

Тештәрҙе сәңгетерлек һалҡын һыулы бәләкәй генә ике шишмә ҡушылған ике текә яр башында бер төптән сығып өҫкә айырылып, өс таған һымаҡ үҫкән ҡайындарҙың иң һылыуы, нескә биллеһе һәм ҡуйы япраҡлыһы хәҙер юҡ инде. Өйҙән-өйгә әсегән бал, көмөшкә темеҫкенеп йөрөгән, үҙенең нисәнсе йәш менән барғанлығын да онотҡан һәм аҙым һайын «мин – фронтовичка», «мин – яугир бисәһе» тип, кәпәреп күкрәк һуғырға, урынлы-урынһыҙ ерҙә үҙенә тәтемәҫ хоҡуҡтарҙы дауларға, яғалашырға әүәҫ, олоно – оло, кесене кесе тип белмәҫ Хәҙисә ҡарсыҡ миндеккә тип ҡырҡтырҙы уны.
– Миңә анау ҡайындарҙың береһен йығып бир әле, Рәхим улым, – тине ул, тирә-яғы йәшеллеккә күмелгән болонда тирләп-бешеп бесән йыйып йөрөгән ир-егеттәрҙең береһен керләнеп, ҡатып бөткән бармаҡтары менән үҙ янына ымлап. – Кискә ҡаршы сәкүшкәлек аҡса килеп алырһың. Аллаға шөкөр, пенсия аҡсам бөтмәгән әле.
– Ауылға яҡын ағастарҙы киҫмәйҙәр бит, апай. – Ҡояшта ҡара янған ҡулдарына оҙон ос һәнәге тотоп, өс сәнсем бесәнде бер сәнсеп кәбән башына ырғытыусы Сәғиҙулла туҡталып ҡалды. – Ана, Маҙар тауға барығыҙ. Йыраҡ түгел бит, хет йөгө менән алып ҡайтығыҙ.
– Ә һин ҡыҫылма, мәлчи! – Иртән тороп, намаҙ уҡыу түгел, битен дә йыумаған, кистән «төшөрөү»ҙән башы сатнаған ҡарсыҡтың кәйефе юҡ бөгөн. Ул йәшкелтем һәм нурһыҙ күҙҙәре менән сәстәренә сал төшә башлаған мыҡты кәүҙәле, ҡалын күкрәкле, тығыҙ тәнле һәм ғүмер буйы машина «баранка»һы артынан төшмәгән Сәғиҙулланы баштан-аяҡ һөҙөп ҡарап сыҡты ла кемде тыңларға белмәй, икеләнеп урынында тапанған Рәхимде йәһәтләне.
– Йә, йә, нейә, сабата шөшлөһөндәй, кәкерәйеп ҡатып ҡалдың? Сәкүшкә әсеңде тишер тип ҡурҡтыңмы әллә?
– Барма, Рәхим, шул мәскәй әбейгә. – Бесән ҡыралап йөрөүсе Зөлфирә лә, йөҙөнә төшкән яулығын төҙәтеп ябынып, иренә ярҙамға ашыҡты. – Сәғиҙулла дөрөҫ әйтә – ауылға яҡын ағастарҙы әлегә тиклем бер кемден дә киҫкәне юҡ. Ауылға йәм, күңел рәхәтлеге биреп тора бит улар. Етмәһә, был ҡайындарҙы әтейем Фәтхелбаян, Әнйәк йылғаһы ҡоромаһын тип, ултыртып ҡалдырғайны заманында.
– Фәтхелгә, ана, зыярат ҡайындары ла баштан ашҡан. Тыныс ҡына ятһын шулар араһында. Ундағы ҡарт ҡайындарҙы киҫмәйбеҙ бит. – Хәҙисә ҡарсыҡ осоноп-осоноп һаман үҙенекен тылҡыны. – Былай булғас, әйҙә, Рәхим, мәгәристе лә арттырам. Кискә өҫтәлеңдә сәкүшкә түгел, ярты литр араҡы ултырасаҡ. Мә, тот балтаны.
