Даирә
+24 °С
Дождь
Әҙәбиәт
22 Сентября 2025, 04:14

КӨТМӘГӘНДӘ ҺИНӘН ХАТ КИЛЕП ТӨШТӨ...

Зөләйхә бөгөн йүнләп йоҡлай алманы. Эше ауыр, көнө буйы аяҡ өҫтө ныҡ арый, сауҙа нөктәләренең эшен үҙегеҙ беләһегеҙ, әгәр залда үҙең йөрөмәһәң, тауар һайларға ярҙам итмәһәң, эш бармағаны көн кеүек асыҡ, тырышырға, эшләргә тура килә. Ә ул бөгөн йоҡлай алманы. Әле сәғәт алты, элек етелә тора ла, бер сәғәт эсендә әҙерләнеп, һигеҙҙә эш башланыуға, баҫып тора ине. Сауҙа үҙәге эргәһендә булғас, еңел, транспортҡа аҡса китмәй. Ҡайһы ваҡыт өйөнә лә ҡайтып ашай. Үрелеп кенә утты яҡтыртты һәм күҙенә кисә килгән хат салынды. Тағы ла, инде нисәнсе ҡат, хатты уҡырға кереште.

КӨТМӘГӘНДӘ ҺИНӘН ХАТ КИЛЕП ТӨШТӨ...КӨТМӘГӘНДӘ ҺИНӘН ХАТ КИЛЕП ТӨШТӨ...
КӨТМӘГӘНДӘ ҺИНӘН ХАТ КИЛЕП ТӨШТӨ...

КӨТМӘГӘНДӘ ҺИНӘН ХАТ КИЛЕП ТӨШТӨ... Хикәйә. 

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.

