

– Көмрө! Сәхнәгә менеп, кеше ҡурҡытып тормаҡсыһыңмы унда?
Завуч Рәсимә Әхмәтовнаның бер миңә генә түгел, бар донъяға яр һалып ҡысҡырғанын бөтә зал ишетте. Залдағыларҙың кемеһе йәлләп, кемеһе үсәп, кемеһе аңламай мине яңынан баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе. Был ҡараштар ҡараңғы, тәрән ҡоҙоҡ кеүек: батаһың да, аҙаҡ бик оҙаҡ кире сыға алмай аҙапланаһың... Унан бик оҙаҡ йылы таба алмай йонсойһоң. Аҙаҡ кемдәндер ғәриплегеңде онотторған йылы һүҙ ишетеп, мөләйем ҡарашын тойһаң, бер ни тиклемгә ҡоҙоҡтағы өшәнес тойғоно онотоп тораһың да артабан йәшәргә маташаһың.
Мине туғыҙынсы кластар араһында “Һылыуҡай“ конкурсында ҡатнашыуҙан мәхрүм иткәс, Рәсимә Әхмәтовнаның күңеле булды: башҡаларға матур-матур күлдәктәр һайлап биреп, үҙ-ара сәхнә бүлешә башланылар. Иламаҫҡа тырышып, ирендәрҙе ҡанатҡансы тешләнем дә бүлмәгә инеп карауатыма ауҙым.
Көмрө! Был һүҙ мине йөҙгә телгеләй, кеше араһында биткә бәреп әйтһәләр, меңгә ярғыланам. Илаҡ карауатымды шығырлатып тороп көҙгө алдына килеп баҫтым. Арҡа һөйәгем ҡыйшайғас, бер яҡ ҡабырғам көмрәйеп сығып, һорау билдәһенә оҡшап торам. Буйым үҫмәй, етмәһә, яурыным да, янбаш һөйәктәрем дә тигеҙ түгел. Көмрөләргә сәхнәлә урын юҡ. Шулай тиһәң дә, йәш күңелем үҙенекен итә: бейегем, йырлағым, кеше араһына сыҡҡым килә. Уйҙарымды һаҡ ҡына асылған ишек тауышы бүлде. Беҙҙең кластың, үҙемдең тәрбиәсем Фәндиҙә Римовна икән. Һәр ваҡыттағыса мине теге ҡараңғы ҡоҙоҡтан тартып алырға маташасаҡ.
– Йә, илап буламы? – Ул шулай һораһа, оятымдан нишләргә белмәйем. Йәшенеп иларға ла хаҡым юҡ һымаҡ... – Һинең түгел, ә һине илатҡан кешеләрҙең күңелдәре көмрө икәнен иҫләйбеҙ, шулаймы?
Мин был һүҙҙәрҙең хаҡлығын да, Хоҙай олатайҙың уларҙың үҙҙәрен илатасағын да беләм. Тик бына хәҙер ошо минутта бер кемгә лә ышанмайым. Ышанырға көсөм юҡ..
– Ҡатнашабыҙ конкурста, шулай бит?
– Юҡ! Минән көләһегеҙме әллә? Мин бер кемгә лә бер нимә лә иҫбатларға тейеш түгелмен!!
– Ярар. Ултыр илап улай булғас. Мин һиңә яраҡлы күлдәк тектем. Тырышыуым бушҡа булды инде былай булғас. Шиғырыңды ла берәү ҙә ишетмәйәсәкме? – Мин уйлаған арала сумкаһынан төргәк килтереп сығарҙы.
– Арҡаңды белендермәҫлек кенә итеп күлдәк тектем, әйҙә әле кейеп ҡарайыҡ.
Минең әйткәнде лә көтмәҫтән күлдәкте ҡулыма килтереп тә тотторҙо. Ҡыңғырау сәскә формаһында тегелгән күлдәк ысынлап та кәүҙәнең бөтә кәмселектәрен йәшерә. Ҡыуанысымдан урынымда бейеп киттем. Ул арала класташ ҡыҙҙарым инеп мине һәр яҡлап маҡтарға, дәртләндерергә тотондолар. Кеше һүҙе үлтерә лә, ҡанат та ҡуя. Мин дә был көндө үлдем дә, ҡанатланып остом да. Сәхнәгә сығыр алдынан, ярамай икәнен аңлаһам да, жюри составында булған Рәсимә Әхмәтовнаны күҙ ҡарашым менән эҙләп таптым. Матур төҙ кәүҙәле, һауалы ҡарашты күргәс, тәнем эҫеле- һыуыҡлы булып, өшөп киттем. Әллә сыҡмаҫҡа ла ҡуйырғамы икән, тип уйланып торғанда, Фәндиҙә Римовна килеп арҡамдан һөйҙө.
– Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ!