Эскелеге арҡаһында ферманан ҡыуылған һәм хәҙер тамаҡ хаҡына кем ҡайҙа ҡуша, шунда утын ташып, бесән сабып, кәбән ҡойоп, йәшелсә баҡсаларын кәртәләп көн үткәреүсе йыуаш һәм аҙ һүҙле, аҙналар буйы ҡырынмай, мунса йылыһын күрмәй, кейгән әйберҙәренән һаҫы еҫ аңҡып торған ҡырҡ йәштәр самаһындағы ир йораты «ярты» һүҙен ишетеү менән ҡолаҡтарын ҡарпайтты, йөнтәҫ йөҙөнә йылмайыу әҫәре сыҡты. Ул алан-йолан ҡаранды ла Хәҙисә килтергән үтмәҫ балтаны алып, яр башында йәшел япраҡтарын талғын елгә яй ғына бәүелдереп, йылмайып баҫҡан ҡайындар янына атланы.
– Туҡта, Рәхим, туҡта, мәлғүн! – Асыуы ҡабарған Сәғиҙулла өс тарбаҡлы ос һәнәге менән Рәхимдең юлын быуҙы. – Ташла балтаңды! Юғиһә, хәҙер һыуға батырам үҙеңде. Ташла балтаңды тим һиңә!
Ләкин Рәхим туҡталыуҙан үткәйне. Күҙ алдында араҡы шешәһенән башҡа нәмәне күрмәгән ир шәрәмәте ҡапыл ғына артына боролдо ла балтаһын һәнәген алға һоноп килеүсе Сәғиҙуллаға осорҙо. Бәхете бар икән шофер егеттең – балта һәнәк саттары араһында буталып ситкә осто. Шул уҡ секундта Сәғиҙулла киҙәнеп һәнәк менән Рәхимдең биленә килтереп һуҡты. Быны көтмәгән Рәхим текә ярҙан ҡолап һыуға барып сумғанын белмәй ҙә ҡалды. Артынан һынған һәнәк саттары ла һыуға сәсрәне. «Әһә, был әҙәм йөҙөргә лә белмәй икән дә», – тип уйланы Сәғиҙулла һәм бата башлаған Рәхимде һөйрәп сығарҙы ла:
– Ә хәҙер, абзый, ысҡын бынан, – тип арт һанына ҡаты ғына типте лә ауыл яғына ҡыуҙы. – Бүтән килеп, беҙгә бесән эшләшәм, тип йөрөмәһәң дә мөмкин.
– Мәтри, Сәғиҙулла, минең фронтовичка икәнлегемде онотма. – Хәҙисә ҡарсыҡ ерҙә ятҡан балтаһын эләктереп Рәхим артынан туйтанланы. – Ҡайын барыбер минеке буласаҡ.
– Эх, Хәҙисә апай, Хәҙисә апай, – Сәғиҙулланың ярһыуы бер аҙ һыуынғайны, – фронтҡа бармаған, уның нимә икәнлеген дә белмәгән фронтовик буламы һуң? Төрмәнән төрмәгә йөрөп, уйнаштан бала таптым тиһәң, дөрөҫөрәк булыр ине.