“Һаумы, Зөләйхә! Минең был хатты уҡығас, ғәжәпләнерһең инде. Нисәмә йыл күренгәне, шылтыратҡаны, сәләм дә ебәргәне юҡ ине, тип аптырарһың. Әгәр мин хатҡа тотонғанмын икән, тимәк, ғәжәпләнерлек сәбәптәре бар. Беҙҙең айырылышыуға 12 йылдан артыҡ ғүмер үтеп тә киткән икән. Мин, хат яҙырға тотонор алдынан, бик оҙаҡ уйланым, яҙырғамы, яҙмаҫҡамы. Электән һинең телефоныңды белә инем. Көн һайын, тип әйтерлек, шылтыратырға уҡталып ултырған саҡтарым булды. Хатта бер-ике тапҡыр һинең менән һөйләшәм икән, тип төш тә күрҙем. Һәр һөйләшкән һайын, һин минән: “Ҡасан ҡайтаһың?” – тип һорайһың икән, тим. Эйе, ҡасан ҡайтаһың, тип һорайһың. Әллә – ысын, әллә – буш.
Беҙҙең күршелә Флүр ағай йәшәй торғайны. Шул ағай, минеке һымағыраҡ сетерекле хәл килеп тыуһа: “Ни хәл итәһең, донъя шулай ҡоролған. Ҡайһы ваҡыт урамда торған ата ҡаҙға ла сәләм бирергә тура килә”– тип әйтә торғайны. Телефонымды белгәс, ниңә шылтыратмай икән, тип ғәжәпләнмә. Телефон аша аңлашыу менән, аҡ ҡағыҙ битенә текәлеп, хат яҙыу араһында айырма ҙур икән. Аҡ ҡағыҙға яҙылған хатыма әллә яуап килә, әллә юҡ. Һинең бит миңә яуап яҙмаҫҡа ла хоҡуғың бар. Ә шылтыратһам, һин әйтергә ихтимал булған: “Нимә, Гәрәй, хәҙер миңә көнөң төштөмө?” – тип әйтерһең һымаҡ. Һинең был һүҙҙәрҙе әйтергә хоҡуғың бар. Ә хатҡа яуап яҙмаһаң, үпкәм юҡ, мин бөтәһен дә аңлармын. Беҙҙең өйләнешеүгә быйыл, хәтерем алдамаһа, 18 йыл була икән. Тимәк, ҡыҙыбыҙға 17 йәш, ул берәй яҡҡа уҡырға барырға йыйыналыр.
Тирә-йүндә нимә барғанын һин үҙең күреп тораһың бит инде. Элек ниндәй бәхетле йәшәгәнбеҙ, тип уйлап ҡуям. Әле бынау вирусы менән бәйле, уйлағандарымдың сиге юҡ. Һин, бәлки, ишетмәгәнһеңдер, ике аҙна дауаханала ятып сыҡтым. Йәшәргә теләгем көслө ине, үпкәмде елләтеп ятҡан сағымда, үҙем өсөн әйтеү әйттем: иҫән-һау ҡотолһам, һинең менән ҡыҙым Гөлназдан ғәфү үтенәм, тинем. Әгәр мөмкин булһа, мине ғәфү итегеҙ. Һеҙҙең ғәфү итмәҫкә лә хоҡуғығыҙ бар.
Үлем менән йәшәү араһында артабан ошо ерҙә ҡалыу өсөн көрәшкәндә мин көн һайын һеҙҙе иҫкә төшөрҙөм. Ялбарыуҙы Аллаһы Тәғәлә ишетте, тип иҫәпләйем, миңә тағы ла бер ғүмер бүләк итте. Миңә тиклем ошо аппарат аҫтында ятҡан кешеләрҙең барыһы ла фани донъяны ҡалдырған икән. Беләһеңме, Зөләйхә, мин ни өсөн үлемдән көслөрәк булып сыҡтым? Эйе, минең һеҙгә булған ышанысым, өмөтөм мине еңергә ярҙам итте. Мин хәҙер үҙемде үлемдең ҡосағында булдым, ожмах менән тамуҡ араһындағы кәртәне күрҙем, ҡылған барлыҡ гонаһтарым өсөн яза алдым, тип иҫәпләй алам. Бына ошолар – минең яҙаһы һүҙҙәрем. Хат яҙырға теләгең булһа, конверт тышындағы адрес буйынса яҙ”.
Зөләйхә ҡабалан-ҡарһалан ашаны ла, сәйен барғас эсермен әле, тип эшенә сығып йүгерҙе. Ҡыҙының телефонында уятҡысы бар, ашарға ҡалдырҙы, 11-се класта, мәктәпкә бараһы түгел, хәҙер өйҙә генә уҡыйҙар. Зөләйхә уйлана, икеләнә. Нимә тип яҙырға икән? Ҡара һин уны, үлемдән ҡалдым, ти бит әле. Етмәһә, ғәфү үтенә. Ҡатын элекке иренең ни өсөн хат яҙыуына төшөнә алмай аптыранды. Ҡала кимәлендә билдәле кешеләрҙең улы, улар менән аралашыуҙы күптәр мәртәбәгә һанай торғайнылар. Ә Ғәлләмовтар үҙҙәрен тота белде. Юғарылағыларҙың да иң һайландыҡтары менән генә аралашты, үҙҙәренә күрә ҡор ойошторҙо. Бына хәҙер Гәрәй хат яҙған.
Ә ваҡытында уларҙың никахы ваҡытлыса икәнлеге тәүге көндәрҙән үк күренде. Илдә кешеләрҙең бер-береһенә мөнәсәбәттәре һыналған дәүер ине. Гәрәйҙең Зөләйхә менән дуҫлашыуын Ғәлләмовтар ғаиләһендә шунда уҡ кире ҡаҡтылар. Гәрәй менән Зөләйхәгә, Гөлназдың тыуасағы билдәле булғас, бергә йәшәй

