас ҡара ҡашлы дан ир булды", - тип хәтерләй әсәһе. Бер генә фотоһүрәте бар атаһының. Әсәһе ултырғыста ултыра, атаһы уның яурынына ҡулын һалып, баҫып тора. Икеһе лә йәш, сибәр яңы ҡауышҡан парҙың йөҙҙәренә сыҡҡан бәхеттәре ташып-түгелеп торғандай. Ләкин ул бәхет бик ҡыҫҡа булған шул: ете йыл ғына... Һуғышҡа китер алдынан өҙҙөрөп гармунында уйнаған-уйнаған да атаһы, гармундың бер яғына Рим, икенсе яғына Мир тип улдарының исемен уйып яҙған. "Мин ҡайтыуға икеһе лә шартлатып гармунда уйнарға өйрәнһен!" - тигән ҡатынына береһе алтынсы, икенсеһе өсөнсө йәше менән барған улдарына ҡарап. "Иҫәр! Улар шулай ҙурайғансы ҡайтмайһыңмы ни! Алып кит гармуныңды! Уйнап кит, уйнап ҡайтып төш!" - тигән талап ҡуйған ҡатыны. Атаһы ризалашҡан: егеттәр тейәлгән арбаның иң артына ултырып, күҙҙән юғалғансы уйнаған. Уға ҡушылып йырлаған фронтҡа китеүселәр ҙә, бар оҙатҡан халыҡ та илап ҡалған. Быларҙы һөйләгәндә әсәһе лә илай... "Мин ҡайтмаһам да, гармуным ҡайтыр. Ике улымдың исеменән танырһығыҙ!"- тигән атаһы. "Гармуның кәрәкмәй! Үҙең ҡайт!" - тип яуапланым, улай тимәһәм, әллә гармуны булһа ла әйләнеп ҡайтыр ине ҡомартҡы булып..." - ти ине әсәһе.
Мир атаһының хаттарын уҡып, ҡапыл тертләне. Ул бит атаһының ҡайҙа хеҙмәт иткәнен, ҡайҙа ерләнгәнен белә ала ла баһа! Хәрби разведчик! Иолантаның әллә ҡасан сереп бөткән әсир ағаһын табышҡанды, үҙ атаһының һуңғы төйәген ни өсөн эҙләп тапмаҫҡа? "Полевая почта, в/ч №... " Ул ғәскәрҙең номерын хәтерендә ҡалдырҙы ла, киләһе военкоматҡа барғанда атаһының яҙмышын белеште. Уға әҙ-мәҙ документтарын күрһәтеп, архивҡа барырға ҡуштылар. Күпме йөрөһә-йөрөнө, атаһының ерләнгән урынын табыуға өлгәште Мир. Ҡырым, Керчь... Әммә атаһы ҡәберенә зыярат ҡылыу оҙаҡ йылдарға һуҙылды..