Бая «Фәтхелбаян ҡайындары» тип Зөлфирә, Хәҙисә ҡарсыҡ шикелле, сирттермәне. Бынан бер нисә тиҫтә йыл самаһы элек ултыртҡайны уларҙы колхоздың тәүге шоферы. Бөйөк Ватан һуғышының башынан ахырынаса ут эсенән сыҡмаған, ул ғына ла түгел, Алыҫ Көнсығышта япон самурайҙарына ҡаршы бер айлыҡ, әммә ҡан ҡойғос ҡаты бәрелештәрҙә лә үҙен һынатмаған һәм өлтөрәп бөткән, әллә нисә тапҡыр яраларҙан ямалған «ЗИС-5» йөк машинаһы менән алғы һыҙыҡтағы артиллеристарға снаряд ташыған, яралы һалдаттарҙы лазареттарға илткән ҡарт яугир тәбиғәткә, тыуған ауылының тау-урмандарына, йылға-шишмәләренә, туғай-болондарына, һаҙлыҡ-күлдәренә мөкиббән бирелгән, уның именлеге, таҙалығы, гүзәллеге өсөн йәнен дә фиҙа ҡылырға әҙер ине. Әллә алыҫ Хинган тауҙарының, Маньчжурия сопкаларының таҙ кешеләй пеләшлеге, Гоби сүллегенең шыҡһыҙлығы уның күңелендә юйылмаҫлык тәрән эҙ ҡалдырған, әллә изге төйәгенең бер ни менән дә алмаштырғыһыҙ мөғжизәле тәбиғәтенә илтифатһыҙ ғына ҡарап, уның байлығын туҙҙырыусыларҙы туҡтатайым типме, Әнйәк буйҙарына ҡайтыу менән, ауылдаштарын хайран ҡалдырып, һалып сыҡҡан яңы өйө алдына ғына түгел, картуф һәм йәшелсә баҡсаларын уратып та ағас ултырта башланы. Ниндәй генә ағас юҡ уның кәртәһе эсендә: балан һәм муйыл, ҡарама һәм йүкә, ҡара һәм ҡыҙыл миләш, саған һәм имән, ҡарағай һәм шыршы, алма һәм сирень, йыла һәм энәлек менән бергә ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат, гөлйемеш һәм крыжовник ҡыуаҡтары ла шау-гөр килеп үҫә, мул уңыш бирә. Ихатаһында, бут ташынан бурап, тәрән ҡойо ла ҡаҙҙырып ҡуйҙы Фәтхелбаян һәм хәҙер иң таҙа, һалҡын һыу тик Фәйзуллиндарҙа ғына. Үҙҙәренең ҡойоһо булһа ла, сәйгә тип, күрше-күлән генә түгел, ауылдың икенсе осонан килеп тә уларҙан көйәнтәләп һыу алып китәләр.
Бер йыл, шулай, урмандан бер тамырҙан сыҡҡан өс сатлы ҡайын үҫентеһен алын ҡайтҡайны Фәтхелбаян. Еүеш сепрәккә төрөлгән йәш ағасты кабинаһынан һаҡ ҡына алды ла лапаҫ аҫтында һыйыр һауып ултырған ҡатыны Минзифаға өндәште:
Минзифа, ҡара әле, бына мин ниндәй матур ҡайын үҫентеһен таптым. Өсөһө лә, таймаҫ өс таған һымаҡ, бер тамырҙан, бер-береһенә терәк булып ҡушылып үҫәсәктәр. Эйе бит! Ҡайһы тирәгәрәк ултыртайым икән?
Тулы биҙрә һөт менән Минзифа яҡыныраҡ килде, ҡайындарҙың башынан һыйпаны, нимә тураһындалыр уйланды.
Юҡ, Фәтхелбаян, – тине ул ҡәтғи фекергә килеп. – Атайым ҡайынлы йортҡа ҡара ҡайғы килә, ти торғайны. Уны баҡсаға ла, әүен артына ла ултырта күрмә. Лутсы, ана, Әнйәк ярына апарып ултырт. Теге йәшәмәгер мелирәтерҙәр киткәс йылға-шишмәләр һайыҡты, болондар ҡара ергә әйләнеп таҡырайып ҡалды бит.
Фәтхелбаян өндәшмәне. Ҡайын үҫентеләрен алды ла, ниндәйҙер уйға сумып, йылдан-йыл һайығая, ҡорой барған Әнйәк йылғаһы ярына атланы.