Сәхнәгә сығып баҫҡас, донъя йөҙөп киткән һымаҡ булһа ла, аҙаҡ йәнем-тәнем менән бирелеп киттем. Сәхнә – бөтөнләй икенсе донъя. Бында мин көмрө лә, ҡыйыш та түгел, бында мин ҡанатланып осам, рәхәтләнеп йөҙәм. Сәхнә мине йәшәтә, онотолорға ярҙам итә. Был тойғо һыуһап эселгән һыу кеүек. Һәр сығыштан һуң билдә күтәреп ултырған жюриҙар араһында миңә иң әҙ балл ҡуйырға тырышып ултырған кешене күрһәм дә, күңелем һүрелмәне, киреһенсә, дәртләнеберәк сығыш яһаным. Үҙем ижад иткән шиғырымды уҡығанда зал шып-шым булды. Уҡып бөттөм дә сығып китәйем тиһәм, алҡышлау ишетмәйем. Мин – залға, зал миңә ҡарап тынғанбыҙ. Уңайһыҙ тынлыҡты боҙоп кемдер тамаҡ ҡырҙы. Мин сығырға йүнәлгәндә аяғөҫтө тороп алҡыштарға күмделәр... Конкурста ҡатнашҡан ун ете ҡыҙ араһында икенсе урын алыуым, бәләкәй генә еңеүем миңә артабан был тормоштоң әсе еленә, кеше һүҙенә бирешмәй генә алға атларға бик ҙур этәргес булды, ышанысымды арттырҙы. Әммә һыҙылып атҡан алһыу таңдарҙың миңә ниндәй яңы һынауҙар әҙерләп ҡуйғанын белмәй инем әле...
Өфөгә тикшерелергә, врачтарға йыш йөрөгәс, уҡыуым артта ҡалды. Сирек аҙағында контроль эштәр ваҡытында ҡалдырырға тура килә шул дәрестәрҙе. Күп темаларҙы аңламай башланым. Класташ ҡыҙҙар ярҙам итеп аңлатһалар ҙа, башым икенсе проблемалар менән тулғас, төшөнөп бөтмәйем. Уҡытыусылар, хәлемә инеп, билдәләрҙе арттырып ҡуйып килделәр. Уҡыу аҙағында математиканан контроль эштәрҙе теге завуч үҙе тикшерергә булды. Унынсы класҡа, йәнәһе, һайлап ҡына аласаҡтар. Ҡала мәктәбе булғас, бында уҡырға теләүселәр күп. Мин, билдәле, “икеле”гә яҙҙым. Мине, тағын бер нисә малайҙы директорға саҡырттылар. Ике завуч, директор, математика, рус теле уҡытыусылары ултырған кабинетҡа килеп ингәс, врач кабинетына ингәндә кисергән тойғо биләп алды. Яңы башланып торған ғына яҙмышың ошо ултырған кешеләр ҡулында. Врач ҡағыҙында күпме “здорова” тигән яҙыу күрергә хыялланһам, хәҙер бында “допускается” тигәнен күрергә өмөтләнеп баҫып торам. Интернаттың директоры быйыл алмашынғайны. Элекке беҙ яратҡан Нурислам ағай икенсе ҡалаға күсеп китте лә, быйыл төпөш, ике һүҙҙең береһен ялғап һөйләй алмаған Кәрим Фәррәховичты директор итеп ҡуйҙылар. Уҡытыусылар, уҡыусылар менән бик борсағы бешмәһә лә, Рәсимә Әхмәтовна менән килештеләр былай: һәр яңы эште тик икәүләшеп кәңәшләшеп эшләйҙәр, тип әйтәләр.
– Ошомо “икеле” тоҡсайы?
Ҡарлығып сыҡҡан һүҙҙәр миңә әйтелмәйҙер тип ышанмай артыма әйләнеп ҡарайым. Юҡ шул, минән башҡа артта кеше күренмәй.
– Нишләп уҡымайың, ә? – Директорҙың яртылаш салшайған ауыҙынан асыуланғанын, йә мыҫҡыллы йылмайыуын айырыуы ҡыйын.
– Уҡыйым...
Ни сәбәп менән артта ҡалыуымды аңлата алмай торғанда, Әхмәтовна пулеметтан атҡан кеүек тәтелдәргә тотондо.
– Кеше йәлләтеп уҡып булмай! Кемдер был урынға инә алмай, ә һин бушҡа урын занимать итәһең! Һаулығың юҡ икән, өйҙә ят! Хөкүмәт ҡарай бит һеҙҙең кеүектәрҙе! Һинең кеүектәргә интернатта урын юҡ! Беҙгә полноценный, вузға инерлек, мәктәп йөҙөн күрһәтерлек уҡыусылар кәрәк! – Ул нишләптер ерәнгән кеүек миңә ҡарамай, минән аша алыҫҡа ҡарап һөйләй. Миңә ҡарамағас, мин бында яңылыш килеп ингәнмен дә яңылыш хәбәр тыңлап торам кеүек тойола башлай. – Һеҙҙең кеүектәр бөгөн бар, иртәгә юҡ.
Аҙаҡҡы һүҙҙәрен башын эйеп, шымыраҡ директорға ҡарап әйтте лә бер-береһенә ҡарашып йылмайышып ҡуйҙылар. Математиканан уҡытҡан уҡытыусым минең тырыш, һәләтле булыуымды, мөмкинлек биреп ҡарарға кәрәклеген әйтеп ҡараһа ла, ишетеүсе юҡ ине. Кабинеттан туҡмалған кеше кеүек сыҡтым. Тәнем һыҙлап киске ашҡа бармай ҡалдым. Төндә температурам 40 градусҡа тиклем күтәрелеп ауырып киттем. Интернаттың изоляторында өс көн ятҡанмын, бер нимә лә иҫләмәйем. Уянғанда үлтереп ҡорот ашағым килә, эсем өҙөлөп бара ине. Класташ ҡыҙҙар, аҙаҡ Фәндиҙә Римовна килеп киттеләр. Бәләкәй генә ҡатҡан ҡоротто тәрбиәсем килтерҙе. Дәртләндерерлек әллә күпме матур һүҙҙәр әйтте, хәлде аңлатып, әсәйемдәргә хат та яҙып бирҙе. Шул ҡоротто һурып ятып шәбәйеп сыҡтым да документтарымды алып, ауылға ҡайтып киттем.
