

– Исемең кем әле, балаҡайым? Кем балаһы булаһың? Танымайыраҡ торамсы үҙеңде.
Автовокзалға инеү менән Лилиә үҙ ауылынан Хәбирә әбейҙе күргәс, эргәһенә барып иҫәнләшеп, хәл-әхүәлен белешкәйне. Танымауына ла аптырарлыҡ түгел, Өфөгә сығып китеүенә 14 йыл да үтеп киткән бит.
– Лилиә мин, инәй. Мәктәп урамындағы Ғәлимдең ҡыҙы булам. Әсәйем Сәлимә...
– Ә-ә, ҡалай үҙгәреп киткәнһең, балаҡайым, танырлыҡ та түгел үҙеңде. Ҡайҙа йәшәп ятаһың, ғаиләң, эшең бармы?
– Аллаға шөкөр генә, барыһы ла яҡшы, – тип Хәбирә әбейгә ҡатын үҙенең йәшәйешен ҡыҫҡаса һөйләп үтте. – Үҙегеҙ нисек һуң?
– Һәйбәт, ҡыҙым. Беҙгә, ололарға ни, артыҡ бер нәмә лә кәрәкмәй. Бала-саға, ейән-ейәнсәрҙәр һау-сәләмәт булып, донъя имен булһа, донъя түңәрәк. Ҡалғаны ваҡ мәшәҡәт кенә. Бына, газ ҡорамалдарының ваҡыты сыҡҡан да, шуны юллап район үҙәгенә килдем. Эше күп икән, үҙемдең генә ҡулдан килерлек түгел. Балаларҙың берәйһе менән килермен инде. Үҙең бында нимә эшләп йөрөйһөң?
– Әсәйемде дауаханаға урынлаштырҙым, отпуск мәлендә үҙем йорт-тирәне ҡараштырып торормон, дауаланып алһын, тим бер аҙ.
– Бик мәслихәт, балам, ата-әсәңә хөрмәт күрһәтеүең. Әтеү ҡайһы берәүҙәр ситкә китә лә, иң яҡын кешеләрен онота. Бына бит, иҫкә төштө, һин беҙҙең күршеләрҙең малайы Фәрит менән оҙаҡ ҡына дуҫлашып йөрөнөгөҙ түгелме? Уға кейәүгә сыҡһаң, сәпсим ауылда булып, ата-әсәңә һәр саҡ ярҙам итеп кенә торор инең...
Әбей тәүге мөхәббәтен иҫенә төшөргәс, Лилиәгә бер аҙ яманһыу булып китте. Әммә ул таныштары араһында һыр бирмәҫкә өйрәнгән.
– Эй-й, бала саҡта кем кемде һөймәҫ... – тип ҡуйҙы.
– Уныһы шулай ҙа... Әммә ныҡ матур дуҫлашып йөрөнөгөҙ бит. Оло булһаҡ та, беҙҙең күҙгә лә элендегеҙ ул. Ярай, икегеҙҙең дә тормошоғоҙ һәйбәт кенә бара, юғиһә ҡайһы берәүҙәр шулай йәшлек йәрҙәре менән айырыла ла, бәхетһеҙлеккә дусар була ла ҡуя. Барыбер йәл. Сөнки хистәрҙең иң-иң көслөһө – тәүге мөхәббәт ул. Һөйөү бәхетегеҙҙе һаҡлай алмағанһығыҙ.
– Атай-әсәйҙәр риза булманы бит беҙҙең бергә булыуға... – Лилиә күңел төпкөлөндәге үпкәһенең сит кеше алдында сығыуын һиҙмәй ҙә ҡалды. – Күпме ҡаршылашаһың инде. Күндек ахырҙа...