 
башларға тура килде. Шунан һуң да Гәрәйҙең әсәһе, атаһы берәмләп тә, икешәрләп тә килеп, улдарын аҡылға ултыртырға, ғаиләне тарҡатырға тырышып ҡаранылар. Гәрәй хатта, ҡайтып киткән осраҡта ла, икенсе көнөнә яңынан ҡатыны һәм ҡыҙы янына килә торғайны.
Йәшәү, тиһәң, хәтере ҡалыр, шулай ике йылдан артыҡ аҙапландылар әле. Хатта Гәрәй бер тапҡыр Зөләйхәнең ауылына ла барҙы. Зөләйхәнең ата-әсәһе уларҙы бик ҡыуанып ҡабул итте. Кейәүҙе оҡшаттылар, Гөлназды яраттылар, кисен ҡунаҡ йыйып алдылар. Ул көндәрҙән хәҙер хәтирәләр генә ҡалды. Ауылдан ҡайтып, бер ике-ай йәшәнеләрме икән, Зөләйхәнең башы әйләнде, хәле бөттө. Табипҡа барғайны, бер-ике аҙна йөрөттөләр ҙә, “яман шеш” тигән диагноз ҡуйҙылар һәм операцияға әҙерләнергә ҡуштылар. Зөләйхә шаңғып ҡалды, ләкин бирешмәне. Гәрәй ҡайтҡас, йәшереп торманы, барыһын да һөйләп бирҙе. Гәрәйҙең йөҙөндә бер үҙгәреш тә тойолманы. Һорашманы ла, ҡыҙыҡһынманы ла. Икенсе көнөнә ҡараңғыла-яҡтыла сығып китте. Зөләйхә торғас, аш бүлмәһендәге өҫтәлдә: “Һин минең тормошомдо харап иттең. Мине башҡа көтмә”, – тигән яҙыу ғына ҡалғайны. Ялланған фатирҙы ҡалдырып, ауылға ҡайтырға тура килде Зөләйхәгә. Ярай, әсәһе ялда, Гөлназды ул алып ҡалды. Ҡурҡып көткән операцияһы ла уңышлы тамамланды. Ә күңелдә яралар бөтәшкән һымаҡ булды. Ошонан һуң Зөләйхә үҙҙәре яғындағы ҡалаға ҡайтты. Тормошо яйлап көйләнгәндәй тойолдо. Хатта бер мәл ауылға ҡайтырға ла уҡталғайны. Мәктәп ябылғас, уныһынан да баш тартты. Эшләй торғас, аҙмы-күпме аҡса йыйып, бер бүлмәле фатир һатып алды. Үҙен кәм-хур тоймай. Ҡыҙы үҫә, һәйбәт уҡый, йәшәргә урыны бар. Эшендә хөрмәт итәләр.
Әлеге хат тынғы бирмәй. Адресын ҡайҙан тапҡан, нисек иҫкә төшөргән әле? Хатҡа тотонһа, нимәләр тип яҙырға икән? Оҙаҡламаны, кисенә үк, бик йонсомай ғына, уйлағандарын ҡағыҙ битенә төшөрөп тә ҡуйҙы:

“Һаумы, Гәрәй! Хатыңды алдым, уҡыным, күбеһен аңланым. Ғәфү үтенеүгә килгәндә, бәлки тәүбәгә килеүең бер ваҡытта ла һуң түгелдер. Мин һине шунда уҡ ғәфү иттем. Сөнки һин үҙеңә хужа түгел инең. Атайың менән әсәйеңә лә үпкәм юҡ. Мин уларға бәхетле ҡартлыҡ теләйем. Сирләүең хаҡында ла тәүге тапҡыр ишеттем. Беҙ һиңә иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Быйыл ҡыҙың ун берҙе бөтә. Һәйбәт уҡый, олимпиадаларҙа еңгәне бар. Ҡайҙа теләйһең, шунда уҡырға бар, тинем. Мин һинең эштәрең уң баралыр, ғаиләң менән бәхетлеһеңдер, тип уйлайым. Һиңә сәләмәтлек, бәхетле тормош теләйбеҙ”.

Зөләйхә хатын, икенсегә уҡып та тормай, почтаға кереп конверт алды ла, йәшниккә һалып та ҡуйҙы.
Зөләйхә хатын ебәрҙе лә онотто. Аҙнанан ашыу ваҡыт үттеме икән, йәшнигендә аҡ ҡағыҙ күреп, алып ҡараһа, тағы ла хат, быныһы ла Гәрәйҙән. Шулай почта тиҙ йөрөймө икән, тип аптыранды эстән генә ҡатын. Теге аҙнала яҙғайны, шикелле, был аҙнала килеп тә еткән. Шылтыратһа ла булыр ине инде. Тәүҙә өй эштәре менән булып, хатты ситкәрәк алып ҡуйғайны. Йоҡлар алдынан, тағы иҫенә төшөп, ҡулына алды. Үҙенең дә йәше бара, һаулығы ла үҙе менән, тигән һымаҡ, иртәнсәк уҡырмын, тип эргәһенәрәк һалып ҡуйғайны, кем белә, әллә нә мәләрр яҙыуы бар, шунан ятырһың, йоҡлай алмайынса, ниңә уҡыным, тигән көнгә төшөп. Гәрәй былай ябай күренһә лә, ата-әсәһенең аяулы балаһы булғас, үҙен төрлөсә тота торғайны.