Ҡалалағы интернаттан ҡайтып, күрше ауылда уҡыуымды дауам итеп уҡып йөрөгәндә Өфөгә Мәскәүҙән көслө табип киләсәге икәнен гәзиттән белеп ҡалдыҡ. Был көнгә тиклем бармаған ер, йөрөмәгән әбей-төбөй, имсе ҡалманы. Арҡа ҡыйшайыуын дауам итә, ваҡыт үтә. Врачтарҙың операция тигәнен атайым ишетергә теләмәй: бысаҡҡа алып барып еткермәйем, һәләк итмәйем тип ниндәйҙер мөғжизә булырына ышана. Ул операцияны ла күрше өлкәлә генә эшләйҙәр, үлем осраҡтары күп, ҡатмарлы операция булғас, был өлкә бик йышылмаған. Ә киләһе кеше Францияла уҡып ҡайтҡан, уникаль метод буйынса төҙәтә, ти, ҡыйыш арҡаларҙы. Юлға сығыр төндө ҡар яуҙы. Тәбиғәттең ҡануны буйынса эшләнгән эшкә арҡыры төшөп булмай. Күпме генә ҡарҙың туҡтауын теләһәк тә, яйлап ҡына яуған ҡар кискә табан буранға әйләнеп китте. Буран булһа, юл ҡаплана. Юл ҡапланһа, ауылға тиклем автобус килеп етә алмай. Иртән тауға туҡталышҡа сыҡтыҡ, күҙ асҡыһыҙ буран. Дүрт күҙ менән көткән район автобусы юҡ та юҡ. Ә бит районда Өфө автобусына өлгөрөргә кәрәк. Унан Өфөгә 10 сәғәтлек юл. Кемгәлер шылтыратып автобустың килмәүен, юлда боҙолоуын әйткәндәр. Әмәлгә ҡалғандай, тауҙан менеп килгән газель күренде. Беҙгә күрше генә булған сит райондың кешеләре икән. Техника күренеү менән туҡталыштағы бөтә кеше уға ҡаршы йүгерҙек. Буш ике генә урыны бар, артығын алмай. Аһылдашып йүгереп килһәк, урын юҡ. Атайым илай яҙып инәлергә, ялбарырға тотондо. Ауылдаштар әсәйем менән мине әйҙүкләп алға этте. Юҡ инде, ике урынды алып өлгөргән ҡунаҡҡа китеп барыусы ирле-ҡатынлыларға бер ниндәй ҙә инәлеү тәьҫир итерлек түгел.
– Закирйән, төш инде балам хаҡына! Бальнисҡа китеп бара! Урын бирһәң, бер һарыҡ бирермен, доға бағышлармын һаулығыңа!
Атайыңдың инәлеүенән алҡымыма ҙур төйөр килеп тығылды ла һыным ҡатты. Атайым менән әсәйемдең шундай көнгә төшөүенә ғәрләнеп, үҙ-үҙемде күрә алмай, йөрәгем өҙгөләнде.
– Яп ишекте! – Закирйәндең ике һүҙе һауала эленеп торҙо ла ишеккә ҡуша ябылып өҙөлдө.
Ишек менән бергә һуңғы өмөтөбөҙ һынды. Атайым тиҙ генә бирешә торғандарҙан түгел: ишекте асып теге ирҙе һөйрәп төшөрмәксе булды. Эстә ултырғандың, буйы бәләкәй булһа ла, өҫтә ултырғас, атайымдың башынан этеп ебәрергә көсө етте. Аяғы тайып китеп, атайым барып көрткә сумды, Газель ҡуҙғалып китте. Шау-шыу менән бурандың баҫылғанын да күрмәгәнмен. Көн тып-тын. Һыуытып ебәргән. Атайымдың илағанын тәүгә шунда күрҙем. Ғәрләнеп, йәне көйөп беҙҙән йәшереп иланы. Беҙҙең һуңғы өмөттө һындырып ултырып киткән кешегә бала аҡылы менән рәнйеп иланым да иланым...
Теге табип йәй көнө тағы килде. Был юлы сәфәребеҙ Салауат ҡалаһына булды. Йәй булғас ни, рәхәт, юл асыҡ, һис бер ҡыйынлыҡһыҙ барып еттек. Тик иң ҡыйыны – ят кешегә күҙ төбәп фатир төшөргә барыу. Кешенең төрлө сағы була, кемдер саҡырылмаған ҡунаҡтарға шатлана, берәүҙәре асыҡтан-асыҡ ризаһыҙлығын белдерә. Үҙ туғаныңа уңайһыҙланып бараһың әле сит кешегә барып инеү бигерәк ҡыйын. Ҡалаға барып төшкәс, әсәйемдең дүртме, бишме туған апаһының йортон эҙләп киттек. Тоҫмал менән барып тапҡас, шатланышып фатир ишегенең ҡыңғырауына баҫтыҡ. Көн томра, эҫе, асфальттың эҫеһенә башҡа ҡан йүгерә, йөрәк болғана. Ишек төймәһенә 15 минут самаһылай баҫҡылай торғас, эс яҡтан ҡыштырлаған тауыш ишетелде, һәм яртылаш асылған ишектән берәүҙең ялбыр башы күренде. Әсәйем йәһәтләп ишеккә үрелде.