– Һы... Ҡылғанһығыҙ икән. Күндек, имеш... – Хәбирә әбей бер аҙ өнһөҙ ултырҙы. – Ултыр әле яныма. Хәҙер инде һеҙгә минең әйткән һуң. Шулай ҙа башҡаларға һабаҡ булһын өсөн үҙемдең тормошто бер аҙ һөйләп үтәйем әле. Бәлки фәһем алыусылар булыр. Хәҙер бит иреклек заманы. Кем ниндәй һөнәр алырға теләй – ала, кемгә кейәүгә сығырға теләй – сыға, ҡайҙа йәшәргә теләй – йәшәй. Бер ниндәй ҙә кәртә юҡ. 20 – 25 йәшкә етеп, ата-әсә фекерен тыңлап ултырғанһығыҙ икән, тамам бешмәгән, йыбытҡы ғына кешеләр булғанһығыҙ. Бәлки, ауырлыҡтарҙан ҡурҡҡанһығыҙҙыр? Ә бына беҙҙең йәш саҡта ай-һай ауыр ине. Ҡулда паспорт юҡ, ауылдан үҙ белдегең менән сығып китеп булмай, ашарға таҡы-тоҡо ғына. Ә егет менән йөрөү, яратып кейәүгә сығыу тигән нәмәне ҡысҡырып һөйләргә лә ярамай. Шулай ҙа бына Зиннәт олатайың менән ҡауышыр әмәлен таптыҡ. Ә аҙа-а-аҡ, беҙҙең турала нимә генә тип һөйләп бөтмәнеләр ҙә, ниндәй генә ғәйеп таҡманылар. Ә беҙ бөтә нәмәгә әҙер инек. Мөхәббәтебеҙ көслө ине шул... – Хәбирә әбейҙең йөҙө яҡтырып китте. Хәтирәләрен барлап, бер аҙ өндәшмәй ултырҙы ла, уларҙы Лилиәгә һөйләй башланы. – Мин бит һуғыш сығыр алдынан ғына тыуған бала. Атайым яуҙа үлгәс, әсәйем береһенән-береһе бәләкәй дүрт бала менән тол ҡалды. Аллаға шөкөр, барыбыҙ ҙа иҫән-һау буй еткерҙек. Тик һаман да хәтерләйем, уҡырға туғыҙ йәштә генә барҙым, ул мәлдә өйҙә йүнле бер генә әйбер ҙә юҡ ине. Беҙҙе иҫән ҡалдырыу өсөн әсәй йүнлерәк кейемдәрҙе лә, йорт әйберҙәрен дә, һауыт-һабаны ла ризыҡҡа алмаштырған. Табанлатҡан быйма менән йоҡа пәлтәне алмашлап кейеп, тыштағы эштәрҙе башҡарабыҙ, уйнап алабыҙ. Башҡаларыбыҙ сират көтөп ултыра. Мәктәпкә барыр булғас, әсәйем үҙенең иҫке күлдәген ҡоршап-ямап тигәндәй, миңә күлдәк әтмәләне.
3-сө класты бөткәс, шулай оло апайым менән Иҙел йылғаһын паром менән сығып, Бөрө ҡалаһына сәтләүек оно һатырға барҙыҡ. Эш хаҡы юҡ, бары тик көҙ көнө колхозда трудденгә ҡарап, өй һайын иген таратыла. Йыл буйына етһен өсөн кешеләр урмандан сәтләүек йыйып, киптереп, шуны ҡул тирмәне аша үткәреп, бойҙай оно менән бутай. Икмәк ауыр, бысмараҡ булып бешә, шулай ҙа туҡлыҡлыраҡ һәм күберәк була. Ул йылды оло апайым менән ағайым да колхозда эш башлағайны. Һәм колхоз йыйылышында фронтта үлгәндәрҙең балаларына өсәр ҡаҙаҡ таҙартылмаған бойҙай бирергә хәл иткәндәр. Беҙҙең йортҡа ғүмерҙә булмағанса мул ғына ашлыҡ инде. Йәй аҙағында йыйылған сәтләүекте он итеп, ҡала баҙарында һатырға булдыҡ.
Апайым менән стаканлап ҡына һатабыҙ, ҡулға байтаҡ аҡса инде. Күлдәк менән ҡата, мәктәпкә дәфтәрҙәр алырмын, тип хыялланам. Ә апайым ҡалын пәлтә ҡарап килде. Тик хыялдар тормошҡа ашманы – ҡала хулигандары сиратта торғанда булған аҡсабыҙҙы кеҫәнән сәлдерҙе. Паромға түләрлек тә юҡ ине, ярай беҙҙең сеңләп илауҙы күргән ауылдаштар йәлләп, үҙҙәре менән алып ҡайтты.
