Даирә
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт
5 Сентябрь 2025, 05:47

Дуҫың бар, дошманың бар (Башы)

Йылы юрған аҫтында йыбанып ҡына кирелеп, баҡса янындағы бағана сымдарында һыҙғырып аралашҡан сыйырсыҡтарҙы тыңлап ятты ла, яйлап тороп ултырҙы Хәсән ҡарт. Быйыл да килгәндәр, онотмағандар, тип ҡыуанды ул, йыл һайын ҡыйшайыңҡыраған ояларын ташламаған ҡошсоҡтарға һоҡланып. Өй эсе, ниңәлер, ғәҙәттән тыш тыныс һымаҡ. Әбейенең иртә менән ҡуйған радиоһы ла, һалмаҡ ҡына көйләп йөрөүе лә, һауыт-һаба ҡыштырлағаны ла ишетелмәгәс, аптырап түрбашҡа тәнтерәкләне ҡарт. Зәкиәһе ҡайҙа киткән тағы? Сәй эсер ваҡыт та баһа… Ҡулын сәйнүккә терәп йылы икәнен тойоп, тағы аптырай биреберәк ҡуйҙы. Бер үҙе сәй эскәнгә оҡшамаған, ҡайнатҡан да сығып киткән, бына һиңә мә!

Дуҫың бар, дошманың бар (Башы)Дуҫың бар, дошманың бар (Башы)
Дуҫың бар, дошманың бар (Башы)

Дуҫың бар, дошманың бар
Хикәйә (Башы)

Хафаға ҡалған Хәсән ҡарт, еңелсә кейенеп, аҙбарға сығып әйләнде. Барыһы үҙ урынында: ун тауығы ла, биш һарығы ла. Һәүкәш тә иртәнге ҡояшҡа арҡаһын ҡуйып, моңһоҙ ғына көйшәнеп тора. Ә әбейе күренмәй…
- Күп булһа, кибеткә сығып киткәндер әле ул, һәптән, - тип мөңгөрләп, кире инеүҙән башҡа сара ҡалманы.
Йыуынып, урындарын йыйыштырып, оҙаҡлағанға ныҡлап асыуланырға торғанда ҡайтып инде ҡарсығы.
Моңһоуланып, нисектер юғалып ҡалған Зәкиәһенә ҡарап:
- Әллә ҡайҙа йөрөйһөң таң менән. Ирендәрең күгәргәнсе ҡайҙа ҡыҙырып килдең ул? Сәй эсерәһеңме бөгөн, юҡмы? - тип ҡәнәғәтһеҙ һөйләнеп алды йорт хужаһы.
Яйлап өҫтөн һалып, сәйер генә ҡараш ташланы ла, ҡулын сайып, аш-һыу янына килде әбейе.
- Хәҙер яңыртам сәйҙе, - тоноҡ ҡына тауыш менән яуаплап, сәйнүген плитә өҫтөнә ҡуйҙы.
Унан ниҙер иҫенә төшкәндәй, өҫтәл артына инеп ҡунаҡлаған ире эргәһенә килеп баҫты ла, нисек әйтергә белмәгәндәй, әҙерәк ыҡылдап торғас, һүҙ башланы.
- Ней бит әле, атаһы… Мөхитдин үлеп ҡалған бит…

 

Аңламағандай, Хәсән ҡарт, ауыҙын асып, йәмәғәтенә тексәйҙе. Алған ҡалағын кире ҡуйып, нисектер битараф ҡына әйтеп ҡуйҙы.
- Шулайҙыр. Үлер ул мәлғүн! Һинең менән мине ерләр әле ишшыу! - әбейе өндәшмәгәс, тағы өҫтәне. - Кисә генә кәнсәлә күреп, тетмәкәйен тетеп киткәйнем. Нишләп үлһен, хатта теп-тере ине.
- Бөгөн төндә үткән. Йоҡоһонан уянмай ғына китеп барған, йә Илаһым… Йөрәге туҡтағанмы икән. Райүҙәккә алып киттеләр инде балалары, ҡайтҡас аныҡ әйтерҙәр…