⁃ – Вам кого? – Ялбыр баштың ҡарлыҡҡан тауышы әсәйемдең юлын быуҙы.
⁃– А Клара дома?
⁃– Нет ее!
Вәссәләм! Шуның менән һүҙ бөттө! Ишекте шарт ябып, ялбыр баш ишектең теге яғында юҡ булды.
– Нишләйбеҙ? – Билдәһеҙлектә тороп ҡалыуҙан ҡотом осоп әсәйемә төбәлдем.
– Әйҙә күршеһенә туҡылдатып ҡарайыҡ. Эштәме, баҡсаламы? Эштә булһа, ҡайтыр, көтәйек. Хат яҙып, алдан киҫәтеп ҡуйғайным бит әле килеребеҙҙе.
Эштән ҡайтҡанын саҡ көтөп алдыҡ Клара инәйҙең. Больницала ялһыҙ өсөнсө смена эшләй икән. Беҙҙе күргәс, ах та ух килде, холҡһоҙ улын әрләп хәле бөттө. Уныһы бүлмәһенән беҙ ҡайтып киткәнсе күренмәне. Ике төн ҡундыҡ уларҙа, кеше күп, беренсе көн врачҡа күренә алманыҡ. Ҡайтыр көндө иртәнсәк теге ялбыр баштың әсәһенә беҙҙән арыуын, күп ашауыбыҙҙы һөйләгәнен, ҡасан ғына ҡайтып китеүебеҙҙе һорағанын ишетеп яттым.
– Бөгөн ҡайталар, саҡ ҡына түҙәйек, мин дә арыным, – тине.
– Гостинцы, канешно, у них вкусные, мам, скажи им, пусть нам еще пришлют. Через почту.
Хихылдашып көлөштөләр ҙә, беҙ ишетмәһен типме, аш бүлмәһенең ишеген ябып ҡуйҙылар. Кеше йонсотмайыҡ тип, больницала эш бөткәс тә, һуңға тиклем урамда йөрөп ҡайтып ятһаҡ та, кешегә ярап булманы, был өйҙән сығып киткәс, улар – беҙҙән, беҙ уларҙан ҡотолдоҡ, тип иркен һуланыҡ.
Аҡса... Аҡса... Операция эшләйәсәк миңә был табип. Өфөләге стандарт операцияларҙан байтаҡ ыңғай яктары бар. Тик... Их, шул тик булмаһа! Арҡаға ҡуйырға тимерен һатып алырға кәрәк. Ә хаҡы... Ауыл кешеһенең бар мөлкәтен йыйып һатһаң да, етмәйәсәк. Сәй эскәндә һүҙ икенсе темаға боролһа, проблемаларым онотолоп китә, гел генә һине һөйләп баш ватһалар, бер бәхетһеҙ башыңды ҡайҙа ҡуйырға белмәй ҡаңғырып китәһең. Әмәлгә ҡалғандай, алыҫтағы хәлле генә туғандарҙан яуап хаты килеп төштө. “Белә күрә балаңды аҡса һорап тороп бысаҡ аҫтына һалаһың, тип әрләп яҙылған хат ине ул. Ниндәй туғанына ярҙам, кәңәш һорап барһа ла, башы эйелеп ҡайтты атайымдың. Ә ярҙам ете ят кешеләрҙән килде. Түрәләрҙең тупһаһын тапай торғас, операцияға квота бүленде. Ул ваҡытта мин Өфөлә өсөнсө курста уҡый инем, “аҡса табылды”, тип шылтыратҡастар, ҡулымдан сынаяғым төшөп китте. Күңелемдән генә, аҡса табылмаһа ярар ине, тип теләп йөрөй инем, сөнки врач операцияның ныҡ ҡатмарлы буласағын, үлем йәки йөрөү, күреү бәхетенән мәхрүм ҡалыуҙы ҡат-ҡат киҫәткәйне.
Операция йәй айына тура килде. Ятыр алдынан теге ялбыр баш туғандарға түгел, ауылдаш Вил ағайҙарҙың ҡыҙына барып йоҡланыҡ. Вокзалдан уҡ үҙ туғанылай ҡаршы килеп алды Гәүһәр апай. Өҫтәл тулы һый әҙерләп көткән.
– Нишләп кенә миңә тура килмәнегеҙ теге ваҡыт, – тип шелтәләп тә алды. Ихлас ҙур йөрәкле апайҙың аҙаҡ күп йылдар яман сир менән сирләгәнен, тормоштоң әсеһен аҙ татымағанын белдем. Һәйбәт күңелле апай иртәгеһен беҙҙе операцияның, һис шикһеҙ, уңышлы булыуына ышандырып, больницаға тиклем оҙатып ҡуйҙы.
Күҙемә инвалид коляскаһындағы кешеләр салынһа, нишләп кенә килдем инде тигән икеләнеүҙәр мейемде быраулай башлай. Ҡасып китһәм, нимә булыр икән, тип план да ҡороп маташтым. Әммә артҡа юл юҡ, ни булһа ла булыр...