Ә Зиннәт менән бер-беребеҙҙе бала саҡтан белдек. Ул ағайым менән йәштәш ине, ара-тирә беҙгә килеп киткеләне. 15 йәштәр тирәһендә арабыҙҙа һөйөү хисе барлыҡҡа килгәндер, тим. Бер аулаҡ өйҙә “ҡайыш” тигән уйын уйнаныҡ. Шунда беҙгә 3 – 4 минуттай тышҡа сығып, аулаҡта тороу наказы эләкте. Шунда ул миңә: “Әгәр риза булһаң, гел бергә булырбыҙ”, – тигәс, мин үҙ вәғәҙәмде бирҙем. Беҙҙең өсөн донъя түңәрәк ине лә бит, әммә ололарҙың үҙ иҫәптәре бар шул. Әсәһе – уҡытыусы, атаһы бригадир булып эшләгәс, Зиннәттәр хәлле йәшәне. Һуғыштан һуң иң тәүҙә улар яңы йорт һалып сыҡты. Ҡыҙҙары мәктәпте бөтөү менән ҡалаға уҡырға китте. Ә башҡаларға колхозда эшләргә ҡушып, паспорт бирмәйҙәр ине. Зиннәт тә тракторсылар курсын бөтөп, һөнәрле булды. Ә минең ағайым сағыштырмаса яҡшы уҡыһа ла, ғүмер буйы көтөүсе булып эшләне. Шуғалыр, беҙҙең дуҫлыҡты белеү менән Фәүзиә апай: “Хәйерсе нәҫелдән килен алырға уйламайбыҙ әле”, – тигән сәләмен еткерҙе. Әсәйем дә трудденды кәметеп яҙған бригадирға теш ҡайрап йөрөгән икән: “Кеше хаҡын ашап, харам менән йыйылған донъяғыҙға ҡыҙ бирергә йыйынмайым!” – тип яуап ебәрҙе.
Ул заманда ябай бригадирҙың да власы көслө ине шул. 8-се класты тамамлауға, һигеҙ ҡыҙ араһынан бер үҙем ризалығымды ла һорап тормайынса, тегенсегә уҡырға ебәрҙеләр. Имеш, Өфө фабрикаһы һәр ауылға берәр тегенсе ебәрергә бойороҡ ебәргән. Тик бригадир үҙҙәре барырға теләк белдергәндәргә ҡаршы булып, нәҡ миңә барырға ҡушты. Үҙҙәренсә, мине улдарынан алыҫ йөрөтмәксе булғандарҙыр инде. Ситтә булыуымдың яҡшы яҡтары күп булды, уныһына һүҙ ҙә юҡ. Әрме хеҙмәтенә киткән Зиннәт менән рәхәтләнеп хат алыштыҡ. Һөнәр алыуым да бушҡа булманы, ғүмер буйы кешегә кейем тегеп аҡса эшләнем. Юҡлыҡ заманында үҙем дә, ғаиләм дә кейемһеҙ булманы – иҫкене яңыртып булһа ла өҫтәрен бөтөн иттем.
Әрменән ҡайтырҙан алда һөйгәнем: “Атай менән әсәй беҙҙең бергә булыуға ныҡ ҡаршы, хаттары һайын шул турала тыҡыйҙар. Һиңә ниндәй генә бысраҡ яҡмайҙар. Әммә һиңә ышанам. Шуға әрменән ҡайтышлай уҡ беҙгә өйләнешергә кәрәк. Ризамы?” – тип хат яҙҙы. Риза булмаған ҡайҙа ул?! Ул ҡайтҡан көндө үк никахты теркәргә ғариза бирҙек. Икебеҙгә гә тейешле аҡсаһын үҙе түләне. Бер айҙан килергә ҡушып сығарҙылар. Ленин урамындағы паркка сығып ултырҙыҡ. Ҡосаҡлашыу тигән нәмә юҡ, ҡулымды ғына тотоп ултырҙы Зиннәт.