 

Йәмәғәтенең моңһоу тауыш менән яйлап бәйән итеп ултырыуы йәнен көйҙөрөп ебәрҙе Хәсән ҡарттың. Әйтерһең дә, фәләндең кәзәһен эт йыҡҡан икән, тигән һымағыраҡ хәбәр еткерә!
- Һин, әбей, аңын-тоңон белмәйенсә, ләпелдәп ултырма әле! Йә ҡолағандыр, йә дауаханаға алып киткәндәрҙер. Ә һин сразы - үлде! Кем әйтте аны?
- Һуң үҙем барып ҡайттым бит! Иртән тышҡа сыҡҡас та, күршеләрҙән ишеттем дә, йүгереп барып килдем. Ҡайҙа йөрөйһөң тип, өтөп ашап апараһың…

 

Хәсән ҡарттың мейеһенә, ниһайәт, яңылыҡ барып етте, күрәһең… Тыны ҡыҫылып, күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Асалаҡ-йомалаҡ булып, бер әбейенә, бер тәҙрәгә ҡарап ултырҙы өндәшмәй. Унан нисектер, күкрәк төбөнән "ааһ!" тигән тәрән ауаз сығарып, ҡырынайып ҡолай башланы.
- Атаҡ-атаҡ, Хәсән! Йә, тотон миңә!
Йылдам ғына һикереп торған өлкән ҡатын саҡ тотоп өлгөрөп ҡалды бабайын. Төҫө ҡасҡан иренә ҡарап, ҡурҡып китте хатта.
- Дәвлинйәң күтәрелә, ахыры… Әйҙә әле, ятып тор, - тип өҫтөрәп тигәндәй алып барып һалғас, дарыуҙарын эҙләргә тотондо.
- Кисә… үткәндәрҙе иҫләтеп, бер аҙ утлы табала ҡыҙҙырып алғайным… - Хәсән ҡарт йөрәген тотоп, кипкән ирендәрен көскә әйләндереп бышылданы. - Артығын әйтеп ташланым микән? Йә, Хоҙай… Күтәрә алманы микән?
- Ғүмер буйы эт менән бесәй һымаҡ йәшәнегеҙ. Һинең сираттағы әйткәнеңә генә бирешмәгәндер инде ул, - хужабикә ниһайәт, кәрәкле төймәләрҙе табып ҡаптырҙы. Бабайының ҡалтыранған ҡулдары сынаяҡ тотмағас, үҙе һыу эсерҙе аҙағынан. - Бибинуры баҡыйлыҡҡа күскәс тә, яйлап миктәй башланы бит ул. Әбейһеҙ ҡалғандар етем һымаҡ, күңел бошонҡолоғона бирелеп, үҙҙәрен бөтөрәләр. Анһатмы ней ҡатынһыҙ донъя көтөүе… Бахырҡай, артынан өс йыл ғына ҡалып йәшәп өлгөрҙө.

 

Күҙҙәрен йомоп, Зәкиәһенең ҡулын тотоп, тын ғына онотолоп ятты ҡарт. Әйтерһең, үткәндәрҙе барланы, "ҡан дошманы" Мөхиттең буй-һынын аңында тергеҙергә маташты. Тик ниңәлер, бөксәйгән етмеш алты йәшлек ҡарт түгел, ә типһә - тимер өҙөрлөк тәккәбер егет баҫты күҙ алдына…
- Кит инде, йәп-йәш Мөхит тә китеп барғас, миңә ни ҡала, - тине ҡапыл Хәсән ҡарт.
- Ныу йәш тип… һинән ике йыл ғына кесе инде, - тине аптырап ҡатыны. - Көнө бөткәндер, ҡалайтаһың…

 