Больница матур, таҙа, яҡты. Беҙ ятҡан хирургия бүлеге айырыуса тәртиптә. Андрей Николаевич Балданов бөтөнләй күсеп ҡайтып, ошо бүлекте етәкләй икән. Күҙҙәре көлөп торған дәү кәүҙәле, нурлы йөҙлө врачты ауырыуҙар яратып “врач от бога” тип йөрөтә. Әллә күпме ауырыуҙарҙы терелтеп, ҡыйыштарҙы төҙәйтеп ебәргәнен кабинетындағы ауырыуҙарҙың “до” и “после” фотолары иҫбатлай. Мин арҡамдағы дөйә үркәсе кеүек көмрөмдөң бөтөүенә һаман ышана алмайым.
– Сколько твой рост сейчас?
– Ммм. 140... Вроде... – Врач миңә ҡарап йылмайҙы ла буйымды үлсәп ҡараны. – 138... Ҡыйшайған һайын буй бәләкәсәйә... – Азалия (исемемде лә матур итеп, и хәрефенә баҫым яһап әйтә), – 100 процентно твой горб убрать не сможем. У тебя пятая стадия. Уберем 70 процентов, вырастишь сразу на 30 сантиметров, горб останется 20 процентов. Но это тебе покажется не горбом после этого. – Арҡамдан һөйҙө лә ишеккә ымланы.
Ике аҙна операцияға әҙерлек барҙы. Һәр ағзаны тикшереп, Франциянан умыртҡа һөйәгенә ҡуйыла торған титан тимерен көттөк. Шул тимерҙең хаҡы мең ат хаҡына торош. Һәр кис һайын, мин уйланып ҡурҡмаһын өсөн, укол ҡаҙайҙар, дарыуҙар эсерәләр. Әллә шул укол тәьҫирендә, бындағы тормош оҡшай төштө: әсәйем менән икебеҙгә бер палата, ашау яҡшы, башҡа ауырыуҙар менән туғанлашып бөттөк. Тик яңғыҙы донъя көтөп ҡалған атайымды ғына йәлләйбеҙ. Бесән ваҡыты булғас, бер үҙенә бар мәшәҡәтте күтәрергә тура килә. “Туғандарға икмәк һорап барһам да, ярҙам һорап барһам да, әрләнеп ҡайтам”, – тип бошоноп һөйләне аҙаҡ. Шулай ҡаңғырып йөрөгәнендә теге ваҡыт газелгә беҙҙе ултыртмай, үҙе ултырып ҡунаҡҡа киткән Закирйән үҫеп ҡул араһына ингән улдары менән ярҙамға килгән. Атайым, әлбиттә, ярҙамды ихлас күңелдән ҡабул иткән. Көнө буйы бер сабынлыҡтың бесәнен йыйып, ҡойоп, эште ҡәҙимге итеп ҡуйғандар. Ҡайтыр саҡта бик уңайһыҙланып, теге ваҡыттағы ҡылығы өсөн ғәфү үтенеп, мине һорашып, балалары һаулығына хәйер биреп ҡайтып киткән. Шулай тәкәббер, яһил кешеләрҙең үҙҙәре килеп ғәфү үтенеүенең сәбәбе бик етди булғандыр, тим. Тормош бит ул бер алдын, бер артын күрһәтә, сараһыҙлыҡтан етмәгән аҡылыңды аҙаҡ һоҫоп алырҙай булаһың...
Барыһы ла план буйынса яҡшы барһа, ике айҙан сығырға тейешбеҙ. Элек бындай ҡатмарлы операциянан һуң ауырыуҙар бик оҙаҡ постелдә ятһа, хәҙер Балданов икенсе көнөндә үк торорға ҡуша икән. Ҡурҡыныс....
...Ааааааа... Көн менән төн, аҡыл менән зиһенем бергә буталды... Оҙон, бик оҙон тоннелдән өҫкә осам. Аяҡтар ауыр, тән аҫҡа һөйрәй. Иң өҫтә яҡтылыҡ, тура түгел, өйөрөлөп осам нишләптер. Сығып еткәс, тоноҡ ҡына алыҫтан һөйләшкән тауыштар ишетелә биреп ҡалды ла, тағын донъя буталды. Бейектән һикереп, дыңҡ итеп осоп төшкән кеүек булдым да тирә-яғыма ҡарайым. Ауылдағы бәләкәс кенә Ҡаҙмаш йылғаһы буйында ташта ултырамсы. Һыу тап-таҙа, эре-эре балыҡтар йөҙөп йөрөй. Башымды күтәреп ҡараһам, иҫем китте: йылғаның икенсе яғында ғәжәйеп матурлыҡ! Ғүмерҙә лә, китапта ла күрмәгән тауисҡа оҡшаш ҡоштар, күк йөҙө, ап-аҡ болоттар... Бейек матур тау буйынан ҙур шарлауыҡ урғыла, унан томан күтәрелгән. Иғтибарымды ағастарҙа бешеп һәленеп эйелешкән емештәр йәлеп итте. Хөрмә емешенә оҡшаш бер нисәүһенән ергә һут тама... Ундағы һиллек, сафлыҡ, ҡоштар моңо... Шул емештең һутын эсеп, һыуһынымды ҡандырайым тип торорға итәм, күлдәгем ташҡа ҡыҫылған да, тартҡылағансы йыртылып китте. Тауыш, шау-шыуға боролһам, оло юлдан машина төшөп килә, машина эсендә Андрей Николаевич ултырған. Ул килеп еткәнсә йылғаны сығып ҡалырға кәрәк, тип уйлайым. Бәләкәй генә йылға ҙурайғандан-ҙурая бара, аяҡ аҫтымда оҙон күпер, күпер аҫтындағы һыу болғансыҡ бысраҡҡа әйләнде. Күпер буйлап матур яҡҡа йүгереп киттем, иғтибарлаһам, ҡулым менән эсемде баҫҡанмын. Ҡулымды күтәрһәм, ҡан ағып китте, ҡандан тиҙ генә йылға ҡыҙыл төҫкә инде. Шулай ҙа күперҙең осона сығып етеп, ярына аяҡ баҫыуым булды, кемдер елтерәтеп кире тартып алды. Алды ла мин был яҡ ярҙа тороп ҡалдым, күпер икегә бүленеп йөҙөп китте...