– Хәбирә, ныҡлап уйла, йәме, бер ай ваҡыт бар. Ныҡ ауыр буласаҡ. Атай менән әсәй өйгә индермәҫ ул. Һинең әсәйең дә уҫал ғына. Йәшәр урынды ла, ашау-кейенеүҙе лә үҙебеҙгә хәл итергә кәрәк булыр. Өфөлә эшкә урынлашыуы ҡатмарлы, тиҙәр. Бәлки, Бөрөгә барырбыҙ?
Ә минең бала саҡтағы үпкәләү үтмәгән, аҡса урлаған ҡараҡтар йәшәгән ҡалаға барғым килмәй. Автовокзал янындағы бер йорттан йәшәргә бүлмә белешеп, бер айҙан йәшәргә килеребеҙҙе әйтеп, аҡсаһын түләп ҡуйҙыҡ. Зиннәт ауылға ҡайтып китте. Әммә уны тракторсыға колхоз уҡытҡас, ситкә китергә рөхсәт бирмәнеләр ҙә ҡуйҙылар. Бер айҙан килеп, паспорттарға мисәт ҡуйҙырҙыҡ. Мин дә тегеүсе тигән танытма алдым. Фабрикала эш башларға кәрәк. Ул ҡалаға килә алмай, мин ҡайта алмайым. Дауахана өсөн түшәк кәрәк-яраҡтары, таҫтамалдар тегергә тейеш инек эштә. Өс ай һынау срогы. Рәхмәт, цехтағы бер оло апайға, нисек эштән китергә кәңәш бирҙе: көн һайын брак сығарыу. Әрләнәм, эш хаҡынан тотоп ҡалалар, илаған булам. Цех, бригада етәкселәре, һинең арҡала план үтәй алмайбыҙ, тип зарлана. “Бер ҡатмарлығы булмаған таҫтамал да тегә белмәгән кешене нисек артабан эшләтмәк кәрәк!” – тип әрләнә торғас, һынау срогын үтмәнең, тип сығарып ебәрҙеләр.
Ауылға ҡайттым. Ҡайнымдың колхозға эшкә алмаҫын, алһа ла көн күрһәтмәҫен белә инем. Шуға район үҙәгенә барып, тегенсегә уҡыуымды, мәктәптә хеҙмәт дәресе уҡыта алыуымды әйтеп, юл ыңғайына уҡ эшкә урынлашып ҡайттым. Өс айлыҡ уҡытыусылар курсына ебәрҙеләр. Зиннәт сабыр ғына көттө. Беҙҙең никахта икәнде бер кем дә белмәй ине, мин ҡайтҡас, туғандарға әйттек. Ниндәй ел-дауылдар булғанын әйтеп килештерерлек түгел. Ҡәйнәм көн һайын килеп, мине әрләй. Әсәйем тәүҙә мине яҡлашып, уның менән талаша ла, сығып китһә, үҙе мине әрләргә тотона. Бер мәктәптә эш башлағас та тел-теше тейеп торҙо, ярай мәктәп директоры беҙҙең туған тейеш кеше булып, һәр ваҡыт мине яҡланы.
Ирем ауылда фатирға керерлек кеше эҙләп ҡараны. Тик кем күрәләтә бригадир менән һүҙгә килешһен инде, бер кем дә беҙҙе үҙенә индергеһе килмәне. Никахлы килеш шулай бер йылға яҡын айырым йәшәнек. Минән өс йәшкә оло апайым кейәүгә сығып, ҡәйнәһе менән бер йортта торалар ине. Ҡоҙағый үпкәһенә һалҡын тейҙереп, яҙға табан вафат булып ҡуйҙы. Ул заманда беҙҙең яҡта ныҡлап нефть эҙләү, сығарыу менән булып киткәйнеләр, аҡсаһы ла күберәк, тип күптәр шунда эшкә китте. Апай менән еҙнәй ҙә, беҙҙең ярҙамға мохтаж кеше юҡ, тип нефтселәргә урынлашты. Һәм беҙ үҙ өйөбөҙҙө һалып сыҡҡансы, 12 йыл уларҙың буш ҡалған өйөндә йәшәнек.
