Даирә
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт
5 Сентябрь 2025, 05:07

Хикмәтле Зөфәр (башы)

Егерме йыллап күрешмәгән ике һабаҡташ, бер-береһенең арҡаларын ҡаҡҡылап, ҡосаҡлашып алды. Уйламаған осрашыуға икеһе лә аптыраңҡырап ҡарашып торҙолар.- Үәт яҫырғанһың әйкәйем, танырлыҡ түгел! Бында төпләндеңме? - тине ахырҙа Зөфәр.- Эйе, өйләндем, өй һалып сыҡтыҡ. Был магазинды күрәһеңме? Минеке ул! Ике малай бар, үҫеп бөттөләр инде. Ә һин? Бигерәк бирешкәнһең түгелме… Үпкәләмә, бер бомж икән тип торам!- Тәк те дөрөҫ әйттең… Бомж инде… Өйөм дә, ғаиләм дә юҡ хәҙер…

Хикмәтле Зөфәр (башы)Хикмәтле Зөфәр (башы)
Хикмәтле Зөфәр (башы)

Хикмәтле Зөфәр
Хикәйә (Башы).

Магазин тупһаһына сығып баҫҡан урта йәштәрҙәге ир, бер аяуһыҙ ҡыҙҙырған ҡояшҡа, бер ялтырап торған ҡыйбатлы машинаһына ҡарап торҙо ла, ҡорһағын һыйпап, ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы. Был аҙнаның һөҙөмтәләре бик ҡыуандырҙы уны. Эйе, Баймаҡта ла кеше төҙөнә, береһенән береһе уҙҙырып ҡыйбатлы, заманса итеп төҙөкләндерергә тырыша донъяһын.
Ун йыл элек төҙөлөш материалдары кибете асыуға бер ҙә үкенмәй Ғәлим. Беренсе мәлдә, әлбиттә, еңел булманы. Ҡатыны менән ҡайыштарын нығыраҡ быуып, ең һыҙғанырға тура килде инде. Затлы кейемдәр, татлы аҙыҡтар онотолоп торҙо бер аҙға… Ярай ҙа, ата-әсәләре бар. Улар ебәргән ит, картуф бик тә ярҙам итә ине, асығып ултырған көндәре булманы, шөкөр. Ә хәҙер, ана, күҙ теймәһен, Ғәлимйәндең кибетен барыһы ла белә. Ҡышын бик йөрөмәһә лә, ҡара яҙҙан көҙгә тиклем ҡырмыҫҡа кеүек ҡайнай халыҡ. Хатта эргә-тирә ауылдарҙан килеп тейәнеп ҡайтып китәләр. Ҡала ситендәрәк булыуы ла үткән-һүткән кешегә, йөк машиналарына бик ҡулайлы булды әле ул.

 

Бер-нисә йыл элек, шул юлаусыларҙы күҙ уңында тотоп, кибеттең бер мөйөшөндә буфет та асып ебәргәйне Ғәлим. Ҙур тәҙрәләрҙән яңы бешкән тәмлекәйҙәрҙе күреп, тамаҡ ялғарға ингән кешеләр, буфетҡа барып еткәнсе, бөтә магазин аша үтеп, кәрәк-яраҡ тултырып та өлгөрә. Был хәйләне аңлап ҡалған ҡырыҫыраҡ холоҡло Рәхиләһе: " Ну йомро баш та инде һин! " - тип маҡтап та алғайны хатта.

 

"Шулай, зырылдап әйләнмәһәң, көтөрһөң донъя! Аллаға шөкөр, мин туплаған байлыҡ балаларға ғына түгел, ейәндәремә лә етер," - тип йылмайҙы Ғәлим.
Бөгөн йома, ҡатыны мунса яҡҡандыр, ҡайтып рәхәтләнеп ял итеп, аҙна башына яңы дәрт, көс йыйып килергә кәрәк.
- Ҡыҙҙар, дүшәмбегә тиклем! Бәйләнештә булығыҙ! - асыҡ ишектән ҡысҡырып ҡына хушлашты ла, күңелле мығырҙап, машинаһы яғына юлланды.