Теге донъяны, ожмахты күреп, бер аяғым менән барып етеп, кире Ергә ҡайтҡас, мәхшәрҙең-мәхшәре, йәшәү менән үлем араһында көрәш башланды. Тимерҙе беркетеп ҡуйыр өсөн материал кәрәк булғас, бер ҡабырғамды алғандар ине тәүҙә. Аҙаҡ тимер менән шул ҡабырғаны ваҡлап умыртҡа һөйәгенә беркетеп тарттырғандар. Ике операция ун алты сәғәт барған. Наркоздан сыға алмай комаға киткәнмен. Врач минең терелеремә ышанып көнөн дә, төнөн дә янымдан китмәгән. Дүртенсе көнгә күҙемде астым да нишләп астым тигән көнгә төштөм: меңгә ярғыланған тәнем һәр ҡыбырлауға түҙеп торғоһоҙ ғазап, яфаланыу тыуҙыра. Быларға, етмәһә, ҡоҫоу килеп ҡушылды: ҡоҫам да иҫемде юям йә иҫемә килмәҫ элек ҡоҫоп уянам. Ҡоҫҡас, эш харап тип әсәйемдең ҡото осҡан. Был ғазаптарҙы ла үттем мин. Ҡоҫоу яйлап кәмене, әкренләп күҙҙәрем асылды. Йәш организм, бөтмәгән ғүмер үҙенекен итте: юғары тән температураһына ҡарамай уңға, һулға боролорға, аҙаҡ ҡулдарҙы күтәрергә өйрәндем. Былар, әлбиттә, һыҙланыуҙы баҫыусы уколдар менән генә эшләнелде. Укол тәьҫире бөтһә, эш харап. Шулай тырыша торғас, реанимациянан сығырға ваҡыт етте. Үҙебеҙҙең палатаға ҡайтасағымды еңеүемдең икенсе аҙымы тип ҡабул итеп һөйөндөк. Реанимациялағы шәфҡәт туташтарына өйрәнеп, һәр береһен яратып өлгөргәйнем. Йәш кенә ҡыҙҙар, йөрәктәренә бар изгелек, кешелеклелек һыйҙырған матур ҡыҙҙар мине көнө-төнө ҡарап, теге донъянан алып сығыштылар.
Бында беҙ өс кеше ятабыҙ. Мин – уртала, уң яғымда – мотоуҙыш ярышында ҡолап комала ятҡан 27 йәшлек спортсы егет, һул яғымда башы, ҡулы, аяҡтары бәйле ир. Ул һаташа, ҡысҡыра, кемделер әрләй. Аварияға осрап, ғаиләһен юғалтҡан, үҙе иҫенә килә алмай, тип һөйләне шәфҡәт туташы Нина. Ҡапыл тертләп төндә уянып киттем. Бәйле ятҡан ир тороп ултырған да ҡулынан тамырҙарынан энәләрҙе йолҡоп ташлаған. Капельница ҡуя торған таяҡты тотто ла тәнтерәкләп быяла яғына китте. Ул быяла беҙҙе һәр ваҡыт ҡарап, ҡарауыллап тороу өсөн эшләнелгән ине. Быяланың теге яғында берәү ҙә күренмәй. Был ир теге әйбер менән шул быяланы онтарға, һуғырға кереште. Дежур медсестра ырғып тороп ишектән беҙҙең яҡҡа йүгереп инеп ҡоролманы тартып алмаҡсы булғайны, ир таяғы менән уның башына һуҡты. Ҡыҙҙың дөп итеп иҙәнгә ҡолағаны ишетелде. Ауырыу ир палатала нимә бар – бөтәһен ярырға, ватырға, онтарға кереште. Емереп бөткәс, теге капельница таяғын һөйрәп спортсы егет янына килде. Капельница таяғы тамырлы, һәнәк кеүек. Йән көсөнә комала ятҡан егетте һөйрәп торғоҙоп ултыртты ла битенә һуҡты. Егет буш тоҡ кеүек карауатына ауҙы. Тағы торғоҙоп ултыртты, хәҙер инде таяғы менән сәнсмәксе булды.
– Теймә! – Үҙемдең тауышыма үҙем тертләп киттем.
– Убью вас всех!!
