Даирә
+28 °С
Болотло
Әҙәбиәт
14 Июнь 2025, 18:23

Әсә һөйөүе

Тынысһыҙ төндәр, шатлыҡ-ҡыуанысһыҙ көндәр, борсолоуло тормош үҙенекен итте. Күкрәге ауыртып тын алыуы ауырлаша, табиб биргән дарыуҙар ярҙам итмәй башланы. Больницала тейешле дауаланыу тураһында уйлай ҙа алмай, баланы кемгә ҡалдыраһың. Етмешкә етмәҫтән ана ята кәүҙәһе, йәне, рухы ғына һаман тыңғы тапмай ҡаңғыра. Бала көйөгө үлгәнсә тиһәләр ҙә, әле үлгәс тә балаңдың үрһәләнеүен, ғазапланыуын күргәс йәнең ярсыҡтарға ярылырҙай булып әрней.  Ике донъя араһында ғазап сигеүе ауыр. Бына ҡайҙа ул әсә өсөн тамуҡ. Атаһы аҡылға зәғиф улын бер иҫенә төшөрҙө микән? Белгәс тә ишекте шартлатып ябып сығып китеүҙән күренгәне юҡ. Ауырыу баланың бөтә гонаһтары, ауырлығы, ҡайғы-хәсрәттәре һаман әсә иңендә. 

Әсә һөйөүеӘсә һөйөүе
Әсә һөйөүе

Гөлдәр Кәлимуллина

Әсә һөйөүе

Хикәйә.

Ирҙең ҡайғылары итәктәрҙә,
Бала ҡайғылары йөрәктә.
Итәктәрҙе ҡырҡып, ялғап була
Йөрәгеңде булмай киҫеп тә...

- Әсәй, әсәй, уян инде, тор инде. Оҙаҡ йоҡланың бит, ҡулдарың да, аяҡтарың да өшөгәндер, һыуыҡтар, ҡымтып япһам да йылынмайҙар. Һиңә тип ҡалдырған бутҡа ла ҡатып, тәмһеҙләнеп бөттө. Асыҡҡанһыңдыр, шуға ла хәлең юҡ торорға, теләйһеңме хәҙер магазингә икмәккә барып киләм? Өлөкөгөн килтергәнем иҫкереп күгәреп бөттө...

Ринат әсәһенең ябынған юрғаны менән бергә ҡосаҡланы. Тик әсәһе генә төҫһөҙ күҙҙәрен түшәмгә терәп ҡымшанманы ла.
- Әсәй, әсәй... ишетәһеңме мине, тормаһаңда яуап ҡына бир инде...
Күңеле менән тоя Ринат, ниндәйҙер ҡот осҡос хәл булғанын. Һиҙә әсәһенең уны мәңгегә ташлап китерен. Тик уны юғалтыуҙан ғына ҡурҡа, үҙе өсөн был донъяла иң-иң ҡәҙерле берҙән-бер кешеһен. Үҙе менән бер бөтөнгә әйләнгән әсәкәйен үҙе лә бер ваҡытта ла ташламаясаҡ.
Байтаҡтан инде әсәһе урын өҫтөндә. Кистән йоҡларға ятты ла иртән торманы ла ҡуйҙы. Көндәр, айҙарҙы иҫәпләй белмәй Ринат, кисә, өлөкөгөн, бары шуны белә. 

Бутҡа бешерә белә Ринат, тик манный бутҡаһын ғына, әсәһе аҡса биреп икмәккә йөрөтә ине. Аҡсаға теймәҫкә, берәүһен алып ҡына магазингә барырға, аҙаҡ сдачаһын көтөп алырға. 

- Әсәкәйем тор ғына, торһаң бутҡа бешерермен. Ҡыйын бит миңә, түҙгеһеҙ ҡыйын... Ауыр миңә, исмаһам өләсәйем дә ҡайтмай һаман, алып сығып киттеләр ҙә һаман ҡайтармайҙар. Мин өйрәткән сүрәләрҙе көндә ҡабатлаһаң, мин һәр саҡ һинең яныңда булырмын тине лә, үҙе һаман да ҡайтмай...Һине алып китһәләр кире ҡайтармай ҡуйырҙар, ә мин бер үҙем ҡурҡам.Бирмәйем мин һине берәүгә лә, һин ҡартайһаң да үҙем көтәм...Әсәй...

