Даирә
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт
3 Сентябрь 2025, 10:12

Егерме бер

Ишекте шарт ябып, шәшке туны итәгенә марттың еүеш ҡарын ейәртеп ингән хужабикәһенә ҡарап, Раушания көрһөнөп ҡуйҙы. Башлана инде хәҙер…Тағы ниҙәр ишетер бөгөн? Нисек барыһын аңлатырға? Уф, таңдан уңмаған көн ҡасан ғына үтеп китә инде…   - Йә, ни булды? Телефондан мышҡылдап һөйләй ҙә алмайһың! Хоҙайыым! - иҙәндә ятҡан ваза ярсыҡтарын, туҙған сәскәләрҙе күреп, сәрелдәп ебәрҙе ҡатын. - Ниндәй мәхшәр ул бында? Мамай хан үттеме әллә?!Илауҙан күҙҙәре ҡыҙарған Раушания, һаман йыйыштырып бөтә алмағанына бошоноп, мөйөштәге табуретта ҡурҡып ҡына ултырған иргә ымланы:- Бына инде беҙҙең “Мамай”... Килеп инде лә, тиктомалға сәскәләрҙе, кәштәләрҙе ауҙара башланы. Бер ни ҡылып өлгөрмәнем…

Егерме берЕгерме бер
Егерме бер

Егерме бер
Хикәйә

Күҙҙәрен аҡайтып Раушанияның өҫтөнә менеп килгән хужабикә, күҙлеген бер кейеп, бер сисеп бөршәйеп кенә ултырған иргә бөтә кәүҙәһе менән боролоп, аптырап ҡарап торҙо ла, яйлап баҫып янына килде.
- Шунан, абзыҡай, тыңлайым, һайрап ебәр. Ниңә кибеттең аҫтын өҫкә әйләндерҙең? Ниндәй үсең бар ине миндә?
- Мин… ғәфү…
- Конкуренттар ялланымы? Шул ғына этлеккә башығыҙ еттеме инде?
- Ғәфү итегеҙ, зинһар… Үҙем дә аңламаным…- меҫкен ир тау кеүек торған ҡатындың алдында бөтөнләй юғалып ҡалды. Хатта, иларға етешкәндәй, танауын мыш-мыш тартып ҡуйҙы.
Уның ҡарауы, ирендәрен сағыу итеп буяған, хуш еҫтәр бөрккән сәскә кибетенең хужаһы тынысланырға йыйынмай ине. Айыу һымаҡ алпан-толпан баҫып, бәләкәй генә бина эсендә бер арҡыры, бер буй үтте. Ахырҙа, ҡыҙарынып китеп, бөтөнләй туҙына башланы.
- “Ғәфү итегеҙ”? Һин, псих, күпме тауарҙы әрәм иткәнһең, һатыусымдың ҡотон алғанһың, ә мин - “ғәфү итегеҙ”? Имәндән ҡолап төштөңмө әллә? Полиция саҡырттыңмы? - тине ул Раушанияға күҙҙәренең ағын әйләндереп.
- Саҡырттым, әлбиттә.
- Шунан?
- Хулиганлыҡ буйынса эш астылар, штраф яҙҙылар, үҙе түләүҙән баш тартмағас, ҡалдырҙылар инде… Бына ҡағыҙҙары…

 

Һатыусыһының ҡулынан йолҡа тартып алған ҡағыҙға күҙ йүгертеп сыҡты ла, тағы күкле-йәшелле тауыш менән аҡырып ебәрҙе:
- Кем уйлап сығарҙы был сумманы? Сығымдарҙың яртыһын да ҡапламаясаҡ бит! Тәк, бына нимә…Һиңә, ҡәҙерлем, бер-ике ай бушҡа эшләргә тура килер инде. Сөнки үҙең ғәйепле, мәшәү! Кеше болара башлағас та, көршәк менән башын яра һуғырға ине! Был үҙ-үҙеңде һаҡлау тип атала, белгең килһә! “Ашығыс ярҙам” машинаһына тейәп оҙатһаҡ та был тиклем сығымдар булмаҫ ине!
- Һеңлекәш ғәйепле түгел, үҙем барыһын да түләрмен! - тип ҡапыл телгә килде боларыштың ғәйепсеһе.
“Һин дә барһыңмы ни әле?” - тигән һымаҡ ҡарап ҡуйған хужабикә, осоп тигәндәй тағы ирҙең янына килеп етте.
- Түләрһең инде, абзыҡайым! Мин һинән мораль сығымдар ҙа һыпырып аласаҡмын! Ҡасырға уйлама ла, ер тишегенән табырмын! - ҡулындағы ҡағыҙы менән һелтәнеп-һелтәнеп алды. - Ошо тауарҙың ниндәй ысулдар, юлдар менән килеп эләккәнен төшөңә лә кермәйҙер әле! Ғүмере битен үпмәҫ кешеләрҙең артын үбеп тигәндәй һатыулашыуҙар, һөйләшеүҙәр! Эйй, беләһеңме ни ул сәскәләрҙең ысын хаҡын?!
Ярһыған ҡатын, һөйләнә-һөйләнә, нисек килеп ингән, шулай уҡ өйөрмә һымаҡ сығып та осто.