Иртәгәһенә хәле насар булһа ла, әбейенә йәбешеп тигәндәй ерләшергә барҙы Хәсән ҡарт. Күмгәндә лә, аҙаҡтан шунда уҡ өсөн уҡытҡанда ла бер һүҙ өндәшмәне ул. Йыйылған кеше Мөхитдиндең намыҫлы булыуын, ғүмер буйы колхоз малын үҙенекендәй күреп, һаҡлап-яҡлап көтөүен, ара-тирә булған мәҙәктәрен дә иҫләп һөйләшеп ултырҙылар. Уларҙан күберәк белһә лә, был юлы ла Хәсән ҡарт ауыҙына һыу алғандай, хәбәргә ҡушылманы. Мышҡылдашып табын әҙерләгән ҡыҙҙарына ла ҡайғы уртаҡлашам, тип әйтергә көсө етмәне. Ғәҙәттә, берәй ҡунаҡ булһынмы, аят булһынмы, иғтибарҙы үҙенә тартып һөйләнергә яратҡан иренә бер аҙ аптырап та, хәүефләнеп тә ҡараны әбейе. Хәйер, уның менән һүҙ көрәштереп, сәменә тейеп ултырған ҡаршағы Мөхит юҡ шул хәҙер…
- Ышанмағайным… Ысын үлгән икән… Ҡара һин аны, ап-аҡ булып, инде ҙур эш бөтөргәндәй, етди ҡиәфәт менән һуҙылып ята бит әле! - тине Хәсән ҡарт, арманһыҙ булып ҡайтып ауғас.

 

Мөхитдин менән Хәсәндең дошманлығы йәштән үк, Айһылыу исемле ҡыҙ арҡаһында башланып китеп, ғүмер оҙайына һуҙылды.
Морондары еҫ һиҙеп, ҡыҙҙар менән ҡыҙыҡһына башлағанда сәхнәнән төшмәгән, иҫ киткес матур йырлаған сибәркәйгә ғашиҡ булды икеһе лә. Мөхит менән бер синыфта уҡып, күберәк ваҡыт бергә үткәргәс, уның шанстары ла юғарыраҡ һымаҡ ине. Әммә егет ҡорона алданыраҡ кергән, өлкәнерәк тә булған мыҡты кәүҙәле Хәсән "шпана" менән иҫәпләшергә теләмәне. Һигеҙенселә уҡыған һандуғасты ҡаратыр өсөн бар көсөн, ваҡытын һалды. Ә ҡыҙға улар икеһе лә оҡшай ине буғай… Әле береһен ымһындырып, әле икенсеһен өмөтләндереп, егеттәрҙе утҡа һалып, һуғыштырып йөрөй бирҙе. Мәктәпте бөткәс, Хәсән хыялы буйынса ауыл хужалығы институтына уҡырға инде. Ҡайтып-китеп йөрөгәндә лә, һаман Айһылыу тип йән атты, уның сығыш яһаған концерттарына йөрөнө. Ҡыҙ менән әҙ-мәҙ һөйләшеп, ғәҙәттәгесә, клубта Мөхит менән йоҙроҡ аша "аңлашып", эсе тулы һағыш менән белем үрҙәрен яуларға тағы ҡалаға ашыҡты.
Мөхитдин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел, бик һөймәлекле, эшсән егеткә әүрелде. Ауыл ҡыҙҙары иғтибар күп бүлделәр, тик ҙур ҡара күҙле, йылмаяҡ егет Айһылыуынан башҡа берәүҙе лә күрмәй ине. Уҡыуын бөткәс тә, һөйгәнен илатып, вәғәҙәләрен алып, көҙгө саҡырыуҙа армия сафтарына китеп барҙы.