Иллегә яҡынлашып килгән бәһлеүәндәй ир әсәһенең ябыҡ кәүҙәһе өҫтөнә арҡыры ятып һыңҡылдап-үкһеп оҙаҡ иланы. Балаһының кәүҙә ауырлығын күтәреү әсәгә лә ҡыйынға тура килгәндер, һелкенгәндәй булды ла күҙҙәренән һүл аҡты.
- Әсәй, әллә илайһың инде? Элек мин илаһам һин дә гел илай торғайның... Теләйһеңме мин һиңә өләсәйем өйрәткән сүрәләрҙе уҡыйым, йәме. Тик һин илама ғына...

Әсәһенең күҙҙәрен еңе менән һөртһә лә һүле ағыуҙан туҡтаманы. Ринат әсәһен тынысландырыр өсөн элек өләсәһе тере саҡта өйрәткән аяттарҙы ҡабат-ҡабат уҡыны. Үҙе лә бер аҙ тынысланды, аҙаҡтан йоҡомһораны. 

Уның тыныслығын телефон шылтырауы боҙҙо. Алырғамы, алмаҫҡамы... Әсәһенеке хәҙер шылтырамай, зарядкаһы бөттө. Кемдәрҙер шылтыратып ҡаранылар инде. Әсәһе электән үҙенең телефонына теймәҫкә ҡушҡас, Ринат уныҡына теймәй. Әле үҙенеке шылтырай, тик ул яуап бирмәйәсәк. 

Телефон тынғас та ҡапҡаны дөбөрҙәтә башланылар. Кем килһә лә асмаясаҡ Ринат. Өлөкөгөн почта машинаһы килһә лә асманы, туҡылдаттылар ҙа асмағас кире киттеләр, пенсияларын килтергәндәрҙер. Ринатҡа аҡса кәрәк түгел, әсәһе торһа алыр әле. 

Әммә был туҡылдатыусы ныҡыш булып сыҡты, ҡапҡа асыусы булмағас арттан ҡойма аша инде. 

-Айһылыу апай... Әсәйем өйҙә юҡ... - ишеккә арҡыры торған Ринаттың тауышы өҙөлөп ҡарлығып сыҡты.

-Ринат ниңә асмайһың, телефонға ла яуап бирмәйһең. Апайым ҡайҙа китте?

-Баҙарға... 

-Йоҡлай инеңме әллә, күҙҙәрең ҡыҙарған. 

Ринат эйе, тигәнде аңғартып башын ҡаҡты. 

-Апайымды ике көн рәттән төшөмдә күрҙемсе, өйөнә килергә саҡыра. Шылтыратһам телефонын алмай, шуға килеүем хәлен белешергә. Бына күстәнәс һиңә, сейә бәлеше, апайым ҡайтһа бергәләп сәй эсерһегеҙ. Ниңә көпә-көндөҙ йоҡлап ятаһың, сейәләреңде тирергә кәрәк. 

-Хәҙер тирәм апай, - Ринат тиҙ генә ишеген йоҙаҡлап алды ла кәртәләүгә эленгән биҙрәне ҡулына алды. 

-Бәлешеңде тәүҙә өйгә индереп һал, тауыҡтарығыҙ суҡыр, - Айһылыу апаһы һаҡаллы сабыйҙың сәйер ҡылығына өйрәнеп бөткәндер, ҡапҡаға ыңғайланы.

-Ярай, ярай, - Ринат бәлеште ҡосаҡлап танауына яҡын килтереп еҫкәне. - Тәмлеее...

-Әсәйең ҡайтһа мин килгәнде әйтерһең, үҙем дә шылтыратырмын әле... 

Апаһын ҡапҡанан сығарып ебәргәс тә кире артынса нығытып бикләп ҡуйҙы. 