60 йәшен тултырып, хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына, йәй көнө ағаһы Рим менән икәүләп юлланды улар алыҫ сәфәргә. Поезд менән Керчь ҡалаһына килеп төштөләр һәм, алдан килешеп ҡуйғанса, тура музейға юлландылар. Герой-ҡала Керчтең тарихи мәҙәни ҡурсаулығына ҡараған "Аджимушкай таш сығарыу (каменоломня) сәнәғәте музейы" тип аталған панорама-мемориаль комплекс һушты алырлыҡ ҙур ине. Экскурсовод һөйләгәндәрҙе тыңлап сәстәр үрә торорлоҡ. Керчь ҡалаһынан биш саҡрым ғына алыҫлыҡта урынлашҡан был ҡасабала совет һалдаттары фашистарға ҡаршы батырҙарса һуғышҡан. 1942 йылда үҙҙәренән әллә нисә тапҡыр көслө фашист армияһы һөжүменә ҡаршы тора алмай, Керчь ярымутрауынан сигенергә мәжбүр булалар. Полковник Павел Ягунов етәкселегендәге һалдаттар төркөмө, сигенгән ғәскәрҙәр һәм ябай халыҡ килеп ҡушылыу һөҙөмтәһендә, 13 мең кешегә барып етә. Бындай ҙур ғәскәр менән даими бомба яуып, снарядтар шартлап торған боғаҙ аша сығыу мөмкинлеге ҡалмағас, бөтәһе бергә катакомбаларға йәшеренергә мәжбүр була. Әммә унда оҙаҡ ҡалыу мөмкин түгел: ашарға ризыҡ, эсәр һыу юҡ. Һалдаттар үҙҙәре тау-таш аҡтарып, тәрәнлеге 15 метрға еткән ҡоҙоҡ ҡаҙып та ҡарай, үлгән сысҡандар, ярғанаттар һәм ҡомаҡтар менән туҡлана, таштарға ҡумыҡҡан мүктәрҙе ашарға мәжбүр була. Атакаға ташланып, катакомбанан сығып та ҡарай совет һалдаттары. Әммә уларҙың сығыуын көтөп кенә торған, яҡшы ҡораллаған фашистар утҡа тотоп, миналар яуҙырып, уларҙы шунда уҡ ҡырып һала. Полковник Ягунов та һәләк була. Быны күргән фашистар катакомбаны миналап сығалар, самолеттар бомба ташлай, өҫтәүенә ағыулы газ ебәрәләр. Ярты йыл утҡа тотҡандан һуң, советтарҙың ҡаршылығын һындырып, фашистар таш сығарыу шахтаһына инә ала. 13 мең кешенән ни бары 48 кеше генә тере ҡалған була...
Катакомбаның оҙонлоғо ун саҡрым тирәһенә һуҙылһа ла, экскурсия бары 500 метрлап ҡына ҡараңғы, дымлы туннель буйлап ер аҫтынан бара. Йән өшөткөс шомло, ҡурҡыныс, хәҙер фашистар бомба яуҙырыр, автоматтан ата башлар төҫлө... Артабан ағалы-ҡустылы икәү Багерово исемле ҡасабаның туғандар ҡәберлегенә барҙы. Унда меңдәрсә исем араһынан аталарының исем-фамилияһын табыуы үҙе бер ыҙа булды. Әммә таптылар! Бар ине атайҙарының исеме мәрмәр ташта, бар ине! Зиннатуллин Гильман Ибрагимович! Бына ул атай! Бына ғына ята ул, ҡул һуҙымында! Рим менән Мир Зиннәтуллиндар мәрмәр ташты һыйпап иланы. 65 йылдан һуң тапты улар үҙҙәренән ике тапҡырға йәш көйө, мәңгелеккә утыҙҙа ғына ҡалған ғәзиз атайҙарын!
Мәрмәр стелалар ҡуйылған ергә тыуған ауылы Ҡотлоюлдан килтерелгән бер ус ҡара тупраҡты һалып, әсәләренән сәләм әйттеләр, уларҙың теге донъяла булһа ла осрашыуҙарына ышаныуҙарын белдерҙеләр. Һәр икеһе үҙ уйына батып, оҙаҡ уйланып ултырҙылар.
Артабан улар Багеровоның музейына һуғылды. Бикле булып сыҡты уныһы. Бер аҙ музей тупһаһында тапана биреп торҙолар. Ниңәлер уларға ошо музейҙа атайҙары Ғилман тураһында берәй документ һаҡланалыр кеүек тойолдо. Шул саҡ урамдан үтеп барыусы ир:
- Музей хужаһы бер нисә өй аша ғына йәшәй, өйөнә барһағыҙ, ул килеп аса торған, - тип адресты өйрәтеп ебәрҙе.