Ташлыкүл ауылының тиҫтәләрсә саҡрымдарға һуҙылған туғайҙары балан, муйыл, бөрлөгән, көртмәле, ҡарағат һәм ҡурай еләге, бил тиңентен һутлы үләндән һығылып, сайҡалып торор ине заманында. Араларында һирәк осрай торған боланут, бөтнөк, еҙтөймә, еркәүек, шиңмәҫгөл, һыу боросо, артыш, ҡарабаш кеүек дарыу үләндәре лә бихисап. Йәй еттеме, төпһөҙ һаҙлыҡтар, күгелйем күлдәрҙәге утрауҙар, һәр төрлө ҡоштар, ҡырағай кейектәр тауышына күмелә. Бер яҡта тартай тартылдаһа, кейек ҡаҙҙар ҡыйҡылдаһа, икенсе яҡта өйрәктәр быжҡылдай, божорҙар божолдай, торналар торолдай. Уларға һандуғас, турғайҙарҙың оҙон көй һуҙыуы, кәкүк саҡырыуы, яңғыҙаҡ йәшәргә яратыусан, оҙон муйындарын дуғаландырған аҡҡоштар саңҡылдауы ла килеп ҡушылһа, бар ғаләмде, әйтерһең, мөғжизәле симфония солғап ала. Музыканттарың да, оркестрың да кәрәкмәй. Тыңла ла тыңла ғына, хыял диңгеҙендә йөҙ, дәрт-дарман, илаһи көс-ҡеүәт ал! Күл, һаҙлыҡтар ситендәге ятыуҙар иһә йофар, бурһыҡ, ҡондоҙ, борондоҡ, ҡуян, төлкөнән мыжғып тора. Ошо икһеҙ-сикһеҙ әрәмәлек һәм болондарҙы икегә ярып, ынйылай сал, терегөмөштәй теремек һәм һалҡын һыулы Әнйәк йылғаһы ашығып-ашҡынып үҙенең оло ағаһы Әйгә йүгерә. Уның тулҡындарында сыр-сыу килеп бала-саға һыу инә, күлдәк-ыштандары менән балыҡ һөҙә, егеттәр ат йөҙҙөрә.
Һәм ҡапыл бөтәһе лә үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Ташлыкүл туғайҙарына мелиораторҙар килеп төштө һәм ауыр, килбәтһеҙ тракторҙар менән быуаттар буйы тын ятҡан һаҙлыҡ-күлдәрҙе ырып-йырырға, тәрән канауҙар ҡаҙырға, муйыл, тал, тирәктәрҙе аяуһыҙ ҡырырға кереште.
Ул көн колхоздың алдынғы водителе Фәтхелбаян бер аҙналыҡ алыҫ командировканан ҡайтып кергәйне. Юл туҙанынан өҫ-башын ҡаҡҡылап, бит-ҡулдарын йыуған арала хәләл ефете өр-яңы хәбәр һалды:
Теге персидәтел Аҡманды әйтәйем инде, ниндәйҙер бер төркөм ете ят егеттәрҙе килтерҙе лә ҡараһыу һаҙлыҡтарын ҡорота башланылар. Ауыл ҡарттары, тегеләрҙе туҡтатмаҡсы булып, яндарына барып ҡарағандар икән, саҡ туҡмап ҡайтармағандар.
Үҙ уйҙары менән мәшғүл булып, тәүҙә нимә хаҡында һүҙ барыуын аңламайыраҡ ҡалды Фәтхелбаян.
Нимә, нимә? – тип һораны ул, ҡулындағы таҫтамалын Минзифаға һуҙып. – Һаҙлыҡты ҡороталар тиһеңме? Кемдәр ҡорота, ни өсөн ҡорота?
– Аҡман тим дә. – Күп һөйләп тел сарларға йәне һөймәгән Минзифа, муйылдай ҡара, йомро күҙҙәрен үпкәләгән төҫ менән сылт-сылт йомоп, иренә ҡараны. Ниндәйҙер мелирәтер тигән кешеләр менән Ҡараһыуҙы ҡоротмаҡсы. Ерҙе арттырып, колхозды байытам, тип һөйләнгән, ти идарала.
– Һым, алай икән, – тип һуҙҙы Фәтхелбаян. Өҫтәлдә баянан бирле көтөп ултырған тәмле ризыҡтарға, асылмаған араҡы шешәһенә моңһоу ғына күҙ атты ла, урамға сығып, машинаһының кабинаһын асты.
Көн кискә ауышһа ла, колхоз рәйесе урынында ине, өҫтәлгә эйелеп нимәлер яҙып маташа.
– Һин нимә, энекәш, тилебәрән орлоғо ашаныңмы әллә? – Ишектән инер-инмәҫтән Фәтхелбаян Аҡмандың йөҙөнә йәбеште. – Ҡараһыуҙы ҡоротмаһаң, һиңә ер бөткәнме? Ни ерең менән уйлайһың? Һин бит уҡытыусылыҡтан колхозға килгән кеше. Етмәһә, биология уҡытыусыһы. Ер-һыуҙы ҡоротоп, кемдең ҡасан иген иккәнен күргәнең бар?
