Даирә
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт
18 Август 2025, 09:28

МӘСКӘЙ ӘБЕЙ

Август айының башы.Бер урам ҡыҙҙары, иртәгеһе көнгә, ҡурай еләге йыйырға барырға һөйләштеләр.Бәләкәйҙәрҙе алмайбыҙ, Бәҙерғол һаҙы алыҫ, арырҙар. Мыжып, ҡамасау ғына яһарҙар!– тип, ҡаты ғына, киҫәтеп ҡуйҙы Зифа. Аяҡҡа итек кейегеҙ, һаҙҙа һыу, батҡаҡ. Үлән дә ҡуйы, йылан булыуы бар. Зифа, Тау урамы ҡыҙҙары араһында, саялығы менән айырылып тора. Йәшкә лә ҙур, һигеҙенсе класта уҡый. Ҡыҙҙар уның һүҙенән сыҡмай. Уның һүҙе һүҙ. Ниндәй уйын уйнарға, ҡасан һыу инергә барырға ойоштороусы ла. Еләк бешкән осорҙа, ҡыҙҙарҙы йыйып, болон-туғайға алып барыусы ла – Зифа.

МӘСКӘЙ ӘБЕЙМӘСКӘЙ ӘБЕЙ
МӘСКӘЙ ӘБЕЙ

МӘСКӘЙ ӘБЕЙ
Хикәйә
Иртәнге сәғәт туғыҙҙа, еләккә барыусы, ун бишләгән ҡыҙ йыйылып бөттөләр. Еңмеш, бәләкәй Хәтирә эйәреп килгән икән. Зифанан ҡурҡып апайының артында йәшеренеп тора.
– Хәтирә, бәләкәйҙәрҙе алмайбыҙ! Бәҙерғол һаҙында Мәскәй әбей бар. Бәләкәй ҡыҙҙарҙы алып ҡала. Бар ҡайт!
Хәтирә илай-илай ҡайтып китте.
Көн эҫе булмаҡсы. Иртәнән үк ҡояш ҡыҙҙыра. Күктә бер болот әҫәре юҡ. Салт аяҙ. Зифа ҡыҙҙарҙы, тау буйлатып, тура алып китте. Тау итәгенән ер еләген ашай-ашай барҙылар. Еләк эҫегә кибеп тә бара. Бәҙерғол һаҙына килеп еткәндә, ҡояш баш осонда ине.
– Ҡыҙҙар, бер тирәлә генә, таралышмай йыябыҙ. Тәүҙә һаҙҙың бер яғынан, һуңынан икенсе яғына сығырбыҙ. – Һаҙ эсенә, төпкә бармағыҙ, батып ятырһығыҙ! – тине, Зифа.
Ҡурай еләктәре уңған икән. Ҡыҙҙар, сыр-сыу килеп, еләк йыя башланылар. Еләктең һутына тулып бешкән генә сағы. Тейер-теймәҫтән ҡойолоп тора. Башта, һыуһын ҡандырып, ашап, туйып алдылар. Сыр-сыу тауыш тынып ҡалды. Сыртылдап ботаҡ һынған тауыштар ғына ишетелеп ҡала.
– Аңғарып, кем анда!? Төпкә инеп китмәгеҙ, ситтә лә еткелек!
– Зифа апай, ысын Мәскәй әбей бармы һаҙҙа?
– Борон булған. Хәҙер, баҫыуҙа эшләгән трактор тауышынан ҡурҡып, киткән, тиҙәр.
– Ниндәйерәк икән Мәскәй әбей, Зифа апай?
– Сәстәре оҙон, ялбырҙар, бер ҙә тарамаған, ти. Һаҙға ул ғына хужа булған. Ҡурай еләген йыйырға килгәндәрҙе баҫтырып ҡайтарған,ти. Шуға күрә, бер кем дә, был һаҙҙан еләк йыя алмаған. Бик асыуландырһалар кешене һаҙға батырған. Хатта һыйыр, һарыҡтарҙы ла батҡағына батырған. Бәҙерғол исемле кеше, Мәскәй әбейҙе бик уҫал, тип, һөйләгән. Һиңә генә рөхсәт итәм, еләген йыйырға, тигән. Һаҙ буйындағы бесәнде лә ул ғына сапҡан. Тыңламаһаң, минән яҡшылыҡ көтмә, тип, ҡурҡытҡан, ти, Мәскәй әбей. Ҡурай еләктәре бешһә, еләген һаҡларға ҡушҡан. Шуға, Бәҙерғол, ҡыуыш ҡороп, урманда йоҡларға ҡалыр булған, ти. Бәҙерғолдоң,үҙе ҡаҙыған, ҡоҙоғо әле лә бар. Башҡа кешеләрҙең ҡоҙоҡтан һыу алыуын да яратмаған, ти, Мәскәй әбей. Ул бабай күптәнән яҡты донъяла юҡ. Бер, ул, Мәскәй әбейҙе асыуландарған икән, уны батҡағына батырған,ти. Бәҙерғол бабай, оҙаҡлап киткәс барһалар, муйынын батҡан икән. Йән биргән булған.