Ҡатын элекке иренең йөҙөн иҫкә төшөрөргә тырышты. Бәй, шыпа хәтерҙән юйылған түгелме һуң? Шулай онотолоп та бөттөмө икән ни? Әллә, магазинда танышҡайнылар, шикелле. Юҡ, саҡ ҡына ла иҫкә төшмәй. Инде ойоп киткәйне, төш күрҙе: эргәһенә Гәрәйҙең атаһы менән әсәһе килеп керҙеләр. Атаһы бик өндәшмәне, әсәһе кем икәнлеген күрһәтте инде. Ошонда ғына уйнап ултырған Гөлназға күрһәтеп:
– Ошо ҡыҙыҡайҙы, Гәрәйҙең балаһы, тип әйтергә уйлайһыңмы? – тине ҡатын.
– Эйе, улығыҙ үҙе белә, ул баш тартмай. Минең Гәрәйҙән башҡа бер кемем дә булманы.
– Ҡайҙа, бир әле, яратып ҡарайым, – тине әсәһе.
Олатаһы көлөп ебәрҙе:
– Ҡара әле, әсәһе, һиңә өләсәй булыу килешә икән!
Шунан, ултырып, сәй эстеләр бит әле.
– Беҙ һиңә ҡаршы түгел, – тине өләсәһе, – бына, Гөлназ ҡыҙыбыҙ беҙҙе өләсәй-олатай итте бит.
– Өләсәй, олатай, тиһегеҙме?
Бәй, былар үҙҙеренең ейәнсәре менән киленен танынылар, түгелме һуң?
– Бик ымһынып барма, – тине Гәрәйҙең әсәһе, – беҙ һеҙҙең никахты уҡытманыҡ, беҙ уны ҡабул итмәйбеҙ. Гәрәйҙең электән яратҡан ҡыҙы бар. Әнәс Фәнәүи улын беләһегеҙме? Мусиндарҙы? Беҙ шуларҙың ҡыҙын алабыҙ. Үәт!
Ошолай төшө боларҙы ла китте Зөләйхәнең. Әле, уянғас та, уҡылмаған хат, әле күргән төшө һәм Гәрәй хаҡында байтаҡ уйланып ятты ҡатын. Шунан һуң түҙмәне. Хатты алып, конвертын асты ла уҡый башланы.
“Һаумы, Зөләйхә! Мин һине, яуап яҙырһың, тип көтмәгәйнем. Бына, әле генә хатыңды алып уҡыным да, яуап яҙырға ултырҙым. Рәхмәт һиңә, Зөләйхә! Минең яҙмышым хәл ителгәндә, йәнем ер менән күк араһында осоп йөрөгәндә, мин һинең хаҡта уйланым һәм ҡыҙымды күҙ алдыма килтерергә тырыштым. Сөнки, әйләнеп ҡарағайным, тормош юлым тамамланыуға бара, ә артымда, һеҙҙән башҡа, мине һағынып һөйләрлек, мине иҫкә алырлыҡ кеше күрмәйем. Әсәйем менән атайымдың хыялын тормошҡа ашырам тип, улар һорағанса, бәлки талап иткәнсә лә булғандыр, миңә Мусиндарҙың ҡыҙына өйләнергә тура килде. Уның ҡыҙы үҫеүе, айырылып ҡайтыуы хаҡында, беҙҙең тормошобоҙ оҡшаш булғас, ҡуйыртыусы булманы. Ләкин мин, бер нисә ай йәшәгәс тә, беҙҙең берлектәге тормоштоң уңышһыҙлыҡҡа дусар ителеүенә төшөндөм. Сөнки ул ҡатын донъя көтөү, хужалыҡ ҡарау һәм башҡа мәшәҡәттәр менән шөғөлләнеүҙе үҙе өсөн түбәнселек һанай ине. Хатта хеҙмәтсе яллауы, үҙе теләгәнсә йәшәргә ынтылыуы беҙҙең йәшәйешебеҙҙе үҙгәртә алманы.
Мин уны һинең менән сағыштырҙым һәм үҙемдең хаталаныуыма төшөндөм. Сөнки һинең менән йәшәгәндәге һымаҡ иғтибар, уңайлылыҡтар бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Мин шунда ғына һинең тәмле аштарыңды иҫкә төшөрөп, ҡатын-ҡыҙҙың ир-атҡа мөхәббәте ашҡаҙан аша һынала, тигән ябай ғына әйтемдең мәғәнәһенә төшөндөм. Мин әле лә һинең бешергән аштарыңды, һинең миңә булған мөнәсәбәтеңде һағынам. Мин һине ни тиклем нығыраҡ һағынһам, һин минән шул тиклем нығыраҡ алыҫыраҡ китәһең һәм беҙҙең осрашыуыбыҙ, бергә яңынан ҡушылып йәшәүебеҙ мәңге тормошҡа ашмаясаҡ хыялға әүерелә. Шуға миңә хат яҙыуың, иғтибарыңдан төшөрөп ҡалдырмауың өсөн рәхмәт! Һинең яҙғандарыңды мин ҡат-ҡат уҡыйым. Хатта тәүгеһендә илап та алдым. Ни өсөн илағанмындыр, үҙем дә белмәй ҡалдым. Бәлки мин йәшлеккә ҡайтҡан һымаҡ булғанмындыр. Тәүҙә шылтыратырға тағы ла уҡталғайным, телефон аша һөйләшеүгә ҡарағанда, үҙемдең теләктәремде, кисергәндәремде аҡ ҡағыҙ ярҙамында еңелерәк еткерермен кеүек тойолдо. Белмәйем, был юлдарҙы ниңә яҙамдыр. Бәлки һин хатымды, быға нимә кәрәк икән, тип йыртып ташларһың һымаҡ итеп