– Туҡта, Фәтхелбаян ағай, туҡта! – Ауылдың ғына түгел, райондың да хөрмәтле шәхесе, орденлы фронтовик, һәр саҡ үҙен тыныс тотҡан алдынғы водителдең сығырынан сығыуын тәүләп күргән колхоз рәйесе әлегә тиклем вайымһыҙ ғына ултырған еренән ҡобараһы осоп һикереп торҙо ла ҡалтыранған ҡулдары менән өҫтәл ситенә йәбеште, һәр саҡ ҡыҙарып йөрөгән йөҙө аҡ яулыҡтай ағарынып китте, төҫө ҡасты. – Мин... Мин килтермәнем бит ул мелиораторҙарҙы. Райкомға саҡыртып алдылар ҙа партия Үҙәк комитетының мелиорация тураһындағы ҡарарын, шуға ярашлы һаҙлыҡтарҙы киптереү, сабынлыҡтарҙы, көтөүлектәрҙе ваҡ ҡыуаҡтарҙан таҙартыу, ерҙәрҙе һуғарыу буйынса районға төшкән заданиены күрһәттеләр. Башҡа хужалыҡтарҙа һаҙлыҡ-күлдәр булмағас, мелиораторҙарҙың күсмә отрядын Ҡараһыуға ебәрҙеләр. Минең менән иҫәпләшеп тә торманылар.
Фәтхелбаян, ҡырҡылған имән һымаҡ, һығылып тошто. Башын баҫып оҙаҡ ултырҙы ул рәйес ҡаршыһында. Күңеле ҡара күмерҙәй үртәлде, йөрәге мең киҫәктәргә телгеләнде, ике һуғышта ла һәләк булған иптәштәрен ерләгәндә лә иламаған күҙҙәренән йәштәр атылып сыҡты. Аҡман да өндәшмәне, графиндан стаканға һыу ҡойоп килтереп тотторҙо. Ләкин Фәтхелбаян уны эсмәне, рәйестең ҡулдарын ситкә этәрҙе.
– Илленсе йылдар урталарында ла бит, сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштерәбеҙ тип, күпме тау битләүҙәрен, бесәнгә мул шөйтөм ерҙәрен аҡтарып бәргәйнеләр, – тине ул бер аҙҙан, үҙ алдына һөйләнгәндәй. – Эйе, тәүге йылдарҙа ярайһы ғына уңыш алдылар ҙа шуның менән вәссәләм. Хәҙер килеп, партия һыҙған тура юлдан коммунизмға барабыҙ, ожмахта йәшәйәсәкбеҙ тип, һаҙлыҡ, күлдәргә тотондолармы? Сабынлыҡтарҙы, көтөүлектәрҙе киңәйтәбеҙ, малсылыҡты үҫтерәбеҙ, йәнәһе. Тот ҡапсығыңды, бында ла һөҙөмтә нуль булмаҫ тип, кем гарантия бирер? Кем? Киреһенсә, тәбиғәттең тамырына балта сабып, килер быуындарға соҡор-саҡыр, ҡола ялан, йылғаһыҙ ярҙар ҡалдырасаҡбыҙ.
Иртәгеһенә, таң һарыһы менән партия райкомына ла барып ҡайтты ҡарт һалдат. Файҙаһы теймәне. Беренсе секретарь өйҙә юҡ ине. Ул икенсе секретарҙың ишеген асты.
– Һеҙ ни сәбәпле колхозсылар менән һөйләшмәй-кәңәшләшмәй тороп, беҙгә мелиораторҙарҙы килтереп тултырҙығыҙ? – тип башланы ул һүҙен өҫтәл ҡаршыһына уҡ килеп баҫып. – Ни осон һеҙ, колхоз уставын боҙоп, беҙҙең эшкә ҡыҫылаһығыҙ? Әллә колхозсыларҙы ҡара һарыҡ тип уйлайһығыҙмы?