Ул яман ырылдап миңә боролдо. Әле һаман был хәлдең төшмө-өнмө икәнлеген төшөнә алмай ятҡан аңымды ”Үлтерә бит был!” тигән ҡот осҡос уй телеп үтте. Нисек? Үлемдән ҡотолоп, инде терелеп палатаға күсәм тигәндә ошо ир ҡулынан үлеп ят инде... Теге капельница таяғын күтәрҙе лә миңә сәнсергә уҡталды. Шул саҡ бинт менән сырмалып бөткән яралы башындағы ҡан һауған күҙҙәре менән осраштыҡ. Һыуыҡ, буш, ҡурҡыныс ҡараштар йөрәгемә үтеп инеп, тынымды быуҙы. Миңә оҙаҡ текләп торғандан һуң, ҡапыл киҙәнеп минең өҫтәге ниндәйҙер быялаға һуҡты ла таяғын иҙәнгә ташланы. Миңә теймәне. Өҫтөмә сылтырлап быяла ҡойолдо. Күҙ ҡырыйы менән егеттең һәленеп төшкән башын ғына шәйләп өлгөрҙөм. Ул арала йүгереп врачтар инде, сыр-сыу илаш, ҡысҡырыш башланды. Иҫемә килгәндә палатала ята инем. Беренсе һорауым: аҫтағылар ни хәлдә?
Барыһы ла иҫән, теге егет тә иҫенә килгән, медсестра ҡыҙ ошо уҡ бүлектә ята, тере, баш һөйәге сатнаған. Ә теге ирҙе икенсе больницаға күсергәндәр, ғаиләһен юғалтыу ҡайғыһынан аҡылына зәғифлек килгән.
Больницала икенсе ай ятабыҙ. Яңынан атларға, ашарға, һөйләшергә өйрәндем. Һәр бер аҙым мең ғазап, тир түгеп башҡарылды. Буйым үҫте, көҙгөгә ҡарағас, үҙемде танымай йығылып китә яҙҙым: көмрөм юҡ тиһәң дә була, яурыным тигеҙ. Тын алыуы еңел, эс ауыртмай. Бер көндө кискеһен һаҡ ҡына ишек шаҡынылар. Укол эшләргә килгәндәрҙер тип, әсәйем яман һөрәнләне:
– Войдите! Мы вас всегда ждем! – Ҡайтырға ваҡыт еткән һайын ике ай эсендә егерме йылға ҡартайған әсәйемдең дә тауышы көрәйә, кәйефе яҡшыра бара. Мин боролоп ятып укол эшләтергә әҙерләндем. Бүлмәгә сәскә тотоп, таныш түгел егет килеп инде.
– Здравствуйте! Азалия здесь лежит? – Исемемде сит кешенән ишетеп, тағы аптырай төштөк.
– Да, это я. А вы кто?
Ингән кеше мине йүгереп килеп ҡосаҡлап уҡ алмаһынмы! Һаҡлап ҡына, ҡәҙерләп кенә торған әсәйем дә, миңә сит кеше килеп йәбешкәс, урынына ултыра төштө.
– Это я, Руслан!
– Әйттең һүҙ... Минең Руслан исемле бер танышым да юҡ... Реанимация бүлегендә үлемдән ҡотолоп ҡалған спортсы егет булып сыҡты был. Комала ятҡанында минең шиғыр уҡып, хәбәр һөйләгәнемде, тиҙерәк аңыңа кил, тип саҡырыуымды ишетеп ятҡан булып сыҡты.
⁃– Я же на башкирском рассказывала, – тип көләм.
– Все равно понимал, – тип бирешергә уйламай.
Беҙҙең осрашыуға иң шатланғаны Андрей Николаевич булды. Үҙенсә беҙҙе өйләндереп, туй яһап та ҡуйҙы.
Туған-фәлән булмағас (теге тар күңелле туғандарҙы иҫәпкә алмағанда) беҙгә өй һыйы килтереүсе юҡ. Балнис тамағы менән артыҡ эш ҡыйратып булмай: операция үткәргән организм һурпа, ит, билмән һорай, көс туплар кәрәк. Әмәлгә ҡалғандай, күршеләребеҙҙән уңдыҡ: Рая тигән апай ята күрше палатала ирен бағып. Ирҙең муйыны һынып, тамаҡ тирәләй гипс тора. Уларға көн дә кеше килә: үҙҙәре лә ихлас, туғандары ла улар тип өҙөлөп тора. Килгән бере һурпа, аш йә билмән килтерә. Ире ашай алмағас, матур күҙле, матур күңелле Рая апай банка менән күстәнәстәрен беҙгә индерә. Ете ят кешеләрҙән изгелек күреп, әллә күпме таныш булмаған кешеләрҙең күҙ нурҙарын ҡушып бешергән аштарын тәмләп аяҡҡа баҫтым.
Иң бәхетле көнөм коридорға сығыу булды улай ҙа. Һа-а-ай, тормош ҡайнай икән бында: ике ай бер палатала ятып йонсоған кешегә коридор тормошо айға барып ҡайтыу кеүек тойолдо. Ауырыуҙар килеп хәл беләләр, минең өсөн шатланалар. Тик береһен дә танымайым: мин реанимацияға инеп киткәндә танышҡан кешеләр таралышып, ҡайтышып бөткән. Бер көн әсәйем менән тышҡа йөрөргә сыҡтыҡ. Матур август аҙағы. Күңелдең барыбер ҡайһылыр ере китек: тиҙҙән сентябрь, уҡыуымды ҡалайтмаҡ? Нисек уҡырмын да, нисек ҡыуып етермен? Дөйөм ятаҡта нисек яраҡлашып йәшәп китермен? Уйлаһаң, уйҙарыңдан уйылып китмәле... Шулай ҡаты уйға батып торғанда эргәмдән коляска этеп бер ҡатын үтеп китте. Күпмелер бара биргәс, боролоп Андрей Николаевичтың кабинетын һоранылар.