Зиннәтуллиндарға һәр экспонат тураһында ентекләп һөйләне музей етәксеһе. Күп кеше башын һалған икән был ҡасаба янында. Танкыға ҡаршы ҡаҙылған траншея совет һалдаттары, ябай ауыл халҡы, балалар һәм ҡарт-ҡоро мәйеттәре менән тулы булған. Был вәхшилекте төшөрөп өлгөргән совет фотографы үҙе иҫтән яҙып ҡолаған, тинеләр. Музей тулыһынса тиерлек Бөйөк Ватан һуғышына арналған ине. Күпме генә эҙләмәһендәр, һорашмаһындар атайҙарына ҡағылышлы бер әйбер ҙә табылманы. Хушлашып, урамға сыҡҡас ҡына, экскурсовод ҡапыл ниҙер иҫенә төшөрҙө.
-Туҡтағыҙ, - тине ул тулҡынланып, - Ҡасабала бер һуғыш ветераны йәшәй. Ул да өйөндә үҙаллы байтаҡ иҫке әйберҙәрҙе йыйған. Беҙҙең музейҙа булмаған нәмәләр унда булырға мөмкин. Беҙгә тапшырам тип алып килгәйне ул күп йылдар элек, ҡыҙыҡлы, кәрәкле әйберҙәрҙе алып ҡалдыҡ та, артығын кире үҙенә бирҙек. Сөнки, мәҫәлән, беҙҙә ун снаряд бар икән, ун беренсеһе нимәгә? Урын да сикле, бер үк экспонатты күпләп теҙеп һалыу ҙа әһәмиәтле түгел. - Ҡатынҡай аҡланғандай һөйләнеп, ветерандың адресын өйрәтеп, бер ара оҙатып барып, хушлашып тороп ҡалды.
Ҡасаба бик ҙур, бәләкәй ҡалаларҙан да ҙурыраҡ булып сыҡты. Ике-өс ҡатлы йорттар үҙәктә урынлашһа, ауыл өйҙәре әллә күпме ерҙе алып сыбарлаған. Ветеран йәшәгән ер - ябай ғына ауыл өйө. Тыштан матур итеп таҡта менән көпләнеп, йәшел төҫкә буялған. Ҡоймалары тигеҙ, бейек. Ҡапҡаһы семәрләп, һырланып эшләнгән.
Ветеран ятып торған икән, ишекте ҡыҙы асты.
- Үтеп ултырып тороғоҙ, атайымды хәҙер саҡырам, - тип төпкө яҡҡа инеп китте. Әллә нисә бүлмәле ҙур ғына йорт икән. Уртанан оҙонса коридоры ла бар. Ике яҡҡа ишектәр эшләнгән. Коридорҙағы ҡыҫҡа ғына диванға ултырҙы килеүселәр. Көноҙон аяғөҫтө йөрөп, арытылған да икән. Аяҡтарын һуҙып, йомшаҡ диванға рәхәтләнеп терәлделәр.
- Арытҡан, хәл юҡ, - тине Рим ағаһы иҙерәп күҙен йомоп. - Ошолай ғына ятып йоҡлап китһәң икән...
- Йоҡлар алдынан ҡапҡылап алғанда ла килешер ине, - тип йылмайҙы Мир. - Иртәнән ҡара кискә тиклем тәғәм ҡапҡан юҡ. Сарсатты ла.
Артынан тәпәш кенә буйлы, ҡаҡса ғына ҡартты эйәртеп, ҡатынҡай сыҡты.
- Бына ҡунаҡтар, үҙегеҙ танышырһығыҙ, - тип хужабикә кухня яғына үтеп, һауыт-һаба шылтырата башланы.
- Евгений Васильевич Васютин булам, - тине ҡарт төҫһөҙ күҙҙәрен килеүселәргә төбәп. - Ҡайһы яҡтан килеп сыҡтығыҙ? Яҡын-тирәгә, таныш-белешкә оҡшамағанһығыҙ.
- Бик алыҫтан килдек, Евгений Васильевич, Башҡортостан тигән ерҙән. Бәлки, ишеткәнегеҙ барҙыр? - тине Зиннәтуллиндар.