 
тоям. Уҡымаһаң да, йыртып ташлаһаң да, һинең хаҡың бар. Тик ни өсөн сығып киткәнемде генә хәтерләмәйем”.
Зөләйхә хатты ырғытып уҡ ебәрҙе. Шул, элекке Гәрәй икән. Ни өсөн сығып киткәнемде оноттом, тигән бит әле. Бәлки һин мине ҡыуып сығарманыңмы ул, тип ишетергә теләмәйҙер ҙә инде? Зөләйхә, үрелеп алып, хатты яңынан уҡып сыҡты. Биш тин аҡса һымаҡ, ябай ғына фекерҙәр. Хат юлдары артында бер ниндәй кинәйә лә, ишара ла тойолмай. Ә былай дөйөм хәленә килгәндә, яҙмышы уйланырлыҡ, хатта ғибрәтле һымаҡ.
Хәҙер нисәмә йылдар сауҙа нөктәһендә эшләгәс, Зөләйхәнең күҙе лә, күңеле лә үткерләнгән. Футбол яланы ҙурлыҡ сауҙа үҙәгенә килеп ингән һәр бер һатып алыусыны, тип әйтерлек, танып белә. Танымай, күбеһе ошонда йәшәй. Ашамайынса булмай. Ҡайҙа китһендәр, ошонда киләләр инде. Һатып алыусылар ҙа төрлөсә була бит. Береһенә – ашарға, икенсеһенә – эсергә, өсөнсөһөнә урлашырға кәрәк. Шулай икеле-микеле уйҙар менән уйланып йөрөнө Зөләйхә. Ләкин элекке иренә нимә кәрәклегенә, барыбер, төшөнә алманы. Ярай, дауаханала ятып сыҡҡанын белде, үпкә елләтеп ятыуы ла еңел булмағандыр.
Ә ул операциянан һуң ни үле-ни тере ятҡан сағында, эргәһендә берәйһе булдымы? Операцияға әҙерләр алдынан, аҙаҡ эргәгеҙҙә ултырырлыҡ берәр кеше кәрәк, тигәс, бер кемем дә юҡ бит әле, тигәс, табиптар үҙҙәре ҡараны. Ни хәл итәһең, һәр кешенең яҙмышы үҙе менән. Ә хатын яҙырға кәрәк. Ә нимә тип яҙыр икән?
“Һаумы, Гәрәй! Һинең икенсе хатыңды алғас, йәш саҡтар иҫкә төшөп китте. Тик һуңғы тапҡыр кемгә һәм нимә хаҡында яҙғанымды иҫләмәйем. Һин яҙған хатты ла ҡат-ҡат уҡыһам да, һиңә нимә кәрәклегенә, ни өсөн хат яҙыуыңа төшөнә алманым. Һуңынан, асыҡланыуынса, һин беҙҙең бергә икәүләп, хатта өсәүләп төшкән фотоларыбыҙҙы ла алып киткәнһең икән. Мин инде быныһын һис тә көтмәгәйнем. Һин фотоларҙы түгел, беҙҙе бәйләп торған бәләкәй-бәләкәй генә шаһиттарҙы ла үҙең менән алып киткән һымаҡ тойолдо. Ул фотолар хәҙер юҡтыр инде ул. Мин белгән Гәрәй һаҡсыл кеше түгел ине. Шуға, әсәйеңдең, йә ҡатыныңдың, фотоларҙы табып, юҡ итеүенә шикләнмәйем.
Ә мин артҡа боролоп ҡарайым да, үҙемдең атайым менән әсәйемдән, ҡыҙым Гөлназдан башҡа, бер кемде лә күрмәйем. Әйтерһең, башҡалар минең тормош юлымда осрамаған, мин уларға кәрәк булмағанмын. Бәлки шулай яҡшыраҡтыр? Шуныһы ҡыҙыҡ, беҙҙең хатлашыу нимә менән тамамланыр икән?”