Андрей Николаевичҡа ауырыуҙар ағымы туҡтамай: күҙ төбәп, ярҙам һорап әллә ҡайҙарҙан киләләр. Йөрәккә яҡын етенсе кабинетты өйрәттем дә коляскалағы ҡатынға ҡараным. Йә, Хоҙай! Рәсимә Әхмәтовна! Һауалы ҡараштарҙы билдәһеҙлек алдындағы ҡурҡыу шәүләһе алмаштырған, ябығып, бәләкәсәйеп ҡалған. Мин аптырап, ауыҙымды яба алмай торған арала, колясканы дыһырлатып алып инеп тә киттеләр. Ауыр уйҙарға сумып, карауатыма инеп тәгәрәнем. Һуңғы тапҡыр уның менән дауахана ашханаһында осраштыҡ. Эргәһенә барырға уңайһыҙланып торғанымда коляскаһын этеп үҙе килде.
– Урамда тайып йығылғайным. Шунан һуң әллә нишләп билем тотмай, – тип зарланды ул. – Атлай алмай башлағас, ошо врачты ишетеп килдек. Операциянан ныҡ ҡурҡыуын белгертте. Әллә аңлап, әллә аңламай, минең хәлде бөтөнләй һораманы. Хәсрәте баштан ашҡайны, күрәһең... Ҡаршыһында оҙон булып баҫып торһам да, ҡасандыр ҡан илатҡан, ә бөгөн бәләкәсәйеп инвалид коляскаһында ултырған уҡытыусымды йәлләнем. Кемдер һиңә ҡасандыр өҫтән ҡараһа, иртәгә килеп, киреһенсә, һин уға өҫтән ҡарауың ихтимал шул. Хоҙай алдында беҙ типә-тиң...
Больницанан һуң өйҙә тағы ла бер ай ятҡас, Өфөлә уҡыуымды дауам иттем. Машинала ятып барып, лекцияларҙы баҫып тороп тыңлайым. Ултырырға ярамай. Руслан аҙна һайын Өфөгә килә, икәүләп театр йә киноға барабыҙ ҙа, кис кире ҡайтып китә. Әсәләре Ишембайҙа йәшәй. Ул миңә яҡын туғаным кеүек, һуғыш яланын бергә үткән фронтташ дуҫ, тип көлөшөп тә алабыҙ. Бишенсе курста уҡығанда әсәләре менән таныштырырға булды. Өфөгә килгән саҡтарын тура килтереп, ресторанда осраштыҡ. Бик күңелле, матур ултырҙыҡ. Әсәһенә оҡшай алыуыма тамам ышанып, еңел һуланым. Атаһы менән Руслан һауа һуларға тышҡа сыҡҡас, әсәһе ҡапыл икенсе ҡиәфәтҡә инде: матур йөҙлө ҡатындан нурһыҙ һауалы ханымға әйләнде.
– Не будем ходить вокруг, дорогая. Ты не пара для моего сына. После таких операций девушки не смогут иметь детей. А нам здоровые внуки нужны. Ты девушка умная, отпустишь его...
Йәбешеп иламаным, йәлләтмәнем, Руслан менән арабыҙҙы ҡырҡа өҙҙөм. Килһә, йәшендем, ҡасып ҡалдым. Ҡайтып китһә, үкереп иланым. Йәшәүҙең мәғәнәһе юғалды, әсә була алмаҫмын, тигән уйҙар тынғы бирмәй башымды быраулай, аҡылымды томалай. Хоҙайҙан көнөн-төнөн аҡыллы, һау сабыйҙар һорайым, Русланға бәхет теләйем. “Бәхет ҡапҡалары киң асылһын, ҡәҙерле “фронтташ” дуҫым минең!” – тип шиғыр яҙып һуңғы тапҡыр иланым да башымды баҫып артабан йәшәп киттем.
***
Ҡармаш йылғаһына килдем тағы. Теге төшөмдө иҫләп, аҡҡан һыуға ҡарап ултырып китәм ауылға ҡайтҡанда. Тормоштоң биргән һабаҡтарын теҙеп уйларға яратам ошо һил ерҙә.
– Әсәй, әйҙә мәтрүшкә йыяйыҡ! Өләсәй мунсаға миндек япрағы ла алып ҡайтырға ҡушты.
– Әсәһе, нимә һөйләйһең шул йылғаға? Тиҙерәк, артта ҡалма, көтәбеҙ!
Уйҙарға бирелеп, ике улымдың, бәләкәс ҡыҙымдың, мине яратҡан тормош иптәшемдең тауға менеп еткәндәрен дә күрмәгәнмен. Урынымдан торҙом да тиҙерәк ғаиләм янына ашыҡтым. Күпме ауырлыҡтар, бысраҡ һыуҙар, күперҙәр аша барып тапҡан бәхетем янына...
https://shonkar.com/articles/y-m-i-t/2025-09-06/b-hetk-iltk-n-yuldar-hik-y-g-li-ishemy-rova-4376344