 

Ултырып, инде ҡуҙғалып киттем тигәндә, ҡапыл:
- Ҡустым, бер яртылыҡ аҡса ташлап кит әле, - тигән тауышты ишетеп, туҡтарға мәжбүр булды кибет хужаһы.
Әйләнеп ҡарап, бысраҡ кейемдә, күп эсеүҙән шешенеп бөткән берәҙәк ирҙе күреп, танауын сирып ҡуйҙы. Ниңә ошо йәп-йәш, ағзалары теүәл кешеләр берәй эш табырға тырышмай, ҡорсаңғы ат хәлендә йөрөйҙәр икән, тип асыуы ҡыбырлай башлаған Ғәлим, өндәшмәй генә китергә ашыҡты.
- Баш сатнап килә, эшкәлеклек булһа ла бир, зинһар!
Тауышында өмөт ҡатыш ялбарыу ишетеп, кәҫә төбөнән бер нисә йөҙлөктө сығарҙы шулай ҙа.
- Мә, хәйер булһын. Түлке мынау эҫелә эсһәң - кәпис инде һиңә, ағай. Һыу һатып ал.
Кәнфит тапҡан балалай ҡыуанған ир:
- Әйттең тағы… Һыуҙы ни Таналыҡтан да һемерергә була ул! Йә, Алла ярҙамынан ҡалдырмаһын! - тип һөйләнеп, шарап магазины яғына юрғаланы.

 

Тауышы таныш һымаҡсы, тигән уй йылпылдап үтте Ғәлимдең башынан. "Алла ярҙамынан ҡалдырмаһын"... Кем шулайтып әйтергә ярата ине әле? Кем генә… Туҡта! Булмаҫ!
Машинаһының ишеген шап ябып, дәү кәүҙәһенә ҡарамай, еңел генә ҡыуып етте лә теге ирҙе Ғәлим, үҙенә ҡырҡа бороп, йөҙөнә баҡты.
Ҡурҡҡан ирекәйҙең һаҡалын күҙе менән "ҡырып" ташлап, ҡаш араһында өсөнсө күҙ һымаҡ һерәйеп торған ҙур ғына миңде лә күргәс:
- Да ну?! Зөфәр? Һинме ул? Кит әй, Зөфәр, һин дә инде! - тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Ҡаушаған ир, ни әйтергә белмәй:
- Мин шул… Ә һине танымайымсы, ҡустым… - тип мөңгөрләп ҡуйҙы.
- Ниндәй ҡусты булайым мин һиңә! Әй, кишер япрағы, һаман танымайһыңмы? Был бит мин, Ғәлимйән! Ну, курсташ?!
Бер ҙә эшләргә теләмәгән башын "ҡабыҙып" ебәрҙе шикелле ир кеше. Күҙен секерәйтеп бер аҙ ҡарап торғас, ниһайәт, йүнле теше лә булмаған ауыҙын йырып ебәрҙе.
- Эйе шул! Ғәлим брат, һин икәнһең!

 

Егерме йыллап күрешмәгән ике һабаҡташ, бер-береһенең арҡаларын ҡаҡҡылап, ҡосаҡлашып алды. Уйламаған осрашыуға икеһе лә аптыраңҡырап ҡарашып торҙолар.
- Үәт яҫырғанһың әйкәйем, танырлыҡ түгел! Бында төпләндеңме? - тине ахырҙа Зөфәр.
- Эйе, өйләндем, өй һалып сыҡтыҡ. Был магазинды күрәһеңме? Минеке ул! Ике малай бар, үҫеп бөттөләр инде. Ә һин? Бигерәк бирешкәнһең түгелме… Үпкәләмә, бер бомж икән тип торам!
- Тәк те дөрөҫ әйттең… Бомж инде… Өйөм дә, ғаиләм дә юҡ хәҙер…

 

Кипкән ирендәрен ялап, күңелһеҙ генә йылмайып ҡуйҙы Зөфәр. Ҙур йәшел күҙҙәрендә һыҙланыу ҙа, өмөтһөҙлөк тә сағылып китте. Кит инде, ҡасандыр шундай аҡыллы, һәләтле һабаҡташын ошо хәлдә күрермен тип һис уйламағайны Ғәлим! Һаман аптырауынан арына алмай, меҫкен генә булып баҫып торған Зөфәргә ҡарап:
- Мин һине сереп байып бөткәнһеңдер, йә иһә берәй арҙаҡлы ир булып киткәнһеңдер тиһәм… Ә һин… Нишләп бындай көнгә ҡалдың ул? - тип һорамай булдыра алманы.
- Эх, Ғәлимйән брат, оҙон әкиәт ул… Һин һорама, мин әйтмәйем, тигәндәй…
- Тәк… Әйҙә миңә ҡунаҡҡа, рәхәтләнеп һөйләшеп алырбыҙ, ҡасан тағы күрешәбеҙ әле.