 

Хәҙер бер кем ҡамасауламай, тип ҡыуанған Хәсәндең хыялдары иртәрәк булып сыҡты шулай ҙа. Айһылыу әллә ысынлап яратты егетен, әллә биргән һүҙенә тоғро ҡалғыһы килде - ҡаланан ҡайтҡан талипты бик яҡынлатманы ниңәлер.
Мөхиттең ҡайтыр ваҡыты етеп килгәндә институтты тамамлаған Хәсән үҙе лә армияға юлланды. Йырсы ҡыҙға хат артынан хат яуҙырып торһа ла, теге яҡтан яуап яҙырға ашыҡманылар. Шулай ҙа килгән ике-өс бөртөк ҡағыҙ остоғон тишә яҙғансы уҡып, күңеленә бер аҙ йыуаныс алды ғашиҡ егет. Уныһы ла, ауыл хәбәрҙәрен генә теҙеп яҙыуҙан тора, ә үҙе, хистәре тураһында ләм-мим. Хаттары килеүҙән бөтөнләй туҡтағас, ниҙер булғанын һиҙеп, өйҙәгеләрҙән ҡат-ҡат һораһа ла, аныҡ яуап ала алманы. Ҡайтҡас ҡына, Мөхитдин әрменән һуң ике ай үткәс, Айһылыу менән туй яһап, ҡауышып, аталарынан ҡалған иҫке өйҙә йәшәп ятыуҙарын һөйләп бирҙе туғандары.

 

Үс алыу, кәрәген биргәнсе дөмбәҫләү уйҙары менән күпме һағаланы уны Хәсән! Тик өйләнгән егет хәҙер киске уйынға сыҡмай, ҡатыны менән етәкләшеп үтеп киткәне генә күренгеләп ҡала һирәкләп. Шулай ҙа, эштән ҡайтып килгән мәлен тап итеп, юлын быуҙы бер көнө.
- Минең ауылда булмау менән файҙаланып та ҡалдыңмы? Нимә тип әүрәткән булдың инде, байғош? - тип яғаһына матҡып йәбеште һарыуы ҡайнаған Хәсән.
Эштә сыныҡҡан көслө ҡулдары менән йолҡа тартып, этеп ебәрҙе Мөхит. Ул инде "шпана" түгел, ә үҙ баһаһын белгән, бирешмәҫлек йәш иргә әйләнгән.
- Хәҙер һуғышыуҙан фәтеүә юҡ туғанҡай, Айһылыу күптән минеке! Бар, юлыңда бул! - тине ул тәккәбер генә.
Уның үҙен шулай тотоуы тамам ярһытты Хәсәнде. Ғәҙәттәгесә, асыуына түҙә алмай, киҙәнеп һуғып та ебәрҙе.
- Йәшәтмәйем барыбер! - тип аҡырынды ул. - Был ауылда тынғы бирмәйем һеҙгә, ишетәһеңме?!

 

Был һуғышыуҙары бигерәк ҡаты булды уларҙың… Әллә айырып алыусы булмағанға, әллә береһе сараһыҙлыҡтан, икенсе үҙенең өҫтөнлөгөн иҫбатларға теләүҙән - ауыр йоҙроҡтар иҙгәнсе төйҙө бер-береһен…
Тағы әллә ниҙәр ҡылмаҡ ине йөрәге кителгән Хәсән. Мәкәрле пландар ҡороп, үҙ-үҙен ярһытып, һынған танауы төҙәлеүен көтөп йөрөгәндә - Айһылыуҙы осратыуы бөтә хыялдарын селпәрәмә килтерҙе.
- Ҡыҫылма беҙҙең тормошҡа, - тине ул күҙҙәрен мөлдөрәтеп. - Һин дә, Мөхит тә шаҡтай һәйбәт егеттәрһегеҙ. Тик мин уны нығыраҡ яратам… Беҙ шундай бәхетле! "Һандуғасым!" тип күҙемә генә ҡарап тора бит ул!
Ирен һөйләгәндә бит остары алһыуланып, ҡараштары сикһеҙ бәхет осҡондары сәсеп торған йәш ҡатынға ҡарап, иҫе китте Хәсәндең. Ҡапыл айнып киткәндәй булды. Кемде яулап алырға йөрөй һуң ул? Ошо наҙ бөркөп торған сит ир ҡатынынмы? Үҙенең һуңлағаны, Айһылыуҙың хәҙер шаян ҡыҙ түгел, ә кемдеңдер законлы ефете икәне ниһайәт барып етте башына.