Ниндәй юҡлыҡты, ауырлыҡты күргәнде үҙебеҙ генә беләбеҙ. Ҡалаҡ-табаҡтан алып йортҡа тиклем донъяны берәмтекләп үҙебеҙ йыйҙыҡ. Өс улым, ике ҡыҙым бер ваҡытта ла олатай-өләсәй наҙы күрмәне. Өс йыл йәшәгәс кенә һауын кәзәһе алып, һөт-ҡаймаҡ күрә башланыҡ. Ауырлыҡтар булһа ла, икәү бергә булыуға, балалар тыуыуына шатлана-шатлана ғүмер иттек. Әрләшһәк тә, хатта ирем ҡул күтәргән осраҡта ла, өйҙәге сүпте ситкә сығарманыҡ. Үҙебеҙ һайлаған юл, тинек тә, алға барҙыҡ.
Ҡайным менән ҡәйнәм беҙҙе ғәфү итә алманы. Нәүфилә ҡайынбикәм генә ҡаланан ҡайтһа, уларҙың һүҙенә ҡарамай, беҙгә килеп йөрөнө. Вафатына тиклем аралашып йәшәнек, уға рәхмәтлемен. Әсәйем дә артыҡ яҡты йөҙ күрһәтмәне. Бер туғандарыбыҙҙың барыһы ла вафат инде. Бабайым менән мин генә шөкөр, оҙон ғүмерле булдыҡ. Мөхәббәт менән йәшәгәнгә, тип күршеләрҙе көлдөрөп тә алам.
Балалар кемгә теләй, шуға өйләнер, кейәүгә сығыр, тигән әйтеүем бар ине. Шуға аҡыл ултырыу менән эсмәгән, үҙ ҡәүемебеҙҙән, динебеҙҙән булғандар менән ғаилә ҡороғоҙ, тип өйрәттем. Уртансы малай, Илһам ағайың ике балалы ҡатынға өйләнәм, тигәс, ауылдаштар: “Һыу һөлөгө кеүек улыңа ҡыҙҙар бөткәнме? Ризалыҡ бирмәһәң, өйләнмәй ул”, – тине. “Үҙенә ҡулай булғас, өйләнһен. Килешә алмаһалар, айырылырҙар”, – тинем. Бик матур йәшәп яталар. Килен тағы ла өс уртаҡ бала тапты.
Оло ҡыҙыбыҙ бынан һигеҙ йыл элек юл фажиғәһендә һәләк булды бит. Насип кейәүҙе донъяһы болармаҫ борон өйләнә һалырға үҙем өгөтләнем. Беҙҙә бала ҡайғыһы ла бит, ә уға артабан донъя көтөргә кәрәк ине. Яңғыҙы нисек өс ҡыҙына туй үткәрһен дә, нисек уларға ярҙам итһен? Күрше райондан бер ҡатынды димләгәйнеләр, арыу ғына йәшәп ята. Тормоштарына ҡыҫылмайым, йылына бер нисә тапҡыр, ейәнсәрҙәр ҡайтҡанда, ҡунаҡҡа саҡырып торалар. Араны өҙмәгәндәренә ҡыуанып, оҡшамаған яҡтары булһа ла күҙ йомоп, ҡайтып китәбеҙ.
Бына шулай, Лилиә ҡыҙым, йәне теләгән – йылан ите ашаған, тиҙәр. Әгәр Зиннәт менән ҡауышмаған булһаҡ, атай-әсәйгә ҡаршы килмәһәк, ниндәй тормошта йәшәр инек икән? Мөхәббәттең көсө шулай – тәүҙә яратаһың, ҡыйыу аҙымдарға бараһың. Аҙаҡ сабыр итәһең, аҙаҡ ихтирам хисе барлыҡҡа килә, ирең иң яҡын кешегә әүерелә. Шулар барыһы ла бер бөтөн булып, бәхет бирә. Хәҙерге йәштәр генә күп осраҡта ярата белә, ә ҡыйыулыҡ күрһәтергә, сабыр итергә көстәренән килмәй. Мөхәббәт көсһөҙләндеме икән әллә, тип тә ҡуям...
Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.