- Бар, бар, уландар... Беҙҙең часта ла булды ул яҡтарҙан егеттәр, хәтәр ҡыйыу, батыр инеләр... Үкенескә күрә, Тыуған ил өсөн баштарын һалды инде күптәре... Ә бына мин һаман да йыбырлап йөрөп ятам әле... Бәлки окопташтарым өсөн дә йәшәйемдер, - тине ҡарт үҙенең оҙон ғүмерле, яуҙаштарының йәшләй китеүендә үҙен ғәйепләгәндәй төҫ менән...
- Тимәк, һеҙ бәхетле! - тине ҡунаҡтар. - Хоҙай ғүмер биргән икән, әйҙә, йәшәгеҙ! Беҙҙең атайҙар өсөн дә!
Ҡарттың күҙҙәре йәшләнеп китте, икәүһен дә арҡаһынан тупылдатып яратты. Зиннәтуллиндар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп, ҡарттың музейын ҡарарға теләктәре барлығын белдерҙе.
Бабай ҡулы менән иҙәп, уларҙы артынан эйәртеп, тышҡа алып сыҡты. Өйҙөң икенсе яғынан айырым инергә ишек эшләнгән икән. Шул яҡтан йәнә йортҡа инделәр. Айырым ҙур бүлмә ысынлап та мәктәп музейын хәтерләтә. Экспонаттар ҡуйырға стеллаждар ҙа эшләнгән. Стеналарҙа ла, витриналарҙа ла бик күп хаттар, документтар, фотолар. Иҙәндә иҫке онталған пулемет, каска, винтовка, снарядтар. Һалдат котелогы, кейемдәре, аш-һыу кәрәк яраҡтары, самолеттың бер өлөшө, танк гусеницаһының бер онтағы ... Бик күп әйбер туплаған икән ветеран.
- Һуғыш башланғанда мин 14 йәшлек кенә малай инем. Бер йылдан партизандар отрядына ҡушылып киттем... - тип үҙе тураһында ла һөйләп ташланы Васютин. - Ә Багерово һуғыш ҡайнаған ҡаҙанды хәтерләтте. Беҙҙең янда ғына хәрби аэродром төҙөнө фашистар. Нисә тапҡыр авиабомбаға тотоуҙарын һанап бөтөрөрлөк түгел. 1941 йылдың көҙөнән алып, 1944 йылдың яҙына ҡәҙәр аяуһыҙ һуғыштар барҙы. Йә беҙҙекеләр һөжүмгә күсә, йә фашистар баҫып ала. 44-тең апрелендә генә Керчь тулыһынса азатлыҡ яулап алды. Шуға тиклем бында ҡанҡойошта нисәмә мең ябай халыҡ һәм күпме меңдәрсә совет һалдаты һәләк булыуын әле лә теүәл генә һанап бөтә алмайҙар. Бер Багерово ровында ғына 7 мең кешенең ҡалдығы табылғас, каменоломняла 13 мең кеше һәләк булғас, башҡаһын үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ!..
Байтаҡ һөйләне ҡарт. Уны бүлдермәй тыңланы килеүселәр.
- Нимәлер табырға теләп тә таба алмаһағыҙ, ҡайғырмағыҙ, - тине ветеран. - Улар Еңеү өсөн һәләк булған, Тыуған ил өсөн. Иң мөһиме ошо.
- Әлбиттә, - тип килеште туғандар. - Тик берәй документ табылһа ине тип теләгәйнек... Күптәр яуға үҙенең атын атланып киткән. Ә беҙҙең атай һуғышҡа гармуны менән киткән... Уйнап китәм, уйнап ҡайтырмын, тигән. Хатта беҙ икәүҙең исемен дә яҙған булған гармуны тышына.
- Гармун! Гармун! - тип бүлдерҙе уларҙы ҡарт. - Миндә бит гармун бар! Тәүҙә бында ғына торҙо ул, аҙаҡ гармундың һуғышҡа бер ҡатнашы ла юҡ, был экспонат түгел, тип музейға алыуҙан баш тартҡас, төпкәрәк йыйып ҡуйҙым мин уны.