Зөләйхәнең үҙенә лә ҡыҙыҡ тойолдо. Хатын яҙып бөттө лә почта йәшнигенә һалып китте.
Зөләйхәнең үҙенә лә ҡыҙыҡ була башланы. Булмай ни, күпме генә көн эсендә өсөнсөгә хат яҙырға ултырырға тура килә. Дөрөҫ, быныһын яҙмаҫҡа ла иткәйне, үҙе, яуап яҙып, өмөтләндереп ҡуйҙы бит. Хәҙер тағы яҙырға тура килә инде. Был юлы нимә яҙышырбыҙ икән, тип уйлап, хәтеренең иң төпкө мөйөштәрендә соҡоноп ҡарай, юҡ, инде ныҡлап соҡонһаң да, бер нимә лә сығырлыҡ түгел. Әллә үҙе хәтерһеҙгә әйләнде, әллә Гәрәй менән тормошо шулай ғына булдымы? Һуң, ауылда үҙе менән йөрөгән егеттәрҙе лә хәтерләй. Ана, Нуритдин менән 8-се кластан 10-сыны бөткәнсе йөрөнөләр. Шул тиклем һурып үбеүҙәре, ҡолағына береһенән-береһе яғымлыраҡ һүҙҙәр әйтеүе!.. Ҡуй инде, ҡолап китә яҙа торғайны. Ә шул Нуритдин ҡайҙа йөрөй икән, тип иҫенә төшөрһә, келт итеп, алдына килде лә баҫты. Ҡап ҡара бөҙрә сәстәре... Әллә нисәнсе үлсәм бүрек кейә, тинеләр, башына һыймай торғайны.
Зөләйхәнең үҙенә лә ҡыҙыҡ була башланы. Булмай ни, күпме генә көн эсендә өсөнсөгә хат яҙырға ултырырға тура килә. Дөрөҫ, быныһын яҙмаҫҡа ла иткәйне, үҙе, яуап яҙып, өмөтләндереп ҡуйҙы бит. Хәҙер тағы яҙырға тура килә инде. Был юлы нимә яҙышырбыҙ икән, тип уйлап, хәтеренең иң төпкө мөйөштәрендә соҡоноп ҡарай, юҡ, инде ныҡлап соҡонһаң да, бер нимә лә сығырлыҡ түгел. Әллә үҙе хәтерһеҙгә әйләнде, әллә Гәрәй менән тормошо шулай ғына булдымы? Һуң, ауылда үҙе менән йөрөгән егеттәрҙе лә хәтерләй. Ана, Нуритдин менән 8-се кластан 10-сыны бөткәнсе йөрөнөләр. Шул тиклем һурып үбеүҙәре, ҡолағына береһенән-береһе яғымлыраҡ һүҙҙәр әйтеүе!.. Ҡуй инде, ҡолап китә яҙа торғайны. Ә шул Нуритдин ҡайҙа йөрөй икән, тип иҫенә төшөрһә, келт итеп, алдына килде лә баҫты. Ҡап ҡара бөҙрә сәстәре... Әллә нисәнсе үлсәм бүрек кейә, тинеләр, башына һыймай торғайны.