 

Кәйефе тамам төшөп, уйҙарына батып тороп ҡалған Раушания, исмаһам кибетте ябып йыйыштырырға ла рөхсәт бирмәне, тип уйлап ҡуйҙы әсенеп.
- Сәскә хаҡын белмәйһең, ти… Ҡайҙа инде ул миңә…
"Терт" итеп ҡалған ҡыҙ, керпек аҫтынан ғына тауыш сыҡҡан яҡҡан ҡарап алды. Быныһы ла ултыра күҙ көйөгө булып! Бирле пәрей.
- Ағай, һеҙ ҡайтығыҙ инде. Бында ултырып ни файҙа хәҙер… Барығыҙ, бар. Ҡатынығыҙ ҙа көтәлер…
- Көтмәй шул берәү ҙә…
Аһ-аһ… Көтмәй тиме? Ҡатыны ҡайҙа булды икән?
Был күҙлек кейгән ябыҡ ҡына ағайҙы яҡшы иҫләй Раушания. Гелән яҡшы кәйефтә, комплименттар әйтеп, байрам һайын ҡатынына егерме бер рауза ала ине. Ҡыҙҙар менән үҙ-ара "егерме бер" тигән ҡушамат та тағып өлгөргәйнеләр хатта. Уның мөләйем йылмайыуынан, шаяртыуҙарынан күңелдәр көрәйеп китә торғайны. Арыуыҡ юғалып торҙо әле ул. Ә бөгөн килеп… Бына һиңә интеллигент… Аждаһа һымаҡ ҡылана алыуын үҙ күҙҙәре менән күрмәһә һис ышанмаҫ ине! Яҙын-көҙөн психик аурыуҙар киҫкенләшә тигәндәре шулай буламы икән әллә?

 

Раушания ҡурҡыуынан дерелдәп ҡуйҙы. Тәүбә-тәүбә… Юҡ, ошо бәләнән ҡотолһа, бер көн дә эшләмәйәсәк, етте! Флорист башы менән нимә юғалтҡан? Өйгә яҡын, матурлыҡ араһында йөрөрмен тигәйне лә, булмаҫ ахыры… Эш хаҡы бәләкәй - кеҫәгә һалып та өлгөрмәйһең, юҡҡа сыға. Клиенттарҙың да төрлөһө бар - яҡшы һөйләшкәне лә, ялсыға өндәшкән кеүек, ҡабаланып екергәне лә. Ә инде төнгө сменаға сыҡһаң - бөтөнләй йөрәгеңде тотоп таң аттыраһың…
Барыһына ла түҙеп булыр ине, бәлки, әйләнгән һайын “тауыҡ”, “һарыҡ”, ”һыйыр” тип битәрләгән хужабикә тәҡәтте ҡоротмаһа. Үҙен ҡала кешеһемен, ти бит әле ул! Хм…

 

