

Ирек үҙенең Йәмил ҡустыһын бәләкәй сағынан яҡлап, ҡурсалап ҡына үҫтерҙе. Мәктәптә башҡа малайҙарҙан йәберләтмәне, хатта һүҙ әйттермәне. Шуғалырмы Йәмил бик иркә булып үҫте. Нимә эшләһә лә, уны яҡлар кеше барлығына ышанысы уның холҡон боҙҙо.
Мәктәптән һуң Ирек баш ҡалаға юғары уҡыу йортона уҡырға китте, һөнәр алды, эшкә урынлашты. Ул да булмай, артынса ҡустыһы килеп етте.
– Туғаныңды ҡара инде. Һиңә күҙ төбәп бара. Сит ерҙә йәберләп ҡуймаһыңдар, – тип әсәһе ҡат-ҡат иҫен төшөрөп торҙо Иректең.
Хатта өйләнеп, ғаиләле булғас та, ҡустыһын хәстәрләүҙән туҡтаманы. Ябай уҡытыусының эш хаҡын үҙенең ғаиләһенә лә, ҡустыһына ла бүлергә тырышты. Үҙенә булмаһа булманы, Йәмилгә текә телефонын да, ноутбугын да, кейемен дә алып бирҙе. Ас йөрөмә, тип әленән-әле аҡса һалып торҙо. Студент туғанына ярҙам итә алғанына үҙе лә һөйөнә ине.
Ә Йәмил иркенгә өйрәнеп үҫте. Ата-әсәһе лә аҡса менән ярҙам итте, ағаһы ла терәк булды. Рәхәтләнеп балда-майҙа йөҙөп йәшәне. Үҙе шулай өлөшлө кеше булдымы, һәр ваҡыт юлы ыңғай итеп асылып торҙо. Хатта уҡып бөткәс тә, Себер яғында уңышлы эш килеп сығып, шул тарафтарға китте. Үҙе күп итеп аҡса эшләй башлағас, ағаһын тиҙ онотто. Иркен фатир, шәп машина алып ебәрҙе. Эргәһендә үҙе һымаҡ бай дуҫтары күбәйҙе.
Ирек ҡустыһының матур тормошо өсөн һөйөндө генә. Ләкин һәр ваҡыт яҡындарына изгелек итергә тырышҡан, йомарт иргә яҙмыш һынауҙың бик ҡатыһын ебәрҙе. Үпкәһендә яман шеш таптылар. Яман сирҙе дауалау өсөн бик күп аҡса кәрәк ине. Хеҙмәттәштәре, дуҫтары күмәкләшеп ярҙам итте. Ошондай ауыр мәлендә ҡустыһы ғына ситтә ҡалды.
– Яман шеште еңгән кешене күргәнем юҡ әле. Миллионлап аҡса китә, файҙаһы юҡ. Билдәле бит инде, барыбер ҡотҡарып булмаясаҡ. Нимәгә бушҡа аҡса түгергә? – тип яуап биргән ул Иректең ҡатыны, ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәс.
Был һүҙҙәр Иректең күңелен ҡатырҙы. Тешен ҡыҫып түҙҙе, ләкин ҡустыһына бер ауыр һүҙ ҙә әйтмәне.
Йәшәүгә көсө ныҡ булдымы, йәш организм сиргә бирешмәнеме, Иреккә был яман ауырыуҙы еңергә насип булды. Шул ваҡытта ул үҙенең кемдәргә ҡәҙерле булыуын аңланы. Был ҡаты һынау тормошҡа яңыса бағырға өйрәтте.
Тиҙҙән Ирек йәнә тулы тормош менән йәшәй башланы. Ләкин хәҙер уның донъяһында ҡустыһына урын юҡ ине.