– Һин, абзый, ауыҙыңды үлсәберәк ас та, телеңде самалабыраҡ һөйлә, – тип бүлдерҙе уны райкомдың икенсе секретары Сибәғәт Рамазанов. – Партия һәм хөкүмәт ҡарарҙарына ҡаршы сыҡҡандарҙы нимә көткәнен белмәйһеңме әллә? Ҡара, партбилетыңдан ҡолаҡ ҡағып ҡуйма!
– Уны миңә һин бирҙеңме? – Фәтхелбаян ике ҡулы менән өҫтәлгә таянып, секретарҙың йәшкелт күҙҙәренә текләне. – Маньчжурия сопкаларында япон пулялары аҫтында дивизияның политбүлек башлығы тапшырҙы уны миңә, ә партия ағзалығына кандидат карточкаһын Берлиндың рейхстаг баҫҡыстарында бирҙеләр. Ә һеҙ бында «партия ла, партия» тип, ауыҙ һыуҙары ҡороған һоро ҡорттар һымаҡ, ана шул партияның бәҫен, намыҫын аяҡ аҫтына һалын тапап ултыраһығыҙ. Ата-бабаларыбыҙҙың ҡанлы алыштарҙа һаҡлап, яҡлап алып ҡалған изге төйәген, йәмле Әй, Әнйәк буйҙарын ана шул яланғас Хинган тауҙарына, Гоби сүллектәренә әйләндерергә маташаһығыҙ. Киләсәккә уҡтан атһағыҙ, ул һеҙгә пушканан атасаҡ! Шулай тине лә, күҙҙәре маңлайына менеп киткән секретарҙың нимә әйтерен дә көтмәй, ишеген шарт ябып сығып китте.
Көн һайын тип әйтерлек килеп йөрөнө Фәтхелбаян Ҡараһыу ятыуына. Килә лә өндәшмәй генә мелиораторҙарҙың ер күкрәген йыртып канау ҡаҙыуҙарын, ауыр бульдозерҙарҙың, трелевка тракторҙарының ағастарҙы төбө-тамыры менән ҡуптарып алып тауҙай итеп бер урынға өйөүҙәрен, ҡеүәтле компрессорҙарҙың буръяҡлы һыуҙы һурҙырыуын күҙ йәштәре аша ҡарап тора. Әйтерһең, тыуған төбәген аҡтармай тәбиғәт ҡоротҡостары, ә уның үҙенең йөрәгенә хәнйәр ҡаҙайҙар, бөтөн тәнен, бар булмышын киҫкеләйҙәр. Күңеле һыҡтай, йөрәге әрней фронтовиктың, әммә ошо вәхшилеккә ҡаршы көс, таяныс таба алмай кире борола.
Район гәзитенә лә яҙып ебәрҙе Фәтхелбаян шул турала, ауыл халҡын йыйып, Ҡараһыуға күмәкләп барырға, ер боғаҙына йәбешкән ас бүреләрҙе ҡыуып ебәрергә өгөтләп тә ҡараны. Мәҡәләне баҫманылар, ә яҡташтары: «Юҡ менән булашма, Фәтхелбаян, көслөнөкө бит хәҙер замана», – тип ҡул ғына һелтәнеләр.
Ҡараһыу ятҡылыҡтарын аҫтын өҫкө әйләндереп, ҡом, ҡара-көрән мәте балсыҡ тауҙары, тамыр-томорҙары менән төпләнгән ағас өйөмдәрен ҡалдырып, болондарҙы шыр яланғасландырып һәм пландарын арттырып үтәп, мелиораторҙар киткәс, тирә-йүн тынып ҡалды. Кейек ҡаҙҙарының ҡаңҡылдашыуы ла, торналар торолдауы ла, һандуғастар һайрауы ла ишетелмәй, йофар, борондоҡ, бурһыҡ ҡына түгел, бәлки, ҡыҫҡа ҡойроҡ, шеш ҡолаҡ та күренмәй хәҙер. Ярҙарындағы ағастар ҡырылғас, Әнйәк тә һайыҡты, балығы ҡасты, төбөн ҡамыш, күрән баҫты.