- Һеңлекәш, кисер инде берүк… Әллә ни алама түгелмен дә ул, нишләптер ярһыуыма юл ҡуйҙым… - Раушанияны тағы ла нығыраҡ ҡурҡытып, ир әкрен генә яҡынлап, һөйләнә башланы. - Мин бит һеҙҙең даими клиентығыҙ, иҫләйһеңме?
- Иҫләйем…
- Ҡатыным тере саҡта йыш килә инем. Булған икән бәхетле саҡтар… Эх, һөйөклөм… Нисә йыл ғүмер иттек, минең өсөн бер ҙә ҡартайманы ла, үҙгәрмәне лә, һаман шул егерме бер йәшлек ҡыҙ булып ҡалды. Тик ғүмер тигәнең… Ә ике йыл элек… Ҡырҡ биш йәшенә…
Кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып, күҙҙәрен һөрткөләп алды ҡыҙҙың әңгәмәсеһе. Дауам итеп, ниҙер әйтергә теләне лә, тамағындағы төйөрҙө йотоп ебәрә алмағандай, сәсәңкерәп торғас, аяҡтарын саҡ һөйрәп, кире табуретҡа барып ҡунаҡланы.
Башын эйеп, әллә уйланып, әллә илап бергилке ултырғандан һуң тағы телгә килде.
- Ул көнө ҡырҡ биш раузанан яһалған ҙур гөлләмә бүләк иткем килде. Бәләкәй генә юбилей бит, йәнәһе… Сәскә һайлап, эй өйрөлдөм, эй мыштырланым. Ҡәһәрең, шунда тура ғына өйгә ҡайтһамсы! Өлгөрмәнем… Инфаркт булған. Бәлки саҡ ҡына алдан ҡайтһам… Бәлки… ҡотҡарыр ҙа инем… - ир кеше күҙ йәштәренә ирек бирҙе. - Ошо кибеттең эргәһенән үткән һайын тыным ҡыҫыла, йәнем үртәлә. Түҙер хәлдәрем ҡалманы! Бына бөгөн дә аллы-гөллө булып, бер ни булмағандай ултырғанын күрҙем дә, күҙем томаланып, бәйелем алды ла китте! Тағы яҙ етте, тиҙҙән ҡатын-ҡыҙҙар байрамы, минең бүләк тапшырырлыҡ бер кемем юҡ… Ә кибет тора һаман үҙ мөйөшөндә, аҡса эшләй! Күрә алмайым ошо сәскәләрҙе!

 

Яңынан болара башламаһа ярар ине, тип шикләнеп ҡарап торған ҡыҙ бер ни өндәшә алманы. Күпкә оло ирҙең битен ҡаплап илап ултырыуын күреү бигрәк ҡыйын ине шул. Яйлап асыуы һүнә барып, йәлләүгә урын бирҙе. Кешенең башына ҡайғы төшкән, ә мин донъя малы өсөн ҡайғырам, тип уйлап ҡуйҙы ла, түҙмәй, янына килеп йыуатырға кереште.
- Йә, етәр инде… Үҙегеҙҙе ғәйепләмәгеҙ… Ундай аурыуҙың ҡасан килтереп һуғырын ҡайҙан ғына беләһең! Йәп-йәш кешеләр ҙә тәгәрәп ятып үлеп китәләр, аптырарһың…
- Шулай ҙа бит… Күнә алмайым һаман!
- Үҙегеҙҙе ашап, эстән һыҙып нисек йәшәрһегеҙ һуң? - Раушания ниндәйҙер урынлы һүҙҙәр эҙләне. - Сәскәләрҙең дә ғәйебе юҡ инде. Күпме байрамдарығыҙ уларҙың сағыулығына, хуш еҫенә сорналып үткән. Күпме бәхетле минуттарға шаһит булған улар! Ә һеҙ тапайһығыҙ, ҡәһәрләйһегеҙ… Мин киреһенсә, сәскәләрҙе ҡатынығыҙҙың төҫө, иҫтәлеге һымаҡ ҡабул итер инем. Ул бит раузалар яратҡан…

 

Күҙҙәрен ҙур асып өндәшмәй ултырған ирҙең яурынына еңелсә ҡағылып, көрһөнөп ҡуйҙы ла Раушания, үҙ эштәренә тотондо. Сәйер ағайҙың ипләп кенә сығып киткәненә иғтибар ҙа итмәне буғай…

 


Сәстәрен рәтләштереп, иренендәге буяуын яңыртҡас, репортер ҡыҙ, төшөрәбеҙ, тигәнде аңлатып, операторға ымланы ла, эргәһендә йылмайып ултырған иргә ҡарап һүҙ башланы:
- Ҡәҙерле дуҫтар, эшҡыуар Фәиз Ҡорманаев менән әңгәмәбеҙҙе дауам итәбеҙ. Әле генә беҙ төрлө сортлы хуш еҫле сәскәләр донъяһына сәйәхәт ҡылдыҡ. Һәм минең күҙәтеүем буйынса, бында күпселек урын раузаларға бирелгән.
- Шулай, мин уларҙы бигерәк яратам һәм күпләп үрсетәм. Һәр йыл яңы сорттар табырға тырышам.
- Иҫ китмәле! Ғөмүмән, ир кешенең ҡулынан шундай матурлыҡ тыуа алыуын күҙ алдына ла килтергәнем юҡ! Ә һеҙҙең һәр бер сорт, һәр бер төр тураһындағы төплө белемдәрегеҙ һаҡланыуға лайыҡ! Фәиз ағай, ярҙамсыларығыҙ бармы һуң?
- Даими ярҙамсыларым юҡ. Әммә минең һымаҡ уҡ сәскә үҫтерергә яратҡан кешеләр һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Беҙ аралашабыҙ, осрашып, яңылыҡтар менән бүлешеп торабыҙ.
- Фәиз ағай, гөлләмәләрегеҙҙе талиптарға ярты хаҡҡа, ә балаларға инде йыш ҡына бушлай ҙа тоттороп сығараһығыҙ тигән хәбәр ишеткәйнек, дөрөҫмө?
Ҡаршылағы семәрләп эшләнгән эскәмйәлә ултырған сал сәсле ир йылмайып ҡуйҙы. Кешеләр менән аралашырға бик ярата ул. Улар ҙа, гүйә, күҙҙәрендә тыныслыҡ, һөйкөмлөлөк сағылған, бөтә күңелдән сәскәләр менән мауыҡҡан Фәизгә ылығып торғандай.
- Һии, ғашиҡ булып сабып йөрөгән егеттәрҙең аҡсаһы бармы ни? - тип көлөп ебәрҙе ул.- Ә балалар нисек ҡыуана! Ғөмүмән, килем алыу минең өсөн беренсе урында түгел. Күңелемдең, ҡулдарымдың йылыһын шундай ысул менән башҡалар менән бүлешәм. Ҡатыным, балаларым булмаһа ла, сарыф ителмәгән наҙымды бүләк итеү тойғоһо һаман да көслө.
- Аңлашылды… Хәҙерге аҡса артынан ҡыуыу заманында - бик һирәк күренеш был. Афарин, Фәиз ағай! Ә нисек башланып китте һуң? Һеҙҙе илһамландырыусы, ҡеүәтләүсе кеше булдымы?