 

Ғәлим, тәүәккәлләп, Зөфәрҙе еңбашынан эләктереп машинаһы янына алып китте. Яйлап, бызмырлап бара торғас, ризалашты ла буғай. Тик ҡыйбатлы "тимер атҡа" килеп еткәс, ҡапыл иҫенә төшөп:
- Ней… теге "аҡбашты" алып киләйем шулай ҙа… Бахмурҙан саҡ торам, - тип тағы магазин яғына боролдо.
- Ултыр, ултыр! Өйҙә барыһы ла бар, ағы ла, күге лә, - Ғәлим ҡунағы ҡасып китмәһен тигәндәй, ишекте аса һалды. - Минең бисәкәй ул яҡҡа ҡыҫмыр кәнишне… Артыҡ "тейәгәнде" күрһә шундай ҡараш ташлай, хатта эскән хәмерең ашҡаҙанға барып та етмәй, тамаҡта төйөлөп ҡала. Ярай, ҡунаҡ хөрмәтенә әҙерәк рөхсәт итер ул, - тип көлә-көлә йорто яғына елдерҙе.

 

Көнө буйы йыйылған хәбәрҙәрен һөйләргә тип йылмайып яҡынлаған Рәхилә, ире таныш түгел, меҫкен ҡиәфәттәге әҙәмде эйәртеп ҡайтыуына аптырап, туҡтап ҡалды. Ә уныһы, ҡашын өҫкә сөйөп, ҡәнәғәтһеҙ торған ҡатынына килеп, сикәһенән әп итеп алды ла, бер ни булмағандай:
- Таныш бул, минең дуҫ - Зөфәр. Әйҙә-әйҙә, үт, нишләп ҡапҡа төбөндә тапанып тораһың? Бына минең Рәхиләм, - тип таныштырып алды.
- Бик шат, - ҡунаҡ ҡулын һуҙҙы ла, уның бысраҡлығын күреп, кире тартып алды. - Һоо, донъяң шәп һинең, маладис!
Һабаҡташының өйҙө, баҡса яҡтарын һоҡланып ҡарағанына бигерәк маһайып китте йорт хужаһы.
- Ә кәк же! Тырышабыҙ инде. Мунса әҙерме, әсәһе?
- Әҙер, мин сайынып та сыҡтым инде.
- Бик һәйбәт. Өҫтәл әҙерлә әле, баҡсалағы беседкаға, - тип Зөфәргә ағас төбөндәге эскәмйәгә күрһәтте лә, өйгә инеп тиҙ генә өҫтөн алыштырып, мунсаға кереп китте.
Рәхилә, аптыраған ҡарашын уңайһыҙланып ултырған иргә ташланы ла, йүгермәләп бешкән ашын, тәм-томдарын ташый башланы.

 

Күп тә үтмәй, сафланып сыҡҡан йорт хужаһы, таҙа кейемдәр тоттороп, ҡунағын да мунсаға барырға ҡыҫтаны. Уныһы әллә оялып, әллә ҡурҡып, ризалашмай аҙапланы:
- Ҡуй, Ғәлим, ниндәй мунса ти инде… Шыпа хәлем юҡ, йә ятырмын башыма эҫе тейеп.
Ниһайәт, үҙенән тир, йыуылмаған тән, тағы әллә ниндәй еҫтәр сығыуы башына барып еттеме, саҡ риза булып, йыуынырға китте.

 

- Кит, нимә тип алып ҡайттың был ирекәйҙе? - тип төпсөнөргә кереште Рәхилә.
Ҡатынына ярҙам итеп маташҡан Ғәлим:
- Тороп тор, үҙең аптырарһың әле шундай кеше менән танышҡаныңа! - тип кенә ебәрҙе серле йылмайып.
- Нимәкәйе бар шул хәтле? Әллә берәй балта оҫтаһымы? - икмәген телә-телә Рәхилә, аңламайым, тигән төҫлө ирендәрен бүлтәйтеп ҡуйҙы.
- Эй, һиңә һаман балта, төҙөлөш… - ире көлөп ебәрҙе. - Минең курсташ бит ул, физматта бергә уҡыныҡ. Беләһеңме, ҡушаматы ниндәй ине? "Күрәҙәсе", үәт. Бына нимә әйтә, шул дөрөҫкә сыға ла ҡуя торғайны. Ниндәйҙер алдан күреү, һиҙемләү тойғоһо бар уның. Интуиция тип әйтәйемме… Хатта имтиханда эләгәһе һорауҙарҙы яҡынса әйтә ала ине. Мин уның менән кәңәшләшмәйенсә юлға ла сыҡмай торғайным! Күпме бәләнән алып ҡалды инде…
- Шулай уҡмы ни? Һм… Ҡарап тороуға әйтмәҫһең дә…

 