Өйгә инмәҫтән сейә бәлешен ашағас та оло биҙрәһен тултырып сейә йыйҙы. Эшкә әүрәп ҡараңғы төшөүөн дә һиҙмәгән, ингәс тә урынына ауып тәмле йоҡоға талды. 

Уның сабыйҙарса төш тә күрмәй йоҡлағанына һоҡланып та, йәне әрнеп тә, был донъяға рәнйеп тә, яҙмышына әсенеп тә янында әсә рухы өҙгөләнә ине.

-Нишләрһең икән хәҙер минһеҙ балаҡайым... ҡайҙа ғына төртәләнеп йөрөрһөң икән ҡолонсағым... Ни хәлдәр генә ҡылайым һуң Раббым? Ниҙәр генә күрер ғәзиз балаҡайым... Нимә генә эшләй алам һуң балаҡайым өсөн? 

Ринаты, һөйөклө улыҡайы, татлы мөхәббәт емеше булып, һөйгәне менән икеһенең изге теләге ҡабул булған саҡта яралды. Бер-береһен яратып туя алмаған саҡтарында, күҙҙәренән һибелгән наҙҙарға сорналғанда. Ауылдан килгән егеттең ҡалала йәшәр урыны булмағанлыҡтан Миңһылыуҙың әсәһе менән бергә тормош ҡора башланылар. Иренең ата-әсәһе ныҡ ҡына эсәләр ине, улар үҙҙәренә һыйындырырға тырышманылар йәштәрҙе. Машиналар төҙөү заводында эшләгән тырыш иргә, ҡатынының да шунда эшләүен иҫәпкә алып тиҙ үк яңы төҙөлгән йорттан фатир бирҙеләр. Яңы тыуған сабыйҙарын яңы фатирға алып ҡайтыу ҡыуанысын кисереү оҙаҡҡа һуҙылманы, бала өҙлөкһөҙ иланы, ныҡ тынысһыҙ булды. Төнгө сменаларҙа эшләгән ире өйҙә тыныслыҡ булмағанлыҡтан, ғаиләнән тиҙ биҙҙе. Табибтар баланың баш мейеһенең баҫымы юғары булыуын, баланың аҡылы зәғиф булыу ихтималлығын әйткәс тә Миңһылыуға улар менән бергә йәшәмәйәсәген аңғартты, баланан баш тартаһың, йә мин, йә ул. 

Күҙгә күренгән балаңды кемдең ҡулына ҡалдыраһың, әсәһенең ярҙамына таянып Миңһылыу үҙ тәҡдиренә баш эйҙе. Тик әсәһе генә килешмәне, үҙенсә табибтарҙы әрләне, бала иламай тормай инде, ултыралар шунда алған аҡсаларын бушҡа сығармаҫҡа ҡағыҙға теләһә нимә яҙып. Бала һәйбәт ашай, үҫешә, ауырыраҡ булһа ла һөйләшә, холҡо ғына еңмешерәк, атаһына оҡшап. Ринат та берҙән-бер бала булараҡ өләсәһенән, әсәһенән айырылманы, баҡсаға ла йөрөтмәгәнгә бүтән балалар менән аралашыуҙы белмәне. 

Ирен эҙәрлекләмәне Миңһылыу, үҙе лә бүтән ирҙәрҙе яҡын юлатманы. Улыҡайы ир заты эргәләренә килеү менән тиҫкәреләнә, мыжый башлар булды. Әсәһен үҙенең янына алып, ауырыу балаһына бауырын баҫып ғүмер һөрҙө. 