 

Дөрләп янған үс уты кәмегәндәй булһа ла, бөтөнләй үк һүнмәне, әлбиттә. Бер береһен осратҡан һайын сәнскеле ҡараштар ташлап, "әсе тешләргә" тырышып ҡала ине ике егет.
Әкренләп, Хәсән үҙен ҡулға алырға тырышты. Агроном ярҙамсыһы булып һәүәтемсә эшләп китте. Улының һаман буйҙаҡ йөрөүенә бошонған әсәһе йәшлек әхирәтенең ҡыҙына димләп ҡараны. Ни ғилләлер, Зәкиә менән Хәсән бер-береһен оҡшатып, һүҙҙәре беректе лә ҡуйҙы. Ҡыуаныстары сиктән ашҡан әхирәттәр эште оҙаҡҡа һуҙмай, балаларының яҙмышын бәйләргә ашыҡты.
Өй һалып, нығынып йәшәп китеүҙәренә беренсе улдары тыуҙы. Оҙаҡламай икенсе малайын да алып ҡайтты улар.

 

Хәсән һөйөклө ҡатыны менән балаларға күмелеп, яратҡан эшенә мауығып бәхетле минуттар кисергәндә - Мөхиттең эше бик шәптән түгел ине. Тегеләргә ҡарап, көнләшеүенән йөрәге сәнсеп ҡуя хатта. Айһылыуы ла балаға уҙмай һаман… Үҙешмәкәр концерттарҙа, конкурстарҙа йөрөп, бер өйҙә тормай. Араларында ниндәйҙер боҙ һалҡынлығы ла барлыҡҡа килде һуңғы ваҡытта. Тороуҙарына биш йыл тигәндә, ирен, ауыл халҡын сикһеҙ аптыратып, айырылып, фырылдап осоп китте Мөхиттең һандуғасы ҡалаға. Бындай уҡ һатлыҡты көтмәгән йәш ир бөтөнләй бөгөлөп төштө. Таң тип тормай, кис тип тормай һөйрәлеп йөрөп эсте. Был эштең яҡшы тамамланмауы билдәле инде…

 

Иң алыҫ ятҡан баҫыуҙарҙы байҡап, һөҙөмтәләргә ҡыуанып, һыбай ҡайтып килгән Хәсән, ауыл яғынан ҡуйы төтөн килгәнен күреп, туҡтап ҡалды. Әллә янғын инде?! Атын үксәләп тиҙерәк шул ялпылдаған ерән нөктәгә ҡарай сапты. Кемдең йорто яна икән? Хоҙайым, һаҡла минең ғаиләмде, һаҡла өйөмдө, тип йөрәкһенеп һөйләнеп, шыбыр тиргә батҡансы ҡыуҙы юрғаһын. Килеп етәрәк Мөхиттең донъяһын ут ялмағанын аңлап, тетрәнеп ҡуйҙы.
- Ҡазаланғандар бармы? - тип һораны ул, быҫҡып ятҡан түмәрҙәргә ҡарап, "үлгәндәр" тип әйтергә теле әйләнмәй.
- Юҡ, шөкөр, Мөхитдин өйҙә бер үҙе булған. Ләяҡыл иҫерек, бер нәмә белмәй йоҡлап тик ята, саҡ сығарып өлгөрҙөк, - тине кемдер.
- Иҫке өй ней "һә" тигәнсе янды ла бөттө, - тип һүҙгә ҡушылды икенсеһе.
Нимәлер әйтергә ынтылған Хәсән ҡойма эргәһендә үкереп илап, башын тотоп сайҡалып ултырған Мөхитте абайлап, ауыҙын япты. Йөрәге "сем" итеп ҡалһа ла, янына барырға ҡыймай, атын тиҙ-тиҙ ҡайыҙлап китеп барҙы.

Яҙгөл Байрамғолова

Автор:
Читайте нас