Йыуынып, размеры ҙур булһа ла, таҙа кейемдәр кейеп, алһыуланып килеп сыҡҡан Зөфәр ҡәҙимге кешегә оҡшап ҡалған икән, юғиһә. Тик һулыған сикәләре, шешмәкләнгән күҙҙәре генә уның эскесе икәнен күрһәтеп тора.
- Әйҙә-әйҙә, ултыр, аш һыуый, иткә үрел, - тип ҡаршы алды хужабикә.
Аш-һыуҙан һығылып торған өҫтәл янына килеп ултырғас, күптән инде йүнләп ашамағанын иҫләтеп, ҡорһағы һурып көтөрләп ебәрҙе. Ғәлимдең ниҙер һөйләүенә бик иғтибар итмәй, "эйе шул" тигәнде аңлатып баш һелкеп, инәлтмәй генә ҡабаланып ашарға кереште ул. Барыһы ла шундай тәмле, хуш еҫтәр бөркә! Уныһын-быныһын өҫтө-өҫтөнә ҡапҡылап ашағанын күреп, Рәхилә баланы йәлләгән һымаҡ ҡарап ҡуйҙы.

 

Ғәлим дә, ҡунағының ҡарһаланып тамаҡланғанын күрмәмеш булып, көлөп, хәбәрен теҙҙе.
- Рәхиләгә һөйләп тә алдым инде, һинең ябай түгеллегеңде. Торғаны бер кадр инең бит! Кешене үтәнән-үтә күреп, ярып һалып әйтә лә ултыра торғайның! Иҫләйһеңме, Рәсих менән һуғышҡаныңды?
- Иҫләйем, - тип яуап ҡайтарҙы Зөфәр, көйшәнә-көйшәнә.
Ғәлим, ҡатыны яғына боролоңҡорап дауам итте.
- Ятаҡта йәшәгәндә булды әле ул. Теге егет үлеп ғашиҡ булған да, "күрәҙәсе Зөфәргә" килгән, мөхәббәт объекты тураһында белергә инде… Эй ауыҙ һыуы ҡороп маҡтаған була, фотоһын да күрһәтеп алды. Ә Зөфәр ҡарап торҙо ла: "Кит, йөрөмә был фәхишә менән," - тип кенә ебәрҙе. - Рәхиләнең яурынына еңелсә төртөп ҡытҡылдап алды Ғәлим. - Егетебеҙ ғәрләнеп китеп бер тондорҙо, Зөфәр яуап бирҙе һәм китте һуғыыш! Саҡ айырып алдыҡ! Аҙаҡтан килеп, ғәфү үтенеп йөрөнө, ысынлап та "төнгө күбәләк" булып сыҡҡан һөйгәне.
- Ә һин төптән йыуан практик булдың. - тине Зөфәр. - Башҡалар фәлсәфә һатҡанда, һин - килеп сығамы-юҡмы, ҡулың менән тотоп эшләр ҙә ташлар инең. Кешегә һүҙ менән түгел, ә эш менән ярҙам итергә тырыштың. Хатта Өфөлә күбәйеп киткән ялған "инвалидтарға", һоранып торған хәйерселәргә барлы-юҡлы стипендияңдан өлөш сығарып аптыраттың бит! Эскерһеҙлегең, кеше йәнлелегең ҡурҡыта ла, һоҡландыра ла ине мине.
- Хәҙер ҙә шулай ул, - Рәхилә иренә яратып ҡарап алды.
- Бер шулай паркта ултырабыҙ һөйләшеп, һыу эсеп. Көн үлтереп эҫе инде, - Зөфәр иҫтәлектәргә төшөп китте. - Ҡаршылағы эскәмйәгә ҡыҙҙар килеп ҡунды. Береһенән береһе матур аҫыл ҡоштар, сырҡ-сырҡ көлгән булалар. Беҙгә лә ҡарап-ҡарап алалар. Мин ултырам ауыҙым ҡолағыма етеп, шундай матурлыҡҡа иҫем китеп.
Ҡапыл берәүһе мыяулап килгән бесәйҙе тотоп алып сөсөлдәргә кереште. Шунда Ғәлим ҡарап-ҡарап торҙо ла, кеҫәһенән бәкеһен сығарып, төбөндә һыу ҡалған пластик шешәне киҫеп һауыт яһап, китте тегеләр янына. "Бик йәлләгәс, һыу бир, нимә шыртылдығы сығарып һыйпайһың? Ана бит, ауыҙын асып саҡ тын ала!" - тип шелтәләп ҡуйҙы… Бына шулай, мин ҡыҙҙарға тексәйгәндә, ул бесәйҙе йәлләп ултырған!