 

Фәиз бер аҙ моңһоуланып ҡалғандай булды. Биш йыл элек булып үткән ваҡиғаларҙы иҫләүе еңелдән түгел ине.
- Булды, әлбиттә… Сәскәләр һатыусы йәш кенә ҡыҙ, исеме Раушания ине, буғай. Ғүмеремдең иң ауыр мәлендә әйткән бер ауыҙ һүҙе күңелемә ойотҡо һалды. Ә ваҡыт үтеү менән ҡалалағы өс бүлмәле фатирымды һатыуға, ошо биләмәләрҙе алыуға, махсус ҡоролмалар, розарийҙар төҙөүгә килтереп еткерҙе. Һуңынан инде һәр төрҙөң үҙенсәлектәрен, холоҡ-фиғелдәрен өйрәнеүҙәр, хаталаныуҙар, яңынан башлауҙар… Күпме көс, ваҡыт, күҙ йәштәре түгелгәнен үҙем генә беләм! Тик үкенмәйем! Бер минут та шикләнмәнем! Бына шулай… Йәп-йәш бала ғүмеремде тотошлай үҙгәртте лә ебәрҙе. Мин уны иң яҡын дуҫымдай күрәм. Ҡатыным вафат булып, аңҡы-тиңке йөрөгән ваҡыттарымды йырып сығырға ярҙам итте, тиһәң дә була. Нисә тапҡыр үҙен күреп, рәхмәттәр әйтергә уҡталдым, тик тапманым… Эштән киткән, ҡайҙа йәшәгәнен берәү ҙә белмәй. Йәл, әлбиттә… - Йорт хужаһы бер аҙға тынып ҡалды ла, ҡапыл ниндәйҙер өмөт менән әйтеп ҡуйҙы. - Ә бәлки ул ошо тапшырыуҙы ҡарар?
- Эйе шул! Әйҙәгеҙ мөрәжәғәт итәйек үҙенә. Раушания һылыу, әгәр һеҙ ошо тапшырыуҙы ҡараһағыҙ, Фәиз Ҡорманаев ағай менән бәйләнешкә инегеҙ! Тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәрткәнһегеҙ, ул һеҙҙе көтә! Дөрөҫмө?
- Дөп-дөрөҫ. Тағы бер күреп, рәхмәтемде әйтһәм, үкенескә ҡалмаҫ ине!

 

Ҡунаҡтарын ҡапҡанан сығып оҙатып ебәргәс, Фәиз розарийға ашыҡты.
- Хәлдәрегеҙ нисек? Оҙаҡлап киттем бөгөн, ғәфү итегеҙ. Күҙҙәр генә теймәһен…
Һәр бер япраҡты һыйпап, балалар менән һөйләшкәндәй, үҙенсә гөрөлдәп, ир кеше хуш еҫле сәскәләр иленә инеп юғалды.
Юҡ, бәхетһеҙ ҙә, үтә яңғыҙ ҙа түгел ул. Ҡулының ҡотона, һәләтенә һоҡланған дуҫтары, ҡәҙерле ҡатынының төҫө булып күкрәп үҫкән сәскәләре бар…

Яҙгөл Байрамғолова.

Автор:
Читайте нас