

Төнгө осрашыу
Хикәйә (Аҙағы).
- Һуң теге бурҙы беҙҙең баҡсала тотҡандар бит! Һин киткәс килгәнме икән? Уф, тәүбәкәйем, алайҙа ғына юлына тап булмағанһың!
Нәилә, башына таяҡ менән һуҡҡан һымаҡ, ишек алдында торған табуретҡа ултыра төштө. Кем тураһында һүҙ барғанын һиҙһә лә:
- Ниндәй бур? Кемде тотҡандар? - тип һорау бирҙе.
- Кем тисе! Көнө-төнө телевизорҙан ҡаҡылдайҙар… Һуң теге… директоры менән бергә ҙур сумманы үҙләштергән завучты әйтәм! Компьютер, төрлө техника алыр өсөн бүленгән аҡсаға “айыу майы һөрткәндәр” бит! Енәйәт эше асып, тикшереүҙәр бара ине, кисә ҡайҙалыр ҡасҡан, өйөндә юҡ, бәйләнешкә сыҡмай тип һөйләнеләр. Ә ул баҡтиһәң, беҙҙең баҡса тирәһендә йөрөгән! Күрше Сәлимә, иртә менән ишекте шаҡ-шоҡ емергәнен күреп, танып ҡалып, полицияға хәбәр иткән…
- Булмаҫ, - тип шыбырланы Нәилә. Бына ниндәй “мажараны” күҙ уңында тотҡан икән ул! Аҡса тураһында бер ауыҙ һүҙ әйтмәне бит!
Ҡыҙының аптырап ҡатып ултырғанын күреп, алмаларҙы һөйрәп ташырға тотонған әсәһе, үҙенсә аңлап:
- Эй, әйтмә инде… Бер кемгә ышаныс юҡ хәҙер! Уй, балам, Хоҙай ярлыҡаған үҙеңде, әлдә осратмағанһың ул енәйәтсене, кем белә уйында ни барын… Йөрәк ҡалманы шуны уйлап, - тип һамаҡланы.
Нәиләнең һуңғы көндәре икеләнеү, уйланыуҙарға сорналып үтте. Рәфис тураһында ниндәй мәғлүмәт таба алды - барыһын да уҡып-ҡарап сыҡты. Бәләкәй ҡала халҡы береһенән береһе уҙҙырып, булған-булмағанын ҡушып интернет тултырып һүҙ ҡуйырта ине. Телевизорҙа ла яңы шаһиттар табылып, интервью бирә торҙо. Кемдер даны сыҡҡан тарих уҡытыусыһын яҡлап маташты, кемдер ярһып ғәйеп таҡты…
Хәҙер инде бер яңылыҡты ҡалдырмай күҙәтеп барған Нәиләнең кискә ҡарай башы тубал һымаҡ була ине, барыһын да анализ аша үткәрергә тырышып. Әлбиттә, кеше ҡатыны менән йөрөүе, ишек боҙоп инеүе - Рәфисте ыңғай яҡтан һүрәтләмәй… Әммә… Аҡса урлағанына бер нисек тә ышанманы Нәилә. Балаларҙың өлөшөнә ымһына алырлыҡ ҡомһоҙ енәйәтсегә бер ҙә генә оҡшамаған бит!
"Эй, ҡуйсы… Кеше ғүмер буйы торған ирен белеп бөтә алмай… Ә һин ярты төн күргән әҙәмде аҡлап маташаһың! Эсен ярып ҡарап буламы ни, - тип көн һайын әрләне үҙен ҡатын. - Яңғыҙлыҡ касафаты инде… Әҙерәк йылмайып һөйләшкән иргә ылығып китеп тә бараһың…"
Үҙен йәлләп илап та алғыланы Нәилә. Ябығып, бойоғоп йөрөгән ҡыҙын күреп, ни булғанын белә алмай һорауҙар биреп яфаланған әсәһенә лә бер нәмә һөйләй алманы. "Эштә арыйым," - тип кенә яуапланы.
Ниһайәт, бер аҙнанан суд эште ябып, Рәфисте ғәйепһеҙ тип танып, иреккә сығарҙы. Йотлоғоп яңылыҡтарҙы ҡарап ултырған Нәилә, шатлығынан ауыҙын ҡаплап илап ебәрҙе. "Ғәҙеллек бар икән шулай ҙа! " - тип, аптыраған бесәй балаларын ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлап алды.
Йөрәге сыға яҙып, йүгерә-атлай ҡайтып килгән йәш ҡатын, гөлләмә тотоп подъезд алдында торған Рәфисте абайлап, туҡтап ҡалды. Нәиләне эҙләп килгәнме икән? Ә ул нисек күрешергә, әллә мәктәпкә барып килергә инде, тип көнө буйы баш ватҡайны!
- Һаумы, Нәилә! Бына төнгө яман төшөң алдыңда тора, - тип йылмайҙы ир, сәскәләрен һуҙып.
- Һау ғына. Ҡабат осрашырбыҙ тип һис уйламағайным, - тигән булды Нәилә, шатлығын артыҡ һиҙҙермәҫкә тырышып.
- Һин күрһәткән ҡунаҡсыллыҡты был ҡалала әле берәү ҙә ҡабатлағаны юҡ. Хәҙер минең сират һыйларға. Әйҙә, эштән һуң асыҡҡанһыңдыр, берәй ергә инеп, ҡапҡылап алайыҡ.
Рәфис, уңайһыҙланыңҡырап торған ҡатынды еңел генә ҡул аҫтынан эләктереп, ҡаланың үҙәк яғына һөйрәп тигәндәй алып та китте.
Бәләкәй генә ҡаласыҡтарҙың үҙ атмосфераһы, үҙ тормошо… Йәшәүселәр бер-береһен үтәнән-үтә күреп, тын алышын әллә ҡайҙан белеп тора. Хәбәрҙәр ҙә туҡһанға түкмәсеп, йәшен тиҙлегендә тарала.
Ярты йыл үтеүгә мәктәп директоры Рәфис Ғәлиевичҡа бәйле яңылыҡтар шәһәрҙе тағы бер шаулатып алды. Тик был юлы насар хәбәр түгел, ә уның йәш, сибәр Нәилә исемле ҡатынға өйләнеүе хаҡында…
Яҙгөл Байрамғолова.