 

Өсөһө лә рәхәтләнеп көлөшөп алды. Һүҙ артынан һүҙ эйәреп, хәтер һандығынан тағы әллә нисә ваҡиғаны һөйрәп сығарҙылар. Туйғансы ашап биттәре алһыуланып киткән хикмәтле ҡунаҡҡа Рәхилә лә икенсе күҙҙәр менән ҡарап ҡуйҙы. Бына ниндәй икән иренең һабаҡташы!
- Аҡыллым, ниңә ҡоро ғына ултырабыҙ? Алып килә әле берәй мәйеңде, - тине устарын ышҡып, тамам күңелләнеп киткән Ғәлим.
- Ниндәйен?
- Теге Мәскәүҙән алып ҡайтҡанын!
Бик теләмәһә лә, иренең һүҙен йығырға ҡыймай, яйлап баҫып өйгә инеп китте ҡатыны. Ҡыйбатлы шешәне Ғәлимйәнгә тотторғас, шартына килтереп, виски өсөн махсус штофтарын да теҙҙе.
- Бына 13 йыллыҡ тигәнен тәмләп ҡарайыҡ әле. Шунса ваҡыт ҡайҙа тотҡандарҙыр, - йорт хужаһы көлөмһөрәп асырға тотондо.
- Ҡана, ҡарайым әле, - тине ҡапыл Зөфәр. - Оо, был бит ыҫланған арпа солодынан эшләнгән ҡыйбатлы виски! Йылына бер нисә мең берәмек кенә сығарыла. Ҡайҙан ҡулға төшөрҙөң? - Әйләндереп-тулғандырып ҡарап, һоҡланыуынан хатта һыҙғырып ҡуйҙы.
- Мәскәүгә барғанда алғайным, - тине маһайып киткән Ғәлим.
- Күп һалма, араҡы һымаҡ шабырлатып һемереп булмай ул аны. Яйлап ҡына эсһәң ҡара ҡарағат, өрөк тәмдәре килә… Рәхилә, йыйып ҡуй, берәй түрәләр килгәндә сығарырһың. Минең ауыҙ лайыҡ түгел инде бындай затлы эсемлеккә.

 

Зөфәрҙең ҡылығына аптырай биргән Рәхилә, иренә "ялп" итеп ҡарап алды ла, бик яҡшы, тигән ҡиәфәттә шыйыҡсаны әҙ генә һалып биреп, ҡупшы шешәне йәшереп тә ҡуйҙы.
Икеһе лә ят эсемлекте еҫкәй-еҫкәй ауыҙ иткәс, Ғәлим, артынан ит ҡабып ебәрҙе лә:
- Бер ниндәй ҙә өрөк тәмен тойманым тойоуын, ну ҡатыы, - тип йылмайҙы.- Ҡара әле, һин дә буржуйҙарҙың "сәмәйенең" әтнәкәһен беләһең икән.
- Һии, ваҡытында Шотландиянан, Ирландиянан тура заказ яһап алдырып ята торғайным рестораныма!
Нурланып киткән йәшел күҙҙәргә ҡарап, яңылыш ишетмәнемме, тигәндәй:
- Ниндәй рестораныңа?! - тип аптыраулы тауыш бирҙе Рәхилә.
Бер-береһенә ҡарашып ҡуйған йорт хужалары уға ышанмағанын аңлап, күңелһеҙләнеп китте Зөфәр. Шулай инде, эскесе һүҙҙәрен кем ысынға алһын!
- Ошо ерҙән ентекләберәк һөйләп ебәр әле, брат. Ниндәй ресторан? Ҡайҙа? - тине ахырҙа Ғәлим, был һүҙҙәрҙең айышына төшөнөргә теләп. Һабаҡташының алдай белмәгәнен яҡшы иҫләй ул.

 

Зөфәр бер нөктәгә текләп оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы ла, ҡыйбатлы эсемлекте эсеп, еңен еҫкәп алды. Ниһайәт, уның һүҙен көтөп, тынып ҡалған дуҫтарына өндәшергә мәжбүр булды:
- Эх, Ғәлимйән, минең дә ҡойроҡто һыртҡа һалып, Наполеондарса пландар ҡороп, эре генә йөрөгән ваҡыт бар ине шул… Һинекенән дә ҙурыраҡ йортом, үҙ эшем… Хәҙер инде икенсе тормошта булған кеүек.
- Һөйлә, - тип кенә ҡуйҙы Ғәлим. Хатта яҡыныраҡ шылып ултырҙы.

Яҙгөл Байрамғолова

Автор:
Читайте нас