Баланы мәктәпкә әҙерләү төркөмөнә йөрөтә башлағас ҡына үҙ хәленең ауырлығына төшөндө, баланың бөтөнләй уҡырға, яҙырға белмәйәсәге асыҡланды.
Тик өләсәһе баланың яйына тиҙ төшөндө, уны үҙе артынан ҡабатлатып, оҙон-оҙон сүрәләрҙе, доғаларҙы башына һеңдерҙе. Дин тәртибен өйрәтергә тырышты. Тиҫтәгә тиклем дә дөрөҫ һанай белмәгән бала биш намаҙҙы өләсәһе менән берлектә ҡалдырманы. Бөгөн ниндәй көн, аҙна, йыл икәнлеген төшөнмәгән бала, йәндең мәңгелек икәнлеген аңланы, тик иртәгәһен үҙенең нимә эшләрен дә күҙаллай ҙа алмай ине. Бөтә ҡушҡан, күрһәткән эштәрҙе тырышып еренә еткереп башҡара, өләсәһе генә эргәһендә булһын, ә үҙе, әйтмәйенсә битен йыуырға ла белмәҫ бала. 

Ауырыу бала тәрбиәләгәнгә пенсияны иртәрәк тәғәйенләгәс тә баланы эшкә йәлеп итер өсөн баҡса үҫтерергә ата-әсә йортона кире күсенделәр. Әлбиттә Ринат баҡсаға аттай көсөн һалды, артҡанын баҙарға сығарып һаттылар, әлбиттә әсәһе янында. 

Әсәһе олоғайып теге донъяға юлланғас ҡына ныҡ ауырға тура килде Миңһылыуға. Ауырыу бала менән һәр саҡ бергә булыу ялҡытты, туғандарына бала менән бергә барһалар яратманылар, ҡалдырып китергә өйҙә бер үҙе ҡалырға ҡурҡа ине. Миңһылыу балаһы өсөн ныҡ кәмһенде, Ринат та кешеләрҙе яратмай үҫте, шуғалыр бөтәһе лә уларҙан ситләштеләр. Аҡылы теүәл булмаһа ла физик яҡтан ныҡлы үҫеште, ауырыу-сырхауға бер ваҡытта ла бирешмәне.
Үҙ фекере булмаған, бөтәһе лә уныңса ғына булырға тейешлеген һеңдергән Ринаттың был тормошта урын таба алмаясағын аңлағайны Миңһылыу, шул йөрәген бөтөрҙө. Үҙҙәре төҙөгән Бермуд өсмөйөшөнән сыға алмаясаҡтар береһе лә. Өләсәй, әсә, балаҡайы. 

Өләсәһенә эйәреп көн дә мәсеткә йөрөгән бала, ул үлгәс яңғыҙы йөрөүҙән ҡырҡа баш тартты. Хәҙер егет булған ғәзизен артынан эйәртеп йөрөтмәгәс, сәғәттәр буйы көйһөҙләнеп йәненә тейер ине. 

Аптыраған көнөндә телефонда уйындар уйнарға, кеше менән аралашырға өйрәнһен өсөн, фотоаппаратлы телефон алып бирҙе. Ғәжәпкә ҡаршы интернетҡа инергә, фото төшөрөргә ул бик тиҙ өйрәнде. Оҙаҡламай бөтә туғандарына шылтыратып үҙенән биҙҙерергә лә өлгөргәйне инде. Кемдер мәрәкәләп танышыуҙар сайтына инергә, аралашырға өйрәткән, уның исеменән иғлан ҡуйған. Тиҙҙән Миңһылыуға үҙенең кәләш аласағын еткергәс, хафаланып ни эшләргә лә белмәне. Балаһының хәлен алдан әйтмәһә, ҙур гонаһҡа батасаҡ, әйтһә тағы күңелдә өмөт тигән нәмә лә бар бит әле, бәлки килешеп йәшәрҙәр.
Миңһылыу бары ярҙам ғына итер ине. 