Ә бер тапҡыр... Нисек булды әле? Көпә-көндөҙ бейек тауға менеп киткәйнеләр, арыны Зөләйхә. Шуны ғына көтөп торған һымаҡ, Нурый, үҙен күтәреп алды ла, тауға менде лә китте. Менеп етте лә, арығандыр инде, ҡылған өҫтөнә ҡолап, байтаҡ ҡына хәһеҙ ятты. Уф, оят, ауылдан вис кенә күреп торғандарҙыр инде. Күрмәй һуң, күтәреп алды, ҡылған араһына ҡоланы. Ә был Гәрәй менән нимә эшләне һуң? Юҡ, Гәрәй менән нимәлер булған һымаҡ түгел. Шулай ҙа, ҡыҙыҡ, хатын яҙайым әле:
 
“Һаумы, Гәрәй! Хатыңды алып, уҡығас, һинең менән осрашҡан һымаҡ булдым. Тик, барыбер, төшөнөп етә алмайым ҡапылда, ниңә мине хәтергә төшөрөргә булдың әле? Әгәр дөрөҫ аңлаһам, һин, ауырып, дауахананан сыҡҡанһың, бәлки һиңә ярҙам кәрәктер. Хаттарыңдан, мин һинең яңғыҙ икәнлегеңә төшөндөм. Әгәр ярҙам кәрәгеп, һин беҙгә килергә йыйынһаң, мин һиңә, килмә, йөрөмә, тип әйтә алмайым. Ә былай миндә һиңә ҡарата ҡыҙыҡһыныу бар. Мин һиңә ҡыҙың Гөлназды күрһәтер инем. Әле ул беҙҙең хатлашыуыбыҙ тураһында белмәй, һинең хаҡта ишеткәне лә юҡ. Ҡайҙандыр белдеме икән, бер тапҡыр һорап ҡына ҡуйҙы: “Беҙҙең атай миңә алимент түләйме ул?” – тине. Мин инде, нимә тип әйтәйем, ҡыҙыма, атайың дәүләткә эшләй, дәүләт беҙгә эш хаҡы түләй, тип әйтем дә ҡуйҙым. Беҙҙең бер бүлмәле фатирыбыҙ бар, шул 16 квадрат метр инде. Шулай булғас та, шөкөр итәм. Һин бәлки минән, ниңә кейәүгә сыҡманың, тип һорарһың. Йәшереп тормайым, һоратыусылар булды. Сәфәр тигән берәүһе килеп тә йөрөнө, эйәләшеп тә алғайны, ҡыҙым да күнгәйне. Шунан, ҡайтҡан да, сыйырсыҡ ояһы һымаҡ ҡына – донъяһы, өсәүләшеп, унда нисек һыяһың инде, ни ике бүлмәле түгел фатиры, тип һөйләнгән. Һуңғы килгәнендә: “Улай булғас, ике-өс бүлмәлене эҙләйһең инде”, – тип керетмәнем. Туҡылдап, әллә күпме йөрөнө. Шунан, күршелә бер хулиган ғына егет бар, шул, сығып, өндәшкәйне, юҡ булды. Гәрәй, аңлатып яҙмағанһың, атайың менән әсәйең минең хаҡта нимә уйлай? Иҫтәренә төшөргәндәре бармы икән? Һин килһәң, улар белһә, нимә тип әйтерҙәр? Ҡаршы төшмәҫтәрҙер ҙә инде? Ярай, ошоноң менән, тамамлайым. Һинән хат көтөп, Зөләйхә”.
Был юлы Гәрәйҙән хат, элеккеһенә ҡарағанда ла, тиҙерәк килде:
 
