

- Эйе, бөттө... әсәй!
Әбей ҡапыл сабыйҙарса бер ҡатлы көлә-көлә бейергә төшөп китте:
- Һуғыш бөткән, һуғыш бөткән, атайым ҡайтты.
Шунан ҡыҙға:
- Ниңә тик тораһың, сәй ҡуй, ашты йылыт, - тип әмер бирҙе.
Был ауыр күренештән ҡунаҡ ни эшләргә лә белмәне. Әсәһе биргән һорауҙарға ябай ғына итеп яуап бирҙе, шик уятмаҫҡа тырышты. Бүләктәрен сығарып биргәндә әсәһе йәнә тыпырҙап бейеп алды.
Ҡыҙ ҡайҙа ым-ишара, ҡайҙа ситләтеп ҡарсыҡтың хәҙер ике йыллап шулай яңылышыуын, бер балаһын да танымауын аңлатты. Илфирҙең ағаһы ауылға килеп, уның әсәһен ҡарап тороуын һораған икән. Ауылда эш тә юҡ, ҡыҙға яҡшы ғына түләргә вәғәҙә иткәс, ҡарарға риза булған.
Илфиргә төпкө бүлмәлә урын һалдылар. Стеналағы һалдат кейемле фотоға иғтибар итте - ул һуғышта ятып ҡалған олатаһының фронттан ебәргән берҙән-бер рәсеме ине. Шуны ҙурайттырып элеп ҡуйғандар икән.Ҡарасы, ул ысынлап та олатаһына һуйған да ҡаплаған икән бит.
Бына ҡайтты инде. Ә әсәһе уны танымай ҙа... Ҡапыл уның ҡыҙылса менән ауырып үлемдән саҡ ҡалған сағы хәтеренә төштө. Нисә иҫенә килһә лә әсәһе уның янында ҡулын тотоп ултыра ине. Шунда уҡ ауыҙына һыу һала, ниндәйҙер әсе нәмә эсерә. Хәле бөтөнләй ҙә хөртәйгәс, әсәһенең уны күтәреп алып ҡосағына ҡыҫыуы, әй Раббым, баламдың йәнен түгел, минекен ал тип ялбарыуы күҙ алдынан үтте. Әсәһе бит уны яратҡан, гел игелек эшләгән, ә ул шуны күрә лә белмәгән. Ауыр уйҙарынан ул таңға ғына йоҡлап китте.
Ул уянғанда әсәһе түрбашта ҡоймаҡ ҡойоп йөрөй ине.
Илфирҙе аптыратып, ул:
- Тор, улым, ҡоймаҡ бешерҙем һиңә, - тине һәм ҡояштай йылмайып ебәрҙе. - Хәтерләйһеңме, Хрущев заманында он бөткәс, мин ҡаланан алып ҡайтып һеҙ тороуға ҡоймаҡ бешерҙем дә, шулайтып уяттым. Ә һин: "Әсәй, һин көн һайын беҙҙе шулайтып уят", - тип күҙемә мөлдөрәп ҡарағайның. Шунда һеҙгә күрһәтмәй генә әй иланым.
Улының күңеле тулып китте, ул бындай үҙгәрешкә ни тиергә лә белмәне. Әсәһен һаҡ ҡына ҡосаҡлап арҡаһынан һөйөп алды. Сәй эсергә лә ултырмаҫтан, ҡыҙҙан номерын һорап , район үҙәгендә йәшәгән ағаһына шылтыратып ебәрҙе. Тегеһе 2 сәғәттән үҙ машинаһында зыйлатып килеп тә төштө.
- Аһ-аһ, Зәлфирем дә ҡайтып төштө лә, - тип әбей уны ла аптырашҡа ҡалдырҙы. Өлкән улын да ошоғаса әллә кемдәр менән бутап торған икән.
Бергәләп гөр килешеп сәй эстеләр, унан Илфир менән Зәлфир ауыл буйлап йөрөп килергә булып китте: әсәләре лә бер аҙ ятып ял итеп алыр.
Күрше ҡыҙ ҡарсыҡҡа урын һалып биргәс, ҡул эшен алып телевизор ҡабыҙҙы ла, уларға йоҡланы тигән ишара яһаны.
Илфир ауыл урамында күренгән бер кемде лә таныманы. Йәштәрҙең күбеһе ҡалала, ололар ныҡ ҡартайған. Зәлфир ағаһы ғына әле бер, әле икенсе ҡарт янына барып ҡул биреп күрешә лә, хәл-әхүәл һорашҡас, алға атлауын белә. Ауыл да ҡартайған...
Ағаһы унан ниҙер һорарға уҡталып ҡуя ла һорамай. Ярай, берәй асылып һөйләр әле барыһын-барыһын да түкмәй-сәсмәй. Ағай, мин йүнһеҙ, моңһоҙ, мәнһеҙ, тиер. Мин һине бик яратам ул, тиер.
Улар яй ғына атлап өйгә ҡайтып инде. Теге ҡыҙ ҡул эшен алдына һалып, ҡәнәфиҙә ултырған көйө йоҡлап киткән. Әсәләре лә йоҡлай. Илфир һаҡ ҡына уға яҡын килеп, маңлайынан үбеп алырға теләне һәм ҡулына ҡағылды. Әсәнең ҡулдары һып-һыуыҡ ине инде...