Әйттереүҙе, туйҙы, оҙатып алыуҙы бер ыңғайҙан үткәреп, артыҡ шау-шыуһыҙ үткән табындан һуң ҡыҙҙың туғандары һағайып ҡалһалар ҙа ун-быны һиҙҙермәнеләр. Тик бер аҙнанан магазинға Ринатһыҙ сыҡҡан йәш кәләшен ҡаршылаған ирҙе тотоп алырлыҡ түгел ине, ашығыс ярҙам саҡыртып укол ҡаҙатҡас ҡына йоҡлап китте. Тороуона аңын-тоңон яңы төшөнгән кәләш һыпыртҡан ине инде. Танышыу сайтындағы ҡыҙҙар араһында Ринатҡа килергә теләүселәр бихисап ине. Уларҙы уның айырым квартираһы булыуы, бәһлеүәндәй кәүҙәһе, сибәр йөҙ-һыҙаты ылыҡтыра ине. Дәртләнгән, хәҙер инде ҡатын-ҡыҙ тәмен белгән Ринат тағы өйләнергә теләген белдерҙе. Улының ҡулынан ысҡынғаның, үҙен һанламағанын күреп сәбәләнгән Миңһылыу һуңғы ышанысы итеп имселәргә, күрәҙәселәргә йөрөттө. Туғандары ҡартайған сабыйын һаман әпәүләгән Миңһылыуҙы өнәмәй ташлағайнылар. 

- Йәшәгән нигеҙегеҙгә боҙом һалынған, эйәреп яңы квартирағыҙға ла күскән. Өйҙән бер нәмәгеҙҙе лә алмайынса яңы урынға йәшәргә күсегеҙ, бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ, улың йүнәлеп китәсәк. Ошоғаса, эскелектең өсөнсө быуынға булған тәьҫире, тигән диагноз ҡуйылған ауырыуҙан ҡотолор өсөн Миңһылыу шунда уҡ ҡуртымға фатир табып күсенде. Өйҙән кейемдәрен дә алып торманылар, иртә яҙ, алағар ваҡыты. Көҙгөлөккә бер йүне булыр, улы ғына йүнәлһен. Бизмәндең бер яғында ғүмер буйы берәмтекләп көс түгеп йыйған донъяһы, ата-әсәһенең ҡәҙерле монаяты, оло хөрмәткә генә эйә булырлыҡ нигеҙ, ғүмер буйы эшләгәнлеккә алынған фатир; икенсе яғында үҙе бөтә ғүмерен бағышлаған, берәүгә лә кәрәкмәгән берҙән-бер балаҡайы, бөтмәҫ ҡайғыһы, яңғыҙлығын уртаҡлашыусы, киләһе көнөнә терәк булырлыҡ өмөтө. Шулай итеп, яңы тормош башларға ниәтләне, барыһы ла бала хаҡына. 

Арендаға алып йәшәгән урындары был юлы студенттар белем алған колледж эргәһендә ине. Балкондан уларҙың шау-шыулы тормошон күҙәтергә уңайлы. Көндәр бер аҙ йылытыу менән йәштәр урамға сыҡтылар, һәр кем үҙенсә күңелдәрен аса. Тик уйламағанда уҡыу йортоноң гаражы артында бер ҡыҙҙы көсләп үлтереүҙәре тураһында хәбәр таралды. Миңһылыу һағайып ҡалды, ул төндә улы өйҙә булдымы һуң? Һуңғы осорҙа төндә тороп йөрөгәнен һиҙенде. Был хәбәрҙән һуң улыҡайына эсергән дарыуҙарының дозаһын арттырҙы, һәр тауышҡа, һәр шипкерткә шикләнә башланы. Оҙаҡламай студенттар таралыштылар, тынып ҡалған уҡыу йортонда тик һирәкләп эшселәр генә күренә. 