“Һаумы, Зөләйхә! Һинең хатыңды уҡып, ҡыуандым! Ҡыҙымды күрергә теләгем ҙур ине. Һинең күңелеңдең киңлеген, мәрхәмәтле булыуыңды элек тә хәтерләй инем. Ярай, рәхмәт! Минең теләгем тормошҡа аша, миңә унда берәй эш ҡараштырып булырмы икән? Ҙур урын кәрәкмәй, берәй урынға ҡарауылсы итеп ҡуйһалар ҙа, ризамын. Шунан һуң, мин бит хәҙер эсмәйем, эсеүҙе ташлағас, минең һымаҡ кешегә ихтыяж бар бит инде. Әле машина һөйләшеп, ваҡ-төйәк әйберҙәремде йыйыштыра башланым инде. Һау бул, Зөләйхә! Мин һинең саҡырғаныңды көтәм!”
Бына һиңә, онотолоп бөткән ерҙән килеп сығыуын әйт әле. Ә оноторлоҡ булдымы һуң? Зөләйхәнең ҡыҙы менән ҡайтып төшөүҙәре, эшкә түгел, йәшәргә лә урынлаша алмай йөрөүҙәре, бер көн һалҡын алдырып, ҡыҙының ауырып китеүе, ярҙам һорап, Гәрәйгә мөрәжәғәт итеүе хәтеренә төштө. Уныһы телефондың Зөләйхәнең өҙгөләнеп шылтыратыуын өнһөҙ генә тыңлап торҙо ла: “Саҡ ҡына көт, хәҙер берәй нәмә уйлармын”, – тип трубканы һалып ҡуйҙы.
Ышанды йәш ҡатын. Тамағы шешеп, температураһы күтәрелеп, хырылдап ятҡан ҡыҙын тотоп, кискә тиклем ултырҙы ла ҡуйҙы. Ярҙам итеү түгел, килеп, күренеп тә китмәне Гәрәй. Ә һин шуны онотоңмо? Ярай, күршеләре, тиҙ ярҙам саҡыртып, дауаханаға оҙата һалдылар. Унда барғас, табиптың: “Кемде көтөп ултырҙығыҙ? Балағыҙҙы харап итәһегеҙ бит!?” – тип асарғаланып ҡысҡырыуы әле лә ҡолағында сыңлап тора. Ҡыҙын юғалта яҙған көн иҫенә төшкәс, Зөләйхәнең күҙҙәренән йәш килеп сыҡты. Килмәне бит шунда, шылтыратманы. Аҙаҡ үҙе ишетте, Гәрәйгә бер нимә лә булмаған, ул сыҡмаған, ярҙам эҙләмәгән. Тимәк, ул шул ваҡытта уҡ үҙенең ҡыҙынан баш тартҡан булған.
Аһ! Хәтерләй башлаһа, уларҙың мөнәсәбәтендә бер яҡты бит тә ҡалмаған түгелме һуң? Бәлки улар булмағандыр? Ә сит кешеләрҙең ярҙамы һәр береһе иҫендә. Ҡыҙы менән оҙаҡ ҡына дауаханала ятып сыҡҡас, участка табибы, балағыҙҙы һау-сәләмәт үҫтерергә теләһәгеҙ, һеҙгә быйыл шифаханаға барырға кәрәк, тип путевка юлланы. Ҡыҙы шунда дауаланып ҡайтып, һин дә мин турыҡты ла китте.
Аҡ ҡағыҙ битенә ҡарап, байтаҡ ултырҙы Зөләйхә. Ҡулы үҙенән-үҙе хат юлдарын ҡағыҙға төшөрөргә тора. Тегеләй ҙә уйлап ҡараны, былай ҙа. Байтаҡ йылдар үтте бит инде, булған үпкәләре лә онотолор, ләкин оноторлоҡ булдымы һуң? Ярай, ул, ышанып, килде, ти, ошонда йәшәне. Бәлки терәк-таяныс та булыр һымаҡ.
Оҙаҡ ғазапланып уйланы ҡатын. Аҙаҡ ҡағыҙ битенә түбәндәге юлдарҙы яҙҙы:
 
“Һаумы, Гәрәй. Ярай, миңә хатыңы яҙғанһың. Юғиһә, телефон аша булһа, мин һиңә әллә ниндәй һүҙҙәр әйтеп бөтөрмөн, тип үҙемдән ҡурҡам, һинән уңайһыҙланам. Әле килеп, шуға төшөндөм, һинең менән минең ваҡыт үткән икән. Ваҡыт күп үтте. Аралар күптән өҙөлдө һәм уларҙы ялғарлыҡ бер көс тә юҡ. Һин дә, мин дә хәҙер бөтөнләй икенсе кешеләр. Хатта һинең йөҙөңдө лә мин хәҙер иҫкә төшөрә алмайым. Урамда, осраһаң, һин дә мине танымаҫһың һымаҡ. Шуға, яҙмышҡа күнәйек, бик ҡыйын булһа ла, үҙ көнөңдө үҙең күр. Мин ошодай ҡарарға килдем. Шуға мин һине көтмәйем һәм ҡабул итә алмайым. Хуш, һау бул”.
Хатты почта йәшнигенә һала алмай, сумкаһында өс көн йөрөттө Зөләйхә. Аҙаҡ тәүәккәлләне, үтеп барышлай ғына, почта йәшнигенә һалып китте. Бер аҙ йөрөгәс, шуға төшөндө, үҙендә еңел булып ҡалды.
Автор:
Читайте нас