

Үҙенән бер синыфҡа юғары уҡыған Артурҙы Лилиә күптән оҡшатып йөрөй. Шуға ул дәрестә уҡытыусы һөйләгәнде лә ишетмәне, яуап биргән саҡта ла ыҡ-мыҡ итеп торҙо. Уйҙары менән әллә ҡайҙарҙа йөрөнө. Хат һәм шәмбе көн тураһында ғына уйланы. Нисек итеп ҡарағай ултыртырға барасаҡтарын, унда кем менән бергә эшләйәсәген, Артурға үҙенең барлыҡ хис-тойғоларын белдерәсәген күҙ алдына килтереп, хыялланып ултырҙы.
Ниһайәт, көтөп алған көн дә килеп етте. Лилиәнең хыялдары тормошҡа ашырмы икән? Бына урманға килеп етеп, эшкә әҙерлек башланды. Тик Артурҙы уның менән түгел, ә яҡын әхирәте Азалиә менән ҡуйҙылар. Ә Лилиә Арыҫлан менән тура килде. Артур менән синыфташ ул. Ҡыҙҙың быға ныҡ итеп асыуы килде. Улар һүҙһеҙ генә эшләне. Лилиә күҙен тегеләрҙән алманы. Быны Азалиә лә һиҙмәй ҡалманы. Ул әхирәтенең Артурға ҡарата мөнәсәбәтен белә ине. Шуға ял итергә туҡтағас, уның эргәһенә килде лә урындарын алышырға тәҡдим итте.
Лилиә шатланып риза булды. Ҡыҙҙың ҡыуанысының сиге юҡ ине был мәлдә.
– Артур, һиңә бер нәмә әйтһәм, буламы? – тип һораны ул бер аҙҙан, егеттең өндәшмәй йөрөгәненә аптырап.
– Әйт, әйҙә, – тине Артур иҫе китмәй генә.
– Һин миңә оҡшайһың. Күптән инде. Исемеңде йөрәгемдең түрендә генә йөрөтәм, уйҙарымда ла һин генә, – тип барыһын да бер тынала әйтте лә һалды ул.
– Һин нимә, миңә икенсе ҡыҙ оҡшай, – тип тупаҫ ҡына яуапланы Артур. – Ә үҙҙәре «яратам» тип инеп барған ҡыҙҙарҙы бөтөнләй енем һөймәй.
Уның өҫтөнә һалҡын һыу ҡойҙолармы ни? Был һүҙҙәрҙән ныҡ ғәрләнеп, ни эшләргә белмәй, ағаслыҡ яғына йүгерҙе. Абынып йығылып та китте. Шунан бер ҙур ғына ағас артына йәшенеп, тыйыла алмай үкһеп иларға тотондо. Башынан мең төрлө уй үтте. Теге хатты кем яҙған булып сыға һуң? Арыҫландан икәнлеген ҡыҙ башына ла индереп сығарманы.
Лилиәнең күҙенә аҡ-ҡара күренмәй йүгергәнен күреп ҡалған егет уның артынан китте. Ҡыуып етеп, йыуатырға теләгәйне, килеп сыҡманы. Киреһенсә, йәнен генә көйҙөрҙө.
– Кит, исмаһам, һин йөрөмә, – тип ҡыҙ уны ҡыуып ебәрҙе.
Шул көндән Лилиәне алыштырып ҡуйған кеүек булды. Йөҙө моңһоу, һағышлы, гелән кәйефһеҙ йөрөнө. Уны шундай ҡиәфәттә күреү Арыҫланға ла ҡыйын ине. Егет нисек тә яратҡан кешеһенең кәйефен күтәрергә тырышты. Ләкин тегеһе һөйләшергә теләмәне. Шулай ҙа бер көндө бөтә ҡыйыулығын йыйып, эргәһенә килде лә:
– Нимә булды ул һиңә, Лилиә? Инде нисәнсе аҙна шулай балтаһы һыуға төшкән кеше кеүек йөрөйһөң, – тип һорамай булдыра алманы.
– Минең яратҡан этем юғалды. Аҡтырнаҡ янымда булмағас, бик ҡыйын, – тигән булды ҡыҙ. (Ә эте, ысынлап та, юғалғайны. Артурҙың һүҙҙәренән һуң быныһы ла килеп өҫтәлгәс, ҡыҙға икеләтә ауыр ине шул.)
– Ярай, ҡайғырма, табылыр әле, – тип үҙенсә йыуатты уны егет.
Дәрестәрҙән һуң Арыҫлан ҡайтып ҡапҡылап алды ла велосипедына ултырып, көсөктө эҙләргә сыҡты. Бик оҙаҡ яҡын-тирәләге тау-урмандарҙы ҡыҙырҙы. Ләкин Аҡтырнаҡ бер ҡайҙа ла күренмәне. Таба алмағас, кире ҡайтырға сыҡты. Карьер эргәһенән үтеп барғанда, был ни хәл, көсһөҙ генә шыңшыған тауыш ҡолағына салынды. Яҡыныраҡ барып ҡарағайны – Аҡтырнаҡ... Соҡорға төшкән дә шунан сыға алмай ята. Бәй, яраланған икән. Нисек һаман тере һуң? Инде аҙнанан ашыу ваҡыт үтте бит. «Бахыр, асыҡҡандыр, өшөгәндер инде», – тип уйланы егет.
Соҡорҙан көсөктө көс-хәл менән сығарып, күкрәгенә ҡыҫып, өйөнә алып ҡайтты. Яраларын бәйләне, ашатты. Хәле яҡшырғас, икенсе көнөнә Лилиәгә алып барып бирҙе. Ҡыҙ шатлығынан егеттең битенән үбеп алды. Ә Лилиә шунда ғына үҙе өсөн утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер торған кешенең эргәлә генә йөрөгәнлеген, уның ҡәҙерен белергә кәрәклеген аңланы.
Зөмәрә ФАЗЫЛОВА.
Учалы районы, Мәҫкәү ауылы.