Колледж ихатаһында тағы бер ҡатынды көсләргә маташҡандар. Йылғыр ҡатын үҙенең сослоғо, ирҙең йән еренә тибеүе менән генә ҡотолоп ҡалған. Бөтә ҡаланы шаулатҡан билдәһеҙ маньяк тураһында өҫтәп тағы уйҙырмалар ҡушылды. Улының сапсылған йөҙөн, кәкерәйеп йөрөүенән Миңһылыу барыһын да аңланы. Үҙ намыҫын аяҡ аҫтына һалып, эҙ йәшереп үҙенең тыуған нигеҙенә тағы әйләнеп ҡайтты. Фатирын һатып, үҙенең йыйынтығын ҡушып, күрше ҡаланан төҙөлөп бөтмәгән өй һатып алып күсенде. Улын эш менән әүерәтеп, икәүһе бергә тыныс йәшәйәсәген күҙалланы. Тик Ринаттың ғына хәҙер үҙ уйы башҡаланған ине, тағы бер ҡыҙ менән танышып өйләнергә теләүен белдерҙе. Мин ҡаршы тип бер нимә лә эшләй алмай ине Миңһылыу, күңелендә тағы өмөт осҡоно уянды. Хәҙерге йәштәрҙе ылыҡтырырлыҡ һәйбәт йорт, ай һайын ингән килем ҡыҙыҡһындыра. Ринат та телгә оҫтара бара, элекке кеүек инвалидлыҡ буйынса пенсия алам тимәй, пенсионныйҙа эшләйем тип үҙен таныштыра. Сираттағы кәләш тағы киткәс кенә Миңһылыу табиб һеңлеһенән кәңәш һораны. Һеңлеһе ирлек көсөн баҫыр кәрәкле дарыуҙарын тапты. Шунан һуң ғына Ринат элеккеләй һөймәлекле бала, әсәһенә ылығыр тыңлаусан булып, ир уртаһына етте. 

Тынысһыҙ төндәр, шатлыҡ-ҡыуанысһыҙ көндәр, борсолоуло тормош үҙенекен итте. Күкрәге ауыртып тын алыуы ауырлаша, табиб биргән дарыуҙар ярҙам итмәй башланы. Больницала тейешле дауаланыу тураһында уйлай ҙа алмай, баланы кемгә ҡалдыраһың. Етмешкә етмәҫтән ана ята кәүҙәһе, йәне, рухы ғына һаман тыңғы тапмай ҡаңғыра. Бала көйөгө үлгәнсә тиһәләр ҙә, әле үлгәс тә балаңдың үрһәләнеүен, ғазапланыуын күргәс йәнең ярсыҡтарға ярылырҙай булып әрней. 

Ике донъя араһында ғазап сигеүе ауыр. Бына ҡайҙа ул әсә өсөн тамуҡ. Атаһы аҡылға зәғиф улын бер иҫенә төшөрҙө микән? Белгәс тә ишекте шартлатып ябып сығып китеүҙән күренгәне юҡ. Ауырыу баланың бөтә гонаһтары, ауырлығы, ҡайғы-хәсрәттәре һаман әсә иңендә. 

Күрше хәлен күрше белмәгәндә, туған менән туған аралашмаған мәлдә, айға яҡын ятты Миңһылыу ошо хәлендә. Эргәһендәге улын үҙенсә йыуатты, кәңәштәрен бирҙе улы ишетмәһә лә, уның өҙгөләнеүен, ҡайғырыуын күреп әсенде, бала һөйөүе менән яратыуын күреп ҡыуанды. Әсәһенә Ринат көн дә бутҡа бешерҙе, магазиндән һирәкләп икмәк алып ҡайтты. Бөтә сейәләрен йыйып алып һауыттарға тултырҙы, тик ҡарағатты ғына йыйманы, уны йыйырға берәү ҙә әйтмәгәйне. Тик һуңғы барыуында уның ҡапыл ағарған бысраҡ сәстәренә, кейемдәренә һеңгән һаһыҡ еҫте тойомлап һипһенгән һатыусы, юл сатында торған полицайға шиген белдерҙе. Уныһы тиҙ генә ярҙам саҡырып, Ринаттың артынан барып тикшереү үткәрҙеләр.Улын больницаға, үҙен ер ҡуйынына тапшырғас ҡына еңел тын алғандыр Миңһылыуҙың рухы бер аҙға. Артабанғы яҙмышы Аллаһы тәғәлә хөкөмөндә... 

Туған тыумасалары күмәк ине Миңһылыуҙың. Милек-йорто, йыйынтыҡ-ҡаралтылары өсөн талаш-тартыш, үҙ-ара сыйышыу, бүлешеү башланды.Һәр кем уға ярҙам ҡулын һуҙыуы, хәлен белешеүе хаҡында иҫтәренә төшөрҙө.

Гөлдәр әбей. 

Автор:
Читайте нас