Стена буйындағы өйөлгән әйберҙәр араһынан ветеран гармунды һөйрәп сығарҙы. Рим менән Мир аталарының гармунын иҫләмәй ҙә инде. Шулай ҙа өмөт менән улар икәүләп гармунға барып йәбеште һәм... йә, Хоҙай! Гармун күрегенең ике яғына Мир һәм Рим тигән яҙыуҙы күреп, аһ, иттеләр! Шул! Шул бит атайҙарының гармуны! Иҫтәре китеп гармунға йәбешкән ирҙәргә ҡарап, Евгений Васильевич та ҡыуанып китте. Рим менән Мир тигән яҙыуҙы үҙҙәренең исеме икәнде әйткәс:
- Таптығыҙмы ни? Шулмы? Мин бит Мир тигәне тыныслыҡты, тиҙерәк һуғыш бөтөүен теләп яҙылған тип уйланым. Ә Рим тигәне ҡала исеменәндер тинем. Шуға күрә тәүҙә һәр килгән кешегә күрһәттем, хатта итальян һалдатыныҡылыр тип, итальян туристарына ла күрһәтеп ҡараным. Хатын да уҡый алманылар. Итальянса түгел, тинеләр.
- Хатын! Хаты ла бар инеме ни, Евгений Васильевич? - Зиннәтуллиндар һикереп китте.
- Бар ине шул! Документтары, яңылышмаһам, хаты ла бар ине. Хәҙер, хәҙер, - ҡаушауҙан ветеран хаттарҙы таба алмай ҡаңғырып китте. Унда һуғылды, бында тығылды. Уларға Мир менән Рим дә ҡушылып эҙләште. Ниһайәт, о, мөғжизә! Өскөл хаттар килеп сыҡты. Был әсәһенең атаһына яҙған хаттары ине. Бер осо йыртылған, бысранған, хатта ҡан таптары күренгән һуғыш йылы хаттары. Күп урындары юйылып, иҙерәп бөтһә лә, улар әсәйҙәренең ҡулын таныны. Хат латин хәрефтәре менән яҙылғайны. Яңы алфавитҡа күскәс тә әсәйҙәре латинса яҙып маташты шул, яңыса уҡыуға өйрәнә алманы. Өйҙәге атайҙарының хаттары ла латинса яҙылған ине. Хәрефтәре латинса булһа ла, эстәлеге башҡортса булғас, уларға уҡыу ауырлыҡ тыуҙырманы. Хат араһынан өйҙәрендәге кеүек фотоһүрәт тә килеп сыҡты: әсәһенең яурынына ҡулын һалып, атайҙары баҫып тора. Бәхетле рәсем! Иң аҫта атаһының ҡулы менән яҙыла башлаған ике-өс юллыҡ ҡына хат та килеп сыҡты: "Хөрмәтле вә ғиззәтле хәләл ефетем, уландарым Рим менән Мир! Һеҙгә алыҫ яу юлдарынан ҡайнар сәләм менән атайығыҙ. Ҡырымда икәнлегемде яҙғайным инде. Бик ҡаты һуғыштар бара, һөйөклөм, иҫән-имен сығып булһа, ошо диңгеҙҙе бер алып килер күрһәтер инем һеҙгә..." Хат ошо ерҙә өҙөлә... Атакаға күтәрелделәрме, әллә өҫтәренә бомба төшөп ғүмере ҡыйылдымы икән ғәзиз аталарының?
Ирҙәрҙең күҙҙәренән сөбөрләгән йәште күреп, ветеран да танауын тартып, илап ебәрҙе. Үҙе:
- Иламағыҙ! Һеҙ бәхетле, һеҙҙән дә бәхетле кеше юҡ! Атайығыҙҙың гармунын да, үҙ ҡулы менән яҙған хаттарын да таптығыҙ! - тип йыуатып һөйләнде.