Ана шул саҡта урмандан алын ҡайтҡан өс тарбаҡлы ҡайын үҫентеһен килтереп ултыртҡайны Фәтхелбаян Әнйәк ярына. Тупрағы уңдырышлы, ҡөҙрәтле булып сыҡты ҡайынҡайҙарҙың. Улар бик тиҙ үҫеп, ҡалҡынып китте. «Өс таған таймаҫ» тигәндәре хаҡ икән. Иш янына ҡуш булып, бер-береһе менән ярышып, сәмләнеп үҫте улар, буйға тартылдылар, ботаҡтарға ботаҡ өҫтәлде, эргәләренән дә йәш үҫентеләр ҡалҡып сыҡты, һәр яҙ һайын ҡош ҡундырып, ҡуйы япраҡ ярҙылар. Ҡышҡы әсе елдәргә, ҡар-бурандарға ла баштарын эймәне, йәйге тынды ҡурырлыҡ эҫе селләләрҙә лә һулыманы, олондарын текә тотоп, һаман яҡтыға, ҡояшҡа үрмәләнеләр. Ә инде Ҡариҙел урмандарынан йәнә муйыл, балан, ҡарама килтереп ултыртҡас, ҡайындар тағы ла һылыуланды, күркәмләнде, йәшел бөҙрә баштарын түбән эйеп, Фәтхелбаянға, ул килгән һайын, рәхмәт әйтәләр һымаҡ. Ҡарт һалдатҡа ла рәхәт, күңелле. Әйтерең бармы: теге саҡта мелиораторҙарҙы еңә алмаһа ла, бөгөн үҙенә күрә бәләкәй генә урманы шаулай йылға ярында. Уның эсендәге аҡланды ла колхоздан үҙенә беркеттереп, сүп-сарҙан таҙартты, күп йыллыҡ үләндәр сәсте һәм хәҙер бесәнен дә саба, ҡайындар күләгәһенә ултырып ял да итә. «Эйе, – тип уйлана Фәтхелбаян, – балыҡҡа – таҙа һыу, кейеккә тау, урман, ҡошҡа зәңгәр күк йөҙө кәрәк булған һымаҡ, кешегә лә тыуған төйәк, ғәзиз ер кәрәк шул, ә тәбиғәтте, уның байлыҡтарын һаҡлау Ватанды һаҡлау менән бер». Ошо уйҙар уға көс, ғәйрәт, йәшәүгә дәрт-дарман бирә, киләсәккә бөтмәҫ өмөт, оло ышаныс уята.
...Ташлыкүл ауылының арҙаҡлы ил ағаһы, ике һуғыш яугиры, колхоздың тәүге һәм алдынғы водителе Фәтхелбаяндың донъя ҡуйыуына ла байтаҡ ғүмер үтте, күп һыуҙар аҡты. Ҡәбер ташына автомобиль руле беркетелгән зыярат ҡайындары араһында ята ул хәҙер, һәр яҙ һайын суҡлы аҡ ҡайындар дәррәү япраҡ яра, тыуған төйәгенең тәбиғәте, именлеге өсөн һуңғы һулышына тиклем даулашҡан ҡарт һалдатҡа мәңгелек дан йырлай.
...Ә тегендә, Әнйәк ярына кешеләрҙән ҡасып ҡына ҡараңғы төндә килеп Рәхим атлы ир шәрәмәте, шыбыр тиргә батып, үтмәҫ балта менән йәш ҡайындың нескә билен тумыра. Тыуған төйәккә, ғәзиз ер-әсәгә һөйөү ҙә ят төшөнсә ул маңҡортҡа, кемгәлер асыу, үсләшеү тойғоһо ла юҡ. Күңелендә тик бер генә уй, хыял – туналған ботаҡтарҙы тиҙерәк Хәҙисә ҡарсыҡтың шыҡһыҙ өйөнә алып ҡайтыу, битен йыумаған һәм фронтта булмаған «фронтовичка»ның кергә батҡан ҡара тамырлы ҡулдарынан вәғәҙә ителгән ярты шешә хәмер ашын алып рәхәтләнеп эсеү һәм йоҡо ҡосағына сумыу.
Әнйәк йылғаһы ярындағы Фәтхелбаян ҡайындарының икәүһе генә ҡалды. Уларын да кем, ҡасан ауҙарыр икән?
Ризван Хажиев.
Фото: Ф.Рәхмәтуллина