– Әсә-ә-й, Зифа апа-а-а-ай!
– Ни булды?
Ҡапыл шау-шыу ҡупты:
– Апа-а-ай, Миңсара батты! – Мәскәй әбей! Ҡыҙҙар, ҡаст-ы-ы-ыҡ! – Әләк-ә-әй, Зифа апа-а-ай, Миңсараны Мәскәй әбей батырҙ-ы-ы-ы!
– Ҡайҙа батҡан!? Туҡтағы-ы-ыҙ! Хәҙер Мәскәй әбей юҡ бит!
Зифаны бер кем дә ишетмәне. Ҡый-сый булышып, ҡыҙҙар ауыл яғына табан йүгерәләр. Ҡайһыһы эләгеп ҡолай. Кемелер силәген ташлап киткән. Илау.., ҡысҡырыш… Йүгереүгә сос Ғәлиә, аяғынан итектәрен сисеп алып тотоп, тау итәгенә барып та еткән.
– Апа-а-ай мин бынд-а-а!- тигән, тауыш яғына табан ашыҡты Зифа. Һаҙ эсендә, Зилә тубыҡтан батып, тора икән. Зифа Зиләгә яҡынлауы булды, батып, көс хәл менән, кире сыҡты. Бер итеген, аяғынан һурылып ҡалып, саҡ тартып алды.
– Хәҙер, хәҙер Зилә! – Ботаҡтарға, үләндәргә тотон! – Зилә, ҡурҡма-ҡурҡма, мин һине сығарам!
Ул, үҙенә таянырына, йыуан ботаҡ алды. Тағы, тубыҡҡа тиклем батҡаҡҡа инеп, оҙон ботаҡты Зиләгә һуҙҙы. Зилә таяҡтың осона ике ҡуллап тотондо. Ләкин урынынан, бер ҙә генә, ҡыбырлай алмай. «Инде ни эшләргә?» – тип, баш ватты Зилә.
Ауыл алыҫ. Ҡысҡырыуҙан бер файҙа ла юҡ. Ишетмәйәсәктәр. Ҡыҙҙар ҡайта һалып әйтһәләр, береһе килер, тигән, өмөттә Зифа. Шулай ҙа, һаҙҙан сығып, ҡысҡыра башланы.
– Ҡотҡарығыҙ, ҡотҡарығыҙ! Ул тауышы бөткәнсә ҡысҡырҙы.
Ахырҙа, ботаҡтарҙы арҡыс-торҡос һалып, Зиләгә табан юл һалырға тотондо. Тиҙерәк булырға, тип, уйлай ине ул. Зифа тағы ынтылды, Зиләнең ҡулына тотҡан ботаҡтың осона яулығын бәйләп, икенсе осонан, бар көсөнә һөйрәй. Зилә бер аҙ өҫкә һөйрәлеп сыҡты. Ә үҙе билдән батты ла ҡуйҙы. Ҡулындағы, таянып барған, таяғы ҡайҙалыр юҡ булды. Зифаның хәле лә бөттө. Ҡыбырларлыҡ та түгел. Тәне батҡаҡҡа упҡан. Һаҙҙың һыуыҡ һыуы аяғын, тәнен өшөттөрә. Ошоға тиклем тыныс торған Зилә илай башланы. Зифа тағы ҡысҡыра башланы
– Ҡотҡарығыҙ, ҡотҡарығыҙ! Тәне өшөүҙән дә, ҡурҡыуҙан да уның тауышы ҡалтыранып сыға ине. – Ҡотҡарығыҙ, ҡотҡарығыҙ! Зилә менән икәүләп күпме ҡысҡырғандарҙыр, бер мәл, хәлдән тайып, ҡыҙҙар, бер-береһенә ҡарап, өнһөҙ ҡалдылар.
– Кем бар унда? Кем ҡысҡыра?
– Беҙ, беҙ бынд- а- а! – тип, илап ебәрҙеләр ҡыҙҙар.
Бесәнгә килгән Басир ағай тауышты ишетеп ҡалған икән. Арҡанын алып, берәмләп, ҡыҙҙарҙы батҡаҡтан сығарып ала. Зилә күм-күк булып өшөгән дә ине. Ҡыҙҙарҙы йылындырырға усаҡ яға һалып ебәрә. Бесән ҡайғыһы төштән кире, тип, ҡыҙҙарҙы алып ҡайтырға йыйынғанында, ах та ух килешеп, Зифаның әсәһе менән, күрше Бибекәй апай килеп еттеләр.
Был ваҡиғанан һуң, Зилә ике аҙналай, һалҡын алдырып ауырып ала.
Зифаның атаһы һөйләүенсә:
– Мәскәй әбей, тигәндәре, юҡ хәбәр ул. Бәҙерғол, тигән, кеше, ҡурай еләген үҙе генә йыйыр өсөн, уйлап сығарған. Бер, быйылғы йыл һымаҡ яуын йылы, һаҙҙың батҡағына, үҙе бата.Ҡомһоҙлоғо башына етә лә.
29.11.19й Нәсимә Ғайсина

Автор:
Читайте нас