Оҙаҡ булды улар ветеран янында. Ҡыҙының әҙерләгән мул аш-һыуын ейеп, ҡарттың хәтирәләрен тыңлап, бындағы мәхшәрҙә үҙҙәре лә ҡатнашҡандай, уфтанышып, илашып, төн еткерҙеләр. Хатта алсаҡ хужаларҙың ҡыҫтауына ҡаршы тора алмай, ҡунып сығырға ла тура килде. Иртәгеһенә йәнә туғандар ҡәберлегенә барып, һуңғы тапҡыр баш эйеп, бәхилләшеп, ҡайтыр юлға сыҡтылар. Бабай күпме генә өгөтләмәһен, улар атайҙарының гармунын алманы. Үҙенең һуңғы төйәге янында ҡалһын, кешеләр килеп күрһен өсөн музейҙың яҡшы күренгән урынына ултыртып, атаһы тураһында бер аҙ мәғлүмәт яҙып ҡалдырҙылар...
Эпилог
Мир Ғилман улы Зиннәтуллин, ҡалын көрән тышлы фотоальбомды күкрәгенә ҡыҫып, оҙаҡ уйланып ултырҙы. Унан альбом эсенән төрлө төҫтәге бик күп маркалар йәбештерелгән, немец телендә яҙылған бер хат алды ла, ҡытыршы устары менән, иркәләгәндәй итеп, ипләп кенә һыйпап-һыпырып ҡуйҙы... Күптән түгел алыҫ Германиянан, ҡыҙы Миранан, килгәйне ул хат. "Әсәйем фанилыҡтағы юлын тамамланы... Был донъяла минең һинән башҡа яҡын кешем ҡалманы. Атай! Минең һине тағы бер ҡат күргем килә. Элекке осрашыуҙа беҙ бит бер ауыҙ һүҙ ҙә һөйләшмәнек. Миңә нимә - ул саҡтағы 23 йәшлек, донъяһы теүәл ҡыҙға? Барлығын да белмәгән, яңы табылған атай кәрәк инеме икән? Юҡтыр... Әле әсәйем үлем түшәгендә тағы ла һинең турала һөйләгәс, һине табырға ҡушҡас, уның һуңғы теләгенә ҡаршы килә алманым. "Минең яратҡан башҡортомдо тап! Ҡунаҡҡа саҡыр, йә үҙең эҙләп бар!" - тип үтенде әсәйем... Минең яратҡан башҡортом! Минең дә һине шулай тип йөрөткөм килә... Ерҙә ғүмер буйына етерлек мөхәббәт булған икән, тимәк, мин мөхәббәттән тыуған бала..."
Ҡыҙы Мира өҙөлөп саҡырһа ла, 83-сө йәшен ҡыуалап барған Мир Зиннәтуллин ундай йыраҡ ергә юлға сығырлыҡ ҡеүәт тойманы үҙендә. Дәрте бар ҙа, дарманы самалы шул уның... "Үҙең кил! Дүрт һеңлең менән танышырһың, Башҡортостанымды күрерһең!" - тип яҙҙы ул яуап хатында. Әле бына өлкән ҡыҙының, Мираһының, килгәнен көтөп, йәшлектә ҡалған гүзәл дә, хаяһыҙ йүләр ҙә ваҡыттарын иҫләп, фотоальбом аҡтарып ултыра... Бар тормошо бер альбомға һыйған. Беренсе биттә атаһы менән әсәһенең бергә төшкән берҙән-бер рәсеменән башланып, аҙаҡ Мирҙың армияла төшкәндәре, хәләле менән өйләнешкән сағы, ҡыҙҙары, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәре менән арыу ғына йыйылып киткән икән. Тағы нисә бит өҫтәлер уға, өҫтәлерме икән әле? Мираһы килеп, һеңлеләре менән фотоға төшөр - ошо күренеш тә биҙәр әле был альбомды. Балалары уртаһында, бәлки, уға ла урын табылыр? Эйе, шул көндө еткерә алһа, бәхеттең үҙе булыр был!
Сығанаҡ: https://kiskeufa.ru/
https://henek.info/articles/s-sm-r-r/2024-10-28/mine-yarat-an-bash-ortom-3986564